Күршеләргә ҡунаҡ килгән. Белмәгән, күрмәгән кеше. Ҡарт мәрйә. Биҙәнгән, төҙәнгән, ҡыйбатлы тундар кейгән. Ғәлимә апай күҙе тоноп, ҡунаҡтарын ашатып-эсереп, ял итергә урын йәйгән дә, әсәйемә ингән. Барыһын да һөйләп бирҙе лә, сеңләп тә ебәрҙе:
– Ниҙәр генә эшләйем инде, апаҡайым, теге мәрйә малайымды алырға килгән. Ниңә мин урыҫтан бала таптым икән? Башыма һыймай. Күҙем күрмәгәнме? Башҡанан тапһамсы…
Әсәйемә булһын ғына сәбәбе, трибунаң да кәрәкмәй.
– Яратмай улар башҡортто. Яратма-а-а-й. Ҡандарында бар беҙгә булған күрә алмаусанлыҡ. Ата-бабалары әйткән бит инородцы тип, был ҡарашты тамырынан йолҡоп ташлай алмайһың. Мәғәнәһенә генә иғтибар ит: ят ҡәүем. Бына бит нисек. Урыҫ булһа атаң, билеңдә булһын балтаң, ти ине инәйем мәрхүмә.
– Күҙ терәп торған берҙән-бер балам сумкаларын тултырып ҡуйған. Барам, ти. Атайым ниндәйерәк кеше икән, күреп ҡайтам, ти. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тигәндәре шул инде.
– Малайы эсә башлаған, имеш. Ҡатыны итәк тултырып ҡыҙ тапҡанға. Әкиәт. Ир кешегә бала кәрәкме?! Ағаһында өс малай, күршелә – икәү, ә уныҡы юҡ. Шул сәменә тейә инде. Ҡайҙа хәҡиҡәт, йәнәһе? Шулай уйлайҙар. Ирҙәрҙең йөрәге әсәнеке шикелле бала тип өҙөлә тиһеңме? Ул кеше йүнле әҙәм булһа, ҡыҙын ҡәҙерләр ине. Малай һораһалар ҙа, ҡыҙҙарҙы нығыраҡ ярата улар, белгең килһә.
– Ҡыҙ булһа, бәлки, үҙемә генә ҡарап торор ине, ете ят кешегә эйәреп сығып китәм тигән уй башына ла килмәҫ ине, – күрше ҡатын башын күтәрҙе лә, алъяпҡысына танауын һөрттө.
– Мәрйә ҡарсығы улынан тыуған баланы эҙләп, ер аяғы, ер башында ятҡан ауылға килгән, имеш… Ышанмайым, һөйләмә лә. Башҡа сәбәбе булыуы мөмкин. Мәҫәлән, ҡыҙыҡһыныу, йә киленен күрә алмайҙыр. Во, шулайҙыр әле. Килененә үс итеп алып ҡайта малайҙы, танауыңды күтәрмә, тимәкселер, әллә кем булма, бында улыма ҡатын булырҙай һинән дә шәберәк бисә бар, малайы ла бына, үҙебеҙгә оҡшап тора.
– Белмәйем инде, белмәйем. Ниҙәр генә күрергә яҙғандыр инде миңә? – Күрше ҡатын башын өҫтәлгә һалып, ҡысҡырып илап уҡ ебәрҙе.
– Эйе, ҡатын кешегә бала кәрәк, яңғыҙлыҡтан да яман бәхетһеҙлек юҡ беҙҙең өсөн. Саматты ҡулына алғанда үҙеңдең дә йәшең байтаҡ ине бит. Ә ир кеше тороп ҡалған балаһын һағынып, эсеүгә һабышҡан, тип әйтеүең менән һис тә килешмәйем. Юҡ хәбәр, буш хәбәр. Был һүҙең раҫ булһа, туғанҡайым… Саматҡа нисә йәш тулды әле?
– Йәйгә ун ете тула инде…
– Бына шул-шул… Әйтәм бит, Саматың кәрәкһә, ун ете йыл элек үк килеп алыр ине. Э-э-й! Ирҙәрҙең күбеһе балаһыҙ ҡатын менән дә бик бәхетле йәшәй, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһа, ҡайтыуына бисәһе йылмайып-көлөп торһа. Ә инде бала-сағаһы менән ҡаңғырып, ашарына ла йүнләп бешермәй, үҙен дә ҡарамай, иренә лә иғтибар итмәй, кисен: “Кит! Кит! Кит! Шул тиклем арыным”, – тип янынан да ҡыуып ебәрһә… Балаларым бар, тип уйлар тиһеңме, уйнап торғанырағын тапһа, китә лә бара инде эргәһенә. И-и-и, туғанҡайым, ирҙәрҙе белмәйһең икән әле.
– Белмәйем шул, ҡайҙан беләйем ти инде, ир менән торҙоммо һуң? Етмәһә, малайым сумкаһын тултырып ҡуйған…
– Һуң китһен! Китһе-е-н!.. Уға ниңә көйәң әле? Мәктәпте тамамланы. Йөрөп килһен әйҙә. Бәлки, берәй юғары уҡыу йортона индерерҙәр. Мәрйәкәй бик дәртле генә күренә. Эшен дә табып бирер әле. Ә һин бында, ауылда, уны уҡыта алаһыңмы, эшкә урынлаштыраһыңмы? Ҡалала кемең бар?
– Шулай тимәй. Үҙең уйлап ҡара, сит кешегә биреп сығармайһың да. Ул ҡатын Саматҡа ҡараған һайын, үҙенең улын ғына күрәсәк. Ә әсә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәй. Тимәк, малайыңдың тамағы туҡ, өҫтө-башы бөтөн булыр, ә иң әһәмиәтлеһе, уҡытып кеше итер үҙен...
– Ҡабат әйләнеп ҡайтмай ҡуйһа… – тип, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ сеңләп ебәрҙе күрше ҡатын.
– Ҡайтмаймы? Саматың тыуған өйөнә ҡайтмаймы? Берҙән-бер ул әсәһен ташлай буламы! Ҡайғырма юҡҡа. Ҡайтыр, каникулға, отпускыға… Беҙҙекеләр кеүек.
– Эй, Хоҙайым! Шулай, берҙән-бер балам мине ҡалдырып сығып китә инде… И-и-и…
Саматты күмәкләшеп оҙаттыҡ. Яҡшы ғына урынлашҡан, нефтсе булырға йыйына. Һуңғы хатында, атайымды бер мәртәбә генә күреп ҡалдым, башҡа осрашҡаныбыҙ юҡ, тигән. Күрше апай хәҙер иламай инде, ниңә юҡҡа иларға, малайы бына тигән уҡып йөрөй, сессиянан һуң каникулға ҡайтам, үҙем утын әҙерләп китермен, борсолма, тигән.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=село%20сесди%20рисунок%20дом&from=tabbar&p=5&pos=229&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fi.pinimg.com%2Foriginals%2F21%2F76%2Fad%2F2176ad9f314e653f7a690db35312ae67.jpg