Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Ғинуар 2022, 15:00

Яңы йыл тураһында ҡыҙыҡлы 9 факт

Ошонан Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙың ҡыҙы булып китә, һуңынан ейәнсәре.

Яңы йыл тураһында ҡыҙыҡлы 9 факт
Яңы йыл тураһында ҡыҙыҡлы 9 факт
1699 йылдың 20 декабрендә Рәсәй императоры Петр I үҙенең яңы указы менән кешеләрҙе аптырата. Батша йылдың башы итеп 1 ғинуарҙы билдәләй, ә 1 сентябрҙе түгел. Указда тағы ла шуны өҫтәп яҙа: өйҙәрҙе шыршы, ҡарағай ботаҡтары менән биҙәргә, байрамса кейенергә, мылтыҡтан атырға һ.б.
 
Тәүҙә миҫал өсөн батша Ҡунаҡһарайҙа Яңы йыл биҙәктәренең күргәҙмәһен ойоштора. Шунан һуң киләһе йылды ҡаршылау матур традицияға әүерелгән.
 
Байрам шыршыһы оҙаҡ йылдар рөхсәт ителмәй
 
Большевиктар йәмәғәт урындарында һәм өйҙәрҙә байрам шыршыһын биҙәүҙе тыйып указ сығара. Урман матурҡайын биҙәп торған йондоҙсоҡ та шул иҫәптән тыйыла, был дини ҡағиҙәләр менән сикләнә. Шулай итеп, Рәсәй халҡы 17 йыл дауамында Яңы йылды шыршыһыҙ ҡаршылай.
 
Халыҡ араһында йәшереп шыршы биҙәүселәр табыла, әммә был бик ҡурҡыныс була. Әгәр хәбәр властарға барып етһә, һөргөнгә ебәреүҙәре ихтимал.

1935 йылда ғына киренән шыршы биҙәй башлайҙар, был хаҡта үҙәк гәзиттә яҙыла. Йондоҙсоҡто ла ҡайтаралар.
 
"В лесу родилась елочка" 115 йәшен билдәләй
 
Рәйсә Ҡоҙашеваның "В лесу родилась елочка" шиғырына былтыр 2018 йылда 115 йыл булды. Ул 1903 йылда "Малютка" балалар журналында баҫылып сыға. 1905 йылда Леонид Бекман шиғырҙы көйгә һала, шул ваҡыттан был йыр балаларҙың теленән төшмәй.
 
Ҡыш бабай яңғыҙы була.
 
Иң тәүҙә, Ҡыш бабай берҙән-бер Яңы йыл персонажы була. 1873 йылда Александр Островский "Снегурочка" пьесаһын яҙғанға тиклем. Ошонан Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙың ҡыҙы булып китә, һуңынан ейәнсәре. Репрессия йылдарында Ҡарһылыу ҙа тыйылған персонаждарҙың береһе була. Сергей Михалков Кремлдә балалар өсөн Яңы йыл байрамы ойошторғанға тиклем.
 
Ҡар бабай XIX быуатта барлыҡҡа килә .Икенсе билдәле байрам персонажы, Ҡар бабай, XIX йөҙ йыллыҡта килеп сыға. Тап бөгөнгөһө кеүек була - өс ҡар тупалағынан тора, башында биҙрә, кишер-танау һәм һепертке тотҡан.
 
1 ғинуар эш көнө була.
 
1947 йылға ҡәҙәр 1 ғинуар эш көнө була. Юғары совет Президиумының 1947 йылдың 23 декабрендәге указы менән бөтә ил 1948 йылдың беренсе көнөндә ял итә.
 
Брежнев тәү башлап Яңы йыл менән ҡотлай. 1970 йылда беренсе башлап ил башлығы Леонид Брежнев зәңгәр экрандарҙан бөтә совет илен Яңы йыл менән тәбрикләй. Хәйер, ул ваҡытта зәңгәр экрандар түгел, аҡлы-ҡаралы булғандыр.
 
Леонид Брежнев оҙаҡ ваҡыт илдең үҫеше хаҡында, яңы тамамланған биш йыллыҡтың һөҙөмтәләре хаҡында бәйән итә.
 
Ҡыш бабай "Әкиәт хеҙмәте ветераны" исемен ала 2009 йылда Бөйөк Устюг Ҡыш бабайын "Әкиәт хеҙмәте ветераны" исемен менән билдәләйҙәр.
 
Пенсия фондының Вологда бүлеге хеҙмәткәрҙәре был Ҡыш бабайға боландар менән бөтә донъя буйлап бушлай йөрөү танытмаһы бирә.
 
Ҡыш бабайҙы өйгә саҡырыу 1970 йылдарҙа килеп сыға.
 
Бынан алда байрам хужаһы мәҙәниәт йорттарында, белем усаҡтарында ғына балаларҙың күңелен аса.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: