

Ҡарабай
Хикәйә. Сәлих ВАҺАПОВ.
Ғәлимдәрҙең ротаһы көнсығышҡа ҡарай атланы ла атланы. Рота тигәс тә, исеме генә ҡалғайны. Ҡайҙа беҙҙекеләр, ҡайҙа дошмандар икәнен белгән юҡ. Рота командиры капитан Иванов сержант Василийҙы Ғәлим менән разведкаға ебәрергә булды.
– Ҡайҙа дошман – асыҡлағыҙ. Ниндәй көс менән һөжүм итәләр? Беҙ илбаҫарҙарҙы ҡаршы алырбыҙ. Ярай, хәйерле юл, сержант Петров.
– Есть!
– Осрашыу – ошо ерҙә.
***
Ғәлим менән Василий көнбайышҡа ҡарай ҡуҙғалды. Бөтә нәмә буталды: ҡайҙа кемдәр икәнен белгән юҡ. Дошман тиһәң, беҙҙекеләр икән, беҙҙекеләр тиһәң, немец өҫтөңә менеп килә.
Бәлә уйламағанда ғына сыҡты. Василий ниндәй тауыш икәнен белергә киткәйне, автомат тауыштары ишетелде. Ғәлим шул яҡҡа табан йүгерҙе. Василий унлап немец менән алышҡа ингәйне.
– Василий, был яҡҡа, – тип ҡысҡырҙы винтовкаһынан ата-ата. Ләкин иптәше яраланғайны. Ғәлим уны ҡултыҡлап алды ла урманға ҡарай ыңғайланы. Василийҙың яраһы ныҡ ине, буғай, аҙ ғына барғас, бәлтерәне лә төштө.
– Мине ошонда ҡалдыр, – тине Василий. – Оҙаҡҡа бармам, ахыры. Һин кит, приказываю! Мин уларҙы ары ебәрмәй, тотоп торормон.
– Һеҙ нимә, иптәш сержант?
– Приказды үтәгеҙ! Һеҙгә әле капитанға доклад яһарға кәрәгәсәк.
– Есть!
Ғәлим бөтөн көсөнә урманға табан йүгерҙе. Артта автоматтар тырылданы. Күп тә үтмәне, бөтәһе лә тынды. Ғәлим урман буйлап йүгерҙе лә йүгерҙе. Уның артынан дошман эҙәрлекләй ине. Шул саҡ ул соҡорҙа ҡара бер шәүлә абайланы. Яҡын барып ҡараны. Ҡапҡанға эләккән икән. “Ҡара эт… Бисараҡай”. Тештәрен ыржайтып ята. Бик уҫалға оҡшаған.
– Тыныслан, тыныслан. Ҡотҡарырмын. Беҙ тыуған яҡты күрә алмағанға, исмаһам, беҙҙең урынға һин йәшә. Түҙ, түҙ, Ҡарабай.
Ғәлим елкәһенән шинелен алды ла тағатып ебәрҙе. Эттең башын шинелдең еңенә тыҡҡас, теге тешләшә алмай ине. Үҙ яҙмышына буйһондо. Бәлки, хәле лә самалы булғандыр.
– Бына, маладис, – тип һыйпаны Ҡарабайҙың арҡаһынан. Ҡапҡанды ысҡындырҙы. Эттең аяғы һынмаған, шулай ҙа яраһы ныҡ ине.
– Ярай, хуш. Мин киттем.
Ҡарабайҙы һуңғы тапҡыр һыйпаны ла алға ынтылды. Ҡараңғы төшөүгә роталарын барып тапты.
– Дошман беҙҙән биш саҡрым тирәһендә, – тип доклад бирҙе Ғәлим командирға.
– Дошманды ҡаршы алырға әҙерләнергә! – тип команда бирҙе капитан Иванов тиҙҙән.
Иртәнсәк дошман күренде. “Бик иркен киләләр, әйтерһең дә, сәйәхәткә сыҡҡандар…” – Ғәлимдең асыуы килде.
– Рота, пли!
Рота алышҡа инде. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә фашистарҙың танкыһы күренде. Ғәлимдең эргәһендә генә снаряд шартланы. Ул ауыр ыңғырашып окоп эсенә сүкте. Уның өсөн донъя ҡараңғыланды.
Ғәлим ағартылған бүлмәлә иҫенә килде. Госпиталь икән. Операция яһағандар. Һул ҡулының суғы юҡ. Снаряд ярсығын күкрәгенән, уң аяғынан алғандар. Бер аҙна иҫһеҙ ятҡан. Рота командиры Иванов та бында икән. Фашист пуляһы уның үпкәһен яралаған.
Көн үткәрә алмай ятҡанда, Ғәлим уға билдәһеҙ этте ҡапҡандан ысҡындырыуын һөйләне.
– Һуғыштан ҡасып барғанда, абайламай, ҡапҡанға эләккән булһа кәрәк.
– Ул эт булмағандыр, – тине капитан Иванов. – Элек был яҡҡа командировкаға килгеләй инем. Бындағы урмандарҙа ҡара бүреләр осрай. Ул бүре булырға тейеш. Снаряд шартлауынан, автомат тауышынан ҡото алынып сабып барғанда, ҡыштан ҡалған ташландыҡ ҡапҡанға эләккәндер.
…Өс айҙан аҡһай-аҡһай, ҡул суҡһыҙ булып, тыуған ауылына ҡайтып төштө Ғәлим. Ауыл уны нисектер, моңһоу ғына ҡаршыланы. Һуғыш алдынан ауылдан нур һибелеп торған кеүек ине бит. Урамда әҙәм заты күренмәй. Бөтөнөһө колхоз эшендәлер. Ноябрь башы булһа ла, ҡар күп яуғайны. Ул берләм һуҡмаҡтан ишек алдына инде. Һәр ваҡыттағыса ишек асыҡ, өйҙә берәү ҙә юҡ. Әсәһе фермала булһа кәрәк. Атаһы фронтта. Өйҙән сыҡты ла һарай яғына ыңғайланы. Ялан кәртәлә һыйыр менән быҙау көйшәп ята.
Бына ҡапҡанан әсәһе күренде. Ҡосаҡлашып күрештеләр.
Ғәлимдең ҡайтыуына ике-өс көн үтеп тә китте. Ҡулынан килгәнсә кәртә-ҡураны йүнәтте. Һөйгәне Фәриҙәнең Сәғит менән йәшәп ятыуын әсәһе арҡылы белде. Кемдер “көсләп”, кемдер “ҡурҡытып алған”, тип һөйләгән.
Бер көндө уны колхоз идараһына саҡырттылар. Инһә, колхоз рәйесе әлеге Сәғит икән. Бергә уйнап үҫкән иптәше хәҙер “Сәғит Әмирович” булып киткән. Бронь биргәндәр.
– Әйҙүк, әйҙүк, Ғәлим дуҫ, – тип ҡулын һуҙҙы Сәғит. Күрештеләр. – Ниңә инеп тә сыҡмайһың?
– Хәлде үҙең күреп тораһың инде…
– Әйҙә, хисапсы булып кил. Батырҙы фронтҡа алдылар. Урын буш.
– Ярай, улай булғас. Ҡасан эшкә тотонорға?
– Иртән үк эш башла.
1944 йылдың ҡышы ла килеп етте. Аттар аҙайғас, һыйыр егә башланылар. Фронттан арыу хәбәрҙәр килә: дошманды көнбайышҡа ҡыуалайҙар. Ләкин юғалтыуҙар ҙа күп, өй аша ҡара ҡағыҙ килеп тора.
Ноябрь аҙаҡтарында Ғәлим колхоз председателе Сәғит менән күрше ауылға китте. Йыйылыш оҙаҡ барҙы, шуға ҡайтырға бик һуң сыҡтылар. Колхоз айғыры ҡайтыу яғына шәберәк юрта.
Арттан ниндәйҙер шәүләләр күренде. Айғыр, ниҙер һиҙеп, шәберәк елде. Ғәлим артына әйләнеп ҡараны.
– Сәғит, беҙҙең арттан бүреләр ҡыуа төштө микән?
– Әйҙә, на-а! – Сәғит айғырҙың арҡаһына дилбегә менән ҡаҡты. Ләкин бүреләр яҡынайғандан-яҡынайҙы.
– Әйҙә, малҡай!
Айғыр сабырға тотондо.
– Давай, малҡай, бирешмә!
Ғәлим үкенде. Эх, мылтығын һалып алмаған! Һул ҡулы яғына тоҡан кеүек нәмә эшләп, мылтыҡтан атырға өйрәнгәйне ул.
Айғыр йән-фарман сабыуын белде. Бүреләр ҙә ҡалышырға теләмәне. Айғыр арыны, сабыуын яйлатты. Бүреләр санаға уҡ килеп етте. Әгәр ат алдына сыға ҡалһалар…
– Ғәлим, бүреләр беҙҙе тереләй ашай ҙаһа!!! – Һуғыштан тере ҡайтып та бүренән таланып үлербеҙме икән?
Сәғит айғырҙы ни хәтлем ҡыуһа ла, малҡай яйлағандан-яйланы.
– Бер ыңғай өс йән харап була… – тине Сәғит. – Етәксеһеҙ колхоз ни эшләр? Ҡәләмең һынһа, колхозға һинән ни файҙа? Ана, Фәриҙәгә лә кәрәгең булманы, миңә кейәүгә сыҡты, – тип Сәғит Ғәлимде сананан тибеп төшөрҙө.
– Өс йән урынына берәү генә ҡорбан булһын. Ярай, бәхил бу-у-ул!!! – Сәғиттең аяныслы тауышы төндө ярҙы.
Ғәлим тәкмәсләп көрткә барып төштө. Алайтып-былайтып аяғүрә баҫты, бүреләр уны уратып алғайны.
– Килегеҙ, барыбер берегеҙҙе алып китәм! – тине Ғәлим йән асыуы менән һыңар усын йомарлап. Шул саҡ Ғәлим өсөн аңлайышһыҙ ваҡиға башланды. Бүреләр үҙ-ара һуғышырға кереште. “Мине бүлешә алмай былар”, – тип уйланы ул.
Төн ҡараңғы ғына. Ләкин бүреләрҙең берәм-берәм урманға ҡарай һыпыртыуҙарын абайланы Ғәлим. Бына ике генә бүре ҡалды. Алыш бик ҡаты ине. Шунан файҙаланып, Ғәлим аҡһай-туҡһай ауылға ҡарай атланы. Бүреләрҙә уның ҡайғыһы юҡ. Шәберәк барырға тырышһа ла, сатан аяҡ менән күпме генә йүгерәһең инде.
Бер шәүләнең яҡынлағанын күрҙе. Ғәлим бышлыҡты. Барыбер ҡыуып етерен аңлап, туҡтаны. Хәл алып, һуңғы алышҡа әҙерләнде. Бүре лә бер-ике метр ҡалғас, туҡтаны. “Ул да хәл ала булһа кәрәк, – тип уйланы Ғәлим. – Нисауа, былай ғына бирешмәм”.
Бүре Ғәлимгә яҡынлашты. Әммә, килеп еткәс, уға ташланыр урынға, аяғына уралып иркәләнә башланы. Шунан аяҡ-ҡулдарын өҫкә күтәреп арҡаһына ятты. Эттәрҙең был ҡылығын белә Ғәлим: “һиңә буйһонам” тигәнде аңлата. Ғәлим һаҡ ҡына уға эйелде. Бүре ҡара ине. “Туҡта, туҡта, теге… түгелме?” Бүрене һаҡ ҡына һөйөп алды. Шуны ғына көткәндәй, бүре мороно менән уның битенә тейҙе. Ғәлимдең күңеле күтәрелеп китте. Улар шулай уйнай-уйнай ауылға килеп етте. Бүре туҡтап ҡалды.
– Мине ошонда көтөп тор, – тине Ғәлим. – Хәҙер һиңә ашарға алып киләм.
Бүре уны моңһоу ғына оҙатып ҡалды. Ҡайтып кире килһә, бүре урынында юҡ ине.
– Ҡарабай, Ҡарабай!
Ләкин бер нәмә лә күренмәне. Ир ауылға боролдо.
…Ғәлим ишек шаҡыуына уянып китте. Марат икән.
– Һин бындамы? Кисә председателгә йыйылыштан ҡайтышлай бүреләр һөжүм иткән. Һине, сананан осоп ҡалған, тигән булалар. Хужа үҙе районға киткән. Шул бүреләрҙе ауларға сығабыҙ. Әйҙә, мылтығыңды ал да, сәғәт унда ҡуҙғалабыҙ.
– Мин һуңға ғына… йәйәү ҡайттым.
– Ну, һин, шилма, берәүҙе табып алдыңмы? Кеше бушты һөйләй ҙә инде. Сананан осоп ҡалған, имеш.
Ғәлим бер һүҙ ҙә әйтмәне, Марат сығып китте.
Сәй ҡайнауға әсәһе лә ферманан ҡайтты. Сәй эскәс, мылтығын алып, идараға китте. Һунарға тиклем үҙ эше менән булырға ине иҫәбе.
Һунарсылар ун ике кеше йыйылды. Сәғәт ун тулыуға саңғы кейеп урманға ҡуҙғалдылар. Ҡар ат тубығынан. Шул арала егермеләп ат менгән йәштәр урман яғынан килеп сыҡты. Улар әйтеүенсә, бүреләр Үткәрмә урманында йыйылышып ята, имеш. Һунарсылар Үткәрмә урманына барып еткәндә төш еткәйне. Мылтыҡлылар урмандың үрьяғында бүреләрҙең сығыуын көтөп ятырға булды. Һыбайлылар аҫ яҡтан өҫкә ҡарай ҡыуырға тейеш. Бына һунар башланды. Аҫтан һайт та һайт тигән тауыштар ишетелә. Ғәлим, йәтеш урын һайлап, бүреләрҙе ҡаршыларға әҙерләнде. Ул арала уңдан да, һулдан да мылтыҡтар ата башланы. Бүреләрҙең сыйылдауы менән мылтыҡ тауышы буталды. Ғәлимдең күҙенә ағастар араһынан бер бүре салынды. Ул атырға әҙерләнде. Ныҡлабыраҡ ҡарағас, уның ҡара икәнен шәйләп ҡалды.
– Ҡарабай, Ҡарабай, – тип саҡырҙы Ғәлим ныҡ тауышланмай ғына. Ҡарабай Ғәлимгә ҡарай сапты. Килеп етте лә уның янына ятты.
– Эй, Ҡарабайымды! – Ғәлим уның арҡаһынан һөйҙө. – Һуғыш касафаты кешеләргә генә түгел, һеҙгә лә тейҙе. Ҡуй, сит-ят ерҙә йөрөмә. Ҡайт. Тыуған ереңдән дошман табанын ялтыратты. Ҡайт инде, ҡайт.
Бүре һәлмәк кенә атлап икенсе үҙәккә төшөп китте.
Һунар уңышлы булды: биш бүрене атып алдылар. Береһенең генә ҡасып ҡотолғаны асыҡланды. Ғәлим бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Уныһын да атып алырбыҙ. Ҡасып күп йөрөмәҫ, – тине Марат.
Иртәгеһен идараға китеп барһа, урамда Сәғит осраны. Ул юғалып ҡалғандай булды.
– Был һинме?
– Мин булмай, кем булһын?..
– Ғәфү ит инде, Ғәлим дуҫ.
– Һинең менән дуҫ булғансы, бүре менән дуҫ булыуың мең артыҡ, – тип Ғәлим сатанлай-сатанлай идараға йүнәлде. Сәғит башын эйгән килеш тороп ҡалды.
Ғәлим Ҡарабайҙы бүтән күрмәне. Ҡайтып киткәндер. “Кешеләргә генә түгел, хайуандарға ла тыуған ер ҡәҙерле шул…”
Сәлих ВАҺАПОВ.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=собака%20друг%20человека%20рисунок&from=tabbar&p=3&pos=132&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fi.ucrazy.ru%2Ffiles%2Fi%2F2009.1.14%2F1231955057_dog_portrait_by_eidolic.jpg