

Аҡса етмәй, кейенге лә килә, ашағы ла, тип көлдөрҙө бер көн танышым. Кешенең нимә менән туҡланыуы билдәһеҙ, ә бына кейенеүенә ҡарап аҙ-маҙ финанс хәлен самалап була.
Интернет селтәрендә лә, журналдарҙа ла матур булыу, нәзәкәтле итеп кейенеү, үҙеңде яратыу тураһында күп һөйләйҙәр. Ана шулар аңға йоғонто яһай күрәһең, ябай ғына аяҡ кейемдәре, икенсе йыл кейгән күлдәгең менән үҙеңә дошман һымаҡ тойола башлайһың.
Өйҙә бәпес менән ултырғанда рәхәт ине: уңай аяҡ кейемдәрең, бер-ике пар джинсыларың булһа – еткән. Күп осраҡта бала менән саф һауала йөрөгәнгә күрә, итәк-салбарҙарҙың, блузкаларҙың бер кәрәге лә юҡ. Ниндәйҙер байрам өсөн күлдәк, туфлиҙәрең оҙаҡ ҡына көтөп ята ла – вәссәләм.
Ә хәҙер… эшкә төшөү кейем-һалым йәһәтенән уйҙарға һалмай ҡалмай. Көн дә бер кейемдә йөрөү мөмкин түгел, килешмәй ҙә. Аҙнаһына биш тапҡыр бер үк аяҡ кейемдәре лә ялҡытпмы ялҡыта. Төрләндереп, осоҡланып йөрөйөм тиһәң ныҡ ҡына башты эшләтергә тура килә.
Һәр иртә балаларыңды, иреңде яҡшылап оҙатаһыңмы әллә үҙеңде ҡарайһыңмы? Кем нисектер – мин сәғәт алтыла тороп, бесәйемде ашатып, душ төшөп, иртәнге тамаҡ әҙерләгәнсе етем тула, артабан балаларҙы уятып, ҡыҙыҡайҙың сәсен үреп, ашатҡылағансы – сығырға ла ваҡыт.