Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Ноябрь 2021, 13:31

Ә һеҙҙең ниндәй ҡалыптарығыҙ бар?

Халыҡ бик дөрөҫ әйткән “Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ”. Ысынлап та тыуғандан алып ошо аҡ ҡағыҙға төпкөл аң беҙҙең яҙмышты яҙа башлай һәм беҙгә ҡағылышлы бөтөн мәғлүмәт тә унда ғүмер буйына һаҡлана.

Ә һеҙҙең ниндәй ҡалыптарығыҙ бар?Ә һеҙҙең ниндәй ҡалыптарығыҙ бар?
Ә һеҙҙең ниндәй ҡалыптарығыҙ бар?
Халыҡ бик дөрөҫ әйткән “Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ”. Ысынлап та тыуғандан алып ошо аҡ ҡағыҙға төпкөл аң беҙҙең яҙмышты яҙа башлай һәм беҙгә ҡағылышлы бөтөн мәғлүмәт тә унда ғүмер буйына һаҡлана.

Бала саҡтан уҡ беҙгә атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар һәм башҡалар донъяны үҙҙәренең күҙлегенән сығып таныталар. Нимә яҡшы, нимә насар, тип беҙ йәшәгән ысынбарлыҡты, күптәр күргән кеүек күрергә өйрәтәләр.

Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ үҙебеҙҙең балаларға ла шулай уҡ тәьҫир итәбеҙ. Ысынбарлыҡты бер яҡлы ғына итеп, бер-беребеҙҙекенә оҡшаш итеп формалаштырабыҙ. Һәм беҙ донъяны бөтә кеше лә бер төрлө күрә тип уйлайбыҙ. Ә ысынында ысынбарлыҡ һәр кемдең үҙенеке, башҡа берәүҙекенә лә оҡшамаған икән ул.

Мәҫәлән, “эт” тип әйтәбеҙ. Һеҙ ниндәй этте күҙ алдына килтерҙегеҙ? Эргәгеҙҙәге берәйһенән һорағыҙ әле, уның эте һеҙҙекенә тап киләме? Мин “эт” тиһәләр, һәр ваҡыт үҙемде күрәм)), сөнки мин Эт йылында тыуғанмын. Таныш программист егет @ - бына ошо билдәне күрә. Кемдер лабрадор, кемдер хаскиҙы күрер.

Һәр кемдең үҙ эте булған кеүек, ысынбарлыҡты ла һәр кем үҙенсә күрә. Сөнки, эмоциональ кисерештәр ваҡытында беҙҙең төпкөл аңға һалынған ҡалыптарҙы (установки), һәр кешенең төпкөл аңы үҙе һайлап ала.

Күптәрҙең, мәҫәлән, алдарынан ҡара бесәй йүгереп үтһә, юл уңмай тигән ҡалыбы бар. Һәм уларҙың ысынлап та юлы уңмай. Ә минең төпкөл аң был ҡалыпты үҙ итмәгән йәки һайлап алмаған, шуның өсөн миңә ҡара бесәй үтте ни ҙә үтмәне ни - юлымдың уңыуы-уңмауы уға бәйле түгел.

Сәриә Сәлихова
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас