Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Декабрь 2021, 07:02

КҮҢЕЛЛЕ МӘШӘҠӘТТӘР

Һорауҙы асыҡ ҡалдырмаҫ өсөн, бөгөндән билеттар алып ҡуйырға кәрәктер. Килешәһегеҙме?

КҮҢЕЛЛЕ МӘШӘҠӘТТӘРКҮҢЕЛЛЕ МӘШӘҠӘТТӘР
КҮҢЕЛЛЕ МӘШӘҠӘТТӘР

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Яңы йыл алды мәшәҡәттәренә сумған. Репетиция залдары гөр килә. 18 декабргә тәғәйенләнгән премьераларҙың береһе – А.Горбуновтың “Ҡышҡы әкиәт” (“Зимняя небылица”) музыкаль әкиәте бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ҡыш бабайҙың бала сағы, йәшлеге һәм олоғайған йылдары тураһында ул. Яңы йыл байрамының, тылсымлы тоҡ, таяҡ, хатта Ҡарһылыуҙың ҡайҙан килеп сығыуы ла күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, тәүге әкиәт балалар һәм ғаилә менән ҡарар өсөн булһа, “Ҡыш бабай һәм Дед Мороз” театрлаштырылған тамашаһы – өлкәндәргә тәғәйенләнә. Унда ла Ҡыш бабай, шыршы, тылсымлы таяҡ булыр. Ә бына Ҡарһылыу... Белеп тораһығыҙ, Милли йәштәр театрында һәр актриса Ҡарһылыу кеүек уңған, сибәр. Тик кемдә туҡталырҙар?! Әллә тамашасылар араһынан табырҙармы? Йә инде... Һорауҙы асыҡ ҡалдырмаҫ өсөн, бөгөндән билеттар алып ҡуйырға кәрәктер. Килешәһегеҙме?
Быйылғы йыл өсөн Пушкин картаһын 20 декабргә тиклем ҡулланырға мөмкин икәнлеген дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Рәзилә Ырыҫҡужина

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас