

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу модала хәҙер. Физик күнекмәләр һәм төрләндереп туҡланыу оҙон ғүмер, матур ҡиәфәт нигеҙе, тип һанай күптәр. Әммә “яҡшы” аҙыҡ ҡына етмәй икән, ризыҡты “дөрөҫ” һауыт-һабала бешереү һәм һаҡлау ҙа мөһим. Донъя технологиялары бер урында тормай, әленән-әле яңы төр материалдар тәҡдим итә. Уларҙың ыңғай һәм етешһеҙ яҡтарын баһалау ҙа еңел бирелмәй ҡай саҡ. Һүҙебеҙ ошо хаҡта.
1. Иң ватылыусандары
Эмалле кәстрүлдә теләһә ниндәй ризыҡ бешерергә һәм һаҡларға мөмкин. Был осраҡта аҙыҡтың төҫө һәм тәме үҙгәрер тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Аҙыҡ-түлектәге тоҙ һәм кислоталар йоғонтоһонда эмаль боҙолмай. Еңел йыуыла. Ләкин уларҙың бер етешһеҙ яғы бар – тиҙ ватылыусан. Күпмелер ваҡыттан уларҙа китек, ярыҡтар барлыҡҡа килә (бигерәк тә “уңышлы” төшөрөп ебәргәндә, ҡаты щетка менән таҙартҡанда, абразив порошок ҡулланғанда һ. б.). Эмале ҡубып сыҡһа йәки кителһә, ризыҡҡа ауыр металл ҡатнашмалары эләкмәһен тиһәгеҙ, был кәстрүлде һис икеләнмәй ташларға (йә бүтән сифатта файҙаланырға) була.
2. Иң нескәләре
Көйҙөрмәй торған ҡатламы булған һауыт-һабала майһыҙ ҙа бешерергә мөмкин. Тефлон, әгәр ул сыйылмаған, боҙолмаған булһа, бер ниндәй ҙә химик ҡатнашмаларға ҡушылмай. Шуға ла бындай һауыт-һабаны абразив йыуыу саралары, тимер щетка менән таҙартырға ярамай. Бешергәндә ағас йәки махсус пластиктан эшләнгән ҡалаҡтар файҙаланыу зарур. Йыуыу өсөн нейлон губка ҡулай. Әле әйтелгәндәр яҡшы сифатлы һауыт-һабаға ҡағыла. Арзан, сифатлыға оҡшатып яһалғандары иһә зыянлы: насар сифатлы ҡатлам йылынғанда аҙыҡ-түлек менән бәйләнешкә инә, һөҙөмтәлә ризыҡҡа зарарлы матдәләр ҡушыла. Бының ашҡаҙан-эсәк юлы ҡаҡшауға, аллергияға килтереүе ихтимал.
3. Иң ныҡтары
Томалап бешереү һәм ҡурыу өсөн суйын табаларҙан да һәйбәте юҡ. Абразив саралар һәм металл щеткалар менән таҙартмағанда, бындай һауыт-һаба тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт итә. Суйын тутығыусан, шуға ла уны һатып алғас, үҫемлек майы менән майлап, бер нисә ҡабат утта ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Ҡулланғандан һуң эҫе һыу менән йыуып ҡороторға һәм майлап ҡуйыу фарыз.
4. Иң уңайлылары
Тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән һауыт-һаба оҙон ғүмерле, окисланыуға сыҙам. Аҙыҡ-түлек тәмен һәм витаминдарын юғалтмай. Ундай һауытта (төбө ҡалын булғанына иғтибар итегеҙ) майһыҙ һәм һыуһыҙ ҙа бешерергә мөмкин тиерлек. Бының өсөн ҡапҡасын һәйбәтләп ябып, талғын ғына утта быҡтырырға кәрәк. Ризыҡ йылы көйө оҙағыраҡ та һаҡлана. Әммә тутыҡмай торған ҡорос составындағы никель (10 процент) ҡайһы бер кешелә аллергия реакцияһы тыуҙырыуы ихтимал.
5. Иң зарарлылары
Алюмин кәстрүл аҙыҡты тиҙ бешерә. Әммә уның етешһеҙ яҡтары күберәк. Алюмин йылынған ваҡытта зарарлы матдәләр бүлеп сығара һәм улар аҙыҡта тороп ҡала. Шулай уҡ бешергәндә аҙыҡтағы С витамины тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Әсе ризыҡ та әҙерләп булмай, сөнки алюмин кислоталарҙы үҙһенмәй. Бындай һауытта әсе, ҡырҡыу ризыҡтар бешерергә, йәшелсәләр ҡыҙҙырырға йәки быҡтырырға, һөт ҡайнатырға, балалар өсөн аҙыҡ бешерергә кәңәш ителмәй.
6. Иң хәүефһеҙҙәре
“Шелтә”нең иң әҙе быяла һауытҡа тәтей. Сөнки ул тәбиғи материалдан (ҡомдан) эшләнә. Быяла етештереүҙә ҡулланылған кремний оксиды химик яҡтан ныҡ, бүтән элементтар менән бәйләнешкә инмәй. Шулай ҙа, “чернобыль һәләкәте”н күҙ уңында тотоп, өйҙә дозиметр булдырыу, йәғни яңы тәрилкәгә аш һалыр алдынан уның радиация фонын үлсәү ҡамасауламаҫ ине.
Гәлсәр хаҡында айырым әйтеп китергә кәрәк. Технология буйынса, беҙҙә етештерелгән гәлсәр әйберҙәргә ҡурғаш ҡушыла. Бындай быяла нығыраҡ та була, матур зыңлай һәм ялтырай. Әммә ғалимдар бер тауыштан бындай бокалдарҙан эсергә ҡушмай, сөнки ҡурғаш әсемәһе (оксид) эсемлектәргә күсә. Сит илдә етештерелгән гәлсәр һауыттар күпкә зарарһыҙыраҡ, сөнки улар ҡурғаш оксиды урынына барийҙы ҡуллана.
7. Иң ҡиммәтлеләре
Юғары температура балсыҡ һауыттарҙы “сыныҡтыра” ғына. Ундай әйбер һатып алғанда утҡа сыҙамлылығын тикшереп алырға онотмағыҙ. Бындай һауыт-һабаның да етешһеҙ яҡтары бар: ул май һеңдереүсән; хаҡы ҡыйбат һәм тиҙ ватылыусан. Йәнә керамиканың биҙәкһеҙ булыуы отошлораҡ.
8. Иң һығылмалылары
Силикон һауыт-һаба ныҡ һәм 280оС температураға сыҙам. Ундай һауыт менән духовкала, микротулҡынлы мейестә бешеренергә, аҙыҡты туңдырырға мөмкин. Силикон – тутыҡмай, ыуалмай, аҙыҡ-түлек менән бәйләнешкә инмәй торған инерт материал. Уның шыма өҫкө ҡатламы көйҙөрмәй, һығылмалылығы бешкән йәки туңдырылған әйберҙе еңел сығарып алырға булышлыҡ итә.
9. Иң көтөлмәгәндәре
Пластик һауыттарҙы шартлы рәүештә генә хәүефһеҙ тип һанарға була. Пластик төрөнә ҡарап, бындай һауыт-һабала бихисап зарарлы матдәләр бар: даими ҡулланғанда улар организмда тупланып, матдәләр алмашыныуына һәм яман шеш барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал. Пластик һауыттар етештереүҙә ҡулланылған ҡушылмалар төрлө шарттарҙа ризыҡҡа һәм эсемлектәргә күсә. Шуға ла уларҙы тәғәйенләнеше буйынса ғына тотоноу фарыз. Мәҫәлән, пластик һауыттан эҫе эсемлектәр эсмәгеҙ, сабыйҙарҙы ярылмай торған полимер һауыттан ашатмағыҙ, тип иҫкәртә белгестәр. Педиатрҙар билдәләүенсә, бәләкәстәр өсөн иң ҡулайы – быяла һауыт-һаба.