Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Ғинуар 2022, 20:51

Туңдырғыс боҙланһа

Туңдырғыс стеналарына боҙ ҡатмаһын, йыуыр алдынан боҙ тиҙерәк иреп төшһөн өсөн, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Туңдырғыс боҙланһа
Туңдырғыс боҙланһа

Туңдырғыс стеналарына боҙ ҡатмаһын, йыуыр алдынан боҙ тиҙерәк иреп төшһөн өсөн, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
  Туңдырғысҡа ҡуйғанда әйберҙәрҙе пластик контейнерға һалығыҙ, һауыт ҡапҡасын тығыҙ ябығыҙ.
  Туңдырғыстың герметиклығын тикшерегеҙ. Ишеккә ҡағыҙ ҡыҫтырып ҡалдырығыҙ ҙа ябығыҙ. Әгәр ҡағыҙҙы тартып алып булһа, туңдырғыс ишегенең герметиклығы боҙолған тигән һүҙ. Шуға күрә эстә боҙ бик тиҙ ҡата. Бындай туңдырғыстың ишегенең резинкаһын яңыртырға кәрәк.
  Туңдырғысты тиҙ иретеү өсөн, ишеген асығыҙ ҙа ҡаршыһына вентилятор ҡуйығыҙ. Фен да ҡулланып була.
  Ҡайнар һыу һалынған пластик шешә һыуытҡысты тиҙерәк иретә. Тағы ла тиҙләтергә теләһәгеҙ, бер нисә шешә ҡуйырға мөмкин.
  Ҡайнар һыу булған пульверизатор ҙа тиҙерәк иретергә ярҙам итә. Боҙлы стеналарға эҫе һыу һиптереп сығығыҙ.
  Туңдырғыс тулыһынса боҙҙан арынғас, ҡоро стеналарға мамыҡ диск ярҙамында глицерин һөртөгөҙ. Шунан һуң туңдырғыс стеналары оҙағыраҡ туңа.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: