

Нурзилә УСМАНОВА.
Хикәйә.
“Ҡыҙым”, – тип яғымлы ғына өндәшеүгә уянып киттем, әсәйем икән. Өйрәнеп бөткәнмен инде, әсәйем көн дә мине һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуырға уята. Һикереп тороп кейендем дә һәүкәштәрҙе көтөүгә алып киттем. Был эште, ҡушыуҙары буйынса түгел, ә үҙ теләгем менән башҡарам. Сөнки таң менән ҡояш ҡаршылау, уның беренсе нурҙарына ҡойоноу миңә бөтмәҫ кинәнес бирә. Ул көндө лә шулай булды. Уңышлы башланған көнөмә ҡыуанып, өйгә ҡайттым. Атайым, әсәйем, ағайҙарым, апайым урманға бесәнлеккә киттеләр. Һеңлем, ҡустыларым һәм өләсәйем менән өйҙә ҡалдыҡ. Миңә тиҙҙән 8 йәш тула. Әммә йорттағы байтаҡ эштәрҙе башҡарам. Бөгөн ҡоймаҡ ҡоям, тәмле булһын өсөн уға ер еләге лә ҡушып ебәрәм, шунан һыу ташып, мунса ла яғырға кәрәк. Бесәндән ҡайтыусыларға, әсәйем өйрәткәнсә, аш бешереп тә ҡуясаҡмын.
Ҡусты-һеңлеләрем торғансы өләсәйем менән иркенләп сәй эсеп алырға йөрөгәндә, быҙау баҡырыуы ишетелде. Йүгереп тышҡа сыҡтым. Ятып ҡапҡа аҫтынан ғына ҡаранып, өс быҙау тора. Әсәйем миңә, улар көтөүҙән ҡайтһа, кире ҡыуырһың, тигәйне. Шаян быҙауҙарҙы ҡабат урманға алып киттем. Кире әйләнеп килеүемә, күршеләрҙең йорт алдындағы эскәмйәһендә 40 йәштәр тирәһендәге ир менән ҡатын ултыра. Әйберҙәре лә бар, ҡайҙандыр ҡайтып килеүселәрҙер, моғайын, тип ихатаға инеүем булды, “дыңҡ” иткән тауыш ишетелеп ҡалды. Ниндәй сәйер тауыш булды был? Һиҫкәнеп ҡапҡа ярығынан юлсыларҙы күҙәтә башланым. Ир кеше мығырҙап ниҙер һөйләй-һөйләй ҡаты йоҙроғо менән ҡатындың битенә тондорҙо. Ҡатындың башы “дыңҡ” итеп солан таҡтаһына бәрелде, тағы һуҡты, тағы ла шул хәл ҡабатланды. Ҡатын башын тотоп ултыра бирҙе, үҙе бер туҡтауһыҙ: “Мансур, һуҡма, зинһар, һуҡма, бөтәһе лә яҡшы булыр, бына күреп тор”, – тип ялбара. Тик әйтеп бөтөүенә, ҙур йоҙроҡ тағы ла ҡатындың башына килеп бәрелә.
Мин ҡурҡышымдан ҡапҡаны эстән бикләп ҡуйҙым. Үҙем ҡурҡам, ләкин һаман да ярыҡтан был сәйер кешеләрҙе күҙәтеүҙе дауам итәм. Урам буп-буш, әҙәм заты юҡ, барыһы ла бесәндә. Ҡатындың ялбарыуына ир кешенең иҫе лә китмәне. “Һантый ҡатын нишләп эскәмйәнең икенсе осона күсеп ултырмай йә тороп китмәй икән?” – тип уйлайым үҙем. Исмаһам, атайым йә ағайҙарым да өйҙә юҡ, улар был апайҙы йәберләргә бирмәҫ ине.
Мансур мығырҙап ултыра бирҙе. Бер аҙҙан ҡапыл тороп баҫты ла етеҙ хәрәкәттәр менән тағы ла апайға һуғып ебәрҙе. Ҡатындың танауынан ҡан китте, ул башындағы яулығын сисеп, битен ҡапланы. Апайҙы йәлләүҙән күҙҙәремдән сөбөрләп йәштәр аға ине. Йүгереп сығып, Мансур ағайға, һуҡма, тип ҡысҡырғым килде. Ләкин урынымдан ҡыбырлай ҙа алмай инем. Ярыҡтан апайға ныҡлабыраҡ ҡарайым. Битен һөрткән аҡ яулығы ҡанға батҡан, йөҙө кеше ҡарағыһыҙ итеп йәмһеҙләнгән ине. Шул ваҡытта улар эргәһенә йөк машинаһы килеп туҡтаны. Ир менән ҡатын әйберҙәрен алып, ҡуҙғалып китте.
Урамға йүгереп сыҡтым. Йөрәгем күкрәк ситлегенән сығырҙай булып әрнене. Машина күҙҙән юғалғансы ниндәйҙер таныш булмаған Мансур ағайға булған нәфрәт менән ҡарап торҙом.
Йылдар үтте, мәктәпте тамамлап, үҙем теләгән һөнәрҙе үҙләштереп, үҙебеҙҙең районға эшкә ҡайттым. Шәмбе көн әхирәттәрем Нәсимә, Рәйлә менән ауылға ҡайтып килергә булдыҡ. Туҡталышта оҙаҡ та торманыҡ, бер йөк машинаһы килеп туҡтаны.
Бер аҙҙан кабиналағы оло ғына ике апай ауыл эргәһендә төшөп ҡалғас, беҙ шофер егет эргәһенә инеп ултырҙыҡ. Ул беҙгә:
– Йә, ҡыҙҙар, танышып алайыҡ, минең исемем – Мансур, – ти.
Шулай итеп танышып киттек.
– Уҡыйһығыҙмы, әллә эшләп йөрөйһөгөҙмө, ҡыҙҙар? – тип Мансур беҙгә һорау бирә.
Беҙҙең телгә оҫта Рәйләбеҙ бөтәһен дә – ҡайҙа эшләгәнебеҙҙе лә, дөйөм ятаҡта бергә йәшәгәнебеҙҙе лә – тулыһынса һөйләп бирҙе. Бер аҙҙан минең күрше ауылдыҡы икәнлегем дә асыҡланды. Рәйлә менән Нәсимә йәшәгән ауылға барып еткәс, мин дә төшөп ҡалдым. Мансур иһә:
– Әйҙә, Миләүшә, ауылыңа тиклем алып барам, – ти, ләкин ризалашманым.
– Юҡ, рәхмәт, мине хәҙер ағайым килеп алып ҡайта, – тип алданым.
Машина ҡуҙғалып китте. Мин дә әхирәттәрем менән хушлаштым да ауылым яғына ҡарай атланым. Күп барманым, ауылдашымдың машинаһына ултырып ҡайтып еттем.
Дүшәмбе көн. Эштәмен. Минең менән бергә эшләүсе Мәҙинә апай яныма килде:
– Миләүшә, һине саҡыралар, – ти. Залға сыҡһам, йылмайып Мансур баҫып тора.
– Һаумы, Миләүшә, – тип ҡулын һуҙҙы ул.
Көтөлмәгән осрашыуҙан ҡапыл баҙап ҡалдым һәм уңайһыҙланып ҡына:
– Һаумыһығыҙ, – тинем, ҡулымды артҡа йәшереп.
– Үткәндә өсөгөҙҙөң береһе минең машинала асҡысын онотоп ҡалдырған. Шуны һеҙгә тапшырайым тип килдем, – ти.
– Мин ҡалдырманым, Нәсимә менән Рәйләгә әйтермен, улай булғас, – тип боролоп инеп китергә теләгәйнем, Мансур минең ҡулымдан ипләп кенә тотоп алды:
– Миләүшә, һинең менән һөйләшә торған һүҙ бар, – тине. Мин Мансурға ҡараным, беҙҙең ҡараштар осрашты.
– Бер сәғәттән бушайым, шунда һөйләшербеҙ, – тип инеп киттем.
Мин эштән сығыуға Мансур тышта көтөп тора ине инде. Ҡараштар йәнә осрашты.
Уның сая ла, яғымлы ла ҡарашы, уң яҡҡа ҡыйып таралған ҡара бөҙрә сәсе, ҡыйғас ҡаштары күңелгә шундай яҡын булып күренде.
– Миләүшә, әйҙә, Ағиҙел буйына. Шунда һөйләшербеҙ, – тигән һүҙгә айнып киткәндәй булдым.
Ағиҙел мин эшләгән ойошманың артында ғына. Тулҡынланып йылға аға, аҫтараҡ сыр-сыу килеп балалар һыу инә, ҡоштар һайрай. Ошо күренештәргә һоҡланып, яр буйына килеп тә еткәнбеҙ. Мансур минән күҙен алмай. Ошоға тиклем бындай хистәрҙе тоймағанғамы, уңайһыҙ булып китте.
– Миләүшә, һиңә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Минең хыялымдағы ҡыҙ һин, миңә бик оҡшайһың, – Мансур минең ҡулдарымдан тотоп алды.
Ә мин уға ҡараған килеш бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Әлбиттә, мин дә ғашиҡ. Минең дә алдымда хыялымдағы егет баҫып тора. Ошо күрешеүҙән һуң беҙ осраша башланыҡ.
Тик күңелде өйкәп торған нәмә бар. Бала сағымда күргән ҡанлы күренеш күҙ алдыма тик тора. Мансур исемле ағайҙың ҡатынын йыртҡыстарса туҡмауы йөрәгемде әрнетә. Ошо хәлдән һуң минең өсөн Мансур исемлеләр гел алама холоҡло кеүек күренә ине. Нимә эшләргә? Бала саҡтың хәтирәһен оноторға тырышып та ҡарайым, килеп сыҡмай. Ашауҙан яҙҙым, эшем дә бик һүлпән бара башланы. Рәйлә миңә бер көн:
– Миләүшә, һиңә нимә булды ул? Осоп-ҡунып бик шат йөрөй инең. Ә хәҙер бойоҡ ҡына күренәһең, – ти.
– Ауырып торам әле, – тип кенә әйтә алдым. Мансур менән осрашып йөрөүебеҙҙе бер кемгә лә һөйләмәҫкә тип уйлағайным. Шулай әхирәттәремә белдермәй генә осрашыуға китәм.
Бына беҙ тағы осраштыҡ. Мансурҙың бөркөттәй үткер ҡарашы, йылмайып өндәшеүе мине тағы ла арбаны. Эйе, Мансурға булған һөйөүем ғазаплы мөхәббәткә әйләнде. Беҙ бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ, тик минең мөхәббәт йән өҙгөләнеүенән генә ғибәрәт...
Үҙем Мансур менән осрашыу сәғәттәрен көтөп алам. Ләкин йөрәгемде өшөткән бала саҡтағы ҡанлы күренеш күҙ алдынан китмәй. “Ни эшләп һинең исемең тап Мансур икән?” – тип бар донъяға яр һалғым килә.
Шулай бер көн Мансур:
– Миләүшә, һин миңә бер ҙә исемем менән өндәшмәйһең. Әллә оҡшамаймы? – тип һорап ҡуйҙы.
Был көтөлмәгән һорауҙан аптырап ҡалдым. Юҡ, былай булмай, ғазапланып күпме йөрөргә мөмкин?! Әйтергә лә оноторға кәрәк. Бүтән сара ҡалмағас, алдашырға тура килде.
– Һин мине, зинһар, ғәфү ит, минең армияға оҙатҡан егетем бар. Ул тиҙҙән ҡайтасаҡ. Тәүҙә үк әйтмәгәнгә ғәфү ит.
Мансур аптырап ҡалды. Ни тиергә белмәй, берсә тәмәкеһен тоҡандырҙы, берсә ҡулымды тотто. “Нисек инде улай? Бер-беребеҙгә өйрәнеп кенә бөткәйнек тә” тигән һораулы ҡарашын күҙҙәремә төбәй. Мин түҙмәнем:
– Үпкәләмә, башҡа осрашмайыҡ, йәме, ғәфү ит мине, М... , – тип көскә әйтә алдым. – Хуш! – тинем дә йүгерҙем.
Артымдан Мансурҙың ялбарыулы тауышы ғына ишетелде:
– Миләүшә, Миләүшә, ни эшләттең һин мине?..
Башҡа һүҙҙәре көндәр, айҙар, йылдар эсендә аҙашып ҡалды.
Мин бер аҙнаға тыуған йортҡа бесән эшләшергә ҡайттым. Ауылдан килгәс, Рәйлә миңә ҡағыҙ киҫәге тотторҙо: “Һиңә Мансур ҡалдырҙы, ул бик кәйефһеҙ ине”, – ти.
Мин ҡурҡып ҡына хатты алдым. Унда: “Хуш, Миләүшә! Бәхетле бул! Һине мәңгегә яратып, Мансур”, – тигән юлдар яҙылған ине.
...Беҙ Мансур менән башҡа бер ҡасан да күрешмәнек. Ул сит төбәккә эшкә киткәйне.
Аңлайым мин бөгөн: бәхет тә, мөхәббәт тә исемгә бәйләнмәгән, барыhы ла кешенең үҙенән тора. Бала саҡта күргән Мансур ҙа hәр ваҡыт шулай насар булмағандыр. Мин үлеп яратҡан Мансур уға бөтөнләй оҡшамағайны.
Шундай уйҙарға бирелеп ултырһам, улымдың тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Әсәй, мин ҡайттым, асыҡтым. Еләк ҡушылған ҡоймаҡ ҡойғанһың, ура, их, еҫе!
– Ҡоймай буламмы һуң, ҡолонсағым, Мансурым минең!