Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Декабрь 2021, 20:17

Осраҡлы кешеләргә… ғашиҡ булам

Осрашыу урыныбыҙ – минең фатир. Ә уныҡына бер ҡасан да барғаным, аяҡ баҫҡаным юҡ. Ниңә, тиһегеҙме? Сөнки ул…

Осраҡлы кешеләргә… ғашиҡ булам
Осраҡлы кешеләргә… ғашиҡ булам

Мөхәббәт һәм… мөхәббәт араһында ла һәр ваҡыт тиерлек айырма була. Кешеләр ҙә, хис тойғолар кеүек үк, төрлө-төрлө. Кемдер үҙ-үҙен белештермәйенсә ярата, кемдер артҡа сигенер өсөн урын ҡалдыра…

Бөгөнгө һөйләшеүебеҙҙең геройы – ҡатын-ҡыҙ. Уға һүҙ бирәйек.

Венера, 34 йәш:

– …Мин йәнә ғашиҡ булдым. Йәнә, тиеүемә аптырамағыҙ тағы. Ул тиклем йыш та булмай минең менән был зәхмәт. Ләкин ярты йыл, йыл ярым һайын ошо «ауырыу» менән сирләп алам. Төп бәлә ғашиҡ булыуымда түгел, әлбиттә. Төп бәлә – минең аңһыҙ рәүештәме, аңлымы, үҙемә тап килмәгән, «кәрәкмәгән» кешегә ғашиҡ булыуымда.

Тәүге тапҡыр үҙем кеүек үк яп-ябай бер үҫмерҙе яраттым. «Яраттым» тип ҡапыл-ҡара әйттем, шикелле. Ун ете йәштә ысын яратыу булмайҙыр ул, тимәксемен. Ул ваҡытта һөйөүгә, һөйөлөүгә ынтылыу ғына бар. Яңы ғына йәшәй башлаған кеше ҡайҙан ярата белһен? Ул ваҡытта кешегә нисек бар, шулай түгел, ә алһыу күҙлектәр аша бағаһың. Мин дә Айнурҙа, күрәһең, унда булмаған һыҙаттарҙы күргәнмен. Ул матур ҙа, батыр ҙа, аҡыллы ла булып күренә торғайны. Мәктәпте тамамлағас, мин - бер, Айнур икенсе ҡалаға уҡырға киттек. Тәүҙәрәк, бигерәк тә беренсе айҙарҙа, байрам һайын ауылда осраша, аралаша инек, хаттар яҙыштыҡ (ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ ине әле). Артабан, артыҡ һыҙланмай, әрләшмәй-талашмай ғына бер-беребеҙҙән һыуындыҡ та ҡуйҙыҡ. Хәҙер Айнур ауылда йәшәй, мәктәптә уҡыта. Кәүҙәһенә ит ҡунған, сырайына ла әллә ниндәй олпатлыҡ һыҙаттары сыймаҡланған, хатта бер аҙ кәкрәйә биреберәк йөрөгән был кешелә нәҙек кенә буйлы элекке егетемде танырлыҡ та түгел. Өйләнгән, ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр.

Ошонан башҡа йүнле кешегә ғашиҡ булғаным юҡ ул минең. Икенсе мәртәбә вузда уҡып йөрөгәндә ғашиҡ булдым. Был уҡытыусы беренсе курста уҡ минең иғтибарымды арбаны. Бейек кәүҙәле, һәр ваҡыт матур итеп кейенә, арбағыс, тулҡынландырғыс тауыш менән һөйләй. Минән башҡа был уҡытыусыны бер кем дә яратмай ине, сөнки ул, сибәр булһа ла, ярайһы уҡ уҫал, етди. Имтихандарҙа үтә талапсан, “икеле” сәпәргә лә артыҡ уйлап тормай. Был мауығыу ике йыл буйына дауам итте. Ул уҡытыусының һәр дәресенә теүәл йөрөнөм, ҡушылған бар эштәрен ваҡытында башҡарҙым. Вузды тамамлау һәм ҡулыма диплом алыу менән ул онотолдо, уның тураһында, дөрөҫөрәге, уға ҡарата ниндәй тойғолар кисереүем генә иҫтә ҡалды. Был ғишыҡлыҡ тарихын бер кем дә, бер ҡасан да белмәне - ярайһы уҡ йомоҡ кешемен.

Тағы бер мауығыуым эш урыным менән бәйле. Ул күрше генә кабинетта ултыра. Икебеҙ ҙә ҙур предприятиеның күҙгә күренерлек кешеләре. Мин – баш бухгалтер, ул - баш юрист. Сибәр, уҫал, тәкәббер кеше ул минең һөйгәнем. Һәр кем менән иҫәпләшеп тә, һөйләшеп тә бармай. Ә бына мине яҡын күрә. Сөнки мин уның менән үҙем аяҡ тибеп һөйләшергә, баш бирмәҫкә, һәр саҡ өҫтөнөрәк булырға өйрәнгәнмен. Саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, күптән ташлап киткән булыр ине, моғайын.

Осрашыу урыныбыҙ – минең фатир. Ә уныҡына бер ҡасан да барғаным, аяҡ баҫҡаным юҡ. Ниңә, тиһегеҙме? Сөнки ул… өйләнгән. Эйе, өйләнгән. Ҡатыны менән (ул мәрйә) күбәләк кеүек ҡыҙ үҫтерәләр. Ниңә миңә киләлер, аңламайым. Бәлки, ҡатынының сит милләт кешеһе булыуы күңеленә көҙөк булып яталыр, үҙ телеңдә бер сәғәттәй генә булһа ла һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер бит ул. Бәлки, иренә лә, балаһына ла бериғтибары булмаған бизнес-леди ябай ҡатын, әсә дәрәжәһенә… күтәрелә алмағандыр. Әлбиттә, ул ҡатынын үҙенсә ярата. Валерия (ҡатындың исеме) шул тиклем матур, уға ҡараһам, хатта минең, ҡатын-ҡыҙ енесе кешеһенең, һушым алына. Миңә, ҡараңғы ауылдан ҙур ҡалаға килеп, тырышып-тырмашып белем алған һәм билдәле бер уңыштарға өлгәшкән ябай ҡыҙға, уға тиклем барыбер алыҫ. Эш хатта уның күҙ ҡамаштырғыс машина йөрөтөүендә лә, кейем-һалымында ла, һылыулығында ла түгел, ә уның ысын королева була белеүендә. Йөҙ-ҡиәфәте менән генә түгел, хатта күңеле менән дә, гүйә, ысын аристократ, аҡһөйәктәр нәҫеленән. Шулай ҙа тап Валерия, ә мин түгел, йыш ҡына төндәрен яңғыҙы йоҡлай, сөнки уның ире, имештер, «командировкала».

Уны ҡатынынан тартып алырға ла, уға кейәүгә сығырға ла йыйынмайым. Сөнки… теләмәйем. Ғөмүмән, нишләптер, кейәүгә сығыу теләге юҡ миндә. Шуға ла кейәүгә сығыу өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ кешеләрҙе һайлайымдыр инде. Тотам да ғашиҡ булам: йәш саҡта – уҡытыусыларыма, күрше ағайға, киноактерға, хәҙер – өйләнгән ирҙәргә, осраҡлы юлдаштарға (таксист, милиционер, мәҫәлән), социаль кимәл һәм йәш арауығы яғынан бөтөнләй тап килмәгән әҙәмдәргә…

Эргәмдә мине яратҡан, үҙ иткән буйҙаҡ егеттәр бар ул, бар. Ә шулай ҙа улар менән миңә… ҡыҙыҡ түгел. Әллә ни төрлө ҡыланған, һөйләшкән булалар, хәбәрҙәренең мәғәнәһе юҡ, әйтерһең, улар күптән балиғ булған кешеләр түгел, ә мәктәп эскәмйәһенән дә тормаған үҫмер малайҙар… Үҙ-үҙем менән аңлашыу табырға ярҙам итегеҙсе, зинһар.

Психолог кәңәше

Альбина Хазиева, педагог-психолог

- Венера үҙе үк һанап киткән мөнәсәбәттәрен перспективаһыҙ тип атай. Тимәк, хат авторы аңлы рәүештә бындай мөнәсәбәттәргә бара. Ни өсөн, тиһегеҙме? Беренсенән, буй етмәҫлек кеше тураһында һағышланыу, моңланыу бер яҡтан ҡыҙғаныс булһа, икенсе яҡтан ифрат ҡыҙыҡ. Икенсенән, ирреаль объект тураһында фантазиялар ҡорорға, хыялланырға мөмкин. Ә реаль кеше бар саҡта ундай форсат тәтемәй. Ысынбарлыҡтағы кеше менән аралашыу күперҙәре төҙөргә, бер-береңде аңларға тырышырға, ыңғай мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнергә, тимәк, көс һалырға кәрәк. Венераның осрағында еңел-елпе мөнәсәбәттәр кешенән етдилек тә, яуаплылыҡ та талап итмәй. Тимәк, ҡыҙ кеше алдындағы яуаплылыҡтан ҡаса, оҙайлы мөнәсәбәттәр ҡорорға әҙер түгел. Бәлки, Венераның тормошонда ысын мөхәббәт булғандыр, тик ҡыҙ уның тураһында иҫләргә лә, һөйләргә лә теләмәйҙер. Мәҫәлән, егет кеше уны рәнйетһә, ҡайғырырға, хәсрәтләнергә мәжбүр итһә… Рухи йәрәхәтте онотоуы ауыр, ул артабанғы тормошҡа ла насар йоғонто яһай. Ысынбарлыҡтағы мөнәсәбәттән ҡасыуы ла шунандыр, моғайын. Ҡыҙҙың мөхәббәт тойғоһо алдында ниндәйҙер ҡурҡыу хисе бар кеүек. Һәр хәлдә, хатты уҡығандан һуң, миндә шундай тойғо ҡалды. Ҡыҙға тулы психотерапевтик курс үтергә кәңәш итер инем. Йәнә ысынбарлыҡта, бөгөнгө көндә йәшәүен теләйем. Йәшлек – тиҙ уҙыусан осор, уны юҡ-бар мөнәсәбәттәр менән үткәреп ебәреү - оло хата. Киләсәк бөгөнгө көндән башлана, шуны онотмаһын ине Венера. Һайлағыҙ – һеҙгә хыялдағы ысынбарлыҡмы, әллә ысынбарлыҡтағы хыял кәрәкме.

Хат авторы дөрөҫ әйтә, яратырға теләү йәки кемделер оҡшатыу ғына әле мөхәббәт хисен аңлатмай. Мөхәббәт кешенең рухи һәм мораль яҡтан өлгөрөп етеүен талап итә. Бына шул өлгөрөү фазаһы, бәлки, Венераның күңелендә моронлап етмәгәндер ҙә әле. Ҡыҙ осраҡлы кешеләргә – милиция вәкилдәренә, таксистарға һәм башҡаларға – ҡапыл-ҡара ғашиҡ булыуы тураһында яҙа. Эйе, бөтөнләй белмәгән кешегә симпатия һәм ынтылыу тойғолары кисерергә мөмкин. Был хәл бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хас. Был тойғонан баш әйләнә, күҙҙәр яна… Шулай ҙа ысын мөхәббәт тойғоһо кисерер өсөн кешене яҡшы белергә, ниндәйҙер һынауҙар аша үтергә, бергә үҫеш кисереү фарыз.

Хәҙер Венераның ғаиләле ир-ат менән булған мөнәсәбәттәре тураһында әңгәмәләшеп алайыҡ. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ бындай аҙымға бара һуң?Белгестәр фекеренсә, төп сәбәп ҡатын-ҡыҙҙың психологияһында йәшеренгән – ул үҙен үҫешкән шәхес итеп тоймай. Шуға күрә лә ҡыҙ ирҙең паспортындағы штампын түгел, ә уның ниндәй сибәр, көслө, ымһындырғыс булыуын күрә. Бындай осраҡта ҡатын-ҡыҙ менән идара итеүе бигерәк анһат.

Кеше иренә ымһыныусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәнә бер тибы – көслө хис-тойғолар эҙләүсе гүзәл заттар. Улар кемдеңдер хәләле менән ваҡыт уҙғарыуҙы оло еңеүгә һанай. Ундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡанында уҡ кешенең һөйгәнен тартып алыу теләге, һунарсылыҡ инстинкты ята.

Мәсьәләнең мораль яғын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ир кеше ҡатынын алдай, тимәк, ул хыянатсыл тәбиғәтле. Хәҙер ул законлы ҡатынына, балаларына хыянат итә икән, иртәгә уның һеҙгә тоғро буласағын көтөп буламы?Кеше һеҙгә ышаныс өсөн урын ҡалдырмай икән, уға ниндәйҙер өмөттәр бағлау ҙа дөрөҫ түгел.

Йыш ҡына үҙ-үҙенә ышанмаған, шәхесен түбән баһалаған ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләле ирҙәр менән аралашыусан. Улар ирекле партнерҙар менән мөнәсәбәттәр ҡора алыуҙарына ашанмай, шунлыҡтан ситтән килгән ярым-йорто ғишыҡ уйындарына өҫтөнлөк бирә. Шуға лаВенераға үҙен объектив баһалауын, ихтирам итеүен теләр инем. Бындай мөнәсәбәттәр ҡатын-ҡыҙҙың рухын, шәхесен иҙә, ғәрипләй, тормошон ыңғай юҫыҡҡа һалырға ҡамасаулай.

…Аҙаҡҡы һүҙ урынына

Фантазияны ысынбарлыҡ менән бутау – аҡылһыҙлыҡ, тигән Фредерик Перлз. Шуны онотмаһаҡ ине – бәхет тә, мөхәббәт тә тик ысынбарлыҡта, реаль тормошта ғына осрай. Тимәк, хыялдарыбыҙ ни тиклем генә сағыу булмаһын, улар… ни бары хыял ғына. Ысынбарлыҡта йәшәйек, дуҫтар. Бәхетле, мөхәббәтле булайыҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: