Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Декабрь 2021, 14:59

Алма бәлеше

Тәүҙә фәрештә булып бар ышанысты яулай ҙа шунан пропискаға инә, аҙаҡ бөтөнләй хужа булып ала.

Алма бәлешеАлма бәлеше
Алма бәлеше

Хәйер, уларға һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй ине. Йөрәк менән йөрәк серләшкәндә тәндәр, тәбиғи, бер-береһенә һыйынды. Ниндәйҙер тартыныу, уңайһыҙланыу кеүек тойғолар башта булды ул булыуын. Аҙаҡ уныһы ла, гәлсәр бокал ише, селпәрәмә килде. Гөлнара менән Хисами араһындағы бәйләнеш тап ошолай башланды ла инде. Уртаҡ уйҙар, хистәр бәйләне был ике йөрәкте. Хатта икеһенең ике телдә һөйләшеүе лә ҡамасауламаны. Кистәрен шиғыр уҡынылар, һүрәт төшөрҙөләр, спорт каналын ҡаранылар. Бынан тыш Хисами үҙенсә спорт менән шөғөлләнә ине. Күнекмәләрҙе китаптан уҡый ҙа эшләп ҡарай. Ситтән күҙәтеүе бигерәк мәрәкә. Юҡ, был ҡыҙыҡһыныу түгел. Бәлки, сәйерһенеүҙер. Уны ҡапыл ғына аңлатып та булмайҙыр. Шул тиклем ябай ғына күнекмәне был тиклем көсөргәнеп яһау мөмкинме икән? Сәйер.
Бер көн Гөлнара һөйгәненең һығылмалыҡ өҫтөндә тырышып-тырышып күнекмә эшләгәнен ҡарап ултырҙы ла уйға ҡалды. Киләсәк тормош тураһында уйланды. Үҙен Хисами менән бергә икән тип күҙ алдына килтерҙе. Тик ниңәлер был тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек тойолдо. Ни өсөндөр, үҙе лә аңлап етмәне. Ниндәйҙер томан баҫып алды донъяһын. Ҡапыл уйҙарынан арынып, Хисамиҙы күнекмәһенән туҡтатты.
– Ошолай кәрәк, дөрөҫөрәк була! – тип тиҙ генә күрһәтте лә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде.
– Туҡта-туҡта, Гөлнара! Тағы берҙе күрһәт әле, – егет ҡыҙҙың артынан йүгерҙе. Унан ғәжәпләнеүен йәшерә алмайса: – Мин... Мин был комбинация өҫтөндә ай буйы шөғөлләнеп тә, бындай һөҙөмтәгә ирешкәнем юҡ ине әле, – тине.
– Бының өсөн ауылда үҫкән башҡорт ҡыҙы булырға кәрәк, – тине сибәркәй серле генә йылмайып. Бүлмәләргә танауҙы ҡытыҡлап, күңелде елкендереп, алма бәлеше еҫе таралды.
– Ҡана, әҙерәк телеп бир әле, – тип Хисами бесәй кеүек аш-һыу бүлмәһендә уралана башланы.
– Һине әсәйең сабырлыҡҡа өйрәтмәнеме? – тип шаяртып ҡына “әрләп” алған булды. – Һуты аҡһа, бер тәме лә ҡалмай бит! – тип өҫтәне.
– Астан үлтерәһең бит!
– Үлмәй тор!
Улар шаяра-көлә ашарға ултырҙы. Ысынында иһә Гөлнараның эсе бошоп китте. Был мәлдәр тиҙҙән тамамланыр ҙа улар Хисами менән бер ваҡытта ла күрешмәҫтәр кеүек тойолдо. Егетте ул яратып өлгөргәйне. Ни өсөн икәнен үҙе лә аңламай. Хәйер, уны аңлатып тороу кәрәкме икән? Йәшлек үҙенекен итә. Йөрәк менән йөрәк ошолай ҡауышалыр инде. Икәү бергә үткәргән ҡабатланмаҫ төндәр һәм көндәрҙә кисергән татлы мәлдәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Йылдар үткәс тә улар тап ошо ҡауышыу минуттарын һағынып иҫкә алыр әле...
– Беләһеңме, ошоға тиклем мине бер кем дә тәмле бәлештәр менән һыйлағаны булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, элегерәк мин алма бәлешен бөтөнләй яратмай торғайным. Ул нисектер әсе тойола ине. Алма бәлеше тип ауыҙ һыуы ҡойолған кешене иҫәр кеүек күрә инем. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә, — һәр ваҡыттағыса Хисами “аҡыллы” хәбәрҙәрен һөйләй.
– Ярай инде, мин... – Гөлнара үҙенең ҡыҙарғанын тойҙо, уңайһыҙланып китте.
– Мин эшкә барам, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмә, зинһар. Йә кире ҡайтмай ҡуйырһың, – тип Хисами шаяртып маташты.
– Ҡурҡма, ҡасмам. Минән былай ғына ҡотола алмаҫһың, – тип Гөлнара серле йылмайҙы.
– Беләһеңме, мин фатирҙың асҡысын алмайым, өйҙә ҡалһын. Ул сағында һин бер ҡайҙа ҡасмаҫһың, – тине лә сығып китте.
Өйҙә яңғыҙ ҡалған Гөлнара башта телевизор ҡараны. Унан эш менән булышырға уйланы. Йылдар буйы йыйылған саңды һөртөп алды, иҙәнде йыуып сыҡты. Үҙенсә бүлмәләргә үҙгәрештәр индерҙе. Ниһайәт, ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгән бүлмәләргә нур йүгерҙе. Ишектә – ҡыңғырау. “Хисами ҡайтты!” – тип ул ишеккә йүгерҙе.
– М-м-м, ниндәй тәмле еҫтәр аңҡый бында. Өйгә ҡайтыу – үҙе кинәнес, – тип һөйөклөһө килеп тә инде.
Хисами Гөлнараны Хоҙайҙан бирелгән бүләк кеүек ҡабул итте. Шул уҡ ваҡытта үҙ тойғоларынан ҡурҡа ла ине. Фатирҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймайым, тип тә шөрләне. Яратһа ла, шикләнде. “Хәҙер ҡыҙҙарға ышанып буламы? Тәүҙә фәрештә булып бар ышанысты яулай ҙа шунан пропискаға инә, аҙаҡ бөтөнләй хужа булып ала. Әсәйҙән мираҫ булып ҡалған байлыҡ бит ул”. Ошо шиге уны ҡайһы саҡ ҡапыл танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Тора-бара һөйөклөһөн нахаҡҡа рәнйетеп тә ҡуя. Бәлки, ысынлап яратмағандыр? Сәйер тойғо уның күңелен биләне. Ҡыҙҙы берсә аҡылдан шашып ярата, берсә күрә алмаҫ хәлгә етә. Йөрәгендәге дөрләп тоҡанған мөхәббәт утын ауыҙлыҡлай алмағаны өсөн көйә.

Әлбиттә, уның ике яҡлы уйҙарын, сәйер ҡараштарын Гөлнара һиҙмәй ҡалманы. Был һалҡынлыҡтан өшөп тә китә ине. Үҙен тотҡондағы кеүек хис иткән саҡтары ла йыш була. Егеткә мөкиббән бирелеп, хистәрен тыя алмай артыҡ сөсөләнеп киткәне өсөн үҙен һүгеп бер булды. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән Хисамиҙың үҙгәреүен көттө. Үҙе теләп ҡапҡан тотҡонлоҡтан ысҡынғыһы килмәне. Мөхәббәттең көсөнә ышанды.
Бергә үткәргән төндәр... Бар шикте юҡ итә ине. Тик тормош төндән генә тормай. Нисек башланһа, шулай тамамланып та өлгөрҙө был мөхәббәт. Бәлки, ул мөхәббәт тә булмағандыр. Был ике кешенең күңел түрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бәйләнеш бер көн килеп өҙөлдө. Ҡапыл өҙөлдө.
...Гөлнара төш күрҙе. Хисамиҙың әллә ҡасан мәрхүм булып ҡалған әсәһе төшөнә инде. Ҡап-ҡаранан кейенеп, урталарында йоҡлап ята икән тип күрҙе уны. Тертләп, шыбыр тиргә батып уянды ҡыҙыҡай. Күңеленә йыйылған үпкәһе, шомло уйҙары йөрәгенә тынғы бирмәгән мәлдә ҡурҡыныс төш килеп өҫтәлде. “Был бит тормош биргән киҫәтеү. Беҙ барыбер бергә була алмаясаҡбыҙ” тигән уй мейеһен телеп үтте. Иртән Хисамиҙы бер ни булмағандай эшкә оҙатты. Унан йүгереп йөрөп әйберҙәрен йыйып алды ла сығып китте. Сәләм-хәбәр ҙә ҡалдырманы.
Сәйер тойғо, хатта илағыһы ла килмәй. Күңелен йән өшөткөс бушлыҡ биләп алды. Ә йөрәге... йөрәге һуң әрнеп һыҡтап янды. Теге төшө күҙ алдынан китмәне. Шулай ҙа үҙендә яратып өлгөргән кешеһенән тыш йәшәүгә көс тапты. Эшкә төштө, туғандары янында уларҙың тормошо менән йәшәп алды ла китте. Шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да үҙенекеләй ҡабул итте. Тормош Гөлнараны тирәләп үтеп барған кеүек тойолдо. Кәрәк булған өсөн кейәүгә сыҡты. Бер-бер артлы өс бәпестәре донъяға килде. Бер аҙ онотолғандай булды. Тик йән өшөткөс бушлыҡтан ғына ҡотола алманы. Бер туҡтауһыҙ арҡаһы өшөнө. Йәйге селләлә лә ҡалтыранды.
– Сәлим, арҡам өшөй, йылыт әле! – тип иренә һыйынды.
– Аптыратма әле, Гөлнара! Бындай эҫелә кеше өшөйҙөр шул!
...Тик ниндәй генә эҫе булыуға ҡарамаҫтан, ул өшө­нө. Йәненә толҡа таба алманы. Ҡалтыранып бер булды.
Ял көнөндә Гөлнара ғаиләһе менән әсәһенә ҡунаҡҡа килде. Үҙенең элекке кейемдәре һаҡланған шкафҡа күҙ һалды. Унда һаҡланған һәр әйберҙе тотоп та, еҫкәп тә ҡараны. Шул саҡ иғтибарын ҡыҙыл күлдәк йәлеп итте. Кейеп, көҙгө алдында өйрөлә башланы. Көҙгөлә уны йәш сағы ҡаршы алды. Хисами менән бергә саҡтары күҙ алдынан йүгереп үтте. Керпектәре йәшкә мансылды. Тамсылар арта барып, сикәләре буйлап тәгәрәне. Тиҙҙән был һыҡтау үкһеүгә әүерелде. Ни ғәжәп, арҡаһына йылы йүгерҙе. Йөрәгендәге бушлыҡ юҡҡа сыҡты.
– Әсәй-әсәй, илама! Беҙ һине яратабыҙ. Тик һин илама, – тип бәләкәс кенә ҡыҙы ҡарап тора ине. Үҙенең күҙҙәре йәшкә мансылған.
– Балаҡайым, илама, мин шаярттым ғына, – тип йәштәрен һөртә-һөртә яуап бирҙе. Тормошона йәм биргән балалары өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡыны.
...Хисами ҙа был юғалтыуҙы ауыр кисерҙе. Берсә Гөлнараны һүкте, бар донъяуи гонаһтарҙа тик уны ғәйепләне. Берсә аңларға тырышты. Тик зиһене лә, йөрәге лә быны теләмәне. Ваҡыт – дауа, тиҙәр. Тиҙҙән ирлек хисе еңде. Үҙе өсөн йән атып торған ҡатынға өйләнде. Тормош мәшәҡәттәренә сумып йәшәп алды ла китте. Тик яңғыҙ ҡалған минуттарында йөрәген һағыш уты өттө. Баштараҡ был хисен Йәмиләнән йәшерергә маташты, аҙаҡ һағышы уныһын да еңде. Был ғаиләнең усағында һәр саҡ Гөлнараның һынына урын табылды. Йәмилә бала табып та ҡараны, тик иренең өнһөҙ ҡалған минуттары арта ғына барҙы.
Замандар үҙгәреп, кешелеккә виртуаль тормош алып килде. Башта яңы технологияларҙы үҙ итмәгән Хисами башҡа ысул менән һөйгәнен эҙләп табырға маташты. Аҙаҡ шулай ҙа Интернет селтәренә мөрәжәғәт итергә булды. “Бәйләнештә“ сайтында Гөлнараның сәхифәһен эҙләп тапты. “Бына ул һөйгәне! Һағыш аша йылмайып ҡарап тора. Кейәүгә сыҡҡан, бәпесе лә бар икән. Берәү түгел, өсәү бит әле. Йә, Хоҙай, мин бит ахмаҡ булғанмын”, – тип һыҡтаны йөрәге.
Шулай ҙа бер көн бар ҡыйыулығын йыйып, сәләм хат яҙырға ҡарар итте. Тик яҙманы. Бары бер киҫәк алма бәлеше һүрәтен ебәрҙе. Яуап оҙаҡ көттөрмәне. Киҫәк мул ғына тешләнгәйне...

Эльмира ХАРИСОВА-КЕЙЕКҠУЖИНА
Баймаҡ ҡалаһы.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=девушка%20перед%20зеркалом%20рисунок%20карандашом&from=tabbar&pos=2&img_url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-zen_doc%2F1904927%2Fpub_5ec5352bde50fd335207d888_5ec538f39b4e1c1c260bb9f7%2Fscale_1200&rpt=simage&rlt_url=https%3A%2F%2Fi.ytimg.com%2Fvi%2F-3_F1-0QAOY%2Fmaxresdefault.jpg&ogl_url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-zen_doc%2F1904927%2Fpub_5ec5352bde50fd335207d888_5ec538f39b4e1c1c260bb9f7%2Fscale_1200

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас