Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Декабрь 2021, 15:03

Бирекәй

Ғүмер, ниңә шулай, Һаҡмар һыуы кеүек, ағаһың да ағаһың?!

БирекәйБирекәй
Бирекәй

Ғүмер, ниңә шулай, Һаҡмар һыуы кеүек, ағаһың да ағаһың?! Яңы ғына апайым да үҙенең ҡайғы-хәсрәте менән янымда йөрөй ине. Бөгөн ул юҡ. Күкрәгенә ниндәйҙер шешек сығып, бер аҙна дауаханала ятты һәм донъя менән хушлашты. Ике балаһы ҡалды. Өлкәне инде үҫкән ҡыҙ ине, әммә ҡустыһына опекун була алманы. Социаль хеҙмәткәр: “Ул ҡыҙҙың башында әле елдәр иҫә, торор ере лә бер бүлмә генә. Улар унда нисек һыйышырҙар? Атала­ры­ның эсеүҙән башы сыҡмай. Һеҙгә алырға кәрәк ма­лай­ҙы”, – тип беҙгә мөрәжәғәт иткән. Ул мәлдә мин ҡырҙа эштә инем, малайҙың документтарын ҡатыным йүнәтте.
Апайым Урта Азиянан ҡайтҡан саҡта ла, унан һуң да балалары менән беҙҙән айырылманы. Улар тәүҙә беҙҙә торҙо, эйәреп килгән ире эсә башлағас, минең малайҙар өйҙәштәргә фатир табып, шунда күсерҙеләр.
Апайымдың хәле – байғош ине. Ул үҙе йыйыштырыусы булып эш башланы, ә тегеһе ҡасаҡ ҡағыҙы менән бер арыу ергә эшкә керә алды, әммә оҙаҡ эшләмәне, ҡыуылды. Бынан һуң ул урам кешеһе, йәғни берәҙәк булып ғүмер гиҙҙе. Апайым өс-дүрт йыл эшләгәндер, вафат булып та ҡуйҙы.
Улына килгәндә, мин уны тәүҙән үк яратманым. Ете йәшлек малай әсәһенә йә апаһына эйәреп килә лә беҙҙә донъяның аҫтын өҫкә әйләндерә. Ә инде тәғәмгә килгәндә, ярты сәғәт һайын тығына, булмаһа, һорана, йә үҙе эҙләнеп, теләһә нәмәне, бигерәк тә шәкәрҙе сәсеп бөтә. Икмәкте шәкәргә тысҡып ашай икән. Апайға: “Улың ниндәй тәртипһеҙ! Ваҡытында һин мине бушҡа ғына ғәйепләй торғайның, ә хәҙер балаңды күрмәйһең! Уға нимәлер етешмәй”, – тием. Ул “ых-бых” итте шуның менән эш тә бөттө.
Әмәлгә ярағандай, бер мәл ҡулыма медицина журналы килеп эләкте. Унда бер табип ябыҡ, аҙ тәғәмләнгән ҡатындар тураһында яҙып, шуны әйткән: “Әгәр әсә ҡарынында тыуыр бала гелән аслыҡ тоя икән, тыуғас, уны туйҙырып булмаясаҡ”. Апайым да шундай ҡатындарҙың береһе бит. Ашамай, эсмәй, наҙланып ултырҙы ул утыҙға еткәнсе, унан ир кәрәк булды. Ул саҡта “үтмәгән тауарҙар” Урта Азияла үтеп ҡуя ине. Апайҙың әхирәте шул яҡта урынлашҡайны, был да китте. Һуңынан, илдә үҙгәрештәр башланғас, ҡайтып йығылды.
Шулай итеп, малайҙы ҡатыным беҙгә алып ҡайтты. Уның менән икәү-ара ғына малайҙы бирекәй (чертенок) тип йөрөттөк. Хәҙер ҙә үҙе ишетмәгәндә шулай ҡушаматлайбыҙ. Иҫ киткес бит, кәмселектәре менән “мин-мин” тип кенә тора. Рәфис, малайҙың исеме шулай, элек тә беҙгә килергә ашҡынып тора торғайны. Сөнки беҙҙә барыһы ла бар. Үҫеп бөткән малайҙарыбыҙҙан күп нәмә һаҡлана. Ашау ҙа яҡшы. Ә ул ҡомһоҙлана ғына. Ҡатыным: “Ашаһын, ул аҡса ала хәҙер”, – ти.
Сентябрҙә мәктәпкә барғайны, тиҙҙән ҡатынымды саҡыртып, хәлде аңлаттылар. V класс уҡыусыһы әле рәтләп уҡый-яҙа белмәй икән. Ошо бәлә менән ҡатынға бер йыл өйгә эштәр менән ултырырға, хәйер, уҡырға-яҙырға өйрәтергә тура килде. Быға тиклем малай менән бер кем дә шөғөлләнмәгән дәһә. Ә артабанғы уҡыу йыл­да­рын­да гелән мәктәп юлында булдыҡ. Үкенескә ҡаршы, Рәфис “икеле” алыуҙан туҡтаманы. Шулай этләнә торғас, көҙгә ҡалып булһа ла, туғыҙҙы бөттөк.
Минең ғәжәпкә ҡаршы, ҡатыным бер көнө Рәфисте тех­никумға яҙҙырып ҡайтты, етем баланы алалар унда, ти.
Бына шулай беҙҙең үҫмер Рәфис техникумда уҡый башланы. Өлгәшеү буйынса бында ла мәктәптәге хәл ҡабатланды. Ҡатынды саҡыртып, тетмәһен тетәләр. Ул, өйгә ҡайтып, тауыш сығара, теге аңламай һаман. Бер мәл ҡатыным аҡылға ултыртып алды. Ҡала етәкселеге яғына һүҙҙе бора. Йәнәһе: “Етем, унан нимә көтәһегеҙ, нисек булһа ла йөрөһөн, уҡый алһа, уҡыһын!” – тип таҡмаҡлай.
Был мәлдә Рәфистә лә үҙгәрештәр булып алды. Ул аҙыҡты һайлап ашай һәм элекке ҡомһоҙлоҡ ҡайҙалыр китте. Әммә компьютерға ултырҙы. Беҙ ҙә, малай бит, тип, уның көнө-төнө һуғыш суҡмарҙарына ҡарап ултырыуына бик иғтибар бирмәнек.
Беҙҙең шатлыҡҡа, ул техникумды та­мам­лап, хеҙмәткә алынды. Еңел һулыш алдыҡ: “Инде Хоҙай бирһә, бала алып ултырмабыҙ”, – тибеҙ. Ә Рәфискә аҡ бәхеттәр юлдаш булһын, тип теләп, үҙ тормошобоҙҙа ҡайнап киттек.

Зиннәтулла Элекбай,
Ырымбур өлкәһе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас