Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Ғинуар 2022, 17:35

Ат дағаһы бәхет килтерә тиҙәр

Халыҡта борон-борондан дағаның тормошто ыңғай яҡҡа үҙәртергә ярҙам итеүе хаҡында инаныуҙар йәшәй.

Ат дағаһы бәхет килтерә тиҙәрАт дағаһы бәхет килтерә тиҙәр
Ат дағаһы бәхет килтерә тиҙәр
Халыҡта борон-борондан дағаның тормошто ыңғай яҡҡа үҙәртергә ярҙам итеүе хаҡында инаныуҙар йәшәй. Ундай ышаныуҙар тотош донъя буйлап таралған. Ҡыҫҡаһы, бар ғаләм халҡы бәхеттә һәм муллыҡта йәшәү өсөн даға талап ителеүен белә.
 
Ысынлап та, ишек тупһаһы аша атлап үткәс, һәр ғаиләнең үҙенә генә хас йылы, уңайлы мөхитенә юл асыла. Ә унда ингән-сыҡҡан кеше үҙе менән төрлө хис-тойғолар алып килә. Уларҙың йоғонтоһо ыңғай ҙа, алама ла булыуы мөмкин. Даға ана шул алама энергиянан һаҡланыу сараһы булып тора ла.
 
Элек-электән, дағаны дөрөҫ урынлаштырһаң, йортҡа бер ниндәй бәлә лә үтеп инә алмай тип иҫәпләнгән. Бының өсөн уны баштүбән элеү талап ителә икән. Ниндәй төҫтә булыуы әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә түгел. Тәғәйен урынға беркетеп ҡуйыр алдынан бәхет символының был йортта йәшәгән һәр кешенең ҡулынан уҙыуы фарыз. Йәғни һәр кем уға үҙенең ыңғай энергияһын бирергә, ошо дағанан, ысынлап та, бәхет бөркөлә тип күҙ алдына килтерергә тейеш.
 
Дағаны төрлө сувенир кибеттәрендә алырға мөмкин. Әммә ысын амулеттың бығаса ҡулланылышта булыуы яҡшы. Әгәр ҙә уға тут төшкән икән, бигерәк тә яҡшы. Тимәк, ул кәрәкле энергетиканы йыйған. Халыҡта дағаны ете сөй ярҙамында беркетеп ҡуйыу кәрәк тигән фекер ҙә йәшәй.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас