Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Ноябрь 2021, 15:14

Хаҡы — бер йотом һыу

Бара торғас, юлдаштары һыуһауҙан бе­рәм-берәм үлеп бөтә... 

Хаҡы — бер йотом һыуХаҡы — бер йотом һыу
Хаҡы — бер йотом һыу

Борон-борон заманда бик яуыз һәм иман­һыҙ бай йәшәгән, ти. Уның алтын-көмөш тулы нисә һандығы булғанын береһе лә теүәл генә әйтә алмаған. Үҙе алыҫ-алыҫ илдәргә каруандар йөрөтөп, ҡайһы ерҙә алдашып, ҡайһы ерҙә та­лашып мөлкәтен арттырыр булған. Йыраҡ юл­ға сыҡҡанында бөтә байлығын гел генә берг­ә алып йөрөгән, ти. Шулай итеп, сираттағы сә­йәхәт ваҡытында байҙың каруаны сүллектә аҙа­ша. Бара торғас, юлдаштары һыуһауҙан бе­рәм-берәм үлеп бөтә... Барлыҡ мөлкәте менән яң­ғыҙ ҡала был, ә тирә-яҡтағы ҡом диңгеҙенең сиге һаман күренмәй, ти. Эҫенән һәм һыу­һауҙан алйыр сиккә еткән бай хәлһеҙ йығыла. Тормошоноң һуңғы минуттарын тойоп, тиҙҙән үлем ҡосағына инәсәген аңлай бисара. Шул ва­ҡыт ҡайҙандыр эргәһенә фәрештә килеп тө­шөп уға бер йотом һыу тәҡдим итә, тик был йо­том өсөн бөтә байлығын тартып аласағын иҫ­кәртә. Әлбиттә, теге уйлап та тормайынса риза була, ә фәрештә уның күҙҙәренә ҡарап: “Һин был мөлкәтеңде Раббың һәм иманыңды оно­топ ғүмерең буйы тупланың, ә уның хаҡы – бер йотом һыу!” – тип әйткән, ти.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас