Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Ғинуар 2022, 13:03

Ете төн уртаһында

Мин дә шулай уйлайым. Етмәһә, Афған. Ана, апайымдың улын цинк табутта ҡайтарҙылар.

Ете төн уртаһында
Ете төн уртаһында

Василь БЫКОВ.

Василь (Василий) Быков (1924 – 2003 ) — белорусь яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, капитан.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

 

Ул кистә, һуңғы кистәрҙәге  кеүек  үк, Черняк өйөнә һуң ҡайтты.   Төнгөлөккә яныа ҡалған подъезда өҫтән рәшәткә менән уратып алынған дежур лампочка  бөләңгерт яҡтырта; ул ҡабаланып лифттың ҡыҙыл төймәһенә баҫты, ләкин юҡҡа ғына: лифт буш түгел ине.

Был уны үҙ алдына эстән генә һүгенергә мәжбүр итте: ашыҡҡанда, һәр ваҡыттағыса, лифт урынында булмай. Черняк күптән  ҡыҫталғайны, сөнки урамда оҙаҡ атланы, уға тиклем кафела Семен менән ултырғайны.   Ғәҙәттәгесә, ҡара-ҡаршы оҙатышыу баш- ланды: башта ул – Семенды, шунан тегеһе уны, Чернякты, унан тағы ла ул Семенды метро станцияһына тиклем. Эшлекле һөйләшеүҙәре лә оҙаҡҡа һуҙылды. Черняк дуҫынан Семендың таныштары ярҙамында банктан ҙур булмаған, әммә мөһим кредит алыуҙа ярҙам итеүен үтенде.

Шул ваҡытта Черняк, бәлки, көрсөктән  сыға алыр. Ошо көндәрҙә Мангеймдан трайлер килеп етергә тейеш, кисә ул был хаҡта Курт менән килешеп ҡуйҙы. Курт – ышаныслы кеше, һүҙе эшенән айырыл- май. Юлдар, таможня, пошлина һәм ришүәттәр – уларҙың күпме ваҡытты һәм күпме аҡсаны йотоуын бер кем белмәй. Кредит егермеһенән дә ҡалмай кәрәк, ә бөгөн айҙың ун алтынсы көнө тамамланды.

Ашығырға тура килде.

Лифт ҡайҙа һуң?

Лифт һаман юҡ ине, төймәһе лә әллә ни эшләне – йә бына-бына һүнергә йыйынғандай, тоноҡланды, ул бармағын баҫырға әҙер тотто. Йә билдәһеҙ сәбәп менән көтмәгәндә ҡыҙыл яҡут уты сағыу балҡыны, һәм ҡайҙалыр өҫтә алыҫ туҡылдау ишетелде – әйтерһең, кабинала кемдер бар. Тағы ла ярты минут көткәс, Черняк, баҫҡыстар буйлап йәйәү менергә тура киләсәген төшөнөп, яман һүгенде. Етенсе ҡат бейек инде бейеген, ләкин ул әле ҡомо ҡойолған ҡарт түгел, аяҡтарында көс бар, кемдер лифтты бушатҡансы, йүгереп менеп етер.

Лифт подъезынан сыҡҡас, эргәләге баҫҡыс тупһалары башланған бүлеккә күсте, икеләнеп, туҡталды. Бында, мөгәрәптәге кеүек, бөтөнләй ҡараңғы һәм тын ине. Черняк үҙен ҡурҡаҡ тип иҫәпләмәһә лә, хәҙер үҙендә был һаҫыҡ ҡараңғылыҡҡа атларға көс тапманы. Лифтҡа кире ҡайтырға тура килде. Яҡут төймә көтмәгәндә һүнде, ул ашығып төймәгә баҫты ла ҡәнәғәтләнеү менән тигеҙ геүләүҙе ишетте – кабина төшөп килә ине. Тимәк, эше уңды, тиҙҙән күтәрелеп, ҡыҫталыуҙан ҡотоласаҡмын, тип тыныс күңел менән уйланы Черняк бысраҡ, төрлө яҙыуҙар сый- маҡланған лифт кабинаһына ингәндә. Был йәлсеү үҙенә нимәгә торошло булғанын белһә, ул лифттан ғына түгел, хатта ҡаланан артына әйләнеп ҡарамайынса ҡасыр ине. Әммә кеше аҙҙы белә һәм алдан күрә алыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел...

Хәйер, әле барыһы ла һәүетемсә барҙы. Ул фатирындағы күптән түгел алыштырылған ҡорос ишекте имен-аман асты. Ҡыҫығыраҡ алғы бүлмәлә ут тоҡандырғас, ишек йоҙаҡтарын – башта тыштағыһын, һуңынан эстәгеһен – ипләп бикләне. Хатта ишектәрҙе тотоп ҡараны: ныҡлы бикләнгәнме? Асҡыстарҙы, һәр ваҡыттағыса, йоҙаҡта ҡалдырҙы. Өйҙә бер кем дә юҡ ине, ҡатыны мәктәптә уҡыусы ҡыҙы менән ауылға ҡарттарға картуф ҡаҙырға киткәйне, ул икенсе аҙна инде буйҙаҡ тормошта йәшәй. Яңғыҙына ҡыйын түгел, көнө буйы ҡала буйлап саба йәки офисында була, шунда уҡ ашай, өйөнә ҡунырға ғына ҡайта. Бында иһә иртән ҡәһүә эсә, ҡайһы берҙә кисен, яңылыҡтар ҡарау өсөн, телевизор ҡабыҙа. Хәҙер шундай яңылыҡтар тапшыралар, йәнеңде тыныс ҡалдырғың килһә, ҡарамауың яҡшыраҡ. Шулай ҙа ҡараштыра: күрәһең, завод ҡара- мағындағы конструктор бюроһында эшләгән һәм бизнес тураһында бөтөнләй уйламаған осорҙағы ғәҙәте буйынсалыр. Бизнес иһә тормошоноң төп эшенә әйләнде. Ни ҡылаһың – нисектер йәшәргә кәрәк. Ҡатыны уҡытыусы эше хаҡына аҫрай алмая- саҡ, ҡыҙы ла үҫеп килә. Тормош ҡиммәтләнә, хаҡтар арта, аҡса торған һайын күберәк кәрәк, ә уның биз- несы көтмәгәндә түбән тәгәрәне.

Беренсе эше итеп бәҙрәфкә йүгереп инеп сыҡҡас, Черняк ҙур булмаған ике бүлмәле фатирҙа ут ҡабыҙҙы – ул яҡтылыҡ ярата. Туфлийын һалды, пин- жәген кейем элгескә элде. Семенға шылтыратырға кәрәк, тип уйланы, тегеһе үҙенең биҫтәһенә барып етмәгәндер әле – ни тиһәң дә, троллейбус һәм авто- бустан ике мәртәбә күсеп ултырырға. Алғы бүлмәлә- ге сәғәттең уҡтары төнгө бергә яҡынлашып килә, оло йортта төн уртаһы тынлығы хөкөм һөрә. Иртәгә йоҡлап ҡалмаҫҡа кәрәк, етелә Бугримов килеп етәсәк, уның менән бер аҙна элек тотҡарланған “КамАЗ” өсөн пошлина түләргә таможняға барырға һөйләш- кәйнеләр. Ҙур бүлмәлә телевизор ҡабыҙҙы, ләкин экранда көмөш һыҙыҡтар бейеште, тапшырыуҙар бөткән. Тимәк, йоҡларға ваҡыт. Һәр ваҡыттағыса, тынғыһыҙ оҙон көн аҙағында тәнендә еңел, хатта йоҡлар алдынан рәхәт арығанлыҡ тойҙо. Семен менән әҙ генә, ни бары йөҙ иллешәр грамм коньяк эстеләр, әле еңелсә сарсағайны. Һыуытҡыста бер шешә һыра ҡалған булырға тейеш, тип иҫенә төшөр- ҙө Черняк һәм аш-һыу бүлмәһендә ут ҡабыҙҙы. Бында һалҡынса ине, ул, газ еҫе сыҡмаһын өсөн, лоджия ишеген һәр ваҡыт асыҡ ҡалдыра. Өҫтәлдә йыйыштырылмаған сынаяҡ, шәкәр һауыты, тәрилкә- ләр тора; иртән ашыҡты, өлгөрмәне, ләкин әле лә улар менән булышҡыһы килмәне, иртән йыуыр әле. Һыуытҡыста уны ысынлап та һыуынған “Пильзен” шешәһе көтә ине. Асты. Яратҡан һыра фужерын өҫтәлдә күрмәгәс, уны алырға бүлмәгә йүнәлде. Унда, һауыт-һаба буфетының ишеген асҡанда, көт- мәгәндә стена артында көслө тауыш ишетте, әйтер- һең, нимәлер иҙәнгә килеп төштө. Хәүефләнеп, ҡулына фужер тотоп, аш-һыу бүлмәһенә ташланды һәм ҡурҡыуынан һеңгәҙәп ҡалды. Бүлмә уртаһында бейс- болкалы мыҡты кәүҙәле ир кеше тора, пистолетын уға төбәгән.

— Чешков?

— Минме?

— Һин, һин!

— Мин – Черняк.

— Документ!

— Ниндәй документ?

— Паспорт.

Көтөлмәгән ҡурҡыуҙан үҙен ҡулға алырға тырышып, ни булғанын да төшөнмәй, Черняк мыштырланы. Был ниндәй мәғәнәһеҙ шаяртыу? Төндә пистолет төбәп, паспорт тикшерәләр. Ләкин кәмендә ҡырҡ дүртенсе үлсәмле иҫке “Рибок” кроссовкаһы кейгән кеше, таҙа аяҡтарын тарбайтып, көттө. Түшәмдәге плафон уның башын яҡтырта, бейсболканың оҙон козырегы дүрткел, тупаҫ йөҙөнә тотош күләгә төшө- рә. Күҙҙәре күренмәй, әммә Черняк уларҙа яҡшылыҡ сырамытырға өмөтләнмәне лә. Тауышһыҙ атыусы оҙон ауыр пистолет элеккесә уның күкрәгенә йүнәл- телгәйне.

— Паспорт, тим! – “ҡунаҡ” аҡырҙы.

— Паспорт унда, пинжәктә...

Черняк быны үҙенә ят һәм ерәнгес тауыш менән мығырланы, ниһайәт, алдында кем тороуы аңына барып етте – киллер! Әгәр киллер икән, Черняк һәләк буласаҡ – башынан шундай уй йүгерҙе. “Ҡунаҡ” шул арала пистолет көбәге менән алғы бүл- мәгә, кейем элгескә мәғәнәле ымланы. Шөрләп, Черняк ҡырын-ҡырын алғы бүлмәгә йүнәлде, киллер ҙа уға эйәрҙе. Хужа ҡулында буш фужер тотоп, кеҫә- ләрҙән паспорт эҙләгәндә, киллер ишек йоҙағынан асҡыстарҙы йәһәт кенә алып, кеҫәһенә тыҡты. Ниһайәт, паспортты табып, Черняк ҡалтыранған ҡул- дары менән уны киллерға һондо.

— Асып күрһәт!

Ул асты, ҙур өмөт менән паспортты йөҙгә яҡын килтерҙе, йәнәһе, уҡы. Күрәһеңме: Черняк Павел Иванович, бер мең дә туғыҙ йөҙ илле дүртенсе йылда тыуған. Асыҡ һәм аңлайышлы итеп яҙылған, тип уйла- ны ул киллер паспорт мәғлүмәттәрен ҡараған арала. Ҡарап бөткәс, теге, өмөтө өҙөлөп, пистолетын түбән төшөрҙө.

— Ш-шайтан алғыры!..

Хата киткәне икеһенә лә аңлашылды шикелле. Черняк был осрашыу мәлендә беренсе тапҡыр ҡурҡыуҙан ҡыҫылған тынын күкрәгенән сығарҙы – иҫең китер! Уның Чешков түгел, ә Черняк булыуы ҡалай һәйбәт. Чешковтың фатиры йоҡо бүлмәһенә йәнәш, күрше подъезда. Уларҙың балкондары фасад яҡлап күршеләш, ҡайһы берҙә йәйге кистәрҙә әңгәмәләшәләр. Былай булғас, хөрмәтле иптәш йәки әфәнде буталған, тип уйланы Черняк хафаға төшкән төнгө “ҡунаҡ” алдында баҫып торғанда. Тегенең дүрткел йөҙө һелкенеп ҡуйҙы.

— Телефон ҡайҙа?

— Ана, шкаф янында.

Черняк әҙерәк тынысланды, тәүге ҡурҡыу үтте, был мәғәнәһеҙ хәлдә үҙенең осраҡлы кеше булыуын аңлағайны инде ул, тиҙҙән барыһы ла асыҡланыр; һәм “ҡунаҡ” сығып китер. Тегенең телефон янына барыуын күҙәтте, ләкин ул трубка урынына сымды эләктерҙе лә стенанан тартып алды. Был йүнлегә түгел ине.

Алғы бүлмәлә тормаҫ өсөн, киллер ишеккә ымланы. Улар аш-һыу бүлмәһенә үтте. Бында киллер куртка кеҫәһенән ҡыҫҡа антенналы телефон алып, кәрәк- ле номер йыйҙы. Әммә номер яуап бирмәне, киллер һүгенде.

— Бутағандармы ни? – тине ысын күңелдән Черняк, көскә тупланған тыныслығын һаҡларға тырышып. Киллер яуап бирмәне, яңынан номер йыйҙы, йәнә яуап булманы. Уйға батып, янындағы ултырғысҡа сүгәләне, йыйыштырылмаған өҫтәлгә яманһыу ҡараш ташланы.

— “Пильзен”? Бай йәшәйһең!

Этикеткаға һүҙһеҙ генә ҡарап, башын артҡа таш- лап, ашыҡмай ғына ярты шешәне һемерҙе. Черняк уларҙың ниндәйҙер планы килеп сыҡмауына ҡайғы- рырғамы, әллә шатланырғамы икәнен белмәй, аш- һыу бүлмәһе уртаһында баҫып торҙо. Ул бынан тиҙе- рәк табанын ялтыратһа, яҡшыраҡ булыр ине. Ләкин нисек? Хәҙер фатирҙан сығып китә алмай, шылтыра- тып та булмай. Киллерҙың ни эшләрен көтөргә генә ҡала. Тегеһе лә, үҙенең олоғара пистолетын тубығында тотоп, көтә ине булһа кәрәк. “Магнум”, – тип асыҡланы Черняк күптән түгел ниндәйҙер Америка боевигында күргән ошондай пистолетты иҫенә төшөрөп. Геройҙарҙың береһен тап шулай тип йөрөтәләр ине.

— Бутағандар, әтрәғәләмдәр! Миңрәүҙәр! – тип мығырланы киллер һәм хужаға боролоп ҡарамайын- са, һораны: – Нимә, яңғыҙ йәшәйһеңме әллә?

— Әлеге мәлдә – эйе. Ҡатын ситтә.

— Курорттамы?

— Ауылда, ҡарттар янында. Картуф ҡаҙый.

—Картуф...

Киллер нимәнелер хәтерләгәндер, күрәһең, ниҙер хаҡында уйланды. Бейсболканың оҙон козырегы күләгәләгән тар маңлайлы йөҙө янаулы, ҡырыҫ булып күренде, ләкин яуызлыҡ билдәләре юҡ һымаҡ, был әҙерәк тынысландырҙы. Черняк лоджияның асыҡ ишегенә күҙ һалды һәм, ул ҡайҙан килеп инде һуң әле, тип уйланы. Ҡаршыла аҫта бейек тирәктәр үҫә, әммә улар буйлап етенсе ҡатҡа күтәрелеп булмай ҙа инде? Тимәк, ҡыйыҡтан төшкән. Бына был ҡаяға менеүсе, шайтан алғыры!

— Альпинисмы? – һүҙһеҙ тормаҫ өсөн, ул әҙәпле генә һораны.

— Киллер, аңлашылмаймы ни? Әллә аңламаның- мы? – тине “ҡунаҡ” ҡаты итеп, йәне көйөп.

— Эйе, мин аңлайым – киллер, – Черняк ғәйепле мығырланы.

— Ә ғөмүмән – десантсы.

Черняк өндәшмәне, уның менән нисек һөйләшергә лә белмәй яфаланды. Ғөмүмән, уның менән һүҙ сурытырға кәрәкме икән? Ләкин һөйләшмәү түҙеп торғоһоҙға әйләнде. Хужаның кисерештәренә битараф ҡалған һымаҡ күренгән киллер курткаһынан ҡабаттан телефонын сығарҙы. Ләкин элемтәнең теге башында тиҫкәреләнделәр, яуап бирмәнеләр. Киллер йәнә аты-юлы менән һүгенде.

– Ҡәбәхәттәр...

Шунан, уйланып алғас, ҡуйын кеҫәһенән бәләкәй ҡағыҙ сығарҙы.

— 138-се фатир, шулаймы?

— Эйе.

— Чешков Иван Семенович?

— Юҡ. Һеҙ күрҙегеҙ ҙә баһа: мин Черняк.

— Ә Чешков ҡайҙа? – киллер оҙаҡ уйламаны, һағайҙы, Черняк аптырап иңбаштарын һикертте – кем белһен? Күкрәгенә шунда уҡ һалҡын йүгерҙе, Чешковтың яҡында ғына икәнен аңлауҙан йәки һиҙемләүҙән Хоҙай һаҡлаһын... Йөҙөнә, бер ниндәй ҙә Чешковты белмәйем, уның хаҡында беренсе тапҡыр ишетәм, тигән сырай сығарҙы.

“Ҡунаҡ” тиҙҙән һыра шешәһен бушатып, уны өҫтәл аҫтына ташланы. Шул саҡ Черняктың башына өмөтләндергес уй килде. Үҙенең ниәтенән үҙе ҡурҡа- ҡурҡа әйтте:

— Бәлки, теге ни... Араҡы! Берәр рюмка, ә? Киллер нимәгәлер ҡолаҡ һалғандай, әҙ генә уйла-

нып торҙо, көтмәгәндә ризалашып, башын ҡаҡты:

— Килтер!

Ышанысһыҙ хәрәкәтле, әле булһа ҡалтыранған ҡулдары менән Черняк һыуытҡыстан асылған “Кристалл” шешәһе, ыҫланған колбаса киҫәге һәм ашала башлаған йомшаҡ эремсек алды. Икмәге юҡ, һауытта ҡатҡан батон киҫәге ята ине. Хужа рюмка- лар алырға аш-һыу бүлмәһенән сығырға йыйынды, ләкин киллер аяғын үҙ ваҡытында арҡыры ҡуйырға өлгөрҙө – туҡта! Ул өҫтәлдә торған сынаяҡҡа үҙенә араҡы ҡойҙо, шунан икенсе сынаяҡҡа хужаға әҙерәк тамыҙҙы. Эскәнсе, бындай сәбәп айҡанлы нимәлер әйтергә кәрәк булғандыр, бәлки, ләкин Черняк ни тиергә лә белмәне, ә киллер өндәшмәй генә түңкә- реп ҡуйҙы. Чернякка ла эсергә тура килде. Хужа үҙен әкренләп ышаныслы тота башланы, әммә киллерға ярарға тырышырға, уның менән ипле булырға кәрәк- леген һис тә иҫенән сығарманы. Шулай булғанда, бәлки, барыһы ла яҡшы үтеп китер.

— Чешковҡа ни булған? Әллә берәй ғәйебе бармы? – тип һораны ипләп кенә Черняк. Киллер тулы яурындарын эскерһеҙ һелкетте.

— Мин ҡайҙан беләйем?

— Ләкин һеҙ бит...

— Эш ҡуштылар – үтәйем. Мин бәләкәй кеше...

— Бына нисек! – Черняк аптыраны. – Армиялағы кеүек.

— Тап шулай. Командирҙың бойороғо – ҡул аҫтын- дағыларға закон.

— Хеҙмәт иткәнһегеҙҙер?

— Тура килде...

— Ә мин хеҙмәт итмәнем, – Черняк дөрөҫөн әйтте.

— Тура килмәне.

– Дөрөҫ тә! – киллер көтмәгәндә хупланы. – Унда йүнле нәмә юҡ...

— Мин дә шулай уйлайым. Етмәһә, Афған. Ана, апайымдың улын цинк табутта ҡайтарҙылар, – тине Черняк “ҡунаҡ”ты юрый ниндәй ҙә булһа һөйләшеүгә ҡотортор өсөн, тик ауыҙ йомоп ултырмаһындар ғына. Ләкин теге ҡараңғы сырайын ныҡышмалы һаҡлап, әңгәмәгә ҡушылманы. Күрәһең, ул асыҡҡандыр, ҙур ғына колбаса киҫәген һыпыртып ҡуйҙы. “Ҡунаҡ”ты күҙәтеп, Черняк уйланды: йөҙө таныш һымаҡ, кемде хәтерләтә һуң? Мин уны ҡайҙалыр күрҙемме? Әллә артисмы – шайтан белһен, ләкин тышҡы ҡиәфәте бик үҙенсәлекле. — Әйҙәгеҙ, тағы ла әҙерәк өҫтәйек, – Черняк тамам ҡыйыуланып, тәҡдим итте.

– Йомортҡа ҡурып бирәйемме?

— Ҡур! – киллер тиҙ ризалашты.

Черняк плитәнең газын тоҡандырҙы, таба ҡуйҙы. Үҙе көсөргәнешле уйланды: нимә эшләргә? Нисек ҡотолорға? Лоджиянан һикереп булмай – ни тиһәң дә, етенсе ҡат. Ҡысҡырһаң, атасаҡ. Үс иткәндәй, өҫтәлдә ҡәйнәһенең сервизынан үтмәҫ бысаҡ ҡына ята – бындайҙар менән икмәккә маргарин ғына һылайҙар. Ә киллерҙың “Магнум”ы әҙер тора. Ғазаплы уйҙарға бирелеп, Черняк табаға өс йомортҡа һытып һалды, етерме әллә тағы ла һытырғамы, тип уйланып торғанда ҡалын тауыш яңғыраны:

— Тағы ла һыт! Әллә йәлме?

— Йәл түгел. Йомортҡа бар.

— Тап шулай. Көн дә киллерҙы һыйламайһыңдыр әле?

— Көн дә түгел, дөрөҫ, – Черняк шаяртыуҙы аңлап, ризалашты. – Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек, сер булмаһа?

— Сер, – тине киллер. – Минең исемем һиңә бер нәмәгә лә кәрәкмәй.

— Мин былай ғына һораным.

— Ғөмүмән, һин ни менән шөғөлләнәһең? – тип һораны киллер, киң арҡаһы менән стенаға һөйәлеп.

— Минме? Шунда әҙерәк бизнес менән, – тип яуапланы Черняк ҡаушап. Шулай ҙа уға ниндәй дәрәжәлә асылырға белмәне.

— Нисек? Уңышлымы?

— Беләһегеҙме, бик үк түгел. Уңышһыҙ, тип әйтер- гә мөмкин.

Киллер әллә ни ҡыҙыҡһынмай ғына боронғо буфет һәм мөйөштә иҫке газ плитаһы торған ярлы ғына бүлмәне күҙҙән үткәрҙе.

— Күренеп тора. Күптән евроремонт булмаған.

— Ниндәй евроремонт?! Жэктыҡы ҡасан булғанын да хәтерләмәйем.

—  Эйе, һеҙҙә, буржуйҙарҙа, тәртипһеҙлек, – кил- лер теләктәшлек белдерҙе. – Беҙҙә лә шул уҡ хәл.

—  Һеҙҙә ләме ни? – тип ғәжәпләнде Черняк.

—  Беҙҙә коммунизм тип уйлайһыңмы әллә? Шул уҡ үҙгәртеп ҡороу, инәһен...

—  Бына нисек!

—  Демократия! Һәр йолҡошҡа – үҙ пуляһы.

—  Пуля?

—  Ә һин мәкле бөйөрөк тип уйлағайныңмы әллә? – киллер хужа аңламаған өсөн асыуланырға әҙер ине.

—  Бына мин һине атып йығам, ә һуңынан мине атып үлтерәләр. Бына һиңә демократия, шайтан алғыры!

Был һүҙҙәрҙән һуң Черняктың күкрәгенә тағы ла һалҡын йүгерҙе. Ни өсөн уны, Чернякты, атырға? Ул кредит йәки, бәлки, ришүәт менән нимәлер ҡыландырған Чешков түгел дә баһа. Мин, Черняк, уларҙың ниндәйҙер аңлашылмаусанлығында ғәйеп- леменме, тип күңелһеҙ уйланды хужа, май сәсрәткән тәбейәне ҡыҙҙырып. Тиҙҙән ул табаны “ҡунаҡ” алдына ҡуйҙы, үҙе өҫтәлдең икенсе яғына ултырҙы, ашағыһы килмәй ине. Хәйер, киллер тәҡдим дә итмәне, икенсе ҡулы менән тубығындағы “Магнум”ды тотоп, үҙе ашарға кереште. Черняк уны диҡҡәт менән күҙәтеп, хәсрәтләнеп уйланы: юҡ, былайтып унан ҡоралды тартып алып булмай. Ҡыҫыҡ, өҫтәлдең мөйөшө ҡамасаулай. Нимә эшләргә һуң?

—  Һин нимә? Мин тағы ла эсәм әле, – тине киллер, сынаяҡҡа шешәлә ҡалған араҡыны бушатып.

Уның ҡараңғы сырайы элеккесә һалҡын, һаҡ ҡалды, хужаның һәр хәрәкәтенән күҙен алмағаны күренеп тора. Уң ҡулы менән ашап, һулынан “Магнум”ды ысҡындырманы.

—  Иҫерер, тип уйлайһыңмы әллә? – тип һораны ул көтмәгәндә, Чернякка ҡарап. – Өмөтләнмә. Былай ғына эскән бар...

– Мин былай ғына, – тине хужа ғәйепле төҫтә, уның сит кеше уйҙарын уҡый алыу һәләтенә еңелсә ғәжәпләнеп.

—  Десантсы булыу өҫтөнә снайперҙамын әле.

Аңланыңмы?

—  Һәйбәт, – тине Черняк үҙ алдына уйланып: үҙең- дең бөтә һөнәрҙәрең менән суҡынып кит. Бынан нисек ҡотолорға?

—  Иҫәбемдә – ҡырҡ биш “дух”. Һәм орден.

—  Ә ниндәй орден? – Черняк илтифатһыҙ ғына һораны.

—  Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, аңланыңмы? Мин спецназ командиры. Ә һин нисек уйланың? Киллер–интернационалист!

—  Бик шәп!

– Ни өсөн киллер булып киттең, тип уйлайһыңмы?

—  Дөрөҫмө?

– Дөрөҫ, – был мәлдә бөтөнләй башҡа нәмә тураһында уйлаһа ла, хужа раҫланы.

—  Ҡыҙыҡ икән, әйтмәйем дә ҡуям. Хәрби сер.

Черняк аптыраны: ҡыҙыҡ логика – үҙе һораны, үҙе яуап бирмәне. Уны үҙ фатирындағы үлемесле әсир- лектән ҡотолоу әмәлен табыу уйы борсоно. Ләкин ваҡытты һуҙыу һәм киллерҙы албырғатыуҙан башҡа бер нәмә лә уйлап таба алманы.

—  Чечняла булманығыҙмы? – тип һораны.

—  Булмай ни! – “ҡунаҡ” ғорурлыҡ менән яуап ҡайтарҙы. – Чечняла ла, Приднестровьела ла, тағы ла ҡайҙарҙалыр. Һоҡланғыс ватаныбыҙҙың сиктәренән ситтә. Мосолмандарҙың кәрәген бирҙем...

—  Ә улар һеҙгә? – тип ысҡындырҙы Черняк, ул хатта һорауы менән киллерҙың асыуын ҡабарты- уынан ҡурҡты. Ләкин теге әшнәләрсә ыржайҙы.

—  Булғыланы, улар ҙа беҙҙе дөмбәҫләне, – тине ул. – Әсәйҙәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөләр...

Черняк ғәжәпләнеп ҡуйҙы: был кеше үлтереүсе үткәндәрен үҙен үҙе тәнҡитләп ҡабул итергә ынтыла. Шулай булғас, бәлки, өмөттө юғалтырға ярамайҙыр, бәлки, һөйләшеп ҡарарға мөмкиндер? Ләкин ул уға кемде – артистымы йәки депутаттымы – хәтерләтә лә һуң; бик үҙенсәлекле бульдог томшоғо. Араҡы уға тәьҫир итмәне, буғай, тамсы ла иҫермәне. Әммә ул нимә эшләргә йыйына һуң? Бында иртәнгә тиклем һерәйеп тормаҫ бит инде, һыпыртыр, бәлки? Сәғәт тә төнгө өстө күрһәтә.

—  Нимә алан-йолан ҡаранаһың? – тине киллер, уның сәғәткә борсолоп күҙ һалыуын шәйләп. – Ҡабаланмаһаң да була.

—  Зарар юҡ. Мин ҡабаланмайым.

—  Дөрөҫ. Ә бына мин, ашығып, ашҡа бештем. Ҡыйыҡҡа тағы үрмәләргә тура килмәгәйе. Төндә был эш бик ҡурҡыныс. Чешков та ҡыйыҡ аҫтында йәшәй- ҙер бит?

– Белмәйем, – Черняк ҡаушаны һәм, Чешковтың үҙенең күршеһе икәнлеген һиҙмәһә генә ярар ине, тип уйланы. Киллер телефонын йәнә сығарҙы, был юлы элемтә эшләне, уны ишеттеләр, ул бер нисә аңлайышһыҙ һүҙ әйтте, ниндәйҙер пароль, күрәһең. Шунан трубканы ҡолағы янында тотҡан килеш уйға сумып, хәрәкәтһеҙ ҡарашын Чернякка төбәне.

—  Һин мине алдамаҡсы булдың! – тип белдерҙе, ниһайәт, киллер, телефонын йәшереп.

—  Нисек?

—  Һин – Чешков. Алдашыуыңды туҡтат. Мейемде серетмә. Күҙгә көрпә осорма!

—  Мин һеҙгә паспортымды күрһәттем дә баһа! – тип ҡысҡырҙы Черняк.

—  Паспортың ялған.

– Ни өсөн ялған? – Черняк ҡаушаны. – Башҡа документтарымды ла күрһәтә алам. Килтерәйемме?

– Ултыр! – киллер эткә ҡысҡырғандай екерҙе. – Хәҙер уның әһәмиәте юҡ.

— Нисек инде, әһәмиәте юҡ? Һин мине Чешков урынына атасаҡһыңмы? Чешков стена артында йәшәйҙер, бәлки?

— Бәлки, – киллер теләр-теләмәҫ кенә ризалашты.

— Мин бәләкәй кеше, ни ҡушһалар, шуны үтәйем...

— Был ғәҙел түгел дә баһа! Профессионалдарса түгел...

Киллер арҡаһын стенаға һөйәп, ыңғырашты, әйтерһең, теше һыҙлай.

— Миңрәүҙәр һәм шаҡшылар! Бутағандар ҙа башты ҡатыралар. Һуғыштағы кеүек, бында ла шулай... Бына кемде атырға кәрәк. Түрә ишараттары, инәләрен орайым...

Черняк өндәшмәне – ниндәйҙер яңы нәмә ине был. Түрәләр арҡаһында килеп сыҡҡан әлеге һәм элекке бәләләрен көтмәгәндә хәтерләп, бында ул да риза- лашты. Элеккеләрҙең – советтарҙың – йәки әлегеләрҙең бәләләре күберәкме, баш етерлек түгел.

— Был дөрөҫ, – тине ул, “ҡунаҡ”тың ҡаршыһына ултырып. – Беҙҙә бөтә бәләләр түрәләрҙән килеп сыға.

— Афғанда ла, Приднестровьела ла. Бында ла. Барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылған – тел биҫтәләре.

— Тап шулай! Ә, беләһеңме, әйҙә тағы ла эсәбеҙ. Минең ҡайҙалыр коньяк булырға тейеш, – тине Черняк, аш-һыу бүлмәһенән сығырға ынтылып.

— Юҡ! – киллер ҡырт киҫте. – Ултыр. Лутсы миңә чифир яһа.

— Рәхим ит. Чифир ҙа яһай алам, ҡәһүә лә.

— Чифир, күптән эскәнем юҡ. Әтеү... Һуңынан мин һинең сәйеңде ҡайҙан эҙләп табайым?

— Әлегә сәй етерлек. Теләһә ҡайһы гастрономда, — тине Черняк, “ҡунаҡ”тың һүҙҙәренең йәшерен мәғәнәһен шунда уҡ тотоп ала алмауынан ҡатып ҡалып. Ул утҡа сәйгүн ҡуйҙы, бешерергә сәй әҙерлә- не. Әлегә тыныслыҡты һаҡларға кәрәк ине.

— Һеҙҙә нисектер, белмәйем, ә беҙҙә һәр төрлө бизнесты бөтөнләй быуҙылар. Эшләрлек түгел. Таможняһы ла, һалымдары ла, аҡылдан шашырға мөмкин, – ул, теләктәшлеккә иҫәп тотоп, зарланды.

— Беҙҙә лә һәйбәт түгел, – киллер ауыр һуланы. – Тәртип юҡ, бер нәмә генә бар: бир-бир!

— Эш күпме?

— Етерлек. Бөгөн Минскиҙа, иртәгә Хвалынскиҙа.

Ә бер ниндәй ҙә координация юҡ.

— Элемтәләр өҙөлгәнме ни? – Черняк шаяртмаҡсы булды, ләкин “ҡунаҡ” быға иғтибар итмәне.

— Ә эш хаҡы нисек һуң?

— Тиндәр. Ике мең ырғыталар – ул нимәгә генә етә инде?

 — Һумдамы?

— Долларҙа – ни өсөн һумда? Уның ҡарауы үҙҙәренә – ун мең.

— Кемгә – үҙҙәренә?

Киллер уға саф, хатта балаларса эскерһеҙ ҡараш ташланы.

— Түрәләргә, кемгә булһын тағы? Мыжып ҡара!

Шунда уҡ эләктерәһең...

— Пулянымы?

— Ә һин нисек уйланың?

— Эйе, беҙҙең эштәр ҙә хөрт, – тине Черняк уйла- нып. “Ҡунаҡ”ҡа оло сынаяҡҡа чифир яһаны. Бизнеста нисек кенә хөрт булмаһын, киллерҙарҙың эшенә ҡарағанда яҡшыраҡтыр әле, моғайын.

Шуға ҡарамаҫтан, уның хәле мөшкөл килеш ҡалды, артабан нисек һәм нимә булырын күҙ алдына ла килтерә алманы. Насары хаҡында әллә ни уйлағыһы килмәне.

— Тәк, ни эшләргә һуң?

– Ни бысағыма! – тине киллер, уның фекерен үҙенсә аңлағандыр, күрәһең. – Һуң инде. Элек уйларға кәрәк ине.

— Элек – ул ҡасан?

— Ун етенсе йылдың октябренә ҡәҙәр, – киллер шунда уҡ уға ауыр ҡарашын төбәне. Черняк, икеһе- нең ике нәмәне күҙ уңында тотоуын аңлап, хатта саҡ ҡына ҡыуанып ҡуйҙы.

— Ҡара әле, – тине ул ихластан тип әйтерлек. – Һинең яҡшы кеше икәнлегең күренеп тора. Бәлки, һиңә ярҙам итергәлер?

Киллер чифир уртланы ла башын яманһыу һелкте.

— Миңә хәҙер бер кем дә ярҙам итә алмай. Хәйер, һиңә лә.

— Нисек?

— Шулай! – киллер йәнә уның күҙҙәренә бер ҡатлы сәйер ҡараш менән баҡты.

— Тыңла әле... Әгәр тегене тапҡанда?..

— Уны табасаҡтар, – тип ышаныслы әйтте киллер һәм сәғәтенә ҡараны. – Егерме минуттан һуң.

— Бына нисек!

— Ә һин ни уйланың? Адресын асыҡлайҙар.

— Һин барасаҡһыңмы?

— Барам. Ни эшләргә? Һине атам да барам.

Черняк был ҡот осҡос ихласлыҡтан бер мәлгә шаңҡып ҡалды. Уның ышанғыһы килмәне, шул уҡ ваҡытта киллерҙың шаяртмауын, үҙенең был тоҙаҡ- тан сыға алмаясағын аныҡ аңланы. Ләкин бының ни икәнен шайтан белһен! Булыуы мөмкинме һуң! Ни өсөн уны атырға? Кемдер бутаған, ә уға һәләк булырға? Уның, Черняктың, ғәйебе нимәлә? Был әшәкелектең сәбәбе нимәлә икәнлеген ул төшөнә лә алманы хатта.

Башында ауыр уйҙар өйрөлдө, йөрәк тибеше буталды – ул йә ҡатып ҡалды, йә ҡурҡып һикерә-һикерә сапты. Шулай ҙа ҡотолоу юлы ҡайҙа һуң? Ул ҡотолоу көттө, ләкин ҡайҙалығын белә алманы. Хужаның тулҡынланыуын киллер ҙа шәйләне булһа кәрәк.

– Ә һин сәбәләнмә, – тине тыныс ҡына. – Ултыр, тыныслан. Еңел булып ҡалыр.

— Еңел булмаясаҡ! – Черняк саҡ ҡысҡырманы. – Был тәртипһеҙлек!

– Бөтә тормош – тәртипһеҙлек, – тине киллер. – Шундай ҡағиҙә.

— Ниндәй? – Черняк уға текәлде. Ул барыһын да аҙағына ҡәҙәр белергә теләй ине.

— Ниндәй икәнен аңламайһыңмы? – киллер тана- уын йыйырҙы. Черняк аңланы: теге уны үлтерәсәк. Ләкин былай нисек була һуң – Черняктың һәләк булғыһы килмәй. Ул йәшәргә теләне. Бигерәк тә хәҙер, етеш, әммә тынғыһыҙ тормошҡа өлгәшкәс. Үҙ эше бар. Ҡәһәр һуҡҡан бизнес шарттарына һәм үҙ хәленә йыш ҡына зарланһа ла, унан конструктор бюроһына ҡарағанда күберәк табыш алыуын бары- бер таныны. Йәнә ҡатыны, ҡыҙы Инночка... Ни өсөн ул ҡайһылыр Чешков урынына һәләк булырға тейеш? Уның менән ишек алдындағы танышлыҡтан башҡа бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Ул, әллә ни һөйкөмлө булмаған кеше, үҙенә киллер заказ бирерлек нимә ҡыйратҡан һуң? Кем белһен? Уларҙың автомобилдәре, ғәҙәттә, ишек алдында рәттән тора – Черняктың ҡалтырап бөткән “етеле”һе һәм Чешковтың әлегә иҫкерергә өлгөрмәгән, ихаталағы шоферҙарҙың күбеһенең күҙен ҡыҙҙырған “Мерседес”ы. Ләкин Черняк уның автомобиленә лә, үҙенекенә ҡарағанда уңышлыраҡ бизнесына ла көнләшмәне. Хәйер, Чешков та унан көнләшмәй ине, шикелле. Тик ниндәй иблис тап килтерҙе һуң уларҙы был тамуҡта?

Шул арала егерме минут үтеп китте, буғай – Чернякты хәҙер ваҡыт ҡыҙыҡһындырмай ине инде. Уның ҡарауы, киллер ваҡыт менән ҡыҙыҡһынды. Өҫтәлдән тормайынса, ул номер йыйып, телефонды ҡолағына терәне. Черняк ҡолағын ҡарпайтты, ләкин бер нәмә лә ишетә алманы. Дөрөҫ, әңгәмә лә уғата ҡыҫҡа булды – эйе, юҡ, – һәм киллер приборҙы йәшерҙе.

– Эйе-е, – тине ул. – Ҡайҙа ҡарама – фәхешлек! Асыҡлай алмайҙар. Ни хәл итәһең, көтөрбөҙ. Чифир эсербеҙ...

Көтмәгәндә Черняк уның яңы, уңышлы уйынан булһа кәрәк, тертләне:

— Әгәр мин һеҙгә ярҙам итһәм?

— Нисек?

— Ни... Чешковты табам. Һеҙ мине ебәрерһегеҙме?

– Әлбиттә, – киллер еңел яуапланы. – Башҡа – баш. Һеҙ – беҙгә, беҙ – һеҙгә. Милициялағы кеүек. Ул ҡайҙа йәшәй?

— Бында, яҡында, – тине Черняк, йәнен усында тотоп.

Киллер йәнә эске кеҫәһенән үҙенең имәнес теле- фонын сығарҙы һәм йәнә аңлашылмаған һүҙҙәр әйтте – үҙҙәренең шифр телендәлер, күрәһең. Яуап көтөп, тынып ҡалды. Черняк үҙен энәлә ултырғандай тойҙо, һин ни уйлап сығарҙың, тигән тәүбәле уй менән үҙен язаланы. Үҙеңә бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәгән кешене ниңә һатаһың? Ләкин шунда уҡ элекке уйына ҡаршы икенсеһе баш ҡалҡытты: ә ул һиңә ниндәй яҡшылыҡ эшләне һуң? Былтыр йәй заправкаларҙа булмағанда бер канистр бензин биреп торҙо, һуң Черняк уны тиҙҙән рәхмәт уҡый- уҡый кире ҡайтарҙы ла баһа. Шулай ҙа күңелдә ҡыйын ине. Үҙ ирке менән былай эшләмәүе генә бер аҙ тынысландырҙы – мәжбүр иттеләр. Әгәр был тип уны үҙенең аш-һыу бүлмәһендә атып үлтерһә, яҡшы булырмы? Һәм ни өсөн? Чешковтың һис юғы ниндәйҙер ғәйебе, ниндәйҙер хәтәр сәбәбе бар. Черняк иһә таҙа һәм гонаһһыҙ – ни өсөн уға үлергә?

— Бына һин, нисек киллер булып киттең, тип һора- ның. Һиңә әйтәм: бер иҫәрҙең башына етер өсөн. Оло ҡорһаҡлы. Ләкин башта ул мине үлтерер һымаҡ, – тип әйтте ул арала киллер. Чернякты былар әллә ни ҡыҙыҡһындырманы, ул үлемдән нисек ҡото- лорға белмәй ғазапланып баш ватты. Бәлки, урамға сыҡҡас, шунда... Ишек алдында, һәр ваҡыттағыса ҡараңғы, бер ниндәй ҙә снайпер оҫталығы ярҙам итмәйәсәк. Тирәктәр араһына елдерткәндә, шунан милицияға. Милиция жэк янында ғына. Ул унда ҡото- ла алыр ине.

Шулай ҙа Чешков хәйләкәр! Күрәһең, фами- лияһын белешмә бюроһынан алдырғандыр, төнө буйы эҙләп мәж киләләр.

Шулай килеп сыҡты ла: Чешковты таба алманы- лар, киллерҙың телефоны шылтыраманы. Шул арала Черняк кире уйлап, үҙенең ярҙамын вәғәҙә иткәнгә үкенде. Бәлки, уны үлтереү тегеләрҙең ниәтенә бөтөнләй инмәгәндер, бәлки, был һөмһөҙ ҡурҡытҡандыр ғына?

— Мин уның ҡайҙа йәшәгәнлеген аныҡ ҡына белмәйем бит әле, – тине Черняк ҡыйыуһыҙ ғына. Киллер йәнә ҡуйы ҡаштарын йыйырҙы.

— Белмәйһеңме? Белмәһәң белмәйһең инде, – тине ул битараф ҡына һәм тағы ла сәғәтенә ҡарап алды. – Ун минут ҡалды.

— Нимәгә ун минут?

— Шуға. Ун минуттан мин китәм. Черняк шаҡ ҡаҡты:

— Ни... Мин ҡаламмы?

– Һис һүҙһеҙ. Ҡалаһың. Бөтөнләйгә.

Черняк ултырҙы, ҡулдары менән башын тотто. Йә Хоҙай, был ни? Ни өсөн былай? Нимә өсөн? Ул үҙен ҡотҡарыу өсөн ни эшләргә тейеш? Хыянат итеүҙән башҡа бер нәмә лә ҡалмай, шикелле. Ләкин ул бер кемде лә һатырға теләмәне, хатта үҙ ғүмеренә алмашҡа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошолай килеп сыға, кемгәлер һәләк булырға тура киләсәк. Йә уға, йә Чешковҡа. Ләкин донъяла шулай ҡоролған: һәр кем үҙе өсөн. Ҡайҙалыр уҡығайны: әгәр мин үҙем өсөн түгел икән, кем минең өсөн? Дөрөҫ, арта- бан унда былай тиелгәйне: әгәр мин үҙем өсөн икән, мин ниңә? Бына сәйер фәйләсүф – мин ниңә? Минең урында тороп ҡалһа, башҡасараҡ яҙыр ине, моғайын.

Хужаның хәлен аңлаһа ла, киллер, икеһе лә килеп юлыҡҡан был хәлгә битараф булған кеүек, уға ла битараф ҡалды. Сынаяҡтағы чифирын эсеп бөткәс, тағы ла сәғәтенә күҙ һалды.

— Һин, әлбиттә, Чешковтың ҡайҙалығын беләһең. Әйтергә ҡурҡаһыңмы? Ни хәл итәһең, бөтәһе лә дөрөҫ. Ҡурҡырға хоҡуғың бар. Биш минут ҡалды.

Ғүмерҙең һуңғы биш минуты. Йә Хоҙай! Нимә ҡылына һуң?..

— Миңә ни эшләргә һуң? – тип һораны Черняк, өмөтһөҙләнеп. Ул яуап көтөп ҡатып ҡалды.

Яуапты киллер ғына бирә ала ине. Ләкин ул һүҙһеҙ генә урынынан торҙо, уң ҡулына “Магнум”ды эләктерҙе.

— Киттек!

— Ҡайҙа?

— Чешковты күрһәтерһең.

Бөтәһе лә бөттө. Әгәр ул баш тартһа, был минут һуңғыһы буласаҡ. Ризалашһа – ниндәй ҙә булһа, бәләкәй генә булһа ла өмөт ҡаласаҡ. Әлбиттә, уның тормошҡа ашмауы ихтимал, һәләк булыуы бар. Башта ул, һуңынан өмөт. Йәки киреһенсә, аңла- маҫһың. Ләкин ул әлегә тере, өмөт тә йәшәй, – башында ауыр уй буталды.

— Пинжәгеңде кей, – тине дуҫтарса киллер. – Тышта һалҡынса.

Был тәҡдим Чернякка оҡшаны – унда өмөт уянды. Ул пинжәген күндәм кейҙе. Киллер ул арала артҡы кеҫәһенән ҡарағусҡыл төҫтәге бәләкәй бығау сығар- ҙы. Уны күргәс, Черняк саҡ йығылып китмәне, ҡапыл аяҡ быуындары бушаны.

— Сабыр, – тине киллер йомшаҡ ҡына һәм беләҙектең береһен уның уң ҡулына, икенсеһен үҙе- нең һул ҡулына ҡаптырҙы. – Бына булды ла. Окей!

Бөттөм, тип уйланы Черняк. Ләкин көтмәгәндә күңелендә сәйер еңеллек тойҙо. Әйтерһең, үҙен интектергән ғазаплы бурыстан арынды. Күрәһең, был үҙен яфалаусы бурыстан азат булыуҙандыр. Бәлки, һайлау мөмкинлеге бөтөүҙәндер. Хәҙер һайлау мөмкинлеге юҡ. Тулы бушлыҡ. Ҡасандыр үҙе конструктор бюроһында баш ватҡан вакуум. Ул ҡайһы бер аҡыллы баштарҙың һайлау азатлығының мөһимлеге тураһында һүҙ бутҡаһы бешереүен хәтерләне. Үтә кәрәкле һайлау мөмкинлеге кеүек, күп һөйләнгән азатлыҡ ҡайҙа? Ул тормошта бик әҙ булды, әжәл алдынан бөтөнләй юғалды. Тирә-йүндә барыһы ла ситләште, үҙе тураһындағы һәр төрлө борсолоу юҡҡа сыҡты. Донъянан, шулай уҡ үҙ-үҙенән дә тулыһынса ситләшкәнлек барлыҡҡа килде. Күрәһең, ул әжәле тыумаҫ борон уҡ йәшәүҙән туҡтағандыр... Уның хәленә ингәндәй, киллер шым ғына:

— Ә һин маладис! – тине. – Башҡалар, беләһең- ме... аҫтарына ебәрә...

Ул ашыҡмайынса, хужаларса таныш булмаған йоҙаҡтарҙы асты, ғәҙәттәгесә яңы йоҙаҡтарҙы зыңлатып, ике ишекте лә ябыусы Чернякты алдан үткәрҙе. Ҡорос ишектәр ҙә ҡотҡарманы, тип урынһыҙ уйланы хужа. Ике йыл элек уларҙы таныштар аша һатып алыуын, егеттәр менән осраҡлы “Колхида”ға тейәүен, лифт кабинаһына һыймағанлыҡтан, һуңынан етенсе ҡатҡа күтәреп мендереүҙәрен хәтергә төшөрҙө. Мәшәҡәтләнәһе булмаған... Улар төндә буш лифтта шым ғына төштө, ишек алдына сыҡты. Төн уртаһы булғанлыҡтан, бер кем дә осраманы. Осраһалар ҙа, нимә? Ике ир ҡушлап тыныс ҡына китеп бара, бәлки, берәйһендә ҡунаҡта оҙаҡлап ултырғандарҙыр. Киллер өндәшмәне, ләкин Черняк ҡабырғалары менән “Магнум”дың көбәген тойоп барҙы, саҡ ҡына тайпыла бирһә, киллер теләһә ҡайһы ваҡытта тәтегә баҫырға әҙер. Уйҙарында үлте- реүсене һәм бер юлы үҙен дә ҡарғап, киллерҙы күрше подъезға алып барҙы. Шул мәлдә, үҙе өсөн бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмаһа ла, ғүмеренең бер нисә артыҡ минутын ихтыярһыҙҙан оторға ынтылды. Ул күршеһенең ғүмере хаҡына ла үҙен ҡотҡара алмаясағын белә ине инде. Һуңғы йыуаныс булып Чешковты күрә алмау ғына тороп ҡалды. Күңелдәге нәфрәт менән үлеү еңелерәк.

Улар яңынан лифтта күтәрелде – шулай уҡ етенсе ҡатҡа, киллер ҡыңғырау төймәһенә баҫты. Фатирҙан шунда уҡ яуап бирмәнеләр; тағы ла баҫырға тура килде. Ниһайәт, хужа ҡарлыҡҡан йоҡоло тауыш менән һораны: “Кем?” Черняк, йәнен усына йомоп, кипкән тамағы менән үҙен атаны. Ишек тиҙ генә асылманы әле. Асылғас, уның тар уйымында Чешковтың тырпайған сал сәсле башы, йоҡоло йөҙө күренде. Күршеһенә ҡарап өлгөрөүе булды, уға терәп атыу тауышы ишетелде. Икенсе атыуҙы Черняк ни өсөндөр ишетмәне – яртылаш асылған ишек янына ҡоланы. Контроль атыуҙар өсөн секунд етте. Шунан һуң киллер шул уҡ лифтта тыныс ҡына аҫҡа төштө һәм төн ҡараңғылығында мәңгелеккә юғалды.

Бәлки, уны ла атҡандарҙыр...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: