Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Декабрь 2021, 07:15

Күңел яҡтылығы

– Ни өсөн берәүҙең күңеле яҡты, ә кемдекелер – ҡара, тиҙәр? – тип һорай ҡыҙы әсәһенән.

Күңел яҡтылығыКүңел яҡтылығы
Күңел яҡтылығы

– Ни өсөн берәүҙең күңеле яҡты, ә кемдекелер – ҡара, тиҙәр? – тип һорай ҡыҙы әсәһенән. – Кешенең күңелен ярып ҡарап булмай бит, уның ҡыланыуы ла ихтимал.
– Асыҡ күңелле кешене осратһаң, һинең дә тормошоң яҡтырып киткәндәй тойола. Һиңә ҡыйын ваҡытта ул кеше эргәһендә күңел әрнеүе баҫылғандай. Ундай кеше Илаһҡа, үҙ көсөңә ышанырға ярҙам итә, бәхеткә өмөтөң арта; шатлыҡ хистәре кисерәһең, яҡшылыҡ ҡына эшләге килә.
– Әгәр кемдер дөрөҫөн һөйләй, әммә унан миңә нығыраҡ ҡыйын булһа? Эшкә ҡул бармай, тормош күңелһеҙ кеүек тойолһа? Был кешене яман, эскерле тип һанарғамы?
– Юҡ, ҡыҙым. Кешенең күңеленә яҡтылыҡ етмәүе хаҡында һөйләй был. Ул – бәхетһеҙ. Ә һинең менән аралашып, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡайғыһы менән бүлешә.
– Ни эшләргә һуң миңә?
– Ул кешегә яҡтылыҡ өләшергә. Бының өсөн күберәк көс түккән һайын, үҙеңә лә күберәк яҡтылыҡ биреләсәк! Иҫеңдә тот, яҡтылыҡ – Өмөт һәм Аллаһы Тәғәлә хаҡында һөйләшеү генә түгел. Яҡтылыҡ – ул ихлас Йылмайыу, Яҡшы һүҙ, Терәк һәм Ярҙам итеү.


Күңелдәребеҙ Яҡты,
киләсәгебеҙ Ышаныслы булһын!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас