

Ҡасандыр ябай бер кеше Аллаһы Тәғәләгә ожмах менән тамуҡтың ниндәй булыуын күрергә теләүен белдергән. Һәм бер төндә төшөндә ошондай һүҙҙәр ишетә был: “Әйҙә, мин һиңә тамуҡты күрһәтәм”. Ошо серле ауаздан һуң әлеге әҙәм бер бүлмәгә барып юлыҡҡан. Уның ҡап уртаһында кешеләр уратып алған һый-ниғмәттәр менән тулы өҫтәл ултыра икән. Әммә барыһы ла ас, ти. Улар оҙон һаплы ҡалаҡтары менән туҫтаҡҡа үрелеп ризыҡ ала ла уны ауыҙҙарына яҡын килтерә алмай интегә, шуға ла берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдерә, икенселәр ҡысҡыра, өсөнсөләр илаша икән.
Бер аҙҙан һуң төш күреүсе йәнә серле ауаз ишетә. “Әйҙә, хәҙер ожмахты күрһәтәм”, – ти икән баяғы тауыш. Һәм уны икенсе бүлмәгә индерәләр. Быныһында ла шундай уҡ һый-ниғмәтле табын. Өҫтәл тирәләй баяғы ише ибәтәй- һеҙ, оҙон һаплы ҡалаҡтар тотҡан кешеләр улты- рышҡан. Әммә улар туҡ һәм көр күңелле, йөҙҙә- рендә йылмайыу балҡый, ти. Хикмәт шунда: бын- дағылар туҫтаҡтан ризыҡ үрелеп алып, бер- береһен ашата икән.
– Ожмах менән тамуҡтың нимәнән ғибәрәт икәнлеген аңланыңмы инде? – тигән баяғы серле тауыш. – Изгелек ҡылған кеше ҡыуана, Аллаһы Тәғәләнең йыуанысы менән йыуана. Ә насарлыҡ ҡылғандар хәсрәткә тарый һәм ерҙәге ожмахты тамуҡҡа әйләндерә. Әгәр ҙә шәфҡәтлеһең икән, һин фәрештәгә тиң. Һәм ҡайҙа ғына барһаң да, үҙең менән ожмах йөрөтәһең. Ә инде күңелеңдә уҫаллыҡ, яһиллыҡ хөкөм һөрһә, һинең менән шайтан идара итә, һәм нимә генә ҡылһаң да, ҡайҙа ғына юлланһаң да, үҙең тыуҙырған тамуҡ- тан ҡотола алмаҫһың. Шулай итеп, кешеләр был тормошта уҡ ожмах менән тамуҡты тоя башлай.
Бер-беребеҙҙән күңел йылыбыҙҙы ҡыҙғанып, көнләшеп, асыу сәсеп, ожмахтай тормошто тамуҡҡа әйләндермәйек!