Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Декабрь 2021, 04:04

Айыттар арҙаҡлылар иҫтәлеген лайыҡлы һаҡлай

Бишбүләк районының Айыт ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды: урындағы мәсеткә бөйөк мәғрифәтсе Мифтахатдин Аҡмулла исеме бирелде.

Айыттар арҙаҡлылар иҫтәлеген лайыҡлы һаҡлайАйыттар арҙаҡлылар иҫтәлеген лайыҡлы һаҡлай
Айыттар арҙаҡлылар иҫтәлеген лайыҡлы һаҡлай

Сараны ойоштороусыларҙың береһе Альфред Шәймәрҙәнов әйтеүенсә, был мәсет халыҡ ярҙамы менән бынан бер нисә йыл элек үк төҙөлгән, әммә бығаса исемһеҙ булған. Яҡташтар, уртаҡ фекергә килеп, уға бөйөк мәғрифәтсенең исемен бирергә ҡарар иткән һәм ошоно юллап, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына мөрәжәғәт иткән. Бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуҙы билдәләгән осорҙа, һис шикһеҙ, был ҡыуаныслы һәм әһәмиәтле ваҡиға.

Әйткәндәй, Бишбүләк районындағы Айыт ауылы халҡыбыҙҙың данлы ырыуы- Һарайлы-меңдәрҙең төйәге ул. Ул ошо ырыу башҡорттарының иң ҙур ауылдарынан иҫәпләнә. Һарайлы-Мең вариҫтары тамырҙарын тергеҙеү, һаҡлау, шәхестәренең исемен мәңгеләштереү өсөн күп көс һала. Быйыл ғына ошо маҡсатта әллә күпме эш атҡарылған.
Күптән түгел йәнә һөйөнөслө ваҡиға булды: Һарайлы-Мең вариҫтары 2022 йылға үҙҙәренең махсус календарын сығарҙы. Унда ырыуҙың арҙаҡлы вәкилдәре — Ҡәнзәфәр бей һәм Ярлы Кәрим — тураһында ла мәғлүмәт бирелгән.

Эйе, Айыт ауылында ағалы-ҡустылы шағирҙар - Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар тыуып үҫкәнлеге лә билдәле. 2020 йылдың декабрендә ауылдың күп функциялы үҙәге бинаһында башҡорт шағиры Ярлы Кәримгә мемориаль таҡтаташ асылғайны. Ғабдулла Кәримов (Ярлы Кәрим) башҡорт ғәскәрҙәре сафында 1919 йылда Петроградты һаҡлаған. Уның исеме оҙаҡ йылдар телгә алынмаған – быға 1937 йылғы репрессия ла сәбәпсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса оло эш башҡарған.
Мемориаль таҡтаташты былтыр Бишбүләк районы хакимиәте вәкилдәре һәм «Меңле» ырыуы ҡорбашы Әхнәф Тимербулатов асҡан. Сарала ҡатнашыусылар: «Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримовтың да исеме, туғаны (энеһе) Фәтих Кәрим менән бер рәттән, ниһайәт, тыуған яғында мәңгеләштерелә, оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡала килгән исемде бөгөн киләсәк быуындар өсөн тағы бер ҡат асабыҙ. Фәтих һәм Ғабдулла Кәримовтар кеүек шағирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Икеһенә лә ҡыҫҡа ғына ғүмер итергә насип булыуға ҡарамаҫтан, быуаттарға етерлек ижади ҡомартҡылар ҡалдырған улар. Ватансыллыҡ, илһөйәрлек менән һуғарылған шиғырҙарҙы тулҡынланмай уҡыу мөмкин түгел. Ошо уңайҙан таҡтаташты ҡуйыуҙы ойоштороусыларға — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, айырыуса Әхнәф Тимербулатовҡа, был изге эште башҡарыуҙы финанс яҡтан тәьмин иткән яҡташыбыҙ, эшҡыуар Фәнис Хәлиуллинға бөтмәҫ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ», — тип билдәләне.

Быйыл июлдә иһә Айыт ауылында Яры Кәримдең тормошона һәм ижадына бағышланған ғилми-ғәмәли конференция үтте һәм унда ҡабул ителгән резолюцияла Айыт ауылының мәҙәни үҙәге биләмәһендә Ярлы Кәрим исемендәге сквер ултыртырға һәм уның билмәһендә яҙыусыға бағышланған таҡтаташ асырға ҡарар ителде.

Көҙ еткәс, был изге ниәт тормошҡа ашырылған – бер нисә йылдан быйыл ултыртылған ағастар матур булып үҫеп китәсәк һәм киләсәк быуынға ауылдың арҙаҡлы шәхестәре иҫтәлеген хәтерләтеп торасаҡ. Бөгөн иһә тантаналы рәүештә ошо таҡташташ асылды, сарала рәсми ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Ғөмүмән, Айыт ауылы халҡы арҙаҡлы шәхестәрен һәр оло ихтирам менән хәтергә ала. Әйткәндәй, ауылда Фәтих Кәримдең музейы ла эшләй.

Сара Айыт ауылының мәктәбендә дауам итте. Быға тиклем районы уҡыусылары араһында Аҡмулла шиғырҙарын башҡарыу буйынса флешмоб һәм Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә төрлө тематик саралар ойошторолған. Бөгөн иһә ижади бәйгегә йомғаҡ яһалды, райондың иң әүҙем, һәләтле уҡыусылары билдәләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов: «Беҙ Бишбүләк районында тыуып үҫкән Һарайлы-Мең ырыуы вәкилдәре Кәримовтарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ағалы-энеле әҙиптәрҙең китабын сығарыу, Ярлы Кәримдең шиғырҙар йыйынтығын баҫтырыу, балалар ижадын үҫтереү маҡсатында Ярлы Кәрим исемендәге премия булдырыу кеүек тәҡдимдәрҙә индерҙек. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының исемен мәңгеләштереү эше дауам итергә тейеш», — тип билдәләй.

Әйтергә кәрәк, былтыр Айыт ауылы мәктәбе биләмәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге аллея ла асылған, бөйөк башҡорт шағиры хөрмәтенә аллея ултыртылған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас