

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа күршеләр бер-береһе менән ярышып тигәндәй ҡаҙ аҫрай ине. Инә ҡаҙ бер ай буйы баҫа, шунан һары ғына бәпкәләр йүгерешеп йөрөй башлай. Эй матур ҙа инде үҙҙәре! Тотоп яратҡы килә, ләкин ҡайҙа инде, инә ҡаҙ яҡын да ебәрмәй, ә ата ҡаҙ күреп ҡалһа, бөттө баш. Ата ҡаҙҙан таланған, суҡылған кеше үҙе генә белә. Трико тишелә, футболка йыртыла, ә көслө ҡанаттары менән һуға башлаһа, түҙ генә...
Беҙҙең баҡса артында ғына Мәрхәбә апайҙың 3–4 оя ҡаҙҙары йөрөр ине. Ҡаҙҙары ла, ҡыҙҙары ла күп булды ул егәрле апайҙың. Люциә, Лилиә, Ләлә... алмашлап ҡаҙ бәпкәләрен көттөләр.
Ул йылды беҙҙең биш бөртөк кенә бәпкә сыҡты. Ата ҡаҙыбыҙ сабыр ғына бәпкәләр сығыуын көтөп йөрөнө. Бер айҙан һуң ата ҡаҙҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ икән! Эй бейей, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып тыпылдата ғына! Беҙгә, балаларға, бигерәк ҡыҙыҡ ине ата ҡаҙҙың бейегәнен күҙәтеүе, бәпкәләрен ныҡ һаҡланы, эргәһенә береһен дә яҡын ебәрмәне, әйтерһең дә, улар алтын бөртөктәре.
Ә бер көндө көтмәгәндә... инә ҡаҙыбыҙ үлеп китте. Бәләкәй генә бәпкәләр инәйһеҙ ҡалды... Беҙгә лә ҡыйын булды, матур ғына донъяға яңы тыуған йән эйәләре бигерәк йәл ине.
Иртәгәһен мәктәптән ҡайтып килһәм, ни күрәм: ата ҡаҙыбыҙ бәпкәләрен үҙе эйәртеп сыҡҡан. Уларҙы ҡарап ҡына ашатты, аҙаҡ инде үҙенең йылы ҡанаттары менән ҡаплап та ҡуйҙы Беҙ ысын күңелдән бәләкәй генә себештәрҙең шундай яҡлаусыһы һәм һаҡлаусыһы булғаны өсөн шатландыҡ. Ата ҡаҙыбыҙ биш бәпкәһен дә елдән, һыуыҡтан, ямғырҙан, ҡарғаларҙан, эттәрҙән һаҡлап үҫтерҙе. Ямғыр аҫтында ҡалһа ҡалды – бәпкәләрен өшөтмәне, улар ашап туйғас ҡына үҙе ашаны. Һәр йән эйәһенә шулай үҙ балалары ҡәҙерле булалыр инде.
Миңһылыу Мирхәйҙәрова,
Ғафури районы,
Еҙем-Ҡаран ауылы.