

Бала саҡтан уҡ һеңлем менән минең арала дуҫлыҡ ептәре ныҡ булманы.
Бәләкәй ваҡытта уйынсыҡтарҙы боҙоп, ә ғәйепте миңә ауҙара ине. Ул минән 6 йәшкә бәләкәй. Мәктәпте тамамлап уҡыу йортона уҡырға инергә ваҡыт еткәс, атай-әсәйҙең уны башҡа ҡалала уҡытырға аҡсаһы булмаһа ла, мин ярҙам иттем. Сөнки 17 йәштән эшкә инеп, аҡса эшләй башлаған инем.
Беҙ яҡыная башланыҡ, ул күпмелер ваҡыт миндә йәшәне, уға ярҙам иттем. Ваҡыт уҙҙы, ул бик хәлле кешегә кейәүгә сыҡты. Бер ваҡыт ғаиләләребеҙ менән ял итергә килгәс, шунда уҡ бала саҡтан үпкә һаҡлауын, мине күрә алмауын әйтеп һалды, шуларҙы иренә һөйләне, мине яманларға тырышты. Йәнәһе, мин аҡса артынан ҡыуып, ул уҡырға килгәс тә, уны ас тотҡанмын, аҡса бирмәгәнмен. Ире ни әйтергә белмәйенсә, бер һүҙ әйтмәне. Шул кисен һеңлем менән бик ныҡ асыуланыштыҡ. Бер нисә көндән һуң ул ғәфү үтенде һәм башҡа тауыш сыҡманы.
Тормошомда ҡара һыҙыҡ башланды — балам ауырып китте, ирем шуны сәбәп итеп араҡы ҡолона әйләнде, уның менән айырылыштыҡ. Балам йыш ауырығанға, эштән китергә тура килде.
Әсәй-атайыма ҡайтырға тура килде. Уларҙың фатиры бик тар булғанға, һеңлемә йәшәп торорға урын табылмаҫмы, тип мөрәжәғәт иттем. Сөнки уның 2 фатиры буш тора. Йәнәһе, ире ҡара көнгә, тип алып ҡуйған. Ирем һине фатирға индерергә ҡаршы, теләһә нимә эшлә, тине лә ул телефонын һалды. Өҫтәүенә, атай-әсәйҙәрҙе лә миңә ҡаршы ҡоторта башлаған. Йәнәһе, мин хәҙер урта йәштәге ҡатын, һоранып йөрөгәнсе, торлаҡ мәсьәләһен үҙем хәл итергә тейеш.
Атай-әсәйҙәрҙең уның менән дә аралары насар. Уларҙы ярлы йәшәйһегеҙ, тип кәмһетә. Мин уның ҡыланыштарын күреп, ни әйтергә белмәйем, уның асыу тотоу сәбәптәрен асыҡларға тырыштым, тик ул: «Мин был хаҡта һөйләшергә теләмәйем» тип кенә яуап бирә.
Студент ваҡытта уға ни тиклем ярҙам иттем, уҡыуы өсөн түләнем. Башҡаларҙан кәм-хур булмаһын тип, үҙем кеймәгәнде, уға кейҙерҙем. Ә хәҙер рәхмәт ишетәһе урында, ул миңә әйләнеп тә ҡарамай. Балам менән ай һайын дауахананы юлын тапайбыҙ. Ә уның ире медицина өлкәһендәге түрә. Ярҙам кәрәкме, тип тә һорамай. Яҡын кешеңдең шундай ҡарашта булыуы ныҡ борсой...
Гөлфиә.