Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Ноябрь , 19:08

Аҡсаламы ни эш?

— Данил, һин һәйбәт, бик ихлас егет… Әммә аңлайһыңмы?... Мин һинең менән була алмайым. — Ни өсөн? — Аңла инде. Мин әле йәш, матурмын. Минең маҡсаттарым да етди. Миңә аҡсалы ир кәрәк. Ә һин миңә нимә бирә алаһың?

Аҡсаламы ни эш?
— Данил, һин һәйбәт, бик ихлас егет… Әммә аңлайһыңмы?... Мин һинең менән була алмайым.
— Ни өсөн?
— Аңла инде. Мин әле йәш, матурмын. Минең маҡсаттарым да етди. Миңә аҡсалы ир кәрәк. Ә һин миңә нимә бирә алаһың? Әсәйең һәм ауырыу өләсәйең менән бер фатирҙа йәшәүме?
— Миңә бит ятаҡта айырым бүлмә бирәбеҙ тинеләр.
— Яҡшы. Мин 18 йыл бер бүлмәле фатирҙа әсәйем, эскесе атайым һәм алйот ҡустым менән йәшәнем. Еткән. Мин айырым йортта йәшәргә теләйем, машина…
— Минең машинам бар…
— Данил, 20 элек алған “жигули” машина түгел, ат арбаһы!
— Ниңә һин минең менән улай, Ирина? Мин бит һиңә оҡшайым. Мин уйлағайным…
— Юҡ! Һин үҙеңә ҡара? Һин шул тиклем бер ҡатлы, мин һиңә шулай еңел генә сығырмын тип уйлағайныңмы? Өйөң юҡ, аҡса юҡ, киләсәгең дә…
— Ирина!!!
— Нимә Ирина!? Булды, етте. Мин һинең зарланып ултырғаныңды бүтән ишеткем килмәй. Хуш, башҡа шылтыратма миңә! Балдағыңды ал, берәй бисураға бирерһең. Һатһаң, яҡшыраҡ булыр. Быға бөтә эш хаҡың киткәндер.
— Ира, туҡта…
— Кит, торма юлымда…
 
Төнгө һиллектә сикәгә сапҡан тауыш яңғырап китте, Данил баштан аша боҙло һыу ҡойолған кеүек ҡатып ҡалды. Иринаның үксәле туфлиһының таҡылдауы тынғансы тора бирҙе. Сикәһе һаман һыҙлай әле, усында ятҡан алтын балдаҡты ҡыуаҡтарға атып бәрҙе. Кеҫәһенән тәмәкеһен эҙләп тапты.
 
Уның артында тағы бер ирҙең һыны пәйҙә булды. Ҡабыҙғыс һуҙып:
 
— Нимә, тағынмы ни? Данил Фуат улы? — тип һораны.
— Эйе, Рәсим.
 
Әле генә бахыр булып ҡалған ир күкрәген киреп баҫты, яурындарын турайтты. Элекке ышаныслы тауыш менән өндәште:
 
— Эйе, Рәсим, тағын. Аптырайым, нимә кәрәк уларға? Аңлайһыңмы? Мин уларға ҡыҙыҡ түгелмен, әллә нисәнсе тапҡыр шуға инанам. Минең кемлегемде белһәләр ине улар!..
— Данил Фуат улы, һеҙгә нимәгә шулай бахырланып йөрөргә? Берҙе бармаҡ менән сиртеү етә, теләгән ҡыҙ — һеҙҙеке! Биллаһи, бер бәләкәй малай кеүекһегеҙ… Бөтәгеҙгә лә мөхәббәт кенә кәрәк!
— Юҡ, Рәсим, һин хаҡлы түгел. Миңә аҡсамды яратҡан түгел, ә үҙемде яратҡан кеше кәрәк. Бына әле Ираға асылырға саҡ ҡына ҡалғайны. Бер нисә көндән ул барыһын да белер ине… Ярай, хәҙер ҡала ситендәге йортҡа.
— Ә Ирина менән нимә эшләргә?
— Бүләк ебәр, шатланыр.
 
Иртәнсәк Иринаның фатирында ҡыңғырау шалтыраны, бер теремек малай уға ҡағыҙ пакет тотторҙо ла аҫҡа төшөп йүгерҙе. Уның эсендә үҙенең текә машинаһы янында төшкән Данил Фуат улының фотоһы менән «Forbes» журналы ята ине.
Автор:Айнур Акилов