Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Ғинуар 2022, 09:50

Тәҙрәне асығыҙ!

Яңы йылда тормош юлығыҙ хәүефһеҙ булһын!

Тәҙрәне асығыҙ!
Тәҙрәне асығыҙ!

Бер саҡ өс уҡыусыһына остаздары һорау биргән:

 — Ни өсөн таш бәргәс, тәҙрә ватыла?

 — Таш ауыр булғанға, – тип, оҙаҡ уйламай, шундуҡ яуаплай беренсе уҡыусы.

 — Сөнки быяла ватылыусан, – тигән икенсеһе.

 — Ырғытҡан ҡул көслө һәм таш тап сәпкә тейгән өсөн, – өсөнсө уҡыусы ла фекерен әйткән.

 — Берегеҙ ҙә дөрөҫ яуап бирмәне, – остаз өсөһөнә лә һөҙөп ҡарап сыҡҡан. – Тәҙрә ябыҡ булғанға!

Юлдан асыҡ йөрәк менән атларға өйрәнегеҙ, шул саҡта дошман уҡтарының береһе лә, йәндең нескә ептәренә ҡағылмайынса, үтә осоп сығып, уны яралай алмаҫ.

Яңы йылда тормош юлығыҙ хәүефһеҙ булһын!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: