

Яҡшымы, әллә яманмы?
Ниндәйҙер ауылда бик ярлы ҡарт йәшәгән, ти. Әммә уның үтә лә шәп аты булған. Байҙар йылҡы малы өсөн әллә күпме аҡса тәҡдим иткән, тик хужаһы һатырға теләмәгән.
Бер көндө иртән ат һарайҙа булмай сыҡҡан. Барлыҡ ауыл халҡы йыйылған һәм ҡартты йыуатырға керешкән:
— Шундай аҫыл малды харап иткәндәр. Урларҙары билдәле ине бит, һатып ҡына ебәргән булһаңсы, — тиешкәндәр.
Ҡарт йылмайып:
— Һығымта яһарға ашыҡмағыҙ. Ат һарайҙа юҡ, тип кенә әйтегеҙ. Мин бының яҡшымы, әллә яманмы икәнен белмәйем, — тигән. — Иртәгә ни булыры бер Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм.
Ике аҙна үткәс, ат әйләнеп ҡайтҡан. Ул урланмаған, бары иреккә сығып киткән булған. Яңғыҙы ғына түгел, бер көтөү ҡырағай аттар ҙа эйәрткән малҡай.
Күршеләре бер-береһен бүлдерә-бүлдерә былай тигән:
— Дөрөҫ әйткәнһең, ҡарт! Күрәһеңме, барыһы ла яҡшыға булған.
Ҡарт йәнә йылмайып ҡуйған.
— Ат әйләнеп ҡайтты, тип кенә әйтегеҙ, мин бының яҡшымы, әллә яманмы икәнен белмәйем. Иртәгә ни булыры бер Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм.
Был юлы кешеләр күп һөйләп тормаған. Әммә барыһы ла, ҡарт яңылыша, тип уйлаған.
Ул арала ҡарттың улы ҡырағай малдарҙы ҡулға эйәләштерергә теләгән, һәм һыбай елгәндә береһе уны ергә алып ташлаған. Егеттең аяғы имгәнгән. Кешеләр йәнә һүҙ башлаған:
— Ҡарағыҙ әле, ҡарт был юлы ла хаҡлы булып сыҡты. Ниндәй ҙур бәхетһеҙлек! Берҙән-бер улы аяғын имгәтте.
Ҡарттың яуабы ғәҙәттәгесә яңғыраған:
— Улың аяғын имгәтте, тип кенә әйтегеҙ. Мин бының яҡшымы, әллә яманмы икәнен белмәйем. Иртәгә ни булыры бер Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм.
Ошо хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, илдә һуғыш башланған. Һәм барлыҡ йәш егеттәр ҙә әрмегә алынған. Ҡарттың имгәнгән улы ғына атаһы янында ҡалған.
Ауылдаштары ҡабат ҡарт янына килгән.
— Был юлы ла хаҡлы булып сыҡтың. Улыңдың имгәнеүе яҡшыға булған. Беҙҙекеләр ҡайтмаҫҡа китте инде, — тип зарланған улар.
Ҡарт йәнә былай тигән:
— Мин бының яҡшымы, әллә яманмы икәнен белмәйем, уландарыбыҙ әрмегә алынды, ә һинеке яныңда ҡалды, тип кенә әйтегеҙ.
Тормош ҡуйған һынауҙарҙы ла тыныслыҡ һаҡлап, лайыҡлы үтергә, бәхеткә иҫереп тә, аҡылды юймаҫҡа өйрәтә был хикмәт. Ысынлап та, иртәгә ни булыры бер Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм.