Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Февраль 2022, 11:46

Ат ҡарағы

Ошо һүҙ малайға йәбештеме? Ҡасҡын үҫмер сит-ят күҙҙән ҡасып ята. Өнөммө, төшөммө? Хоҙай Тәғәлә нимә өсөн уны бүләкләне?

Ат ҡарағыАт ҡарағы
Ат ҡарағы

Ат ҡарағы Повесть (башы)

Зөһрә БӘШӘРОВА
Әбйәлил районы

Ҡаңғырыҡ ауыр һуғыш йылдарында күптәрҙең ата-бабалары сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалды. Етемдәрҙең береһе – Ислам. Атаһы муҡсайын тотоп, хушлашып сығып киткәндә ул башланғыс мәктәпкә уҡырға төшкәйне. Ҡалғандар тырышып-тырмашып фронт өсөн өҙгөләнде. Еңеүгә өмөтләнде.
...Күк күкрәтеп, йәшен ялтыратып, уҡтарын арҡыс-торҡос һыҙғылап, йәшел бәрхәткә йылы эре ямғырҙарын һирпеп, Еңеү килде. Тыныс тормошҡа һыуһаған әҙәм әҙ генә тын алды. Ғәрипләнгән фронтовиктар, тере ҡалғандары, берәм-һәрәм әйләнеп ҡайта торҙо. Әсәһе ҡушыуы буйынса, ҡәҙерлеһен оҙатҡан бейек урынға көн дә барып әйләнде малай. Әммә көттөргән, яурынына муҡсайын аҫҡан яугир атаһы күренмәне.
Һуғыш тамамланып, күп эштәр үҫмерҙәр елкәһендә булһа ла, Ислам буш ваҡытында, йә башҡа сәбәп табып, күрше ауылда йәшәгән апайына ҡунаҡҡа йөрөргә әүәҫләнде. Аҙна тирәһе уларҙа ҡунаҡлай, иптәш малайҙары менән һуна өйрәктәрҙәй йылғала ирәйеп сумып-йөҙә. Ауылын һағындыниһә:
– Еҙнәй, бөгөн ҡайтам, – тип хәбәр һала. Бөгөн дә төшкө сәйгә ултырғас та һүҙ ҡуҙғатты.
– Йөрө, ниңә ҡабаланаһың? Уҡыу башланһа, былай ҙа юл өҙөлә. Танһығың туйғансы йөрө. Ашыҡма, – тип ҡәйнешен өгөтләне уныһы.
Әммә үҫмер үҙенекен эшләне, ысынлап та ҡайтыу яғына ыңғайланы. Тиҫтерҙәре янына йылға буйына туҡтаны. Йәйге эҫелә ун биш саҡрым һәлпәнләүен күҙаллап, тәненә "ҡаҙ йөнө" үҫкәнсе һыуҙа рәхәтләнде. Ҡояштың ҡайнар нурҙарына күҙен ҡыҫып, эҫе ҡомонда ҡыҙынды. Ҡайтыр яғына, йылан шикелле, юл борғолана. Ун биш саҡрым юлды йәйәүләп үтәһе бар. Ниңәлер, әллә тынсыу һауа хәлен алдымы, бәлйерәне. Сығанлаған ат шикелле, аяҡтары ауырайҙы. Шулай ҙа таҡыр ат юлына төштө.
Былайтып, тынды ҡурған эҫелә аяғыңды һәлпәнләтеүе эш түгел. Исламғәле атлай биргәс тырым-тырағай сауҡалар араһына боролдо. Ял итеп алырға кәрәк. Йомшаҡ сирәмдә. Бешкән еләк еҫе шайығын ағыҙа башлағас, сыҙамай ҡалҡып ултырҙы. Күлдәге урыны-урыны менән бешкән еләк һутына ҡыҙарған. Хоҙай бүләге! Һутлы еләк уның ауыҙында иҙелә. Рәхәтләнеп ашаны.
Тирә-яҡта һиллек. Һүрәмә юлдан үткән кеше лә юҡ. Бәлки, атлы юлаусы тап булыр. Ҡана һуң!? Ултыртып алыр ине, моғайын. Уҡмашып бешкән еләкте суҡлап йыйҙы. Башы еңелсә өйрөлдө. Күҙ алды ҡараңғыланды. “Һутҡа бай еләкте күп йыпырғанмынмы? Иңкәйеп йөрөгәнгәме?” Сауҡаға һөйәлде. Үтер әле. Бешеп етмәгән күкһел һорғолт муйылды самаһыҙ ашаһа ла...ҡоҫҡоһо килер ине. Муйыл ҡыуағы төбөндә күләгә. Шунда тәгәрәне. Йәш еләк көслө тиҙәр шул. Уның хәлен еңеләйтәм типме, биш-алты сиңерткә сырылдай. Әллә шуларҙың йырын тыңлағанғамы, өйәнәге үтте.
Күрше ауылға барып ингәндә урам тулы мал. Көтөү ҡайта. Саң-томан күтәрелгән. Тишек-тошоҡҡа, һалҡынса күләгәле һарайға ярып инеү ниәтенән тана-торпо, башмаҡ һәм өлгөрөп етмәгән тана ишараттары ла ҡойроҡтарын һауаға сөйөп, кемуҙарҙан сабыша. Донъялағы бихисап мыжғып торған бөгәләк һәм күгәүен өйөрө малҡайҙарҙың ҡанын һурып ҡалырға ашҡынып, бахырҡайҙарға һөжүмгә ташлана. Исламғәле, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй сабышҡан, өрккән, сәскәкләп туҙышҡан малдарҙан тапалыуынан ҡурҡып, ситке өйҙөң рәшәткәһенә ышыҡланып, һөйәлеп торҙо. Ауыл урамы тынысланғас, алға ынтылды. Урам осондағы сурайып торған ташҡа ултырҙы. Ары ат менән китеренә ышанып, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, оҙаҡ ҡына арба юлына тексәйҙе. Төҫ-кәүҙәһенә байтаҡ ара үтеп, йонсоңҡораған ҡиәфәт бирергә ниәтләгәндәй, алға иңкәйә биреп, терһәген тубығына сәнсеп, яңағына таянды. Көндөң кискә һарҡыуына ишаралап, өткөс ҡояш урман өҫтөнә үк менеп ҡунаҡлаған. Атлайһы ла атлайһы... Хас өләсәһе һөйләгән әкиәттәге малай кеүек... Ай киткән, йыл киткән, артына әйләнеп ҡараһа... Ышанырһығыҙмы, юҡмы? Энә буйы ер киткән, ти. Ысынлап, үтелгән ара ырамаған. Ни эшләргә? Көн кискә һарҡҡан. Тәндәре зымбырлай. Ҡап-ҡара төҫлө төн тыуыр. Был ауылда туған-тыумаса, таныш-тоноштары ла юҡ. Хәйер, малай кешенең ҡайҙан ғына танышы булһын инде? Үҙ ғүмерендә шул мәктәпкә уҡырға йөрөй ҙә, еҙнәләренә бара. Башҡаса һис сәйәхәттә булғаны юҡ. Сит-ят ауылдарға йомош менән йөрөргә йәше лә етмәгән, форсаты ла юҡ. Ҡайҙа ул сит ауылға сығып кешеләр менән танышыу? Әле булһа һуғыш ғәләмәте бөтмәй. Йәшәү рәүеше әлегә фәтүәһеҙерәк шул. Былай ҡайһы ғына өйгә инһә лә ҡыумаҫтар. Ишек төбөндә булһа ла, һикеһе табылыр. Бала сағында сит-яттарҙы ҡунырға ҡалдырмайҙар ине. Ҡасҡындар, дезертирҙар... Өй хужаһына ата-әсәһенең кемлеген әйтер, ишетеп беләләрҙер. Атаһы һуғыштан ҡайтмаһа ла, барыбер иҫләйҙәрҙер. Бәлки, түбәлек баштарында малайҙарҙың йәйге ҡыуыштары ла барҙыр. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар йәйен ҡоротто күпләп киптерергә ҡуялар. Ашарға берәй баш ҡоротон да эләктерһә. Уныһы булмаһа ни аптыраған юҡ. Эсе тулы еләк.
Исламғәлене ҡото табанына төшә барыуҙан ошо уйы ҡотҡарҙы. Тәненә йылы йүгерҙе. Ергә эңер ауа башлауға Исламғәленең тирә-яғын күкһел төтөнгә тартым ҡараңғылыҡ яйлап ҡына баҫа барҙы. Өйҙәр ҙә күкһел-йәшкелт быяла аша ғына күренгәндәй булып тоноҡланды. Хәҙер ауыл уртаһындағы кеше һындары ла юҡҡа сыҡты. Бер-ике сәғәттән алһыу таң да һиҙелер...
Һайтылдап сыбыртҡы шартылданы. Кемдер мал ҡыуа. Ауыл урамы уртаһынан ат көтөүсе аттарҙы ҡыуа. Тышаулылар. Күмәк хайуандар ҡуш аяҡлап ырғанлап тап-топ баҫа. Ерҙе шаңҡыта. Юлаусының табаны аша тәненә тулҡын бәрелә. Йөрөмтәлдең тапҡырына еткәс, бәғзеләре баштарын бороп ҡарай. Вайымһыҙҙары баштарын түбән эйеп, ҡуш аяҡлап юрғалай. Улары, бәлки, тормоштоң нужаһын байтаҡ татыған, бөгөн дә көноҙоно эшләп арыған оло йәштәгеләрелер. Эш бит ул. Аҫау айғырҙы ләғиргә әйләндерер.
Яйлап ҡына өйөр артынан барған ат ҡараусы Исламғәлене шәйләмәне. Сыбыртҡы шартылдатып һайтылдай. Аттарҙы төнгөлөккә табан утлауға табан ҡыуған көтөүсе күҙҙән юғалды. Йәйге төн сихырлы. Ҡараңғы. Серле. Өшөтмәй. Ҡыҫҡа. Көтөүсе шырпыһыҙ булмаҫ. Усаҡ яғыр. Ялбырлап янған ут йәшәргә өмөт уята. Берәүҙән икәү яҡшы. Бәлки, көтөүсенең саңдауы, өйөрҙөң өймәкләшкән урыны барҙыр. Шунда төн үткәрһә. Ул уң ҡолағын алға ҡуйып, аттарҙың ҡайҙа китеүҙәрен самаланы. Арттарынан төштө.
Төнгө һиллектә ара-тирә йоҡо аралаш сиңерткәләрҙең сырҡылдауы, өкөнөң ухылдауынан тыш шипкелт юҡ. Тәүлектең ошо мәлендә генә тауыш тиҙ тарала тигәндәре хаҡтыр. Аттарҙың ихлас көршөлдәтеп үләнде йолҡоп һоғонғаны һиҙелә. Күкте яңғыратып ҡыңғырау даңҡылданы. Үҙенең генә түгел, ат өйөрөн һаҡлауын һиҙҙереп, айғыр дөңгөрөн туҡтауһыҙ дөңгөрләтте.
Ат көтөүсеһе ҡайҙа? Сыбыртҡы шартылдамай, үҙе һайтылдамай. Бәғзе аттар алаҡанлап таныш түгел кешегә ҡарап-ҡарап ала. Сәйер кеше ат көтөүсеһен эҙләп, өйөрҙө яйлап ҡына әйләнеп урап та сыҡты. Ат ҡараусы юҡ! Үәт яуыз, малдарын ташлап ҡайтҡан!? Уның хыялы юҡҡа сыҡты. Өшөтә!
Йәш үләндең дымы тубыҡтан өшөтә. Аттарҙың тертелдәп, аңғармаҫтан тибеүҙәре мөмкин. Ҡуйы ҡараңғыла йыуантаҡ, ҡуйы ялбыр яллы атты шәйләне. Муйынын һыйпаштырҙы. Ялының аҫты йылы ғына икән. Ат ҡоло Исламғәле аяғының баш бармағын аттың тубыҡ һөйәгенә терәне. Һулаҡай ҡулы менән ялынан үҙен өҫкә тартып ырғытып, өҫтөнә ҡунаҡланы. Малҡай тертелдәмәне. Ерҙең төнгө еүеш һалҡынынан ат өҫтө йылыраҡ. Аттың йылыһынан һырт буйына һонолоп ятҡан үҫмергә рәхәт. Тышаулы ат туҡтауһыҙ орсоҡ шикелле арт яғын өйрөлтә. Уны өҫкә туптай ырғытып уйната. Һелтәй. Саҡ ергә ҡоламай ҡалды. Фәтүә сыҡмағас, тышауын алды. Мал йөрәкле үҫмер бесәй һымаҡ ат өҫтөнә менеп тә ҡунаҡланы тағы. Аттар араһын аҡ бәҫкә күмгән урын ағарып шөрләтә. Томан эсендә ен йөрөймө? Ни эшләргә? Һонолоп ятты. Серем итеп алырға ине... Атҡа менеп ҡайтырғамы? Ҡайтыр әле. Мал ашаған еренә кире әйләнә, тиҙәр. Ҡараңғы донъяла ен-шайтан, шүрәле генә йөрөмәһә...
Тышауҙы һүтеп оҙонораҡ нәҙек арҡан иште. Тоҡанлап, башын күтәрмәй ашанған атты моронһыҡтап менде. Көтөүсенән алда өлгөрөргә кәрәк. Һыңар теҙгенле моронһаҡ менән атты ҡайтыу яғына ҡыуҙы. “Атты ҡайҙа алып ҡастың?” – тигәндәй, күктәге батмус ай күк йөҙөнән әсәһенең йомарлаған һап-һары ыуыҙ майылай, уға үпкәләпме, баҡҡан.
Йылдам малҡай, һүрәмә арба юлына төшкәс, алға ынтылды. Төнгө юлаусы алаҡанлап, артына күҙ һирпеп-һирпеп алды. Ат ҡарышмай, уның ихтыярына буйһоноп, етеҙерәк саба. Йүгергәндә-атлағанда, йөк атына оҡшатып, ян-яҡҡа һәлмәкләй. Менге ат кеүек башын юғарыға сөймәй.
Исламғәленең балыҡ тотҡан, һыу ингән йылғаһы ауылына арҡыры ята. Һыбай килеш кисеү уртаһында туҡтатып атына һыу эсереп алды. Үҙенең тыуған ярына аяҡ баҫҡас төштө, алашаның башын һыйпап торҙо ла, ҡапыл тышауын ҡулында елпелдәтеп, иһаһайлап, уны ҡайтыр яғына ҡыуалай башланы. Тегеһе йылға аша сыҡманы, ситкә тайпылып бер аҙ юртып барҙы ла үләнгә йәбеште. Асыҡҡандан түгелдер. Берәй яуызы, мөртәте бер туҡтауһыҙ шыйылдатып сыбыртҡылайҙыр быны, тип уйланы үҫмер, шуға ҡайтҡыһы килмәйме? Ат йәнле башҡортҡа йылҡы малы йәл, әлбиттә. Хайуанҡайҙың көршөлдәтеп үлән һоғонғанын тыңлап, уға оҙаҡ ҡарап торҙо Ислам. Гонаһһыҙ сабыйҙай, яҙмышын белмәгән-күрмәгән әҙәмгә тапшырып, мәхлүк ҡайтыуын уйламай ҙа. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тиҙәрме әле? Әйҙә ашаһын, ял итһен. Бәлки, туйынғас, ҡайтыр. Борон ата-бабаларыбыҙҙы аҙаштырмаған йыһанға төбәлде малай. Йондоҙҙарҙың күплеге... Сулпан, Тимерҡаҙыҡ, Етегәндән бүтәнен белмәй ҙә. Элек шулар буйынса сәйәхәт иткәндәр. Күк көмбәҙе китабын уҡый белмәй шул. Ат та кәрәкмәҫ ине.
Йылғаны кисеп сыҡҡан урындан арыраҡ эскә боролған урын бар. Бөгөлдә сит-ят күҙҙән ышыҡ, аулаҡ, йәшерен төбәк. Бик тә ҡайтҡыһы килмәһә, әллә шунда... Ауыл яғынан йылғаның яры текә. Ялан ҡапҡаһы хәтле генә асыҡ ара. Тал, ерек, муйыл ҡыуаҡтары ышыҡ та. Эт-фәлән темеҫкенеп, кеше малын эҙләп йөрөмәһә? Тапалмаған ерҙә үлән билдән быуа быуырлыҡ.
Муйыл ағасына урап, тоҡандарынан эләктерҙе. Ат эҫенеп өлгөргән. Уны ебәргеһе килмәй. Үңәсенән һыйпап, ялы аҫтын тырнап иркәләтте. Ниндәй төҫтә икән? Әле асыҡ ҡына күренмәй. Көндөҙ осратһа, танымаҫ. Исламғәле ҡолағын һәрмәне. Осо уртаға ярыҡ. Сысҡансыҡ. Ундай аттарҙың ҡолаҡ остарын телеп, ҡанын сығаралар.
Таң алдынан ғына ҡайтты өйөнә. Ҡапҡа эсе тып-тын. Әсәһе ҡуна ятып баҫыу эшендә. Өйөндә булған ҡаты-ҡото менән бил бауын нығытып алды ла, йоҡларға ятты. Арытылған да кеүек. Тыныс ҡына ята алманы, төшөндә һаташты, ҡолағына ат кешнәгән тауыштар ишетелгәндәй булды. Йөрәге туланы. Һыу буйына йүнәлде. Малайҙар балыҡ ҡармаҡлай. Ҡолас ташлап йылымыс һыуҙа ҡойондо. Күңеле барыбер тынысланманы. Ат вайымһыҙҙы ла ҡанатландыра, толпарға әйләндерә икән. Саптар ҡайтҡанмы? Бер-береһенә устары менән һыу сәсрәттеләр. Тиҫтерҙәре:
– Ҡайтмай ҡайҙа йөрөнөң?
– Унда беҙҙән яҡшыраҡмы?
– Әйҙә, бергәләп балыҡ һөҙәйек.
Балыҡ ҡайғыһы юҡ ине унда. Ыҡ-мыҡ ҡына яуап бирҙе лә, кейемдәрен ҡулына алып ҡайтыу яғына ыңғайланы. Бөгөлдө барып ҡарарға кәрәк. Ҡайтып киттеме икән теге мөғжизә? Әллә... Әле һаман үлән ашаймы?
Төш ауғас, кеше күҙенә артыҡ салынмай ғына яр аҫты буйлап тайҙы. Дөлдөл аҡланда юҡ ине. Ҡуйы бейек үлән араһынан муйылды тапты. Тышауы урынында. Аты ҡайтҡан, ашаған еренән айырыламы һуң, һантый. Юҡ, яңылышҡан. Аһ-һ-аһ -һ! Эҫенән ҡасып, ерек ҡыуағының төбөнә һырышҡан. Башын түбән эйгән. Ҡойроғон һелтәләй. Бәйләнсек күгәүен ҡыуыуы. Хәтәр ат менән ҡайтҡан бит. Өләсәһе һөйләгәнсә, “Йүгәнеңде һелкетһәң, бер ат һиңә боролоп ҡарар”. Моғайын, ул ат ошолор. Кәүҙәһе, ялы, башы, уң ҡолағының осо теленгән. Шул! Бер кем дә юҡ. Кемдер: “Атҡа теймә! Китһен үҙ юлынан! Ҡайғы килтерер! Ҡайғыға тарыма, тарыһаң арыма!” – тинесе. Өләсәһенең тауышымы? Ул күптән үлгән. Әллә уның рухы һөйләшәме? “Ат барған ергә ат мен. Ыҙалама йәйәү йөрөп!” – тине икенсеһе. Уныһы кем? Ҡайһыһының кәңәшенә ышанырға!? Тауышы әсәһе һөйләгән мәрхүм Ғазраил бабайҙыҡы кеүек. Уны ниңә улай тигәндәрҙер? Бала аңы, ныҡлап ниндәй ҡарарға килергә белмәй, шаңҡып ҡалды. Ни эшләргә? Уңғамы? Һулғамы? Гелән ҡасып-боҫоп йөрөгәнгә шулай ишетеләме? Ендәр эйәләгәнме? Үҙен үҙе семтене. Ауырта былай. Тирә-яғына төкөргөләне...
Төнгө ҡунаҡ күрер күҙгә күркәм ине. Әллә ниндәй төҫлө? Бесәй төҫлө ат та була икән? Китапта күргән арыҫлан төҫөнә лә оҡшаған. Ҡаҡашҡан һымағыраҡ бындай төҫтө тәүгә күреүе. Ерән, туры, күк, ҡола, саптар... Йәйғорҙа ла юҡ ундай буяу. Ғәжәп, тышауһыҙ ҙа тоттора. Йыуаш. Йомшаҡ үләнде рәхәтләнеп ялмап һоғона. Анау ағасҡа иш түгелме? Бәй! Ерек ағасы менән ат. Айырмаһы... Әллә башҡорт тоҡомло тигәнеме?
Атты хужаһы тапмай йонсойҙор. Тауҙан тауға үрләп, колхоз атын таба алмай күп ыҙаланы ул. Ярты юлға атты алып барып, артабан ҡыуаларғамы? Бөгөлдө ҡарамаҫтар тиһеңме? Ҡыуаҡ төбөнә боҫто. Ни эшләргә? Икеләнеп оҙаҡ ятты. Ҡайтырға кәрәк. Мал ашаған еренә ҡайта тиҙәр бит. Ә был арҡыры. Ҡайтыр яҡҡа ыңғайламайсы. Эйәһе мин түгел... Әллә ыҙаһына тап булғанмы? Ярай, тора бирһен, ятһынһа ҡайтыр әле.
Ҡайтышлай урамда Ғәбит күренде:
– Ғәбит ағай, бесәй һымағыраҡ төҫлө атты ниндәй ат тип әйтәләр? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды иҫәүән. Урта йәштәрҙәге ир уның һорауына төшөнөр-төшөнмәҫ:
– Бесәйҙең ул хәтле төҫөн кем аңғарған. Йөрөй шунда. Нимәгә кәрәк булды ул һиңә?
– Һүрәттәге арыҫлан төҫөн белә алмайым. Исламғәле хәйләләп алдашырға мәжбүр булды.
– Арыҫлан ни сыбарҙыр... – Ғәбит үҙе лә аптырауға ҡалып албырғап ҡалды, шикелле.
– Ю-юҡ. Сыбар түгел. Һор ҙа, буй-буй ҙа һымаҡ. Күк кәзәгә лә оҡшаған.
Исламғәле өҙмәй ҙә ҡуймай аттың төҫөн Ғәбиткә аңлатырға маташты.
– Болан төҫө һымаҡмы әллә?
– Эйе-эйе. Йәйгеһен болан шул төҫтә була. Исламғәле төҫтәрҙең тура килеүенә шатланып йылмайҙы ла.
– Бурыл инде улайһа.
– Ундай ат бармы беҙҙә? – Исламғәле бурыл төҫөн ҡайһы аттыҡы менән сағыштырырға икән, тип һораны.
– Юҡ беҙҙә бурыл. Әңгәмәсе ары ҡуҙғалды. Малай йән-фарман бөгөлгә сапты.
– Буры-ыл!
Уныһы, ҡолаҡтарын ҡайсылап башын күтәрҙе. Танышына ыңғайланы.
– Бурыл! һинең исемең Бурыл икән дә!
“Бурлыҡ башы – Бурыл! Бурлыҡ башы-Бурыл!”... Ҡыҙыл эңерҙә йыһандан яуыз йәндәр ергә төшә, ти торғайны өләсәһе. Шайтан ҡытыҡлап, хәрәмгә тартамы... Үҙенән-үҙе һөйләнә, йылмая-көлә уны һөйҙө, ялдарынан һыйпап иркәләне.
Башҡорт атҡа табына тигәне шулдыр... Әллә уғрымы... Уғры. Ошо һүҙ малайға йәбештеме? Ҡасҡын үҫмер сит-ят күҙҙән ҡасып ята. Өнөммө, төшөммө? Хоҙай Тәғәлә нимә өсөн уны бүләкләне? Уйҙарының сигенә сыға алмай. Ике көн атты ташлай алмай. Ыҙалай. Унһыҙ донъя йәмһеҙ. Бөгөн килде. Ғәжәп!? Табылдығы күренмәй. Алып ҡайттылармы? Үҙе ҡайтып киткәнме? Бөгөлдән ситкә китеп йөрөймө? Берәйһе алып ҡастымы? Унан башҡа йәшәй алырмы? Ат йәнлеме? Ғәҙәттә, уның һымаҡтарҙы шулай тиҙәр. Исламғәле һәм Бурыл. Әллә уныһы: “Ҡушаматым – Бурыл. Һинеке – Бур”, – тип, йәшенмәк уйнаймы? Ни бысағына атҡа шул тиклем йөрәкһенә? Ана, уның тиҫтерҙәре күптән ҡыҙҙарҙы күҙәтә. Уның башында – бесәй төҫлө Бурылы. Тиккә түгел был? Хоҙай иҫкәртеүеме? Алдағыһын бер Алла ғына белә тигән кеүек булды инде...

2


“Ҡараҡ ҡараҡты алыҫтан күрә...” тигән кеүек, йәйен йылға буйына сиғандар тулды. Исламғәлене аяҡтары үҙенән-үҙе шул тарафҡа йүнәлтте. Шулайтмай һуң? Әҙерәк улар халҡына оҡшап тора. Ҡараҡ, ҡасҡын... Яҡындан күргәне булманы. Күргәс аптыраны ла, һоҡланды ла. Ҡара бәрәс кәпәс кейгәндәрме ни, сәстәре сөм-ҡара һәм бөҙрә. Уҡмашҡан болоттай ҡабарған. Йөҙҙәре майланған сөгөн кеүек йылтырай. Ҡара күмер төҫлө майлы йөҙҙәре, ҡараңғы төн һымаҡ, хәйләле йылмая.
Үҙҙәренән аттары күберәк. Арбаларының тәртәләрен ҡушарлап күтәреп, тәгәрмәс тырнаҡтары араһына дуға ҡыҫтырып, ҡыуыш та әтмәләнеләр. Ҡайҙа йөрөһә лә сиған сиған инде. Йылға ярында тимерлек ишараһы ҡорҙолар. Мыйыҡлы сиған күреген өрҙөрөп, балта һуғып йәмкә, тәртешкә бөгөп, ҡуҙһалғыс яһай. Балалары ауыл халҡына һата ла башланы. Һатыу ҙа итә, күпте күрергә лә өлгөрә улар халҡы.
Ун йәшлек сиған малайы килеп инде Исламдарҙың өйөнә. Әсәһе алдында утлы табала бейейме ни... Күҙ ҙә эйәрмәй. Самауыр, сәйнүктәрен күреп ҡалды. Икенсе көнөнә ямап алып килеп тә тотторҙо. Алыш-биреш йәнле барҙы. Сиғандарға ауыл халҡының байтаҡ әтәсе, тауығы, майы, йомортҡаһы эләкте. Хәллерәктәр аҡсаға балта алып ҡыуанды, ҡойтораҡтар осһоҙораҡҡа йәмкә менән ҡуҙһалғысҡа ынтылды.
Уларҙың донъяһы мауыҡтырғыс ине. Һәр хәлдә Исламғәлегә шулай тойолдо. Бөтөнләй икенсе тормош... Сиған малайы күрек өрҙөрә... Әллә тиҫтере. Уны яҡын күреп, эргәһенә яҡынланы. Күрексе сиған малайы Исламғәленең тиҫтере һымаҡ тойолһа ла, ололар эше менән мәшғүл. Тирләгән. Күлдәк иҙеүе асыҡ. Салбарының яҫы балағы ялпылдай. Шул ике арала тәмәке көйрәтә. Исламғәленең тиҫтерҙәре ул мөйөштә, был мөйөштә ололарҙан ҡасып тарта. Үҙен күҙәтеп торған малайға ҡарт сиған бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне. Ял итергә булдылар. Исламғәле күреккә тотондо:
– Мин дә өрҙөрөп ҡарайым әле.
Беләгенә көс тулған егет ишаратына күрек өрҙөрөүе бер ни түгел, пружиналы сәңгелдәкте бәүетәме. Эштән бушаған сиған тештәрен йылтыратып көлөп, уға һынаулы ҡарап, сиҙәмгә тәгәрәне. Былайтып уларға йәпләшкәндәр юҡ тиерлек. Ҡара сиған:
– Мә, тарт, – тип “Беломор” һондо.
– Кәрәкмәй, үҙең тарт.
– Ромэш, – ҡулын һуҙҙы. Исламғәле уның ағастай ҡатҡан ҡулын ҡыҫып, ситкә янтайҙы. – Исемем шулай.
– Ә-ә-ә...Мин – Исламғәле.
– Исламка... Эйеме?
– Шулай була инде.
Ҡара тырыш тойолған үҫмер һуҡыр себен кеүек бәйләнсеккә оҡшай. Һөҙөшкәк тәкәме ни, мускулдарын ҡапшаны:
– Әйҙә көрәшәйек, – тип уны ергә һалырға маташты. Сиғандан ергә ырғытылып тороп ни!? Башҡорт ҡаны аға унда! Уларҙың сәмен уятһаңмы? Күрмәгәнеңде күр! Мәлен тура килтерҙе. Әһә... Былҡыш сиғанды өҫкә күтәреп, башы өҫтөнән ырғытты! Тик әкиәттәгесә, ергә батманы. Исламканың кәүҙәһе бәләкәй тип, сиған алданды. Хоҙай буйын кескәй итеп яралтһа ла, көс-ғәйрәтте йәлләмәгән. Оһо-һо-һо! Ташты яра һуғырлыҡ көс унда!
Сиған сиған инде. Елғыуар! Илһеҙ-ерһеҙ, мәғәнәһеҙ милләт. “Оп” итеп ергә килеп төшкән Ромэш еңелеүенә ғәрләнмәне. Башҡорт көрәшсеһенең сәме, намыҫының ос-мото ла юҡ бында. Аяҡтарын тубығынан бөкләп, ҡулдары менән матҡып тотоп, бер талай ултырыуынан ҡәнәғәт. Исламғәле, күрмәһәң күрһәтермен әле, тигәндәй, күрек өрҙөрөргә тотондо. Оло сиған, ҡара майлы битенә йылмайыу ғәләмәте сығарып:
– Во-о! – тип баш бармағын һауаға сөйҙө.
– Ромэш минең малай, хулиган шул. Уға үпкәләмә инде, йәме, – тип арҡаһынан һыйпағандай итте. Сиған менән башҡортто бер нәмә генә берләштерергә мөмкин. Ул да булһа – атҡа һөйөү.
Еңеүсе бар асыуын күрек өрҙөрөп сығарҙы. “Үҙемә теймәгән йыланға йөҙ йыл теймәм” тигәндәй, Ромэшҡа башҡаса ҡағылып та торманы. Ромэш, имеш... Күрек өрҙөрөү – танһыҡ, ят кәсеп. Ҡыҙыҡ. Тирләп-бешеп, еңе осо менән йөҙөн һөрткөләне. Ҡараһа, Ромэш янында сиған ҡыҙы. Ыҫмала кеүек ҡара сәсе йымылдай. Түңәрәк йөҙө егет менән серләшкәндә тағы ла йомрая. Бите уртаһында соҡор хасил була. Йәйенке күлдәген йәшел үләнгә йәйелдергән. Хас та теге күркә ҡанатылай. Тфү! Тапҡан ҡыҙ! Сиған! Ҡыҙ эргәһендә эре ҡыланып, тубылғы башлыһы:
– Кил бында! – тип, саҡырҙы. – Кәләшем, – тип ҡыҙ яғына төртөп күрһәтте. Ҡыҙ, шуны ғына көткәндәй, Исламғәлегә табан ике-өс аҙымлағас, ҡыҙыл сарафанының яҫы итәген һул ҡулы менән ҡаҙ ҡанатылай йәйҙе лә сүгә биреп:
– Брума, – тине.
– Ундай ҙа исем була икән. Борма! – тине аптырап.
– Ха-ха-ха!
– Хе-хе-хе!
– Ну, Исламка...
– Бру-у-ума! “Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө” тигәндәй, хахылдаштылар. Исламғәле оялышынан ҡып-ҡыҙыл булды. Көлөшөп тынғас, кейәү егете етдиләнде.
– Көҙгә беҙҙең туйыбыҙ була, кил!
– Эйе, икәүләп саҡырабыҙ.
Ул аныҡ ҡына яуап та бирмәне. Китсәле, шаярталарҙыр? Минән ике йәшкә кесе малай менән ҡыҙыҡай ир менән бисә булһындар. Имеш?! Исламғәле кеүектәр ул турала уйламай. Уҡып бөтөргә, әрме сафында хеҙмәт итергә, һөнәр һайларға... – унан-күҙ күрер. Ауылдағылар шуға күнеккән. Ул турала уйланғаны ла юҡсы. Ромэш:
– Ысын-ысын! Бына күр, – тине лә сиҙәмдә ултырған көйөнсә Бруманы ҡулынан тартып иңкәйтте лә ирененән супылдатып үбеп алды. Үәт тәүфиҡһыҙҙар? Көпә-көндөҙ ни тиклем ғәм алдында әрһеҙ ҡыланалар. Сиған, сиған... Ҡараңғы төшкәнсе сабырлыҡтары етмәйме, оятһыҙҙар, тип уйланып, улар өсөн Исламғәле оялып та ҡуйҙысы. Улай ғына етмәне әле, Ромэш ҡыҙҙың сарафаны эсенән яланғас тәнен үбә башлағас, оялышынан, Ислам тимерлек эсенә ҡасып, күреккә барып ҡыҙыу-ҡыҙыу өрҙөрөргә тотондо. Мыйыҡлы сиған булған күренешкә иҫе китмәне. Тегеләр ҡапыл юҡ булдылар. Оҙаҡламай гөргөлдәк уйнағанда гөргөлдәгән кеүек гөрөлдәшеп көлөшә-көлөшә тимерлек эргәһенә килделәр.
– Исламка, тиҙ бул...
– Кил беҙҙең янға...
Икәүләшеп кемуҙарҙан уны саҡыралар. Мыйыҡлы сиған икеләнгән Исламғәлегә:
– Бар, бар! Һине саҡыралар бит, – тип, шөғөлөнән ҡотҡарҙы. Ул ышанысһыҙ аҙымдар менән генә оялышынан ытырғанып теге икәүгә яҡынлауға, Брума артына йәшергән төргәген һондо.
– Мә, беҙҙән бүләк!
“Алырғамы, алмаҫҡамы – ни эшләргә?”
– Һе, бүләк тисе? Һеҙҙән миңә ниндәй бүләк тейеш булһын инде, алмайым.
– Тәүҙә ҡара әле, – тине ҡыҙ.
– Күрһәт!
Брума төргәкте яҙып, ҡулында салбар йәйҙе.
– Ха-ха-ха! Бисәләр салбары! – Исламғәле шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Сиған ҡатынының ыштанылыр әле! Әҙәм көлкөһө! Төкөргөләне. Бүләк күк сатиндан, балаҡ остары бөгәрләп-бөгәрләп таҫма резина ҡуйып тегелгән. Балағының ике яҡ ҡабырғаларында буйынан буйына ҡыҙыл таҫма һуҙылған. Бөрмәһендәге һары ебәк бауҙың остары суҡлы.
– Брума теккән! Эх-х, матур! – Ромэш ҡыҙының ҡулындағы салбарҙы ысын күңелдән маҡтап туйманы.
– Кейәү егетенә теккәйнем. Ромкама бынан да һәйбәтерәген тектем. Әлбиттә, атластан һәм Ҡытай ебәгенән, – эскерһеҙ бер ҡатлы Брума бүләкте ысын күңелдән бүләкләгәнен аңлатты.
– Мин кейәү егете түгел бит. Кәләш алырға йыйынмайым, – тип, алғыһы килмәгәнен аңғартты. Шулай ҙа күҙе ҡыҙҙы үҙенең.
– Кейәү егете булмаһаң да, ал-ал, – тип ҡабат-ҡабат өгөтләне Брума. Ул салбарҙы йәйеп тотҡан килеш уға яҡынланы.
– Исламка, һин миңә дуҫ бит. Алмаһаң, үпкәләйем, – тине Ромэш. – Бруманың бүләген кире ҡағып һин миңә кем булаһың инде?
Исламғәле сиғандарҙың етди ҡиәфәтенән, бисәләрҙеке һымаҡ салбарҙан ҡотола алмаҫын аңланы.
– Ярай, ихлас биргәсегеҙ, алайым инде. – Исламғәле ризалығын белдерҙе. Ҡулын һоноп өлгөрмәне, уныһы салбарын ҡулына һала һалды. Ауыр йөктән ҡотолған кеүек, һыу буйына сапты.
– Киттек. Әйҙә, – тип буш ҡулы менән йылғаға ҡарай һелтәне.
– Яр аҫтында кейендерәбеҙ хәҙер, – тип ул яҡҡа барыуының сәбәбен дә аңлатты. Сит-ят күҙҙән ышыҡ урында Исламғәле өҫтөндәген һалып бүләк салбарҙы кейеп ҡараны.
– Сиған булдың! Үәт, салбар килешә үҙеңә! Һиңә яҙған икән. Һинең өсөн теккәнмен икән, – тип Брума һөйләнә-һөйләнә яңы дуҫтарының өҫтөндәге салбарҙы йүнләп тигеҙләп һыйпаштырҙы.
– Ха-ха-ха! Ауылда минән көлөрҙәр әле. – Көтөлмәгән бүләктән Исламғәленең күңеле күтәрелде.
– Көлһөндәр! Ошондай матур салбарҙары бармы?
– Беҙҙең халыҡта салбарға таҫма һалып текмәйҙәр. Таҫма ҡыҙҙарҙың ғына кейемдәрен йәмләй. Уларҙың күлдәктәре, камзулдары тотош таҫмалы, уҡалы. – Исламғәле сиғандарға буйтым эйәләшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ромэш менән Брума дуҫтарын ике яҡлап ҡултыҡлап таборға яҡынлағанда, мыйыҡлы тимерсе сиған йылмайып ҡаршыланы.
– Яҡшы-ы-ы. Исламка хәҙер сиған булды. Исламка молодец! – Ниндәйҙер серлелек менән телен сартылдатып, баш бармағын һауаға сөйөп маҡтаны. Исламғәле, Ромэшты һауаға алып сөйөп, күректе һис туҡтамай өрҙөргәнгә маҡтайҙыр, тип уйланы. Ә ҡарт сиғандың үҙ мәкере, хәйләһе бар ине. Уны йәш башҡорт һиҙмәй ҙә, аңламай ҙа әле. Ололар әйтмешләй, танау аҫтында маңҡаһы кипмәгән. Үҫмер мәкерлек, хәйләлекте аңларға балалыҡтан сыҡмаған шул. Тормоштоң әсе-сөсөһөн татығанмы? Ыҙа-нужанан баҫылғанмы? Фәҡирлек йонсота. Аслыҡ һәм ҡара эштән бушамай. Берҙән-бер ҡылған яуызлығы: аңғармаҫтан Бурылды менеп ҡайтыуы. Уныһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан хәл. Уның өсөн бур тигән ҡушамат уға йәбешерме? Өләсәһе теленсә, хилафлыҡ йәиһә бәйһеҙлектең мәғәнәһен әлегәсә аңлап етмәй ул. Яңы ғына ояһынан осоп сыҡҡан бөркөткә тиң булырға тейеш милләт улы. Ирекле... Ә ул ниндәйҙер яттар араһында бутала...
Ҡайҙан алды шул бүләкте? Үҙен хатта сиғандарға бурыслы тоя башланы. Выждан ғазабы йөрәкте өйкәгән кеүек. Юҡлыҡ үҙен һиҙҙерә шул. Ниндәйҙер сиған ҡыҙының салбарын ал әле. Әҙәм мәсхәрәһе. Алған – бөлгән. Кире ҡаға алманы. Мәрхәмәткә изгелек менән яуап бирергә кәрәк тә. Хәҙер уға көнө ҡалды. Их, башҡорт ҡыҙы уның өсөн өҙгөләнһә. Уны ҡайғыртып, Брума кеүек салбар текһә. Өләсәһе әйтмешләй, ҡулъяулыҡ сигеп бүләк итһә...
Көн дә килеп күрек өрҙөрҙө Ислам. Күңеле менән үҙенсә шулай салбар хаҡын ҡайтарҙы. Унан бигерәк бында ҡыҙыҡ та ине. Әммә малай уларҙың матур кейеме, бейеүҙәре, йыр-моңдары менән бергә ялған ылыҡтырғыс, мәкерле уй тойомламай ине әле. Йылан кеүек, сит-ят ғөрөф-ғәҙәттәр, мауыҡтырғыс ялтырауыҡ арбап, ваҡыты етһә муйынынан һығып алыр тип, әлбиттә, өләсәһе әйтмешләй, ете ятып, ете торһа ла уйында булманы. Ҡыҙыу бесән мәле етә. Һәр саҡ мыйыҡлы сиғандың күҙ уңында икәнен һиҙҙе егет. Довбик тип уға өндәшәләр, эйе, Ромэштың атаһы.
– Исламка, молодса! – тип, арҡаһынан тупылдатып, йүкә шына ҡатып ҡына тора.
Сиған халҡы ла белә икән ниндәй ризыҡтың үҙенә көс биргәнен. Ауылда кешеләрҙә ҡул тирмәне, киле лә бар. Һораһалар, бирерҙәр ине. Төйөрҙәр, тартырҙар, ҡаҙанда тандыр утта бешерерҙәр ине. Ахмаҡтар! Бер тоҡто төйгән киле ярылмаҫ ине. Әстәғәфирулла! Бетәү бойҙайҙан бутҡа бешергәндәрсе... Сиғандар бутҡаны бисмиллаһыҙ-ниһеҙ, ҡарһаланып, ҡабаланып, әскернә кеүек әрһеҙләнеп ашай. Һәр кем тиҙерәк күберәк ашап ҡалырға тырыша. Сәйнәйме, бетәүләй йотамы. Бүрҙәтәүендә ваҡланыр тигәндәй, табаҡҡа йомолғандар. Табаҡта бутҡа бөтөп бара. Ҡунаҡ бер алып ҡапты. Уға ла өлөш сығарҙылар. Ромэш та үҙенеке менән бүлеште. Шулай Исламғәле үҙе лә һиҙмәҫтән, сиған егетенә тартылды. Улар айырылмаҫ дуҫтарға әйләнде.
Сәйәхәт итмәһә, сиған сиғанмы ни? Арбаларын майлап, сбруйҙарын йүнәтергә тотондолар. Ислам кис йылға ярына йүнәлде. Ромэш тәмәке һымаҡ йомарлап төрөлгән аҡса һондо.
– Мә аҡса. Көҙгөлөккә пинжәк алырһың.
– Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алдың? – тине, күҙе түбәһенә менеп.
– Атайым бирҙе. Беҙҙә аҡса бер муҡса, – тип, эре генә алдына ырғытты. Ғәжәп. Был ниндәй мөғжизә? Әсәһе: “Алдыҡ башы хурлыҡ. Хәрәм тамаҡҡа тора”, – ти ҙә. Әллә алмаҫҡамы? Өләсәһе жуликтар аҡсаны юрамал юлға ташлайҙар, тип өйрәтер ине. Кем ала, шуны аңдыйҙар икән. Унан күберәк сумманы таптыралар. Алаһы, оронаһы булма, тип иҫкәртә ине. Ни эшләргә? Һананы. Теүәл өс йөҙ һум. Һуғыштан һуңғы осор. Аҡса тигән нәмәне күптән күргәне лә, тотонғаны ла юҡ. Әллә сиғандар үҙҙәренең ҡапҡанына эләктерәме? Әммә...
Ауылда башланғыс мәктәп уҡытыусыһының айлыҡ эш хаҡы өс йөҙ һум, тиҙәр. Мөғәллим иң байы. Йолҡоштар, йәғни былар кеүек, ҡырҡ ямаулы кейем кеймәй. Әллә белемле кеше барыһынан да өҫтөн икәнлеген хөкүмәт шулайтып күрһәтәме...
– Кит сәле. Бындай хөрмәт ни өсөн?
– Дуҫлыҡ аҡсанан да ҡиммәт, – тип, кинәйәле йылмайҙы сиған малайы.
– Кешесә йәшәп булырмы... Костюм алып тороп кейеп ебәрһәм.
– Яңы костюм кейеп беҙгә килерһең, Исламка.
– Туйығыҙға барам! Ҡасан туйығыҙ була, әйт!
– Ҡар яуып сана юлы ятһын. Шул саҡта гөрләрбеҙ, – ти атайым.
– И-и-их...
Хыял диңгеҙенә сумырға ла өлгөрҙө. Усында аҡса йомарлап тотҡан. Иң һәйбәт костюм таптыра... Юл оҙон, юлдан уй оҙон тигәндәй, хыялланып алыу ҙа насар түгел, тип һаран ғына йылмайҙы.
– Дуҫ, ҡар яуғансы һин беҙгә килеп йөрө. Яраймы. Онотма. Был донъяла мин барын.
– Хи-хи-хи... Табырһың һеҙҙе. Сиған почтаһы ғына хәбәр йөрөтмәһә. Ҡарға өйөрө һымаҡ, бер урындан икенсеһенә шылаһығыҙ. Үпкәләмә, Ромка. Ысыны шулай. – Әлбиттә, етешһеҙ егет артығын теҙмәне, телен тешләне. Анауындай ҡалъяны кем тоттора?
– Ҡалала өйөбөҙ бар. Тиҙҙән шунда ҡайтабыҙ.
– Ромка, ысын һеҙҙең өйөгөҙ бармы? – Ауыл балаһы бөтөнләй аҙап ҡалды.
– Ҡалала сиғандар бер урам булып йәшәйҙәр. Барыһының да үҙҙәренең өйө.
– Ә ул урамды нисек табырға?
– Һеҙҙең яҡтан ҡалаға ингәс тә һулаҡайҙа “Сиғандар биҫтәһе” бар. Беҙ шунда. Довбикты һорашырһың. Уны белмәгән әҙәм юҡ. – Бәй, был ни Сибай ҡалаһын һөйләй ҙә һуң. Ауылынан утыҙ саҡрым.
– Ауылдан берәйһе ат менән баҙарға барһа, шуға ултырып китһәм инде... – тип хыялын үҙ алдына, Ромэшҡа еткергәндәй һөйләнде.
– Баҙарсылар эҙләгәнсе. Самокатың юҡмы ни? Көнөнә килер ҙә ҡайтыр инең, Исламка.
– Хи-хи-хи... Самокат миңә... Ауылыбыҙҙа уҡытыусыла ғына бар.
– Минең самокатым бар, – тине сиған, тапҡанһың ҡайғы, тигәндәй, иҫе лә китмәйенсә.
– Үәт, Ромка. Һинең самокат та бар икән, – тип, йөрәкһенде ул. Хатта, тороп уҡ ултырҙы.
– Ромка, ниңә самокатыңды алып килмәнең? Мине лә йөрөргә өйрәтер инең.
– Бында нимәгә ул? Өйҙә ҡалды. Өйрәнгең килһә, әйҙә.
– Бара-ам һеҙгә, Ромка, барам! Исламғәле шатлығынан ни эшләргә белмәй, уны төрткөләп алды. Тегенеһе түмәр кеүек кенә тәгәрмәләне. Әле тегеләй... Ислам үҙен самокатта йөрөгәндәй хис итте Ауылда ла яңғыҙ самокат, уны ла уҡытыусы ялтыратып ҡәҙерләп кенә тота. Бысраҡта уға ултырмай, ҡорола ғына йөрөй. Ауыл малайҙары араһында самокатта йөрөй белеүсе юҡ. Уҡытыусы ике тәгәмәсле йөрөтөүсене малайҙарға бирмәй. Ҡайһы саҡта ғына тилмерешкән малайҙарҙың икәү-өсәүһен генә сиратлап алдына ултырта ла ауыл урамының уртаһынан әйләнә. Малайҙарға ҙур бәхет быныһы ла. Тик ул бәхет барыһына ла тәтемәй шул. Уҡытыусының үҙ шарты: самокатына ултыртҡан малайҙың аяғы мотлаҡ таҙа булырға тейеш. Күгәрсен тояҡтары һымаҡ ҡына ипле, ҡупшы аяҡлы берәй малайҙың булыуы ихтимал. Ә ҡалғандарының аяҡ-ҡулы ҡара ҡайын суғыртмағы һымаҡ була. Яҙғы алағарҙан көҙгө туң ергә хәтлем аяҡтары кейем күрмәй. Эх-х самокат, самокат... Бойомға ашмаған хыял. Ҡараңғы төндә буй етмәҫлек йондоҙ булып емелдәй. Үҙенә саҡыра. Тотоп булмай.
Шул буй етмәҫлек йылтырға алданып, ярлы төнө буйы сиғандарҙың аттарын көтөргә мәжбүр. Исламғәле Ромэштан бер аҙым ситкә китмәй. Әллә арбаны инде. Аҙна-ун көн тирәһе ныҡлап дуҫлашып киткәйнеләр икән шул. Ромэш уға ышана. Туғайҙа аттар янында икәүһенән башҡа кеше юҡ. Ул шыбырлап ҡына:
– Исламка, самокат алғың киләме? – тип һораны. Ромэш белә-күрә юҡты һорай. Әллә юрамал дуҫын үсектерә.
– Һы-ы... Һораған булаһың шуны... – Исламғәленең һөмһөрө ҡойолдо. Һорауы урынһыҙ. Кәрәк, кәрәк самокат. Ауылында икенсе абруйлы кеше булыр ине. Шул арала, уҡытыусының ҡупырыш малайы кеүек, аяғөҫтөмө, һыңар аяғын ситкә ҡуйыпмы, өҫтөнә торопмо, трюктар ҙа күрһәтер ине... Әммә бындай бойомға ашмаҫ әйберҙең хаҡы үтә лә ҡыйбат икән. Ҡыйбат ҡына түгел, хәүефле.
– Бер ат хаҡы, – мут ҡына йылмая Ромэш. – Ҡыйынлығы юҡ уның, менәһең дә килтерәһең.
Һе, ҡалай рәхәт. Сиған дуҫы ат таптыра. Үәт, әй! Урларға ҡуша. Әй, һантый бала... Шайтаның ҡотортамы. Баҫма ундай юлға! Икеләнде Ислам... Ихтыяр көсө юҡмы унда. Ярамағанлығын тәненең бөтә күҙәнәктәре һиҙә. “Юҡ!” тип әйтә алмай. Әллә ризалашырғамы?
– Самокат алырлыҡ аҡса бирербеҙ...
– Атты ҡайҙан алырға һуң? Минең атым юҡ. Бар малыбыҙ – һыйыр, – хәлен аңлатырға кереште. Аптыраманы ла сиған малайы.
– Колхоз һеҙҙең барығыҙҙыҡы ла инде. Атының берәүһе һиңә тейеш. Шуны һат та самокат ал.
– Ул бит урлашыу була. Һы-һы-һы... Белеп ҡалһалар, китте баш төрмәгә ҡарап, Ромка. Ю-юҡ, мин төрмәгә бармайым.
– Улайһа йөрө йәйәү. Самокатты уйлама ла... – Ромэш, һүҙе бөттө тигәндәй, сыбыртҡы менән һелтәнеп, аттарҙың алдағыһын ҡайырырға китте.
Исламғәле уйға батты. Үткәндә Бурыл менән ҡайтыуын бер кем дә һиҙмәне. Ике көн Бурыл бөгөлдә торҙо. Эҙләгән кеше булманы. Оноттолармы? Самокат өсөн генә әллә тәүәккәлләргәме? Бәлки, уңыр. Ниңә һаман шул ҡарасмандарҙан айырыла алмай әле? Исламғәлегә Ромэш артынан эйәреп аттарҙы ҡыуыуы ла ҡыҙыҡ түгел. Башы ҡаңғырҙы. Ҡалаға юлды белә. Бер юл – тимер юлы. Тимер юлынан ҡыл тартҡан кеүек тура юл ҡалаға алып килә. Атта туранан һыпыртаһың.
Ромэш төн ҡараңғылығында мөңгөрҙәп кенә көй һуҙа. Йыр Исламғәлегә ят. Юрамал йырлай. Ул бай. Йәне теләгәне бар. Сиғандан да рәхәт йәшәгән кеше юҡ икән был донъяла? Колхоз, ауыл, ҡала, йылға, күл, завод, фабрика... уларға булды ни ҙә булманы ни. Бай булһалар еткән. Үҙҙәренең ни хәтле аттары бар. Сиғандар үтә бай. Ромэштар ике арбаға дүрт ат егеп килгәндәр. Һаман атҡа туймайҙар. Колхоз атын алырға самалайҙар, ахыры. “Беҙгә алып кил” ти бит әле. Ике аралағы ҡапма-ҡаршылыҡ аптырата Исламғәлене. Ауылда берәүһенең дә аты юҡ, Ромэштар ҡалала торһалар ҙа дүрт аттары бар. Ауыл малайы хәйерселектән моңая. Өс йөҙ һум аҡса ла таҫмалы салбар – Исламғәленең байлығы. Уларын да сиғандар бирҙе. Пинжәгенең ике терһәге тишелгән, салбарының балаҡтарына әллә ҡасан уҡ ҡырҡ ямау һалынған, балаҡ остары телгеләнеп бөткән. Ғәрлегенән Исламғәле иламһырап сиҙәмдә бөгәрләнеп ятты. Ошо донъяла унан да бахыры юҡтыр. Кәмселегенән үҙенән-үҙе өшөнөп, тәне ҡалтыранды.
Барына риза булып, бер ҡайғыһыҙ көн күрә ине егет. Атлы булыу теләге Бурыл ваҡиғаһынан һуң айырыуса көсәйҙе, ә самокат тәьҫирен Ромэш уятты. Әле лә шул тойғонан тәне эҫеле-һыуыҡлы булып яна. Бай Ромэштан көнләште ул. Исмаһам, аты ла юҡ. Әллә бай Ромэшҡа эйәләшергәме? Хур итмәҫ ине үҙен. Етешһеҙҙең күңеле тирә-яҡ мөхитте оҡшатмай, үҙһенмәй бөгөн. Төнгө күк йөҙө лә әүәлгесә түгел, ә йондоҙһоҙ, үтә тәпәш, ҡап-ҡара. Ромэштың да тауышы ишетелмәй. Аттар ҙа ашана-ашана алыҫлашҡан. Сиғандар, ғәҙәттәгесә, өс-дүрт атҡа кисен таҡҡан бәләкәй еҙ ҡыңғырауҙар ҙа ҡыңғырамай. Китек күңеле әрней. Ҡасан бөтөр был хәйерсе тормош? Һуғыш бөттө. Нисәмә йылдар аҡты. Аҡса күргәне юҡ. Ромэштың һыбай килгәнен абайланы.
– Но-о! Юртаҡ инде әллә... – Ромэш әкиәттәге уйнап торған атта килеп туҡталғандай тойолдо. Ат урынында тороп сыҙамай, башын һауаға сөйөп, йүгәндең ауыҙлығын шығырлатып сәйнәй. Ромэш ике ҡуллап теҙгенде шаҡырайтып тартҡан, аяҡтарын көсәнеүҙән ян-яҡҡа тарбайтып алға һонған, сыбыртҡыһын яурыны аша һалған кәүҙәһен турайтып Исламғәлегә ҡарап шат йылмайып ҡарай. Шилма. Ҡараңғы төн ҡосағында дуҫының кисерештәрен белеп тә булмай. Ниңәлер Ромэш менгән ат Исламғәлегә таныш кеүек тойолдо. Ат ысынлап та өҫтөндә һыбайлы ултырғанын һиҙеп тыныслана төштө. Шулай ҙа ул ҡолаҡтарын ҡайсылап, тимер ауыҙлығын тешләп бышҡырырға уйлағандай, көскә башын аҫҡа тартып, теҙгенде бушатып маташты. Үҙенең ят кешегә ризаһыҙлығын күрһәтеп, ҡолаҡтарын ҡайсыланы. Исламғәле ҡапыл:
– Ромка! Колхоз председателенең аты бит ул! Төш хәҙер! – тип екергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уны аңлап, ат асыуын белдереп, ауыҙлығын сәйнәп, үрәпсене. Теҙгенде ебәрмәй бур, ҡулынан ысҡындырмай.
– Председателдеке булһа ни... Эх-х! Тас ошолай ат кәрәк шул беҙгә. Но-о! Һо-оп! Але-е-е... – Ромэш аҫтындағы ат, ярыштарға ғына өйрәтелгән сапсандай, урынынан ҡапыл алға ырғыны. Исламғәле янтайып өлгөрҙө. Аттың күҙенә ҡан һауғандай, алға оса ғына. Бер хужаға ғына буйһонған малҡай хәтәр ярһып, Исламғәле тирәләй ҡыҙғандан-ҡыҙып сапты ла сапты. Ромэшты председателдең атына ҡаҙаҡлап ҡуйғандармы ни. Ысҡындырырһың уны!? Аттың тиҙлеге генә уның һынын үҙгәртә. Ул алға эйелеңкерәп тура саба, ауыңҡырап борола, турайып туҡтата. Ромэштың рәйес атында һабантуйҙағы кеүек сабыуына, ҡыланыуына Исламғәле үртәлде. Ниндәй атты ҡулына төшөргән, ә! Рәйес атына ҡарарға ла ҡурҡып йөрөгән Исламғәле бер тапҡыр булһа ла ултырып ҡараманы. Килмешәк сиған колхоздың иң шәп атын үҙенеке иткән.
– Гоп! Һоп-па! Тағы берҙе... – Һыбайлы сиған ҡыуана, шатлана, тантана итә.

3
Иртәгәһе көнө буйы Исламғәле кәйефһеҙ йөрөнө. Көндәлек эшен онотмай онотоуын. Көн оҙоно күректе өрҙөрҙө. Исламғәле ихлас эшен башҡарып ятҡанда, сиған тиңдәше килде.
– Нимә, китәһегеҙме? – тип төбәште “күрексе” .
– Әллә, белмәйем. Ҡара әле, Исламка, һин бөгөн таборҙа минең менән ҡун.
– Нисек булыр? Белмәйем... Ниңә, Ромка? – тип һағайҙы.
– Беҙ дуҫтар ҙа инде, – тип ҡулын йәйҙе Ромэш.
Тиҙҙән бесәнгә төшөргә торабыҙ. Бесән башланһа, бригадир бушатмай. Сиғандарҙа бушҡа эшләмәне бит. Кейем алырлыҡ аҡса бирҙеләр, сиғандар китһә лә үкенерлек түгел. Улар ҡайтһа, бушар, йылға буйында балыҡ һөҙөп, ҡомонда ҡыҙынып рәхәтләнер. Тура килгәс осраштылар, таныштылар. Башҡаса бай сиғандарға юлды онотор. Башта ҡыҙыҡ тойолған ят кәсеп – күрек өрҙөрөү ҙә ялҡытты. Моғайын, онотор сиғандарҙы. Үҙ туғандары түгел әле. Довбик киске эштән һуң яраланған ҡулының бысрағын сепрәккә һөрткөләп, Исламғәлене ҡултыҡлап арбалары яғына алып барып :
– Исламка, кисен беҙҙә ашҡа ҡал, – тине йылмайып.
Исламғәле сиғандарға ҡушылып туйғансы тауыҡ ите ашаны. Көн төнгә алмашынғандай, офоҡ ҡыҙарып торҙо, оҙаҡламай тоноҡланып ҡара күкһелгә әйләнеп, күҙҙән юғалды. Ике арба араһында түшәлгән сәкмән өҫтөндә ике дуҫ аш һеңдереп яталар. Бөгөн Ромэшҡа ат көтәһе түгел, башҡа арбалыларҙың сираты. Исламғәлене кисәге председатель атының хәле борсой. Нисек икән? Төнө буйы ни эшләгәнен белһә, хужаһы туҙыналыр инде. Иптәштәренең берәйһен ғәйепләйҙәрҙер әле. Үәт, ҡара эттең бәләһе аҡ эткә!
Тымыҡ ҡына шомло ҡараңғы төн. Егет ҡорона ултыра барған Исламғәлегә сиғандар арбаһы араһында алама сәкмәнгә түшәлеп ятыуы ла ярамаған эш. Әйтерһең дә, бер үкһеҙ етем. Ошоғаса сиғанға эшләп тамағын туйҙырҙы. Ярым етем тормош аҙна-ун көн эсендә бер ҙә генә күңеленә хуш килмәне. Тәүге көндәрҙәге Ромэштың алсаҡлығын, тыйнаҡһыҙлығын да онотто. Еңел табыш менән йәшәгән сиғандарға йәне көйөп китте. Үткән төндә рәйестең аты менән маһайыуы? Ә Ромэштың кәйефе күтәренке. Эй һыҙғырынды, көйләне. Ябай колхозсыныҡы, тимәк, уға ике тин – бер аҡса! Әле лә Исламғәленең эргәһендә салҡан төшөп ятып алған да һыҙғырына.
Һыҙғырып туйынғас, Ромэш ҡапыл дуҫына шыуышты.
– Исламка!
– Әүү!?
– Әйҙә, беҙгә барып киләйек!
– Нисек? Нимә менән? Төнөнмө?
– Давай, давай барайыҡ! Төн самай беҙҙең өсөн.
– Һеҙҙә булғым килә лә ул. Тик нисек?
– Һыбай барайыҡ.
– Аттарығыҙҙы атайың рөхсәт итәме?
– Ю-ю-юҡ! – Ромэш һандуғас теле менән яғымлы һайраны. Ҡапыл сәмләнеп китеп, һикереп тороп, сәкмәнгә ултырҙы. Тора һалып сүкәйеп, ҡалҡынып Исламғәлене ҡосаҡлап алды.
– Исламка, һин самокатты төшөңдә күрәң. Мин һиңә ярҙам итә алам.
Исламка уға әйләнде:
– Бурысҡа аҡса биреп тораһыңмы? Шуны белеп ҡуй. Мин һиңә самокат хаҡын түләй алмаясаҡмын, Ромка.
Ул ҡалтырап, шым ғына өндәште. Тауышында үкенеү, Ромкаға ярамһаҡланыу, әммә нимәгәлер өмөт һиҙелде. Ислам юхаланырға, байыраҡ кешеләргә ярамһаҡланырға өйрәнмәгән шул.
– Беҙгә колхоздың ике аты менән һыбай барайыҡ. Шуның береһе өсөн аҡса алырһың. – Бына һиңә, сиған! Әллә шайтан ҡолағыма шыбырлаймы тип, уларын ыуалап алды. Юҡ, ысын! Был яңылыҡ Исламға аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Көтмәгән яңылыҡтан шаңҡыған үҫмер Ромэшҡа текәлде.
– Эйе-е. Исламка, мин шаяртмайым. Ысы-ын. Ихлас тәҡдим итәм. – Эштең насар юҫыҡҡа боролоуына ул еңелсә генә ҡалтыранды.
– Нимә, председателдекен урламаҡсы булаһыңмы? Ю-юҡ, Ромка. Ул ат һабантуйҙа сабыша. Беҙҙең ғорурлыҡ бит ул ат. Ул саптарҙы урлаған кешене мин үҙем тотасаҡмын, – тип Исламғәле ат урлау тәҡдименә ризаһыҙлығын ғазапланып ярһый-ярһый белдерҙе. Бер кемдән, һис ҡасан да ҡурҡмаҫҡа күнеккән Ромэш үҙенең тәбиғәтенә генә хас ныҡышмалылыҡ менән тағы дуҫына эйелде.
– Йә, нисек? Ярар, Исламка, һинеңсә булһын. Күрше ауылдың ике атын менеп китәйек. Һинән мин еңелдем. Ой-ой-ой, еңелдем...– Ромэш сәкмән өҫтөндә ултырған килеш ырғанлап бейегәндәй ҡыланды, ыңғайына ике ҡулын да һауаға сөйгән килеш сәпәкәйләне.
– Әллә тағы... – Исламғәленең һүнеп барған дәрте яңынан дөрләне һәм тулҡынланыуы йөҙөнә бәреп сыҡты. Ҡыҙара бүрткән бите һиҙелерлек янды.
– Әйт, Исламка, аҡса кәрәкме? – Ромэш Исламдың күңелендәге үҙгәреште үҙенең файҙаһына борорға маташты. Йәш сиған донъяның тотҡаһы, тормоштоң сараһы аҡса икәнен белә шул.
– Төнөн йөрөргә ҡурҡаҡһыңдыр ҙа әле. Хи-хи-хи... Миңә ышан. Мин бит сиған, ҡурҡыуҙы белмәйем. – Исламғәле башҡорт кинәт һикереп тороп Ромэшты асыуынан күтәреп ергә ташланы.
– Мине ҡурҡа тиһеңме? Яңғыҙым төндә йөрөгән бар инде. Һинһеҙ ҙә төнөн ярамаған эш ҡылған булды.
– Ана бит, Исламка, һин ҡалай, ә. Һине бушҡа дуҫ итмәгәнмендер инде. Исламғәленең аяғүрә әрһәнләүен сиған дуҫ ризалыҡҡа һананы, ахыры, сәкмәнде арбаға ташланы ла тәгәрмәс эргәһенәндәге ҡамыттар араһынан төргәк алды.
– Киттек!
Ҡараңғы төндә өнһөҙ генә ике дуҫ ауыл яғына ҡарай саптылар. Бурылды алған ауылдың кире яғына ҡарап юл тоттолар. Ромэш башлап йөрөй. Ҡайҙан ат урларҙарын алдан белгәндәрҙер. Быға сиғандарҙың ауылдан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡанлығы сәбәпселер. Бурылдың ауылы ун саҡрым. Ҡала эргәһендә. Исламғәленең ауылына барыр булһаң, ошо ауыл аша үтергә кәрәк. Ике ауыл араһында тимер юлы, вокзал, станция ишараты ла бар.
Аттар көтөүен табыуы ҡыйын түгел. Уларҙың көтөүлеге тимер юлдан ҡырҙараҡ, һирәк-мирәк ағаслыҡ араһы. Утлаған аттар байтаҡ. Ике дуҫ йыуан ағас төбөнә яттылар, әкиәттәге Ертыңлар батыр кеүек, ергә ятып, ҡолаҡтарын ергә терәнеләр.
– Аттарҙы үҙем һайлармын. Миңә эйәр. Ҡалышма. – Оҫта ҡараҡ башҡортто уғрылыҡҡа өйрәтте шулай. Үҫмерҙең атта йөрөүе бер бөгөн түгел. Өйрәнгән. Күрше ауылға киноға йәйәү йөрөмәйҙәр. Ат урлап сабып ҡына баралар. Әҙ-мәҙ булһа ла тәжрибә туплаған, йылғырланған ул. Ромэш командир булып ҡыланып маташа инде. Тояҡ тыпырҙауҙарын, бышҡырыуҙарын байтаҡ тыңлап ятҡандан һуң:
– Аттар үҙҙәре генә, ахырыһы, – тип Ромэш иптәшенә боролдо. – Эшкә тотонорға ваҡыт.
– Тотайыҡ. Төн уртаһында кем булһын. Беҙҙә төнөн аттарҙы көтмәйҙәр. – Ысынында сиғандың командирлыҡ яндырайлығы оҡшамай ине уға. Өйөр араһынан Ромэш ике-өс баш аттың башын, аяҡтарын, муйынын һәрмәштерҙе. Берәүһенә төргәкте тағатып, йүгән кейҙерҙе. Исламғәлегә ымланы. Ҡараңғылыҡта ҡулын болғап ат өҫтөн күрһәтеп ишаралауын һиҙҙе.
– Ошоға мен, – тине. Исламғәле ике-өс йыл элек атҡа менгән кеүек аттың тубығындағы йоҙроҡтай ҡушарға аяғын терәп тә торманы, теҙгенде тотоп өҫкә ырғыны. Ат өҫтөнә ҡарасҡылай ҡуҡырайып ултырманы, һонолоп ятты.
– Фю-ю-ю-с-с-сийттт! – тигән сәйер тауыш сыҡты. Ошо уның шартлы сигналылыр, ахырыһы. Сиған был турала иҫкәртмәне лә былай. Шулай ҙа ул Ромэштың артынан уны эләкләй-эләкләй эйәрҙе. Ромэш ат өҫтөнә ултырмаған ине әле. Ул атҡа атланды ла елдермәй генә бара. Ситтән күҙәткән кешегә атлап ҡына барған ат көтөүҙән киткән һымаҡ күренмәҫ. Исламғәле Ромэштан ун аҙым самаһы артта килә. Ул, үсектергеһе килеп, сиғанды ҡабатлай. Аттар көтөүе артта ҡалды. Ағаслыҡ башланды. Ромэш атын тиҙләтте. Хайуандар етеҙ, егәрле икәнлектәрен күрһәтеп, еләләр генә. Әле ҡыҙмаған, ярһымаған хайуандар ауыр ҡорһаҡтарын һулҡылдатып, килешһеҙ һикергеләп сабалар. Исламғәле атын ҡабаландырып, Ромэшҡа ярышланы. Сиған мәлйерәмәй.
– Ҡара һин уларҙы, Исламка. Аттарҙың арыуҙары, ахырыһы, –Ромэш атын ҡыҙыулата төштө. Исламғәленең аты баш ташлап елдерә. Өҫтөндә ултырыуы үҙе бер ләззәт. Ул талғын тулҡында яҫы таҡтаға ултырып йөҙгән кеүек алып бара. Елә-сабып байтаҡ ара үткәндәрҙер инде. Аттар тирләне. Ромэш атын яйлатты. Исламғәленең аты, яулауға шатланғандай, алдағыға мороно менән төртөлдө лә тегенең ыңғайына елде. Исламғәлегә тирә-йүн асыҡ күренә. Юғиһә, ат алып ҡасыу көсөргәнешенән иғтибарын тик шуға ғына йүнәлтеп, бөтә тәне, бигерәк тә быуындары ҡатҡан. Ат яйлағас, турайып, һыбайлы ҡайһы тәңгәлдә барыуҙарын самалап ҡаранды. Тимер юлы эргәлә генә икән дә баһа. Күктә бүленгән ярты икмәктәй генә ай тора һәм ала-сола болоттар араһынан яҡтылығын һаран ғына ергә һирпә. Тимер юлындағы рельстәрҙең төш-төш өҫтәре генә ялт-йолт итә һәм ул араны уҙғас шаңдаҡ та юғалды. Ромэш атын эре аҙымға күсерҙе.
– Хәҙер беҙҙең өсөн ҡурҡыныс бөттө. Бигүк ҡабаланмаһаҡ та ярар, – Ромэш яйлап барыу сәбәбен аңлатҡандай һөйләнде.
– Ромка, аттарҙың юғалғанлығын ҡалаға хәбәр итмәҫтәрме? – Исламғәле борсолдо.
– Беренсенән, ошо кәсепте урын-еренә еткереп урынлаштырмайынса, беҙ таныштар түгелбеҙ. Осраҡлы юлдаштар ғына, белдең. Шуға минең исемде һис әйтмә. Һин минең исемемде белмәйһең... – Һөйләүенән ҡапыл туҡтаған Ромэш тимер юлына ҡарап һағайҙы. Шөбһәләнерлек хәүеф юҡлығына ышанды, ахырыһы:
– Икенсенән, һис кемдән дә тотолмаҫҡа! Ат менән йәки йәйәү, кем нисек булдыра ала, шулай ҡасып ҡотолорға! Шул – беҙҙең закон. Тотолмаһаң, һин бур түгел. Яғҙан мал булһа – һинеке. Ярар, һөйләнергә ваҡыт та, урын да алда әле. – Сиған тәжрибәле өйрәтеүсе һымаҡ, Исламғәлене яуап биреүҙән дә тыйғандай, башын дуҫына бороп килә бирҙе лә:
– Но-о! – тип аты өҫтөндә бесәй һымаҡ һикерәнләне лә тәңгәлендә килгән һыбайлыны байтаҡ артта ҡалдырып алға сапты. Ромэштың аты сапсаныраҡ, ахыры. Исламғәле ике-өс саҡрым араны артҡа ҡалып, алдағы атты күҙәтте. Үксәләре менән менгеһенең бөйөрҙәрен төйгөсләп, алдағыны ҡыуып етергә тырышты. Әммә атын ҡабаландырһа ла ҡыуып етә алмай. Ҡалаға барып ингәндә, “Сиғандар биҫтәһе” йоҡлай ине. Беренсе өй тапҡырына килгәс, Ромэш юрттырып килгән атын атлатты. Иптәшенең ярышлауына ризалашмай шым ғына:
– Атлатып барайыҡ, тояҡ тауышы сыҡмаҫ. Миңә яҡын килмә, арттараҡ ҡал, – тип әмерен еткерҙе. Урамда һис кем юҡ, тынлыҡ. Халҡы күптән йоҡоға талған. Төн уртаһы, таңға ауышҡан мәлдә кем булһын. Бейек таҡта ҡоймалы ихата алдында туҡтанылар. Атынан һикереп төшкән Ромэш Исламғәлегә теҙгенен тотторҙо. Үҙе ҡапҡаны шаҡып та тормайынса, йорт алдындағы баҡсаға рәшәткәләре аша үрмәләп инде лә, тәҙрә быялаһына бармаҡ тырнағы менән генә өс-дүрт мәртәбә сиртте. Быяланың нәҙек кенә зыңғырлаған тауышы шаңҡып таралып өлгөрөүгә, тәҙрәнең яртыһы асылды.
– Ә-ә-ә... Бер үҙеңме? – Эстән баҫалҡы һәм тоноҡ ҡына йоҡоһонан йүнләп уянмағанға, тамаҡ төбөнән генә сыҡҡан тауыш ҡолағына салынды.
– Икәүбеҙ... Ас! – Ромэш баҡсанан сығып теҙгенде ҡулына алыуға эргәләге ҡапҡала сыңғыр зыңғырлағаны, тимер сыңланы. Арба һыйып үтерлек ара асылды. Аттарҙы етәкләп эскә үттеләр. Ҡапҡа асҡан ир оҙаҡ ыҙалап ҡапҡаны нығытты. Шул арала Исламғәле һүренке генә ай яҡтыһына ихатаға күҙ ташлап өлгөрҙө. Ихата эсе һис кенә лә ауылдағыға оҡшамаған. Һәр урында һарай ҙа келәт, барыһы ла йоҙаҡлы. Исламғәле менән Ромэш аттарҙы тотоп торған келәт асыҡ. Ихатаның башҡа урыны бейек ҡойманан уратылған. Түбәлектең өҫтө лә ябылған. Ромэштар бай икән, тип уйлап та өлгөрмәне, ҡапҡаны бикләгән ир уларҙың янына килде.
– Нисек? – тип Ромэшҡа бер генә һүҙҙән торған һорауын бирҙе.
– Быларҙы атайым ебәрҙе. Беҙ кире китәбеҙ, – тине лә Ромэш башы менән Исламғәлегә ымланы.
– Кем ул? – Йорт хужаһы Исламғәле менән ҡыҙыҡһынды.
– Ауылдан... Минең дуҫ.
– Һы-ы...
– Беҙҙе ашат та, китәбеҙ.
Егеттәр асыҡҡайны. Сиған малайының йәшерен-батырын ҡыланыуы, әлбиттә, оҡшаманы башҡорт малайына. Баҡтиһәң, был Ромэштарҙың йорто түгел икән.
– Әйҙәгеҙ. – Аттарҙы ҡараңғылыҡҡа индереп йәшергән ир, был икәүҙе үҙенә саҡырҙы. Ул малайҙарҙы түбәлек аҫтындағы түңәрәк өҫтәл янына ултыртты. Өйгә инә һалып, түбәгә аҫыулы торған ҡыуыҡлы етелек шәмде тоҡандырҙы. Эскә ингән Исламғәлене үтә ентекләп, етди ҡарашы менән минут тирәһе һөҙөп тикшергәндән һуң, мөйөштәге һандыҡ яғына боролған ыңғайы:
– Туҡтамайһығыҙҙыр бит, – тип әмер рәүешендәрәк өндәште.
– Хәҙер поезға сығабыҙ.
Ислам үҙ уйында булды. Әллә күтәреп һуғып китергәме? Әсәһенең бизмәненә һалып үлсәп ҡарай. Дөрөҫ юлды һайлағанмы? Сиған кеүек атайлы булһа, насар юлға баҫыр инеме? Тейешле ҡарар ҡабул итергә, кәңәш-төңәшкә атаһы юҡ. Тормош тәжрибәһе етеңкерәмәй шул. Мускулдар көслө, әммә һуғыштан һуң әле булһа билдәһеҙлек: эше юҡ. Эше булһа, ашы юҡ. Нисек көн күрергә? Әсәһе фермалағы һыйырҙарҙан бушамай.
– Туҡтамағыҙ! Юлда ашарһығыҙ. Мә, тот! – Ир һандыҡтың эсенән ҡулына тотҡан килеш сығарған тоҡсайҙы Ромэшҡа һондо. Ҙурлығы һарыҡ башындай итеп төрөп тыштан бәйләнгән тоҡсайҙы Ромэш пинжәге эсенә тығып, билбауын нығытты.
– Һыу эсергә бир. – Телһеҙ кешеләй өндәшмәҫ Исламғәленең үтенесе һиҫкәндерҙе. Йыуаштан йыуан сығып ҡуймаһын. Ромэш теләр-теләмәҫ һыу алып эсте һәм уға һондо.
– Беҙгә барабыҙ тигәйнең. Өйөгөҙгә оҡшамаған, – тип Исламғәле Ромэштан һорамайынса түҙмәне. Ышан сиғандарға? Берәй хәлгә тарытып ҡуймаһындар, тине эстән генә. Ромэш ни, еңел кәсепкә тотонған. Колхозда көнө-төнө тир түкмәй генә хәлле йәшәй. Урлыҡ бөҙрә баштың ҡанына һеңгән. Атты алып ҡастылар. Күҙен дә йомманы. Күрек өрҙөрөүҙән башҡа һөнәре лә юҡ. Әрһеҙ. Шуға ла ул шыйыҡ. Кәүҙәһенә һыу тултырғандармы ни. Уны ерҙән алып күккә сөйөп, ырғытыуы ике тин – бер аҡса. Елғыуар. Ел ҡайһы яҡҡа өрә, шул яҡҡа ыңғайлай. Ундайҙар ышанысһыҙ. Яйы сыҡһа, тайырға кәрәк... Уныһы үҙе тураһында нимә уйлағанын һиҙмәй, икмәк кимерә.
– Был Конэканың өйө. Беҙҙеке арыраҡ, хәҙер күрерһең. Ишектә ҡомған, ике көрөшкә тотоп ир күренде.
– Һыуыҡ сәй булған, эсегеҙ. – Ҡомғандағы шыйыҡсаның һыуыҡ, һөтһөҙ сәй йәки һалҡын һыу икәнен белгертеп, иҫкәртеп, көрөшкәләргә ҡойғанда уҡ шаптырланы. Аяғөҫтө тороп ҡына кәнфит сәйнәй-сәйнәй икешәр көрөшкә һалҡын сәйгә хушһындылар. Ғолҡолдатып, ҡарһаланып сәй эскән арала ир йәнә үткер күҙҙәре менән Исламғәлегә баҡты. Ул ят кешегә өтөп, яндырып ҡарай. Етелек шәм яҡтыһы ирҙең күҙенең алмаһына төшә лә кире сағылып Исламғәлегә бәрелә. Күҙҙәре уттай яна, хатта ниндәй төҫлө икәнен дә айырып булмай. Ниңә шул тиклем тишеп ҡарайҙыр инде? Бәлки, ул берәй этлек ҡылғандыр ҙа һағаялыр?
– Әйҙә... – тине ишеккә табан ынтылған Ромэш.
– Атайыма нимә тип әйтәйем? – тип, туҡтаңҡырап, иргә төбәлде. Уныһы Ромэшҡа ҡулы менән ниндәйҙер ишара яһағайны:
– Ярар, һин сыға тор, – тине лә кире шәм яғына барҙы. Ромэш оҙаҡламаны. Аулаҡлап сер йәшереп йөрөүенә уңайһыҙланғандай һәм ғәфү үтенгәндәй, Исламғәленең ҡулынан тотто:
– Барыһы ла яҡшы булды, – тип йылмайҙы. Конэка хә­ҙер быларҙы сығарырға ҡапҡаның сынйырын шап­тырлатып, тимер биктәрен зыңғырлатып торманы. Ҡап­ҡаға ярыш ике аҫылмалы таҡтаны күтәрҙе лә өс­мөйөш аралыҡтан был икәүҙе сығарҙы. Тишектән сыҡ­ҡанда йәштәргә бер ни тиклем ҡабырғаларын ҡы­ҫып һәм иңкәйеп үтергә тура килде. Шунда уҡ таҡ­та­лар­ҙы урынына ҡаттылар ҙа Конэка ихатала, былар урам­да хасил булды. Ҡараңғы урамдан йорт алды рә­шәткәләре буйлап бер төрлө һымаҡ күренгән баҡ­салар рәтенән дүрт өй аша ҡапҡа алдында Ромэш:
– Беҙҙең өй, – тине. Ул ҡапҡа эргәһендәге почта йәшниген өҫкә ҡалҡыта биреп күтәрҙе лә ярыҡтан ихата эсенә күҙ һалды. Ромэш ихата эсен оҙаҡ ҡына тикшереп ҡараны, ә дуҫы йортто тыштан тикшерҙе. Конэканыҡы кеүек бүрәнәнән ҙур йорт икән. Урам яҡ ҡапҡа, ҡойма, баҡса ла бер төрлө бейек. Ауылдағы һымаҡ ҡышҡы бурандың көртөн ашаҡлап йөрөү кәрәкмәй. Ҡойма йорт ҡыйығының кәрнизенә тиң итеп эшләнгән.
– Әсәйем йоҡлайҙыр инде. Ихатала берәү ҙә юҡ. Хатта этебеҙ Барс та беҙҙе һиҙмәне, – тип Ромэш йәшникте кире урынына ҡуйғанда һөйләнеп алды. Һиҙерһең һине, бесәйҙе... Өкөнән һаҡ, бесәйҙән йомшаҡ, төлкөнән хәйләкәрерәк. Шулай булып тыуғанмы, әллә ата-әсәһе шулай өйрәткәнме... Исламғәле атаһын иҫләмәй тиерлек. Һуғышҡа киткәндә күккә күтәреп сөйҙө лә, юҡҡа сыҡты. Ғүмере баҡый әсәһе лә, өләсәһе. Өләсәһе лә теге донъяға китте... Бер тин хәрәм инмәһен, тигәндәрен иҫләй. Кешесә йәшәге лә килә бит.
– Инмәйбеҙме? Әсәйеңде күрмәйенсә китмәйһеңдер бит.
– Бөгөн бында берәүһенә лә күренмәйбеҙ. Бында соҡонмайыҡ. Тиҙерәк таборға барырға кәрәк. Әйҙә... – Ромэш шәп-шәп атлап урам уртаһына ыңғайлағас та Исламғәлегә боролоп:
– Беҙҙең йортто иҫләнеңме? – тип һораны.
– Ҡалай итеп иҫләйем, бөтәһе лә бер үк кеүектәр.
– Беҙҙең билдә – почта йәшниге. Гәзит алдырмаһаҡ та элгәнбеҙ. Артында ихата эсен, урамды ҡарарға тишек тә бар. Уны һин үҙең дә күрҙең. Етеҙерәк атланылар. Ят, таныш түгел урамда ауырыраҡ кәүҙәле Исламғәлегә етеҙ, еңел Ромэш артынан эйәреүе ҡыйын ине. Артта ҡалһа, йүгереп ҡыуып етә һалды. Ике-өс урам араһында борғаланып йөрөй торғас, тимер юл вокзалының складтары араһына килеп сыҡтылар. Складтар араһына инделәр. Ҡайҙа тишек, буш ышыҡ урын – шунда сиған, тфү! Кешеләрҙән ҡасып тор инде! Ана вокзал, рельскә лә баҫтылар. Ромэш туҡтаны. Станциялағы ике-өс поезд, вагондарҙы күҙ алдынан үткәреп, ышаныслы аҙымдар менән алға уҡталды:
– Ағас тейәгәне китә. Шуға ултырайыҡ. – Ҡара һин уны, бөтә мөмкинлектәрҙе лә өйрәнгән, белә. Оҫта ҡараҡ. Улар, ауыл малайҙары, ҡырын эш тураһында уйларға ла ҡурҡалар. Мәктәп, комсомол шулай тәрбиәләй. Ҡуй шуларҙы! Самокатлыҡ эшләһәм булды. Ҡайтылыр... Уларҙың тормош ҡанундары шулайҙыр. Ни хәл итәһең, буйһонорға тура килә. Иң арттағы вагонға менделәр ҙә бүрәнәләр араһына һонолоп яттылар. Паровоздарҙың сигнал тауыштары ишетелә. Таҡ-тоҡ таҡылдатып вагондарҙы составҡа теҙеп ялғайҙар. “Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ” тәгәрмәс тауыштары тумыртҡалай туҡылдай. Ромэш:
– Тәгәрмәстәрҙе тикшереп, майлап бөттөләр, шикелле. Хәҙер ҡуҙғала, – тине лә ҡулын башы аҫтына һалды:
– Эх-х, нормально! – тине тыныс ҡына. Көндәлек эшен башҡарамы ни, иҫе лә китмәй. Аттың хужаһы тураһында уйлап та бирмәй. Улар, бахырҙар, атым ҡайҙа тип, уларға баш эйәләр. “Атың беҙҙә”, – тип әйтмәйҙәр инде. Кәрт һалып, күҙ-баштарын әйләндерәләр генә. Вагондарын һелкетә тартып, поезд ҡуҙғалды. Арттағы вагон вокзал йорто алдынан үткәндә фонарын һелкетеп оҙатып ҡалған ҡатын күренде. Таң беленер-беленмәҫ яҡтылығын һирпкәс, фонарь яҡтылығы тиҙ арала күҙгә салыныуҙан юғалды.
– Һоп-по! Молодса Исламка! – Нимә өсөн шатлана был сиған? Ул, ҡуян һымаҡ һикереп тубыҡланды ла, иптәше менән өймәкләшә лә башланы. Исламғәле шашынған Ромэшҡа:
– Хәҙер вагондан ташлайым! – тип матҡып тотоуына тегенеһе шунда уҡ туҡтаны.
– Юҡ, юҡ! Исламка, ташлама! Юғиһә ас ҡалырһың. Ромэш бүрәнәләр өҫтөнә тубыҡланған килеш тоҡсайын сығарҙы.
– Ашайыҡ! Нимә биргән икән? Конэка – атайымдың ағаһы, табор менән йөрөмәй, ҡартайған. Бында ла кәрәк инде... – Һуңғы һүҙҙәренең мәғәнәһен Ромэш үҙе генә аңланы. Тоҡсайҙа май һылап ҡатланған телем-телем икмәк, йомортҡа, тоҙ ине.
– Ярар. Бара. Әйҙә аша, Исламка.
– Өйөгөҙгә, әсәйегеҙ эргәһенә инеп тә сыҡманың, Ромка. Шуға аптырайым. Йөрәге һыҙлар әле. Һеҙҙең халыҡ һиҙгер бит. Алдағыһын, булғанын әйтеп бирәһегеҙ.
– Ул күрһә, ниңә килдең, нимә булған, тип төпсөнә башлай. Кәсептә йөрөгәндә әсәй ҡырҙа тороп тора инде.
– Әллә нисек һымаҡ. Беҙҙең халыҡтыҡы һымаҡ түгел, – тип Исламғәле ашаған ыңғайына һөйләнеп алды.
– Әй-й, Исламка, һин һис уйланма. Аҡса бирмәгәнгә, бәлки, асыуланаһыңдыр. Атайымда ул аҡса. Ул алдамай. Тоғроһон, тейешен түләй. Һиңә бигерәк тә. Һине атайым ярата бит. – Дуҫы аҡсаһыҙ ҡайтыуына әҙ-мәҙ шикләнә лә ине, шуға шымып ҡалыуҙы яҡшыраҡ күрҙе. Сиғандар бит, алдаштырыуҙары ла ихтимал.
Ашанып алған Исламғәлегә һонолоп бүрәнәләр өҫтөндә һелкенә-сайҡалып барыуы рәхәт. Иң арттағы вагон булғанғамылыр, бигерәк тә сайҡалта. Яҡтырып та килә.
– Ятма! Хәҙер төшәбеҙ, – тип Ромэш командир бойороғон бирҙе.
– Әле ауылға етергә иртәрәк әле, – тип Исламғәле Ромэштың иртәрәк төшөргә уйлауына аптыраны.
– Ауылығыҙға етмәй төшәбеҙ.
– Һы-ы. Йәйәү йөрөгөң килгән икән.
– Беҙҙе кеше күрмәһен, Исламка. Аңлайһыңмы?
– Ауыл халҡы уянмағандыр әле, Ромка.
– Аттарҙы ауылығыҙҙан арыраҡ алдыҡ. Шул урында күренмәҫкә кәрәк. Ауылдың ошо яғындағы тауҙы ураған бормала паровоз һәр саҡ яйлай. Шунда төшөрбөҙ. – Ҡара әле, Исламғәлегә план ҡо­раһы ла юҡ. Уның яҙмышына сит-ят әҙәм хужа булып мат­аша, тине эске тауыш. Үҙенән-үҙе йоҙроҡтары йо­мар­ланды. Әҙерәк ҡалҡынды ла... Табышына ын­тыл­ған һеләүһен кеүек ташланырғамы, бер һелтәгәндә осора һуға бит! Сиған. Хәшәрәт. Кем менән эш иткәнеңде белерең алда әле, тип теш ҡыҫты.
– Исламка, шуны бел. Ауылда берәйһенә... ауыҙ асаһы булма! – Исламғәле ат урлағанын ауылдаштарына нисек һөйләһен? Әсәһе йөҙөнә бысраҡ яғыр. Алһам, шул самокат тигәндәрен генә алайым да...
– Хи-хи-хи... Тимер ҡыҙҙырып баҫһалар ҙа мин ләм-мим.
Салауат Юлаев булып маташамы әллә... Ундай язалауға түҙерһең, бур!
–Юҡ, Ромка. Мин ныҡ ул. Һис тә ҡурҡма...
– Паровоз хәҙер яйлай башлаясаҡ. Һин алдан төш. Ромэш бүрәнәләр өҫтөндә шыуышып вагондың артҡы мөйөшөнә яҡынланы.
– Әйҙә төш. Баҫҡыстың иң аҫҡыһынан сиҙәмгә һикер. Рельскә ҡолап ҡуйма. Исламғәле арты менән төшкән ыңғайына, йәйәләргә тотоноп, аҫҡа ынтылды. Иң аҫтағы йәйәнән ҡырсынташ күтәрмәгә тиклем үҙенең ярты кәүҙәһе буйы ара ҡалған. Паровоз яй бара. Ырғыған Исламғәле аяҡтарына баҫып турайыуға, Ромэш эргәһендә ине. Ул, ғәҙәтенсә, ян-яҡты һөҙөп тикшерҙе. Таңғы томан асылып етмәгән. Тирә-яҡ мамыҡ төтөн эсендәме ни. Әллә тәбиғәт ат ҡарағына үҙе ярҙам ҡулы һуҙамы?
– Бергә бармайыҡ. Алдан төш.
– Мин ауылға һыпыртайым. Йоҡо туйғас, һеҙгә барырмын.
– Исламка, һин нимә... Атайым эргәһенә барғансы беҙ бәйле. Ары ул хәл итер. Алдан таборға йүгер.
– Һы-ы... Улай икән. Таңғы томан һалҡынлығы ысыҡ һыуына ҡушылып яланғас аяҡтарҙы ҡура. Бүрәнәләр өҫтөндә ятыу Исламғәленең тәнен ҡатырғайны. Ҡырҡ-илле аҙым атлағас, мускулдары яҙылды. Ҡултығы аҫтарынан, танауы өҫтөнән, маңлайынан тир бөр­сөк­тәре аҡты. Аяҡтары йылынды. Таңғы һыуыҡта Ислам­ғәле киң аҙымдар менән аяҡтарын еңел һи­кертеп йүгерергә тотондо. Артына ҡайырылып ҡа­раны. Ромэш күренмәне. Ҡуйы томан аша күрерлек түгел. Өс-дүрт саҡрым ни йәш кешегә нимә ул.
Таборға килеп етте. Ҡарт сиған уларҙы көтә ине. Эргә­һенә тыш-тыш килеп еткән Исламғәлегә Довбик һы­наулы ҡарашын йүнәлтте. Түңәрәк йөҙө һалпайып төш­кән, ҡалын ҡаштары төйөлгән, нурһыҙ ҡара күҙ­ҙәре ҡатҡан. Үткер ҡарашы менән тәнен быраулаймы ни... Ундай ауыр һынаулы ҡараштан тәне ҡурышып, ҡалтырана башланы. Ер тишеге булһа, инеп юғалыр ине. Арттан һалпанлап йүгереп Ромэш килеп етте.
– Атай, Конэка һиңә рәхмәт әйтте.
– Үҙенә рәхмәттәрем яуһын! – Шул секундта Довбиктең йөҙө яҡтырҙы.
– Рәхмәт һәм тағы рәхмәт һиңә. – Ромэштың ике рәхмәтенең сиғандар араһындағы шартлы һүҙҙәр икәнен һәм рәхмәттәрҙең ат һанына тура килеүен белмәй ине әле Исламғәле. Серле код.
– Хи-хи-хи...Һеҙ ҙә молодса! Исламка сиған булды, молодса! – тине Довбик ҡыуанып. Нимәгә шул тиклем ҡыуаналыр? Бер сиғанға артты типме. Юҡтыр. Бурҙар ойошмаһы тулыланды типме? Ярар, алдағыһын Алла белә.
– Ял итегеҙ. Йоҡлап алығыҙ. Унан уятырмын. Бүлек менән көпләнгән тәртәләр аҫтына сумдылар. Баш осонан толоп ябынып, Исламғәле ҡараҡ тәмле йоҡоға талды. Уятырмын, тимә. Ҡаза йоҡлатып килә тигәндәре раҫмылыр, уныһын алда күрербеҙ...

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас