Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Декабрь 2021, 20:53

Урланған бала яҙмыштары

Бар көсөнә ҡапҡаларын дөбөрләтә башланы. Тәмәке тартырға сыҡҡан күршеһе сәсе-башы туҙған, бите ҡанға буялған Нәсимәне тәүҙә таныманы. Ҡатын һөйләшә алмай тотлоҡто: “Унда Гөлниса, үлә”, — тип кенә әйтә алды.

Урланған бала яҙмыштары
Урланған бала яҙмыштары

Күҙ нурҙарыңа хәүеф янаһа...


Мейес йылыһына саҡ иҙерәп йоҡлап киткән Гөлниса атаһының ҡысҡырып әсәһен әрләгән тауышҡа тертләп уянды ла тын алырға ла ҡурҡып ята бирҙе. Атаһы бөгөн тағы лаяҡыл иҫереп ҡайтҡайны шул. Ахыры йоҡоһо туйып уянған да бәйләнергә сәбәп эҙләй.

Урланған бала яҙмыштары

Ҡыҙыҡай үҙен белә-белгәндән алып атаһының айныҡ көнөн күргәне юҡ. Тиҫтерҙәренә барһа, уларҙың атайҙарын күреп көнләшә. Их, минеке лә берәй ҡасан эсеүен ташлап, беҙҙе алдына алып һөйһә ине, тип шым ғына мендәргә ҡапланып илай. Әле лә иҫерек атаһынан әсәһен яҡлаша алмағанына, көсһөҙлөгөнән йөрәге әрнеп ауыртырға кереште...
Үҙенән кесе ике ҡустыһы эргәләге карауатта бер нимә белмәй иҙерәп йоҡлай. Улар ҙа атайҙарының холҡона күнегеп бөткән, эсеп ҡайтһа, шып-шым булалар.Атай бая ғына өйҙәгеләргә екеренеп йоҡлап киткәйне, тағы уянған. Ул балаларҙың арып серем иткәнен дә, инде төн уртаһы еткәнен дә иҫәпкә алмай, һаман шашыныуын белде генә. Әйтерһең, ер аҡтарып ҡайтҡан да уға күтәрә алмаҫлыҡ һүҙ әйткәндәр.

Тилерткән дә хәмер...

“Мин һиңә араҡы алып ҡуйырға ҡуштым түгелме, тауыҡ баш!” –тип екеренде. Ҡатыны Нәсимә, балалары тауышҡа уянып ҡуймаһын тип, Бәкерҙе тынысландырырға маташты. “Мин аҙыҡ-түлек алдым, ҡалған аҡсаға — Гөлнисаға быйма”, — тине ҡалтыранған тауыш менән. “Мин һиңә нимә ҡушҡанды аңламаныңмы ни, араҡы ҡайҙа?” — тип ир ҡатынға килтереп тондороп та ебәрҙе. Уныһы тәгәрәп барып төштө. Шашынған иҫерек, ҡорбанына ташланырға ынтылған януарҙай, тағы Нәсимәгә һуғырға ынтылды. Шул мәл төпкө бүлмәнән Гөлниса йүгереп килеп сығып, атаһының ҡулына аҫылынды. “Атай, атай, теймә әсәйгә, һуҡма”, — тип ҡысҡырҙы.
Шашыныуынан һәм асыуынан шартлар сиккә еткән Бәкер Гөлнисаға бер килке ҡарап торҙо ла: “Ә-ә-ә, быйма кәрәк инеме һиңә? Ҡайҙа килтер әле быймаңды”, — тип аҡырҙы. Гөлниса әсәһе алып ҡайтҡан быйманы бөгөн әллә нисәмә тапҡыр кейеп ҡарап, матурлығына һоҡланып, пары менән бергә ҡәҙерләп ултыртып ҡуйған урынынан барып алды ла ҡурҡып ҡына атаһының ҡулына килтереп тотторҙо.
“Кем ҡушты һиңә ошо уймаҡтай әйбер өсөн аҡса әрәм итергә?!” — тип тағы ҡатынына екерә башланы Бәкер. Нәсимә, ҡурҡыуын еңеп: “Аяғында бөтөнләй кейерлеге ҡалмаған бит баланың, шуға ғына алдым”, — тине, үҙ-үҙен аҡлағандай.

“Хәҙер күрһәтәм мин һиңә күрмәгәнеңде, икенселәй аҡса туҙҙырып һорауһыҙ әйбер алып ҡара”, — тип, ир янып торған мейес эсенә быйманы тыға башланы. Хәлде ситтән күҙәтеп торған Гөлниса, бар ҡурҡыуын онотоп, быймаға барып йәбеште. “Атай, яҡма минең быйманы утҡа, зинһар, яҡма”, — тип субырлап күҙ йәштәренә төйөлдө. Былай ҙа асыуынан шартларға еткән иргә ҡыҙының был ҡылығы етә генә ҡалды. Ул кинәт һикереп торҙо ла баланы ҡулынан тотоп һөйрәтеп тигәндәй һыуыҡ соланға сығарып ебәрҙе. “Бына хәҙер кей инде йылы быймаларыңды”, — тип екерҙе.

Утыҙ градуслыҡ һыуыҡта тышта

Ҡыҙсыҡ ҡурҡыуынан һәм һыуыҡтан ҡалтырап өшөй башлағас ҡына иҫенә килде. Өшөүҙән уның теше-тешкә теймәҫ хәлгә килде, шул саҡ ҡына ҡулында мейескә ташланыуҙан һаҡлап алып ҡалған быймаһы барлығын иҫенә төшөрҙө һәм һыуыҡтан бер нәмә тоймаған аяғына кейеп алды.
Өйгә кире инергә Гөлниса батырсылыҡ итмәне, сөнки “атай” исемен йөрөткән әҙәм аҡтығы һаман аҡырына ине.

Утыҙ градуслы һыуыҡта соланда күлдәксән тороп түҙер әмәле ҡалмаған ҡыҙ күршеләргә инергә булды. Атаһы ныҡ эсеп ҡайтып ҡотора башлаһа, йыш ҡына уларға инеп йоҡлайҙар ине, ләкин төн уртаһында бала кешенең көсһөҙ генә ҡапҡа һуғыуын да, ҡалтырап өшөүҙән тын ғына илауын да бер кем ишетмәне лә, күрмәне лә. Ҡапҡа төбөндә бер аҙ тапанды ла, ныҡ өшөгәс, кире өйҙәренә атланы. Ул яңынан үҙҙәренең соланына инеп, ишекте шым ғына тартып ҡараны, ләкин атаһы келәне лә элеп ҡуйғайны. Гөлниса, әсәһенең сыҡҡанын көтөп, ишек төбөнә сүгәләне. Бер аҙҙан йоҡо баҫты, өшөүе лә бөттө, киреһенсә, эҫе була башланы. Йоҡо аралаш аяғындағы быймаларына күҙ һалды ла үҙ алдына йылмайҙы. “Йомшаҡҡайҙарҙы мейескә бәрҙермәй, атайымдан саҡ һалдырып алып ҡалдым бит”, — тип шатланды.


Бәкер, ҡыҙҙары Гөлнисаны бер сәбәпһеҙҙән соланға сығарып ебәргәндән һуң, балаһы артынан ынтылған ҡатынына бар асыуын төшөрҙө. Уны йоҙроғо менән төйгөсләй башланы. Ҡатын ҡаршылашырға маташты, әммә хәленән килмәне. Ашап-эсеп, бер ҡайғы-хәсрәтһеҙ үҙен генә ҡайғыртып йәшәгән ир йоратының ғифриттәй кәүҙәһе алдында бер бәләкәй генә сәпсек хәлендә ҡалды.

Ир асыуын ҡандырғандан һуң, Нәсимәнең иҫһеҙ кәүҙәһен төпкө бүлмәгә һөйрәтеп сығарҙы ла ишекте ябып ҡуйҙы. Тауышҡа карауатта йоҡлап ятҡан ике малай ҙа күптән уянғайны, юрған аҫтында шым ғына ята бирҙеләр. Аталары хырылдап йоҡлап киткәнен ишетеү менән шым ғына әсәләрен саҡыра башланылар. Шул ваҡыт апаларының да эргәлә юҡлығын абайланылар. Малайҙар, әсәһе тауыш бирмәгәс, аяҡ осонда баҫып төпкө бүлмәгә сыҡты. Әсәһенең иҙәндә ятҡанын күргән алты йәшлек Марат уны һаҡ ҡына ҡуҙғатырға маташты. Эргәһендә Вәкил ҡустыһы сеңләп илап ебәрҙе...

Тән яралары төҙәлер ҙә ул, ә күңел...

Күпмелер ваҡыттан һуң әсә кеше ыңғырашып аңына килде. Ҡатын көс-хәл менән тороп ултырҙы. Башына ныҡ ҡына эләккән, күрәһең, бик ауырта. Ҡулы менән һыпырғайны, бер ус сәсе йолҡоноп сыҡты. Битенә танауынан аҡҡан ҡан уҡмашып ҡатҡан. Улдары әсәләрен йәлләп ҡосаҡлап алды.

Шул мәлдә иренең ҡыҙы Гөлнисаны тышта ҡалдырыуы иҫенә төштө. “Эй, Хоҙай! Бәләкәсемә берәй хәл була күрмәһен, туңып ҡуймаһын инде”, — тип уҡтай тышҡа атылды. Ҡараңғы соланда бер нимә лә күренмәй. Лампочкаһы янып сыҡҡайны, алмаштырырға ҡулы теймәне шул. “Гөлниса, Гөлниса!” тип тауыш бирҙе, яуап ишетелмәне. Өйгә инеп шырпы алып сыҡты, ҡалтыранған ҡулдары менән сыйырға маташты. Үс иткәндәй, уныһы янмаҫҡа маташты. Ниһайәт, ҡабынды. Ҡатындың шунда уҡ күҙенә соландың бер мөйөшөнә һыйынып ултырған шәүлә салынды. “Бәләкәсем, бәләкәсем”, — тип Нәсимә ҡыҙын ҡулына алды. Кескәй генә кәүҙә боҙҙай һалҡын ине, аяғындағы быймалар бәҫле иҙәнгә ҡуша туңғайны. Ҡыҙын күтәргән ыңғайы улары һыпырылып төшөп ҡалды. “Быймаһын тағы һатып алырбыҙ, үлә генә күрмә инде, ҡыҙым”, — тип өйгә инде. Гөлниса һиҙелер-һиҙелмәҫ тын ала башланы.
“Тере-тере!” Ҡатын балаһын юрғанға төрҙө лә күршеләренә йүгерҙе. Бар көсөнә ҡапҡаларын дөбөрләтә башланы. Тәмәке тартырға сыҡҡан күршеһе сәсе-башы туҙған, бите ҡанға буялған Нәсимәне тәүҙә таныманы. Ҡатын һөйләшә алмай тотлоҡто: “Унда Гөлниса, үлә”, — тип кенә әйтә алды.

Күршеләре “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртты, милицияға ла хәбәр ебәрҙе. Бәкерҙең ғаиләһен ыҙалатыуы тәүгә түгел. Нәсимәне, полицияға хәбәр ит, йә айырыл, тип күпме өгөтләнеләр. Бөгөн иһә балаһын үлтерә яҙған ир язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел тигән фекергә килделәр.

Гөлнисаны ваҡытында дауаханаға алып барып өлгөрҙөләр. “Тағы берәй ярты сәғәткә тышта ҡалһа, ғүмерен һаҡлап ҡалып булмаҫ ине. Аяғына ярай ҙа быймаһын кейгән, туңһа, ҡырҡырға тура килер ине”, — тине табиптар. Ҡыҙыҡай иҫенә килеү менән иң тәүҙә быймаһын һораны. Әсәһе икенсе көнөнә ғәзизенең аяҡтарын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән йомшаҡ быйманы ҡәҙерләп сумкаһына һалып, ҡыҙсығына килтерҙе. Гөлнисаның йөҙө ҡояштай балҡыны, тап ошо быйма арҡаһында үҙен үлемгә дусар итә яҙғанын бала күңеле менән аңламай ҙа ине.

Бәкерҙе полицияла оҙаҡ тоттолар. Һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Әммә ир ғәйебен таныманы, мин бер нимә лә эшләмәнем, тип ҡабатлауҙан туҡтаманы. Ахырҙа штраф сәпәп, ун биш тәүлеккә ултырттылар.

Һәр кемдең яҙмышы үҙенең ҡулында

Нәсимә ошо ваҡиғанан һуң үҙе өсөн барыһын да хәл итте. Дөрөҫөн әйткәндә, инде башҡа түҙерлек әмәле ҡалманы. Яҡындары ла ҡасандан бирле өгөтләне иренән китергә, тыңламаны, иртәгәме-һуңмы үҙгәрер, эсеүен ташлар, тип көттө. Хәҙер килеп үкенә лә, ярай ҙа барыһы ла яҡшы тамамланды. Ә шунда ғәзиз ҡыҙы туңып үлгән булһа? Йәшәүенең мәғәнәһе ҡалмай, ғүмеренең аҙағынаса үҙен ғәйепле тойор ине.
Гөлниса менән булған хәл бөгөн килеп түҙемлеген сигенә еткерҙе, ниһайәт. Шеш тә бер мәл килеп һытыла бит. Ҡатын уйланды-уйланды ла, ҡыҙы дауахананан сығып, бер аҙна ла үтмәне, Бәкер менән айырылышырға ғариза яҙҙы һәм, балаларын алып, ҡалаға апаһы янына юлланды. Апаһы йәшәргә урын да, эшен дә табып бирҙе. Малайҙарын балалар баҡсаһына урынлаштырҙылар, Гөлниса мәктәпкә йөрөй башланы. Ире ғәфү үтенеп, кире ҡайтырға күпме генә өгөтләһә лә, ризалашманы. Апаһы ла: “Ҡайтмайһың!” — тип ныҡ торҙо. Яҙмышының ҡырҡа боролош алыуына һис үкенмәне. Күңеле тыныслыҡ тапты, балалары имен, күҙ нурҙарына хәүеф янамай — иң мөһиме шул.

Әнисә Фәррәхова.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=украденное%20детство%20ребенок%20слезы%20рисуноу&from=tabbar&pos=32&img_url=https%3A%2F%2Fcs5.pikabu.ru%2Fpost_img%2Fbig%2F2015%2F06%2F03%2F10%2F1433352383_191194257.jpg&rpt=simage
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: