Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Декабрь 2021, 04:55

Ирең күп аҡса эшләһен тиһәң...

Күпселек һылыуҙарҙың ҡалыныраҡ ке­ҫә­ле, мул ҡуллы, йомарт егет­тәр­гә ке­йәүгә сыҡҡыһы килә. Дуҫлашып йө­рө­гән ваҡытта уның саҡ ҡына һыҡ­мырлығы беленеү менән “жмот” ти­гән мөһөр ҙә һуғып ҡуялар. Ә инде егеттең сәскә алып килгәне, рес­торандарға са­ҡыр­ғаны, бер бай­рам­да ла бүләк йәллә­мә­гә­не ҡыҙ­ҙар­ҙың күҙен ҡыҙҙырыусан була. Әммә ул артабан да һине балда, май­ҙа ғына йөҙҙөрөрмө?

Ирең күп аҡса эшләһен тиһәң...Ирең күп аҡса эшләһен тиһәң...
Ирең күп аҡса эшләһен тиһәң...


Күпселек һылыуҙарҙың ҡалыныраҡ ке­ҫә­ле, мул ҡуллы, йомарт егет­тәр­гә ке­йәүгә сыҡҡыһы килә. Дуҫлашып йө­рө­гән ваҡытта уның саҡ ҡына һыҡ­мырлығы беленеү менән “жмот” ти­гән мөһөр ҙә һуғып ҡуялар. Ә инде егеттең сәскә алып килгәне, рес­торандарға са­ҡыр­ғаны, бер бай­рам­да ла бүләк йәллә­мә­гә­не ҡыҙ­ҙар­ҙың күҙен ҡыҙҙырыусан була. Әммә ул артабан да һине балда, май­ҙа ғына йөҙҙөрөрмө? Ғаилә ҡорғас, тием. Ә быныһы күп осраҡта ҡа­тын­дың үҙенән тора икән.

Китап магазины кәштәләрендә төрлө әҙәбиәт тулып ята. Уларҙа йәнең теләгән хәйләләргә өйрәтәләр бит – шуларҙы уҡып, ирҙе бай яһарға тиһегеҙме? Юҡ икән шул. Бары тик ҡайҙа, нисек аҡса табыуына ҡыҫылмаҫҡа һәм мыжымаҫҡа ғына кәрәк, баҡһаң. Ғәҙәттә, күпселек ғаиләләрҙә ошондай күренеш: асыуынан шартлар сиккә еткән ҡатыны ирен ризаһыҙ ғына ҡиәфәттә ҡаршы ала. “Аҡса алып ҡайттыңмы?” Ҡатынды ошо ғына ҡыҙыҡһындырған кеүек. Ә ирҙең яуабы билдәле инде. Асыуын көскә тыйып йә ғәмһеҙ генә кире яуап ҡайтара. Ул ҡатынының ошондай мөнәсәбәтенә, гел генә ниҙер таптырыуына өйрәнеп бөткән, шуға күрә булған аҡсаһын йәшерә йә бөтөнләй эшләгеһе лә килмәй. Ә ни өсөн тырышырға һуң? Нисек кенә алға ынтылмаһын – әр-битәр, зарланыу, игәү һүҙҙәре ишетә бит. Уны ғаилә башлығы булараҡ хөрмәт итмәйҙәр, һанламайҙар, өлгәшкәндәрен күрмәйҙәр. Ә ҡатыны, моғайын да, үҙен гел генә хаҡлы, шәп күрәлер. Әйтерһең дә, донъя йөгөн үҙе генә тартып барыуға һәләтле.
Һәр кемебеҙҙең дә уңышлы, ышаныслы ир менән йәшәгеһе килә. Уның күп аҡса табыуын теләйбеҙ, әммә үҙебеҙҙе үҙгәртергә аҡылыбыҙ етмәй.
Ә нисек үҙгәрергә һуң? Ни эшләргә?
Күп ҡатын-ҡыҙҙың тормошон рәткә һалырға ярҙам иткән коуч, Өфөлә йәшәгән Мәрйәм ХӘЙҘӘРОВАның был йәһәттән төп кәңәш­тә­ре бар.
Баҡтиһәң, ир ниндәй генә булмаһын, ҡайҙа һәм ниндәй вазифала эшләмәһен, уға тулыһынса ЫША­НЫР­ҒА кәрәк. Ир ни тиклем генә насар тойолмаһын, уның ыңғай сифаттарын күрә белеү фарыз.
Мәрйәмгә яңыраҡ ҡына утыҙ йыл буйы ире тарафынан кәмһетелеп йәшәгән ҡатын килгән. Ғүмер буйы “һулаҡайға” йөрөгән икән хәләле. Әлбиттә, апайҙың уға үпкәһе ҙур. Әңгәмәләшә торғас, ҡатындың ире мөхәббәтен күрмәй йәшәгәнлеге асыҡлана. Йәғни ғаилә башлығы үҙенең һөйөүен күп осраҡта йорт эштәрендә ярҙам итешеүҙә белгертергә ынтылған. Ысынында ул кәләшен яратҡан! Ләкин мөхәббәтен тейешенсә күрһәтә белмәгән. Ә ҡатын наҙлы һүҙ, сәскә, бүләк көткән. Һөҙөмтәлә, ирен игәү, тыйыу, зарланыу башланған. Апай үҙе үк йәмәғәтен хыянатҡа илткән булып сыға. Хәҙер ул тормошон яңынан байҡап, хаталарын төҙәтергә тотонған һәм, ғәжәп… ире лә үҙгәрә башлаған!
Көслө заттың гел кире сифаттарын ғына күреп тороу уның аҡса эшләү генә түгел, ғөмүмән, тормош көтөүгә булған ынтылышын һүрелдерә. Шуға күрә иреңә ышан, әхирәт!
“Ғөмүмән, ир изге теләктәр менән өйләнә. Ғаилә­һенә тик яҡшылыҡ теләй, – тип һанай Мәрйәм. – Тик, әйтәйек, бер саҡ гөлләмәләр алып ҡайта башлай. Йәки кәләшен, затлы уҡ булмаһа ла, алҡа-беләҙектәргә “күмә”. Ҡатын быны нисек ҡабул итә? “Ит алырға аҡса юҡ, ә һин әйләнгән һайын сәскә ташыйһың…” Был саҡта ир кеше үҙен кәм, эшкинмәгән кеүек тоя. Шуға күрә, һөйгәнең нисек кенә иғтибар күрһәтһә лә, ризалыҡ менән ҡабул итә белеү мөһим”, – ти коуч. Шулай уҡ йәш белгестең клиенттарына йыш биргән кәңәше – ирҙе маҡтарға кәрәк. Уның иғтибарына рәхмәтле була белеү зарур. Шул саҡта һин уны нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнә башлайһың икән.
Ир ғаиләһенең матди кимәлен тейешенсә үҫтерһен өсөн йәнә бер мөһим күренеште билдәләне коуч. Ул да булһа – ир менән ҡатынға БЕРГӘЛӘП пландар ҡорорға, хыялланырға кәрәк. Ғәҙәттә, ғаилә нисек машина алыу, кредит түләү, баланы ҡайҙа мәктәпкә биреү кеүек мәсьәләләрҙә генә үҙ-ара кәңәшләшә. Әммә был ғына етмәй. Киләсәккә баш етмәҫлек хыялдар ҡороуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Тик бында төп урынға ирҙе ҡуйыу мөһим. Тормош иптәшеңдең карьераһы, үҫеше алда барырға тейеш. Юғиһә күп осраҡта ҡатын үҙ өҫтөндә эшләй, йөрөмәгән курстары, семинарҙары ҡалмай, ә ир көн һайын эшкә барып ҡайта ла – вәссәләм. Дөрөҫөрәге, бергәләп РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕҮ мотлаҡ икән. Ҡыҙыҡһыныуҙар тап килмәһә, ҡатын ир барған йүнәлеш буйынса үҫешергә ынтылһын. Ғаилә башлығы төрлө китаптар уҡый, спорт менән шөғөлләнә, көн дә ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнә, ә ҡатын сериалдар ҡарап, аш бешереп кенә өйҙә ултырһа ла ғаилә тарҡалыу хәленә килеп етеүе ихтимал. Ә бындай осраҡта ирҙең мал табыу, аҡса йүнләү дәрте ҡайҙан булһын?
Шулай уҡ Мәрйәм ғаиләлә көслө зат функ­­цияһын үҙенә алған ҡатындың ире бер ҡасан да күп аҡса эшләмәйәсәк, ти. “Ир ялҡау икән, тимәк, уның ынтылышы юҡ. Ә дәрт-дарман биреү ҡатындан тора. Бер ир, үҙе эшләмәһә лә, ҡатыны өсөн хатта өҫтәмә килем сығанағы табып биргән. Ике урында бил бөгә был ханым. “Ни хәл итергә?” – тип аптырап килде миңә. Баҡтиһәң, ҡатын ғаилә йөгөн үҙе егелеп алдан тартып өйрәтеп бөткән. Мин уға: “Һин дә өйҙә ят,“ – тип кәңәш бирҙем. Шулай итте лә. Ире сара­һыҙ­ҙан үҙе аҡса йүнләй башланы”, – тип һөйләне ул. Һы­лыуҙар, ваҡытлыса икмәк-һыуға булһа ла ҡалып то­роғоҙ, әммә ғаилә башлығынан алда йүгереп мал та­бырға тырышмағыҙ! Бүтәнсә ниндәй һығымта яһай­һың?
Иң тәүҙә ирҙе тәрбиәләп алмайынса, бала ха­ҡын­да уйларға ла ярамай, ти коуч. “Әйтәйек, ғаилә баш­лы­ғы магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы ҡатыны елкәһенә тапшырған. Был мәсьәләне матур ғына итеп уның иңенә күсереп була. Аҡыллы ҡатын әрләшмәй генә, яғымлы ғына итеп әйтеп өйрәтеп ала ул. Фатир тү­ләүҙәре, ремонт мәсьәләләре лә ирҙең бурысы булырға тейеш”, – тине Мәрйәм.
“Ғөмүмән, балаларҙы атай тәрбиәләй. Әсәй аша­та, таҙа йөрөтә – шул ғына. Балалар атайға ҡа­рап күп нәмәгә өйрәнә. Кешеләр менән нисек ара­ла­шыу, маҡ­саттарға өлгәшеү кеүек дәрестәр ала. Ҡыҙ уға оҡ­шатып тормош иптәше һайлай, малай ки­лә­сәктә үҙе уның һымаҡ атай буласаҡ. Шуға күрә са­бый­ҙа­ры­быҙ­ға арыу атай, ғаиләне бәхетле итер­ҙәй, күп аҡса эш­ләгән ир тәрбиәләп алыу үҙебеҙҙән тора”, – коучтың был фекерен асыш булараҡ ҡабул иттем.

Ир аҡса эшләһен өсөн уға ышаныу, уның холҡон ҡабул итә белеү, маҡтау, йылы һүҙҙе йәлләмәү, уның ролен үҙеңә алмау, бергәләп үҫешеү, пландар ҡороу, хыялланыу, һығылмалы булыу кәрәк шул. Ләкин уның серҙәре бының менән генә тамамланмай. Тормошон үҙгәртергә теләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонда яҙылғандар тәүге аҙымға этәргес булыр тигән өмөттәбеҙ.

Айлина Килдебай.


Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=муж%20отдает%20деньги%20жене&p=2&pos=111&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fst2.depositphotos.com%2F2249091%2F6159%2Fi%2F950%2Fdepositphotos_61597043-stock-photo-couple-having-empty-wallet.jpg

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас