Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Ғинуар 2022, 19:59

КҮРӘҘӘСЕГӘ БАРМА – ЙӘНЕҢӘ ГОНАҺ АЛМА

Ҡиәмәт көнөндә тап киреһе буласаҡ.

КҮРӘҘӘСЕГӘ БАРМА – ЙӘНЕҢӘ ГОНАҺ АЛМА
КҮРӘҘӘСЕГӘ БАРМА – ЙӘНЕҢӘ ГОНАҺ АЛМА

Эйе, ошо һәм башҡа ваҡиғалар үҙебеҙҙекенә параллель донъяның да бар икәнлегенә ышандырып ҡуя. Мәҫәлән, яңыраҡ Бөрйән районындағы хәл дә бик күптәрҙе шаңҡытты: унда көпә-көндөҙ юлсылар тау өҫтөндә ҡала хасил булғанын күҙәткән, хатта фотоға ла төшөрөп алған. “Ҡараһаҡ, Аҡбейек тауҙары өҫтөндә тотош ҡала хасил булған: бишәр, туғыҙар ҡатлы йорттар теҙелгән... Саҡ ҡына ситкәрәк китеп, баяғы офоҡ яғына ҡарап тора башланым. Ул күҙ алдымда бер урындан уртаға ярыла башламаһын- мы... Ҙур ғына асыҡлыҡ хасил булды...” – тип яҙғайны ошо хәлдең шаһиты Таңһылыу Баһауетдинова. Тимәк, аңыбыҙ төшөнә алмаған серҙәр бихисап әле.

Баҡһаң, параллель донъяның барлығын дин дә инҡар итмәй. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә лә ендәр тураһында әйтелә. Тимәк, Ер шары уларҙың да йәшәр урыны булып тора. Аллаһы Тәғәлә тарафынан уттан яратылған был йән эйәләренә лә зиһен бирелгән. Уларҙың кешеләрҙән күпкә аҡыллыраҡ булыуҙары тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Ендәр үҙҙәре теләгән ҡиәфәтте лә ҡабул итә ала икән.

Ислам дине буйынса, ендәр араһында ла мосолмандар һәм иманһыҙҙар бар. Дини ендәр Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса йәшәй һәм уның тыйғандарынан тыйыла, йәғни кешеләр менән бәйләнешкә инмәй. Ә иманһыҙҙар бәндәләрҙе ҡурҡыта, үҙҙәренә оҡшаған йортҡа эйәләп, унда йәшәгәндәрҙе ҡыуалап сығара ала. Мәҫәлән, өй эйәһе лә шул уҡ ен икән. Ҡайһы бер дини ғалимдар хәбәр итеүенсә, улар бәләкәй кәүҙәле, ҙур күҙле, әммә ифрат көслө. Ҡайһы саҡта үҙҙәренә оҡшамаған малды шул тиклем йонсоталар, иртән улар шыбыр тиргә батып, һәр нәмәнән һиҫкәнеп тора. Ә беҙ өй эйәһе тип атаған ендең аҡылы баланыҡы кеүек, үҙ-үҙен ҡарай алмай. Шуға ла кеше өҫтәлендә ҡалдырған аҙыҡ менән генә мөрхәтһенә. Ҡайһы саҡ өйҙә йыш ҡына бер сәбәпһеҙгә әйбер юғалыуына аптырайбыҙ – был да уларҙың “этлеге” икән. Шуға күрә Мөхәммәт пәйғәмбәр (с. ғ. с.) йортта ут ҡалдырмаҫҡа һәм ашһыуҙы һәр ваҡыт япма менән ябып ҡалдырырға кәңәш иткән.

Һәр кешегә беркетелгән ен дә (Карин) була икән. Ул һинең яңғыҙлыҡта нимә эшләүең, ниндәй шөғөл- дәргә өҫтөнлөк биреүең, яҡындарың менән күберәк ниндәй темаға аралашыуың тураһында бөтәһен дә белә. Был турала Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә (с. ғ. с.) үҙенең хәҙис-шәрифендә әйтеп ҡалдырған.

Һуңғы осорҙа төрлө экстрасенстар һәм кү- рәҙәселәр күбәйеп китте. Ундайҙар хатта фанилыҡҡа күскәндәрҙең дә ҡасан һәм нимәләр ҡылғанлығы тураһында бәйән итә ала. Бының өсөн уларға ошо кешенең исемен генә белеү зарур. Баҡһаң, күрәҙә был бәндәнең шул ене менән бәйләнешкә сыға һәм унан башҡаларҙы ышандырырлыҡ мәғлүмәт һорай.

Ә киләсәк тураһында мәғлүмәтте ендәр күктән урлай икән. Бер-береһенең өҫтөнә баҫа-баҫа өҫкә үреләләр. Аллаһы Тәғәләнән ишеткәндәре тураһында фәрештәләрҙең һөйләшкәндәрен былар кире бер- береһе аша күрәҙәсегә еткерә. Әлбиттә, бындай осраҡта дөрөҫкә йөҙ ялған да ҡушыла. Фәрештәләр тегеләрҙе күреп ҡалһа, осоусы йондоҙҙар менән ҡыуып ебәрә. Был турала Ҡөрьәндә лә әйтелгән (15:17–18). Шуға ла йондоҙ атылғанда теләк теләргә ярамай, ул күктән ендәрҙең ҡыуылыуына ишара.

Ислам дине төшкәнгә ҡәҙәр ғәрәптәр араһында күрәҙәлек ҡылыу киң таралған булған. Әммә Мөхәммәт пәйғәмбәр (с. ғ. с.) быны тыйған. Күрәҙәлектә ярҙам итеү өсөн ендәр үҙҙәренә һәм шайтанға  табыныуҙы талап итә. Шуға ла экстрасенсҡа мөрәжәғәт  иткәндәрҙең ҡырҡ көн дауамында доғаһы   ҡабул ителмәй икән.

Ендәрҙән нисек һаҡланырға һуң? Баҡһаң, улар кешеләрҙе күреү һәләтенә эйә, ә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Ҡиәмәт көнөндә тап киреһе буласаҡ. Төндә ен баҫмаһын өсөн йоҡлар алдынан “Аятел көрси”ҙе уҡырға кәңәш ителә. “Йортта “Аятел көрси” булһа, унда Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте инер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә (с. ғ. с.) үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ҡөрьәндең иң һуңғы “Ихлас”, “Фәләҡ” һәм “Нәс” сүрәләрен уҡыу ҙа ҡара көстәрҙән һаҡлаясаҡ. Әлбиттә, һәр эште “бисмиллаһ” менән башлау зарур.

ЫСЫНЛАП ТА, ЗИҺЕНЕБЕҘ ТӨШӨНӨП ЕТМӘГӘН ХӘЛДӘР БЫЛ ДОНЪЯЛА БИХИСАП. ШУНДАЙ СӘЙЕР МӘЛДӘРҘӘ ГЕНӘ КЕШЕ ҮҘЕНЕҢ КӨСҺӨҘЛӨГӨН ТАНЫЙ ҺӘМ АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘГӘ ҺЫЙЫНА. БӘЛКИ, МИН-МИНЛЕГЕ ӨҪТӨН       СЫҒЫП,        ҮҘЕН ДОНЪЯ ХУЖАҺЫ ИТЕП ТОЙҒАНДАРҘЫ УРЫНЫНА УЛТЫРТЫУ ӨСӨН ДӘ ЯРАТЫЛҒАНДЫР УЛАР? ЯУАП БИРЕҮЕ АУЫР, ӘЛБИТТӘ. ЖУРНАЛ УҠЫУСЫЛАР АРАҺЫНДА ЛА ОШОНДАЙ ХӘЛДӘРГӘ ТАРЫҒАНДАР ЙӘ УНЫҢ ТУРАҺЫНДА ИШЕТКӘНДӘР БАРҘЫР, МОҒАЙЫН. 

 

З. РӘШИТОВ әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: