Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Декабрь 2021, 11:28

Өләсәйем һабағы (уймаҡ хикәйә)

Яман һүҙ, хәйерһеҙ, осло күҙ яғылмаған нәмә шулай пак була инде ул...

Өләсәйем һабағы  (уймаҡ хикәйә)
Өләсәйем һабағы (уймаҡ хикәйә)

Өләсәйем мине бала саҡта иртә таң менән уята ла былай ти торғайны: “Бар, улым, донъяның тереклеге уянмаҫ элек ҡоҙоҡтан саф, бысранмаған һыу алып кил әле...” Серлелеккә төрөлгән ошо сәйер ҡылыҡты балалыҡ менән аңлап етмәй инем, нисек инде улай, таш аҫтынан сығып сылтырап ағып ятҡан инеш һәр ваҡыт таҙа инде ул! Иллә тыңламай булмай, ихтирам иткән, яратҡан кешемдең ҡушҡанын үтәп, тау түбәненә кескәй генә силәк тотоп йүгереп төшөп китәм дә көмөштәй ялтыр, теште зәңкетерлек һалҡын һыу алып ҡайтһам, өйҙәгеләр самауыр ҡойоп ебәрә. Сәй яһағанда ла өләсәйем һөйләнеп ултырған көнө: “Яман һүҙ, хәйерһеҙ, осло күҙ яғылмаған нәмә шулай пак була инде ул...” Шунан бер аҙ үҫә төшкәс, ул ябай ғына итеп, теге саҡ зиһенемде ҡуҙғытмаған йомағын аңыма һеңдерҙе: “Йылғаның битенә һис ҡасан төкөрмә, юлда ятҡан ташты ла тибеп үтеп рәнйетмә, фанилыҡта һәр нәмәнең йәне бар”.
Яңыраҡ билдәле ғалим телевизорҙан белекле төҫ менән хәбәр һалды: ағып ятҡан һыу 90 градусҡа йүнәлешен үҙгәртһә, уның структураһы боҙола һәм көн ағышында кешенең ыңғай йә кире энергияһы ла уға күсеүсән икән. Тағы асыуға тулышҡан, булмышы тапланған йәнле һыуҙың дауылдар уйнатыуы, цунамиҙар барлыҡҡа килтереүе, ташҡындар хасил итеүе лә уға булған хәйерһеҙ мөнәсәбәткә яуабы, йәнәһе лә. Тыңланым, әммә иҫем дә китмәне, сөнки ул аҡылды әллә ҡасан өләсәйем һабағынан алғайным инде. Ә ул күпте белә ине. Фән докторы булмаһа ла...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: