Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Декабрь 2021, 05:02

Хикмәтле Малина

Күҙҙәренән субырлап йәш аға ине. Аңлауыбыҙса, ул быны тойоп, һиҙеп, белеп ҡайтҡан.

Хикмәтле МалинаХикмәтле Малина
Хикмәтле Малина

Малина исемле һыйырыбыҙ бар ине. Һөттө мул бирҙе. Нисә йыл самаһы аҫрағанбыҙҙыр, аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Әммә быҙау ғына сағынан алып “оло һыйыр” дәрәжәһенә еткәнсе хеҙмәт итте ул беҙгә. Үҙенән һуң байтаҡ тоҡом ҡалдырҙы. Беҙҙә – урман яғы. Көтөү юҡ. Һыйырҙар үҙҙәре ҡайта, үҙҙәре китә. Ғәҙәттә, күрше малдар бергә йөрөй. Һәр урамдың һыйырҙары үҙ тарафындағы урман-ҡырға сығып китеп, бергә ҡайта. Шуныһы ғәжәп, улар шул тиклем ер уҙып өлгөрә. Хатта киске һауымдан һуң да таңға саҡлы әллә күпме ара үтеп, әйләнеп ҡайталар. Хөрриәт инде үҙҙәренә. Көтөү булмағас, көҙгөһөн бер аҙ хәүефлерәк, әлбиттә. Айыуға юлығыуҙары бар. Миләш уңған йылды бигерәк тә. Өлкәндәр әйтеүенсә, ундай саҡтарҙа самаһыҙ емеш ашап, һуңынан эсе яна икән урман хужаһының. Шуны баҫырға теләп, сараһыҙҙан тайыштабан малға һөжүм итә, тиҙәр.
Хәйер, һүҙем оло һыйырыбыҙ хаҡында ине бит. Меңрәүе лә командирҙаса яңғыраны. Әллә ҡайҙан көслө тауыш менән баҡырып, үҙ өйөмөндәге һыйырҙары туплап алып ҡайтҡаны хәтерҙә. Ҡыҫҡаһы, аҡыллы мал булды Малинабыҙ. Әммә самаһыҙ шуҡлығы менән дә йонсотто. Бирәнлеге лә бар ине. Хатта ҡайһы берҙә беҙ уны ниндәйҙер хикмәткә эйә тип тә уйлай торғайныҡ. Әйтәйек, йәйгеһен бесәнгә китәбеҙ, бөтә ҡапҡалар ҙа бикле, уны берәү ҙә асып инә алмай. Әммә бер нисә тапҡыр шундай хәл булды: ҡайтыуыбыҙға Малинабыҙ кәртәлә ята. Ә ҡапҡалар, нисек бикләнеп ҡуйылған, шул килеш тора. Инер урын тапҡандыр инде, кәртә-тирә ҙур, төҙөк кенә килеш тотоп булмай. Әммә ул ярыҡтар ҙа һарыҡ ҡына һыймалы бит әле. Ҡышҡыһын башҡа малдарҙың күҙен ҡыҙҙырып, һарай башына менеп, бесән ашауҙы ла булдыра ине. Бер мәлде бикле торған келәтте емереп инеп, ҡышҡылыҡҡа тип ҡаҙып алынған ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ашап бөтөргән был. Ул сама сөгөлдөрҙән һуң ашҡаҙанына зыян килеп, ауырып китмәгәйе, тип хафаланғайныҡ. Әммә Малинабыҙ бирешмәне. Ҡыҫҡаһы, шуҡлыҡтары күп булды уның. Асыуҙы ла килтерә, йылмайырға ла мәжбүр итә ине. Шулай ҙа уның бер ҡылығы бөтөнләй тетрәтте. Йәй аҙағы ине. Беҙҙең яҡта сепараттан айыртылған һөттө һарыҡҡа эсерәләр. Бер мәлде шуны быҙауҙар ҙа арыу ғына эсеп ташлаған. Китте берәүһенең (уныһы Малинанаң быҙауы ине) эсе күбеп. Сәғәттәр буйы ҡыуып йөрөтөп тә, ниндәйҙер әсе шыйыҡса эсереп тә ҡараныҡ. Әммә файҙаһы булманы. Быҙауыбыҙ йән бирҙе. Иламай сара юҡ ине ‒ илаштыҡ. Быҙауҙы йән биргән ерендә ятҡан килеш ҡаплап ҡуйҙыҡ. Хәҙер Малинаның ҡайтыуын көтәбеҙ. Быҙауын таптырыр инде был, һауҙыртмаҫ, тип борсолабыҙ. Ә ул өнһөҙ генә ҡайтып инде лә туп-тура быҙау ятҡан ергә барҙы. Күҙҙәренән субырлап йәш аға ине. Аңлауыбыҙса, ул быны тойоп, һиҙеп, белеп ҡайтҡан. Оҙаҡ тотҡарланманы Малина үле быҙауы янында. Шым ғына һыйыр һауыу өсөн тәғәйенләнгән аҙбарға үтте. Башҡаса быҙауын таптырманы. Төңөлдө. Шуҡлығы ла кәмене. Ошо хәлдән һуң тағы ла дүрт-биш йыл изгелеген күрҙек был һыйырҙың.

Р. Үзбәкова,
Ишембай районы.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=корова%20малина&pos=37&img_url=https%3A%2F%2Fpbs.twimg.com%2Fmedia%2FEWzMLu3WsAc60Sm.jpg&rpt=simage

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас