Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Ғинуар 2022, 20:13

Ендәр беҙҙең арала

Был хәлгә шаһит булған яҡындары өләсәйемде алып өйгә инеп бикләнгән һәм доға уҡый башлаған.

Ендәр беҙҙең арала
Ендәр беҙҙең арала

ТӨН УРТАҺЫНДА КЕМДЕҢДЕР ӨҪТӨМДӘ УЛТЫРЫУЫНА УЯНЫП КИТТЕМ. БЕРӘҮ БЫУА МЫ НИ: ТЫН АЛА ЛА, ҠЫСҠЫРА ЛА АЛМАЙЫМ. СӘБӘЛӘНЕҮЕМ ДӘ БУШҠА ҒЫНА КЕҮЕК. ОШО БЕР НИСӘ СЕКУНД ЭСЕНДӘ ГЕНӘ МЕЙЕМДӘН МЕҢЛӘГӘН УЙ ЙҮГЕРЕП ҮТКӘНДЕР. “ӘЛЛӘ ҒҮМЕРЕМ – ДЕҢ АХЫРЫ ЕТТЕМЕ ИКӘН?” – ТИП АЛЛАҺЫ ТӘҒӘ ЛӘ НӘН ЯРҘАМ ҺОРАП ЯЛБАРА БАШЛАНЫМ. ШУЛ ВАҠЫТ БЫНЫҢ МИНЕ ЫСҠЫНДЫРҒАНЫН ТОЙҘОМ ҺӘМ, НИҺАЙӘТ, ҺУЛЫШ АЛЫП ЕБӘРҘЕМ. ҮҘЕМ ШЫБЫР ТИРГӘ БАТҠАНМЫН, ҠЫБЫРЛАРҒА ЛА ҠУРҠАМ. БЕЛГӘН ГЕНӘ ДОҒАЛАРЫМДЫ УҠЫЙ-УҠЫЙ БАРЫП УТТЫ ҠАБЫҘА ҺАЛДЫМ…

АУЫЛ УРАМЫНДАҒЫ ШАЙТАНДАР ТУЙЫ

 Ошондайыраҡ хәлдәр тураһында башҡаларҙан да ишеткәнем бар ине. Был осраҡты һөйләгәс: “Ен быуғандыр”, – тип фаразлағандар булды. Элегерәк ышанмаһам, хәҙер күңелдә шик-шөбһә тыуып ҡуйҙы. Олатай-өләсәйҙәрҙән дә ендәр тураһында ишеткеләнем бит. Әлбиттә, бала саҡта уларҙың һөйләгәнен әкиәт кеүек кенә ҡабул итәһең дә, күп тә тормаҫтан онотаһың шул.

Мәҫәлән, олатайымдың әсәһе йөҙйәшәр Хәҙисә өләсәйем дә ендәрҙе күреүе тураһында бәйән иткәйне. Үҙе сабый саҡта булған икән был хәл. Бер мәл ауыл урамына ендәр туйы килеп ингән: ҡайһылары арбала ултырып бара, икенселәре малдарын ҡыуа, шар ҙа шор килгән тауыштары яңғырап тора. Үҙҙәре үтә күренмәле тиерлек. Был хәлгә шаһит булған яҡындары өләсәйемде алып өйгә инеп бикләнгән һәм доға уҡый башлаған. Баҡһаң, ендәр юлдарына осраған кешеләрҙе лә үҙҙәре менән алып китеү һәләтенә эйә икән. Хәҙисә өләсәйем  ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, тегеләрҙе йәшенә-боҫа тәҙрә аша ҡарап ҡалыуы тураһында һөйләгәйне.

Түбәндәге хәл дә уның менән булған. Бер мәл өләсәйем Иҙел буйына муйыл йыйырға юлланған. Байтаҡ ҡына йөрөп арығас, сиҙәм өҫтөнә хәл йыйырға ятҡан. Быны серемгә тарта башлаған. Шул ваҡыт йоҡо аралаш үҙен ниндәйҙер тауыштың өҫтө- нән төшөргә өгөтләгәнен ишеткән. Әммә йыбанған, арыуы ла үҙенекен иткәндер инде. Уянһа, ни күрһен, йөҙө бер яҡҡа салышайған, һөйләшергә теле әйләнмәй икән. Илай-илай ҡайтып киткән был. Туғандары уны шунда уҡ ауылдың иң көслө муллаһына алып киткән. Дауа- ланыр өсөн уға был мәлдә алыҫ тараф- тарҙан да ки- лер булған- дар. Әле лә зыярат ҡылыр- ға ҡәберенә киләләр икән. Яман уйлылар- ға ел-дауыл кеүек ҡурҡыныс кирәмәт- тәр  күрһәтеп ҡайтарып ебәрә, тип тә һөйләй ҙәр. Мулла өләсәйемде күреп ҡалыу менән: “Эй, балам, нишләп әйт- кәнде тыңламаның, һиңә, өҫтөмдән тор, тип әйткән- дәр бит. Ҡәбер өҫтөнә ятҡанһың. Бынан ары “бисмилла”һыҙ хатта ултырыр булма”, – тип өшкөрөп, яңағын яулыҡ менән бәйләп ҡайтарып ебәргән. Ошонан һуң өләсәйем һин дә мин шәбәйеп киткән.

Был хәлде иһә танышым һөйләне. Йәшлегендә бер кистә әхирәтен күрергә тип сығып киткән. Урамдан китеп барғанында төҙөлә башлаған йорт һәм уға терәлгән ҡойма араһында быҙау ҡыҫылып торғанын шәйләгән. Эй йәлләткес итеп баҡыра икән үҙе. Быны ысҡындырып ебәрергә ҡарар иткән. Әммә яҡынлашыуы менән теге юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған. ”Күҙгә генә салынғандыр. Кисен нимә күрмәҫһең”, – тип үҙ-үҙен тынысландырған да артабан юл тотҡан. Әхирәтенең өйө эргәһенә барып етһә, ихатала сең- ләп-сеңләп тегенең һеңлеһе илап ултыра икән. Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплаған. “Рәшиҙә, ниңә илайһың, нимә булды?” – тип һораһам, был да ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Аяҡтарым ҡалтыранып китте, ҡурҡышымдан өйгә йүгереп индем. Тегеләр иһә күмәкләшеп һин дә мин киске сәй эсергә йөрөй, Рәшиҙә лә яндарында. Хәлде һөйләп биргәс, күмәк- ләп кире оҙатып ҡуйҙылар. Яңғыҙ ҡайтырға ҡурҡа инем”, – тип һөйләгәйне ул.

З. РӘШИТОВ әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: