Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Декабрь 2021, 13:43

Раузалар

“Үҙәгемә генә үткәрҙең! Мине уйламаһаң да, исмаһам, балаларың хаҡына эсмәһәң ине... Үҙемде һинең өсөн һаҡлап йөрөткәнемде белһәм. Эх...”

Раузалар
Раузалар

Рузилә ИҪӘНБАЕВА.

Раузалар. Хикәйә


Таңға ҡарай һыуыған өйөндә Әлиә көндәгесә сәғәтенән алда уянып, ята бирҙе. Былай ятып булмаҫ, балалар тороуға өйҙө йылытырға, ут яғырға кәрәк тип, тороп китте. Ишек төбөндәге бүлмә баш тыҡҡыһыҙ ине. Бер ни белмәй иҫереп йоҡлап ятҡан иренә ҡарағас, мейеһенән: “Үҙәгемә генә үткәрҙең! Мине уйламаһаң да, исмаһам, балаларың хаҡына эсмәһәң ине... Үҙемде һинең өсөн һаҡлап йөрөткәнемде белһәм. Эх...” – тигән үкенесле уйҙар йүгерҙе. Үкенмәҫ тә ине. Күрмәгән, белмәгән кешеһенә көсләп кейәүгә бирһендәрсе әле. Үтмәй ултырған, аҡылға бер төрлөрәк, эш рәте белмәгән ҡыҙ булһа, бер хәл. Ҡыҙҙарҙың да ниндәйе ине бит ул! Төҫ тиһәң – төҫ, ҡара ҡуйы толомон үреп алға төшөрһә, тубығына етә торғайны. Баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтеп, аш-һыу, йорт-ҡура эшендә лә, ҡырҙа, мал тирәһендә ҡара эшкә лә шәп ине. Йәмәғәт эштәре менән ҡайнаны, кисен клубта концерт ойош­то­роу­сы­лар араһында ла булды. Һығылып-бөгөлөп, күлдә йөҙгән аҡҡош кеүек бейеүҙәре һәр кемде хайран ҡалдыра ине. Әлиәнең дә булды күңелле йәшәгән ваҡыттары.
Йолаһына тоғро ҡалайыҡ тип, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер көн туй һөйләшә килделәр. Күрше ауылда йәшәһәләр ҙә, Әлиә буласаҡ тормош иптәшен үҙ ғүмерендә тәүгә күрҙе. Иҫ белмәгән саҡта ҡолаҡ тешләтешкәндәрен ҡайҙан хәтерләһен, ти, инде?! Икеһе ике ауылда мәктәп тамамлап, артабан төрлө район үҙәгендә белем алырға тура килде. Ҡыҫҡаһы, юлдары киҫешергә тейеш түгел ине уларҙың. Бәлки, Рәмил үҙенә кәләш табып, өйләнеп, тормошон хәстәрләр булдыҡлы егет булһа, улар ҡауышмаҫтар ҙа, был донъяла бер-береһенең барлығы тураһында белмәҫ тә ине... Шулай ҙа Әлиәнең ныҡышмал бейеме үҙенекен эшләтте. Әсә-атаһы елкәһе менән елкәле булып өйрәнгән Рәмил кәләшле лә булды. Башта, әлбиттә, үҙенең ысын йөҙөн йәшерҙе, бәлки, оялғандыр ҙа. Әлиәгә ул ипле генә, ҡырмыҫҡа үлтерергә лә йәлләгән кеше кеүек күренде. Шул баҫалҡылығы, сабыйҙарса эскерһеҙ ҡарашы менән арбаны ҡыҙҙы. Ислам исемле егете менән юҡ-барға үпкәләшеп йөрөгән сағы ла ине. Уныһы, һине минән башҡа бер кем дә алмаясаҡ, тип үпкәләткәйне. Үтмәҫ тауар, тип түгел, минең кеүек һине бер кем дә үлеп яратмаясаҡ, тип әйтеүен оҙон сәсле ҡыҙ аңламаны шул. Бер ай эсендә уйламағанда шулай ир ҡатыны булды ла ҡуйҙы.
Күңеле ятмаһа ла, күнеп, һәүетемсә йәшәп китте. Эйе, тап йәшәп китте. Сөнки уларҙың ғаиләһендә бер үҙе ҡыбырланы, нимәлер булдырырға тырышты. Рәмилде урамдағы яңылыҡтар, кем кем менән ҡайҙа нимә эшләгән, тигән хәл генә борсоно. Тора-бара арлы-бирле ферма быҙауҙары бағып алып ҡайтҡан, тапҡан-таянғанын эсә башланы. Мәмәй булһа ла, эсһә лә, ниндәйҙер сабыйлығы ҡалды иренең. Ҡатынына ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ ҙә әйтмәне, балаларҙы ҡарашмаһа ла, иркәләтте, яратты. Тик кәрәк саҡта әйтер һүҙе булманы, иңен ҡуйманы. Әлиәне балалары ғына тотто. Уларҙы атайһыҙ иткеһе килмәне.
Эс кейеме өҫтөнән арлы-бирле халат менән куртка эләктереп, биҙрәһен шалдырлатып төкөтөп алмайым тип, бесәй кеүек баҫып ипләп кенә һыйырҙарын һауырға сығып китте. “Күҙем тартасы, изгегә булһын инде”, – тип, Әлиә кәртә бүрәнәһенең аҡ эзбизен уң яҡ күҙе бәбәгенә һөртөп алды. Гөбөрләтеп һыйырҙарын тартып ингәнсе Рәмиле урынында юҡ ине. “Күп булһа, башын төҙәтергә сығып тайғандыр, эшкинмәгән“, – тип эстән генә көйөп ҡуйҙы ҡатын.
Әсәләре ингән арала уянып, ике ҡыҙы йәһәт кенә йыйынып, мәктәпкә сығып та китте. Ә Әлиә, көндәгесә, район үҙәгенә юлланды. Көн дә шулай: яңы һауған һөтөн ҡойоп алып, кистән айыртҡан ҡаймаҡ, эремсектәрен һалып алып барып һатып, икмәк-сәйлек, көн итерлек аҡса эшләй.
Бөгөн дә шундай ғәҙәти көндәр теҙмәһенең берәүһе ине. Мал тотмаған ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей, эш кешеләре яйлап тауарын кәметте. Баҙарға инеп- сығып йөрөгән кешеләр араһында таныш кешеһен күреп, Әлиәгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте, берсә ҡыҙарынып-бүртенде, берсә ойоп аптырап торҙо ла, аңына килеп, нисәмә йылдар уйлап йөрөп, бер ҙә теленә алмаған исемде ҡысҡырып ебәрҙе:
– Исла-а-а-м! – үҙенең ҡысҡырыуына үҙе тертләп киткәндәй булды Әлиә, оялышынан ҡыҙарҙы.
– Әлиә?! – тип, аптыраулы күҙҙәр тирә-яҡҡа ҡаранды ла ир уҡтай уға атылды.
– Нисәмә йәй, нисәмә ҡыш! – тип күреште улар.
– Алай ҙа өндәштең, Әлиәү, танымаҫ та инем мин һине, – йәлләү ҡатыш үкенесле тауыш, тамам нәҙегәйә төшөп, бышылдап ишетелде. Исламдың ауыҙынан сыҡҡан аҙаҡҡы өндәре күкрәгенән ҡыҫылып сыҡты. Уның күҙҙәренә йәш төйөлдө. – Бары күҙҙәрең генә шул килеш ҡалған.
Бер нисә секунд эсендә уларҙың күҙ алдынан танышҡан көндәре, бергә үткәргән йондоҙло кистәре, сер-хистәрен һаҡлаған аҡ ҡайын һәм һуңғы күрешкән көндәре күҙ алдарынан кино таҫмаһы кеүек йүгереп үтте. Улар донъяларын онотоп, бер-береһенең ҡайнар ҡосағына сумды.
– Әлиә, әйҙә бында тормайыҡ, – тип Ислам ҡатынды баҙар ҡаршыһында урынлашҡан кафеға ыңғайлатты.
Ике яҡта үткән яҙмыштар хаҡында барҙы һүҙ. Ире менән ауыр йәшәгәнен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Ислам Әлиәнең күҙҙәрендәге һағышҡа, йөҙҙәрендәге йыйырсыҡҡа ҡарап, барыһын да аңланы. “Бар кешеләрсә донъя көтәбеҙ инде”, – тип кенә яуапланы ҡатын.
– Әлиә, һиңә тиңдәр таба алманым. Өйләнмәнем. Шәхси эшем менән шөғөлләнәм, үҙеңде лә, ике балаңды ла ҡарарлыҡ хәлем бар. Иреңдән айырыл да миңә күсеп килегеҙ! – тип әйтеп һалды ир.
– Яҙмыш китабы шулай яҙылғандыр инде, Ислам. Мин балаларымды үҙ аталарынан айырмам, ғәфү ит. Әле лә типһәң, тимер өҙмәле сағың, үҙеңә бала табып би­рерҙәй ҡатынға өйлән! Ғүмереңде бушҡа уҙғарма! – тине Әлиә.
Ислам ниҙер иҫенә төшөрөп, кире әйләнеп киләсәген иҫкәртеп сығып китте. Бер мәлдән һуң ул һөйгәне янына утыҙ биш раузанан торған гөлләмә тотоп килеп инде.
– Һинең бит иртәгә юбилейың, ҡотлайым!
Әлиәнең йөҙө оялышынан нурланып китте.
– Онотмаған бит әле, ҙур рәхмәт, – тип ғүмерендә беренсе тапҡыр бындай бүләк алған ҡатын иҫе китеп һоҡланып ултыра бирҙе.
Ҡуҙғалырға ваҡыт етте. Икеһе лә теләр-теләмәҫ кенә урынынан торҙо.
– Ҡайҙа алып барайым? Өйөңәме, үҙемәме? – Ислам егет булып ҡыланды.
– Һүҙемде әйттем бит инде, Ислам. Апайымдарға барам тигәйнем, шунан автобусҡа сығырмын – бер ҡатлы ҡатын сәскәләрен күкрәгенә ҡыҫып, иргә ҡарап торҙо.
Ислам йәшлек мөхәббәтен кәрәкле адрес буйынса алып барҙы. Тыныс ҡына хушлаштылар. Әлиә апаларында бер сынаяҡ сәй эсте лә, иртәгә тыуған көнөмә килегеҙ, тип ҡабаланып ҡайтып китте. Һулымаһын тип залдағы өҫтәлгә өс литрлы банкаға ҡуйылған сәскәләр шунда тороп ҡалды. Әллә онотолоп, әллә…

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: