Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Февраль 2022, 16:20

БЕРЕНСЕ УҠЫТЫУСЫ Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ

– Юҡ, әбей, юҡҡа ғына түгелдер был! Улар кемделер баҫтыралар. Кешене йә булмаһа атты ҡамайҙар.

БЕРЕНСЕ  УҠЫТЫУСЫ  Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВБЕРЕНСЕ  УҠЫТЫУСЫ  Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ
БЕРЕНСЕ УҠЫТЫУСЫ Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ

БЕРЕНСЕ УҠЫТЫУСЫ Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ. 

Мәхмүт Уразаев тәржемәһе.

Повесть.

Тәҙрәләрҙе шар асып ҡуям. Бүлмәгә саф һауа ағымы инеп тула. Тарала барған күкһел ҡараңғылыҡ үтә буласаҡ картинамдың айырым күренештәренә, өлөштәренә текәлеп ҡарайым. Улар бер өйөм, сөнки бөтәһен дә өр-яңынан, ҡат-ҡат эшләргә тура килде. Ләкин хәҙергә тулы бер картина хаҡында фекер йөрөтөү иртәрәктер тием. Мин иң мөһимен – бына ошо йәйге таң кеүек, һаман асыҡлана барған, ишетелер-ишетелмәҫ моң булып күңелгә һеңә торған тойғоно тапмағанмын әле. Уйҙарға сумып, таңғы тынлыҡта йөрөйөм. Гел шулай ҡабатлана һәм мин картинамдың хәҙергә тик күңелдә тыуған бер уй, хыял ғына икәнлегенә һаман нығыраҡ төшөнә барам.
Тамамланмаған әйбер хаҡында башҡаларға түгел, хатта яҡын дуҫтарға ла алдан һөйләп йөрөү яҡлы түгелмен. Был минең үҙ эшемә үтә яуаплы ҡарауымдан ғына килмәй. Бишектәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр бит, уның кем булып үҫерен алдан юрау ҡыйын. Эшләнеп бөтмәгән, яҙылмаған әҫәр тураһында фекер йөрөтөү ҙә шулайыраҡ. Әммә мин был юлы үҙ ҡағиҙәмә хыянат итмәксемен, әле эшләнмәгән картина хаҡындағы фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡ­сымын.
Мин бүтәнсә булдыра алмайым, сөнки бер үҙемә генә ауырға төшөрөн һиҙәм. Йөрәгемде тетрәткән, ҡәләмгә тотонорға мәжбүр иткән тарих шул хәтле оло булып күҙ алдына баҫа, хатта уны мин бер үҙем генә айҡап-байҡап сыға алмам кеүек тойола. Был тарихты һеҙгә шул көйө генә еткереп булмаҫ, мөлдөрәмә тулы табаҡты сайпылдырып ҡуйырмын, тип ҡурҡам. Теләгем шул: кешеләр миңә үҙ кәңәштәре менән ярҙам итһендәр, нисегерәк эшләргә өйрәтһендәр ине. Һис юғында уйҙары менән булһа ла минең янға – рәссам өҫтәле эргәһенә баҫһындар, бергә-бергә янып-көйһөндәр ине.
Йөрәктәрегеҙҙең ҡайнарлығын йәлләмәгеҙ, яҡыныраҡ килегеҙ, һеҙгә мин был тарихты һөйләп бирергә бурыслымын.

***
Беҙҙең Күркүреү ауылы тауҙар түбәнендәге киң ҡалҡыулыҡҡа урынлашҡан. Төрлө тарлауыҡтар буйлап ағып төшкән ярһыу тау йылғалары бер-береһенә бына ошо ерҙәрҙә килеп ҡушылалар. Ауылдан түбәнерәк Һары үҙән, киң ҡаҙаҡ далаһы йәйелеп китә. Дала, барып-барып, Ҡаратау армыттары менән сикләнә. Алыҫта, йәнә, ҡара еп кеүек һуҙылып, тигеҙлек аша көнбайышҡа – офоҡ аръяғына китеп юғалған тимер юл да күренә.
Ә ауыл эргәһендәге түң башында ике ҙур тирәк үҫеп ултыра. Уларҙы мин иҫ белгәндән бирле хәтерләйем. Беҙҙең ауылға ҡайһы яҡтан ғына килмә, иң элек ошо ике тирәкте абайлайһың. Улар, тауҙағы маяҡтар кеүек, әллә ҡайҙан күренеп ултыралар. Белмәйем, быны нисек аңлатырға: әллә бала саҡ хәтирәләре күңелгә айырыуса ҡәҙерлеләрме, әллә рәссамлыҡ һөнәрем шулайыраҡмы, мин һәр ваҡыт, поездан төшөп, дала аша үҙебеҙҙең ауылға ҡайтҡанда, иң тәүҙә алыҫтан уҡ үҙем өсөн ғәзиз булған шул тирәктәргә күҙ ташлайым.
Нисек кенә бейек булмаһындар, уларҙы шундай йыраҡлыҡтан ҡапыл ғына күреү мөмкинме ни? Ләкин мин уларҙы күргән кеүек тоя инем.
Үҙебеҙҙең Күркүреүгә алыҫ ерҙәрҙән нисә тапҡыр ҡайтырға тура килмәһен, һәр ваҡыт мин үҙәк өҙгөс һағыныу менән: “Игеҙәк тирәктәрҙе ҡасан күрәм инде? Ауылға тиҙерәк ҡайтып етәһе ине лә тиҙерәк түң өҫтөндәге тирәктәр янына барып, шул ағастар төбөндә ултырып, туйғансы, танһыҡ ҡанғансы япраҡтар шауын тыңлайһы ине”, – тип ашыға торғайным.
Беҙҙең ауылда төрлө ағастар үҫә. Ләкин был ике тирәк үҙҙәре бер башҡа: уларҙың үҙҙәренә генә хас теле бар, үҙҙәренә генә хас моңло күңеле бар. Бында ҡасан ғына килмә, көндөҙмө, төндәме, уларҙың ботаҡтары бәүелеп, япраҡ­тары туҡтауһыҙ төрлө көйгә шаулап тора. Ҡайһы саҡ был шау тыныс ҡына һәлмәк тулҡындың ҡомло ярға бәрелеүен хәтерләтә, йә ул ботаҡтар буйлап, гүйә, ашҡыныулы, ҡайнар бышылдау өндәренең йүгереп үтеүенә оҡшай, йәки тирәктәр, ҡапыл әҙ генә ваҡыт тынып торғандан һуң, икеһе бер юлы кемделер бик һағынып, шаулы япраҡтары менән ныҡ көрһөнөп ҡуйғандай булалар. Ә ҡойон күтәреп, йәшенле ямғыр килгән саҡта, ул ботаҡтарҙы һындырып, япраҡтарҙы өҙгөләгән саҡта, тирәктәр үтә ныҡ бәүелеп, ҡоторонған ялҡын һымаҡ шаулайҙар.
Һуңынан, күп йылдар үткәс, мин был ике тирәктең серенә төшөндөм. Улар бит бөтә елдәр өсөн дә асыҡ булған ҡалҡыулыҡ өҫтөндә үҫеп ултыралар, беленер-беленмәҫ һауа ағымына ла һәр япраҡ шауы менән яуап бирәләр.
Ләкин был ябай хәҡиҡәтте асыу мине бер ҙә бойоҡлоҡҡа төшөрмәне, күңелемдә ошо көнгә ҡәҙәр һаҡланған сабыйлыҡ хистәренән, сабый­ҙарса тәьҫирләнеүҙәренән мәхрүм итмәне. Эйе, миңә ошо көнгә тиклем түң өҫтөндәге был тирәктәр ғәжәйеп тә, йәнле лә кеүек тойолалар. Унда, шул тирәктәр эргәһендә, серле бер йәшел быяла киҫәге төҫлө, минең бала сағым тороп ҡалған…
Уҡыуҙар тамамланып, йәйге каникул башланыр алдынан беҙ, малайҙар, бында ҡош ояларын туҙҙырырға йүгерешеп килә торғайныҡ. Был түбәгә һәр ваҡыт шаулашып, ҡысҡырыша-һыҙғырыша килеп менгән һайын, беҙҙе тирәктәр, тирә-яҡҡа бәүелеп, әйтерһең дә, үҙҙәренең һалҡынса күләгәләре, япраҡтарының ҡолаҡҡа яғышлы шауы менән ҡотлап ҡаршы алалар ине. Ә беҙ, ялан аяҡ, йыртыҡ ыштанлы малайҙар, бер-беребеҙҙең яурынына баҫып, тирәктәргә үрмәләп менә лә ундағы ҡоштар көтөүен өркөтә инек. Ҡоштар өҫтөбөҙҙә генә ҡысҡырыша-ҡысҡырыша осалар. Ләкин беҙгә был ғына аҙ тойола. Кем уҙарҙан һаман юғары үрмәләйбеҙ, һәр кем үҙ ҡыйыулығын, етеҙлеген күрһәтергә тырыша. Беҙгә шул юғарылыҡтан, ҡоштар ғына оса ала торған бейеклектән, әкиәттәге кеүек, донъяның ғәжәйеп яңы киңлектәре асылыр ине.
Беҙҙе ерҙең икһеҙ-сикһеҙ булыуы аптырашта ҡалдыра. Беҙ, һәр беребеҙ бер ботаҡҡа урынлашып, тын да алмайынса ултырабыҙ, ҡош оялары, ҡоштар хаҡында бөтөнләй онотабыҙ. Бығаса беҙ ер йөҙөндә, иң ҙур йорт тип иҫәпләгән колхоздың ат һарайы бынан ғәҙәттәге бәләкәй бер ҡаралты һымаҡ ҡына булып күренә. Ә ауыл аръяғында шымарып бөткән сиҙәм далаһы ята. Ул тоноҡланып барып бөтә. Текәлеп-текәлеп шул зәңгәр алыҫлыҡҡа ҡарайбыҙ, тағы ла бик күп ерҙәрҙең, йылғаларҙың барлығын күрәбеҙ. Йылғалар алыҫ-алыҫта нәҙек кенә көмөш еп һымаҡ күренәләр. Ботаҡтар ҙа һаман шул хәлдә, тын да алмайынса ултырған килеш, беҙ ерҙең сиге шулмы икән, әллә артабан да ошондай уҡ күк, ошондай уҡ болоттар, дала, йылғалар бармы икән, тип уйлай торғайныҡ. Унда, ботаҡ­тарҙа өнһөҙ ҡалып, елдәрҙең ерҙәгесә бул­маған шауын тыңлай инек. Ә япраҡтар елгә берҙәм тауыш бирәләр, беҙгә күренмәгән алыҫ киңлектәрҙәге мауыҡтырғыс серле ерҙәр хаҡында һөйләйҙәр ине.
Мин тирәктәрҙең шаулауын тыңлайым, ә йөрәгем шатлыҡтан да, ҡурҡыуҙан да шашып тибергә тотона. Был өҙлөкһөҙ шау эсендә мин теге алыҫ-алыҫ яҡтарҙы күҙ алдына килтерергә тырышам. Тик мин ул саҡта бер нәмә хаҡында: был ағастарҙы кем ултыртыуы тураһында ғына уйламағанмын. Ул билдәһеҙ кеше ағас үҫентеләрен ергә ултыртҡанда ни хаҡта хыялланған, нимә тиеп әйткән, уларҙы бында, түбә өҫтөндә, ниндәй өмөт менән үҫтергән икән?
Тирәктәр үҫкән был түң башын ни эшләптер “Дүйшөн мәктәбе” тип йөрөтәләр. Хәтеремдә, әгәр кем дә булһа берәү атын эҙләп тапмай йөрөһә, ниндәй ҙә булһа берәй осраусынан: “Эй, һин минең ҡоланы күрмәнеңме?” – тип һо­ра­һа, уға йыш ҡына: “Аттарҙы төндә ана тегендә, Дүйшөн мәктәбе яғында, көттөләр. Бар шунда, бәлки, һинең дә атың шундалыр”, – тип яуап бирәләр ине. Өлкәндәрҙән күрмәксе, беҙ ҙә, уйлап тормайынса: “Әйҙәгеҙ, малайҙар, киттек Дүйшөн мәктәбенә, тирәктәр янына, ҡарға­ларҙың ояһын туҙҙырырға”, – ти торғайныҡ.
Һөйләүҙәренсә, ҡасандыр ошо түң өҫтөндә мәктәп булған. Беҙгә уның эҙен дә күрергә тура килмәне. Бала саҡта мин, уның урынын белдергән берәй нәмә булһа ла табырға теләп, бер нисә тапҡыр эҙләнеп тә ҡараным, ләкин юҡҡа ғына булды. Шунан һуң миңә буп-буш түңде “Дүйшөн мәктәбе” тип йөрөтөүҙәре ғәжәп тойола башланы. Бер саҡ мин ҡарттарҙан: “Кем һуң ул Дүйшөн?” – тип һораным. Уларҙың береһе мәғәнәһеҙ генә ҡул һелтәне лә былай тине: “Кем һуң Дүйшөн? Ул әле лә бында йәшәй, сатан һарыҡтар ырыуынан. Күптәнге хәл инде. Дүйшөн ул саҡта комсомол ине. Түң өҫтөндә кемдеңдер ташландыҡ һарайы бар ине. Ә Дүйшөн унда мәктәп асты, балалар уҡытты. Мәктәп инеме ни ул, тик исеме генә инде шунда. Эх, бик ҡыҙыҡ заман ине шул! Ул саҡта булдыра алған һәр кем үҙенә күрә түрә, үҙенә үҙе түш, үҙенә үҙе баш ине. Дүйшөн дә шундайыраҡ кеше булды. Башына ни килһә, шуны эшләне. Ә хәҙер ул һарайҙың берәй ташын да таба алмаҫһың, тик исеме генә ҡалды...”
Дүйшөндө мин аҙ беләм. Хәтер көҙгөһөндә ул өлкән йәштәге, оҙон кәүҙәле, бөркөттөкө кеүек ялбыр ҡашлы кеше булып кәүҙәләнә. Йорто теге яҡта, йылға аръяғында, икенсе бригада урамында ине. Ул ваҡыт, мин ауылда йәшәгән саҡта, Дүйшөн колхоз мирабы, йәғни ер һуғарыусы булып эшләне. Көндәр буйы баҫыуҙан ҡайтып килмәгәндер ул. Һирәк-һаяҡ ҡына беҙҙең урамдан эйәренә ҡуша кәтмән бәйләп, һыбай үтеп киткеләй торғайны. Аты ла, нисектер, үҙенә оҡшап, эре һөйәкле, тыртыҡ аяҡлы ине. Тора-килә Дүйшөн ҡартая. Кешеләрҙең һөйләүҙәренсә, аҙаҡ ул почта ташый башлай. Ләкин былары һүҙ ыңғайында ғына. Эш бына нәмәлә. Ул саҡта мин комсомолецты эштә уңған, һүҙгә оҫта, ауылдағы иң ҡыйыу, кәрәк икән, йыйылышта ла һөйләй, кәрәкһә, ялҡауҙар, ил байлығын туҙҙырыусылар хаҡында газетаға ла яҙа алырлыҡ егет, тип уйлай торғайным. Һаҡал баҫҡан был йыуаш ҡарт ҡасандыр комсомолец булғандыр ҙа, етмәһә, иң ғәжәбе, үҙенең белеме етер-етмәҫ көйө балалар уҡытҡандыр тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Юҡ, былар һис тә аҡылыма һыйманы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, быны мин ауылда йәшәп килгән һанһыҙ әкиәттәрҙең береһелер тип кенә иҫәпләнем. Тик бөтәһе лә икенсерәк булып сыҡты...
Үткән көҙ миңә ауылдан телеграмма килеп төштө. Колхоз яңы мәктәп төҙөгән дә ауылдаштар беҙҙе мәктәпте тантаналы асыу кисәһенә саҡы­ралар икән. Мин бер ниндәй икеләнеүһеҙ барырға булдым. Ауылыбыҙ өсөн шундай шат­лыҡлы көндә өйҙә нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк. Хатта бер нисә көн алдан барҙым. Йөрөрмөн, күрер­мен, яңы һүрәттәр эшләрмен, тип уйланым. Ака­де­мик Сөләймәнованы ла саҡырғандар икән, уны ла көтәләр. Әйтеүҙәренсә, ул бында бер-ике көн алдан килеп, унан Мәскәүгә китергә тейеш икән.
Был данлыҡлы ҡатындың беҙҙең ауыл кешеһе икәнлеген, бала сағында уҡ ҡалаға киткәнлеген белә инем инде. Ҡалала йәшәй башлағас, беҙ таныштар булып' киттек. Ул тулы кәүҙәле, шыма итеп тараған сәстәренә сал ҡунған өлкән үк йәштәрҙәге кеше. Хөрмәтле ауылдашыбыҙ университет кафедраһына етәкселек итә, философия фәнен уҡыта, академияла эшләй, йыш ҡына сит илдәргә барып килә. Ҡыҫҡаһы, эше бик күп ине, шуға ла миңә уның менән яҡындан танышырға тура килмәне. Әммә һәр ваҡыт, ҡайҙа ғына осрашһаҡ та, ул ауылыбыҙҙың хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһына, ҡыҫҡаса ғына булһа ла минең эштәремә ҡарата ла үҙ фекерҙәрен әйтмәй ҡалдырмай торғайны. Бер ваҡыт мин уға:
– Алтынай Сөләймәновна, һеҙгә ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып, яҡташтарығыҙ менән осрашыу һәйбәт булыр ине. Һеҙҙе унда һәммәһе лә беләләр, һеҙҙең менән ғорурланалар. Тик үҙегеҙҙе күберәк ишетеп кенә беләләр. Йыш ҡына: “Яҡташыбыҙ, күренекле ғалимәбеҙ, күрәһең, беҙҙән ситләшәлер, үҙенең тыуған ауылына ҡайтыр юлын онотҡандыр”, – тип тә ҡуялар, – тиеп әйтергә батырсылыҡ иттем.
– Ҡайтып әйләнеү кәрәк ине шул, – тине шул саҡ Алтынай Сөләймәновна, бойоҡ ҡына көлөмһөрәп. – Мин үҙем дә күптән инде Күркүреүҙе ҡайтып күрергә хыялланып йөрөйөм, әллә ҡасандан бирле булғаным юҡ. Дөрөҫ, ауылда минең туғандарым ҡалмаған. Ләкин эш унда ғына тормай бит әле. Һис шикһеҙ барасаҡмын, юғиһә, тыуған яҡты бигерәк ныҡ һағынғанмын.
Академик Сөләймәнова ауылға мәктәптәге тантаналы йыйылыш асылыр алдынан ғына килеп төштө. Колхозсылар тәҙрә үтә уның машинаһын күреп ҡалдылар ҙа эркелеп урамға сыҡтылар. Ҡарттары ла, йәштәре лә, таныштары ла, таныш түгелдәре лә – һәммәһе лә уның менән күре­шергә теләй. Моғайын, Алтынай Сөләй­мәновна бындай осрашыуҙы көтмәгәндер. Мин уны хатта бер аҙ ҡаушап ҡалғандай тойҙом. Ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, ул кешеләргә баш эйҙе лә үҙен һырып алыусыларҙы, көскә-көскә генә йырып, сәхнәгә – президиумға үтте.
Әлбиттә, Алтынай Сөләймәновна үҙ ғүме­рендә тантаналы йыйылыштарҙа аҙ бул­мағандыр, уны һәр ваҡытта шатлыҡ, хөрмәт менән ҡаршы алғандарҙыр. Ләкин бында, ғәҙәттәге ауыл мәктәбендә, яҡташтарының ысын күңелдән хөрмәтләп ҡаршы алыуҙары уны сикһеҙ ныҡ тулҡынландырҙы. Ул күҙендәге йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша ине.
Тантана тамамланғас, пионерҙар ҡәҙерле ҡунаҡҡа ҡыҙыл галстук таҡтылар, сәскәләр бәйләме бүләк иттеләр, яңы мәктәптең дан китабын унан астырҙылар. Шунан һуң мәктәптең үҙешмәкәр түңәрәге концерт күрһәтте. Ул бик матур, күңелле булды. Концерттан һуң мәктәп директоры беҙҙе, йәғни ҡунаҡтарҙы, уҡытыу­сыларҙы, колхоз активистарын үҙенә саҡырҙы.
Бында ла Алтынай Сөләймәновнаның киле­үенә сикһеҙ һөйөндөләр. Уны келәмдәр менән биҙәлгән иң түргә ултырттылар, үҙҙәренең ихтирам итеүҙәрен төрлөсә белдерергә тырыштылар. Бындай осраҡтарҙа була торғанынса, күңелле ине, ҡунаҡтар үҙ-ара бик алсаҡ һөйләшәләр, тост күтәрәләр. Ләкин шул саҡ өйгә бер малай йүгереп килеп инде лә йорт хужаһына бер ҡосаҡ телеграмма бирҙе. Телеграммалар ҡулдан ҡулға күсте. Баҡһаң, мәктәпте элек тамамлап сығыу­сылар үҙҙәренең ауылдаштарын яңы мәктәп менән ҡотлайҙар икән.
– Ҡара әле, был телеграммаларҙы Дүйшөн ҡарт килтерҙеме? – тип һораны директор.
– Эйе, – тип яуапланы малай. – Бөтә юл буйына атымды ҡыуҙым, йыйылышҡа өлгөрәйем, халыҡ барҙа уҡып ишеттерһендәр тип ашыҡтым, ти. Ҡарт һуңлабыраҡ ҡайтҡан шул, шуға бик борсоу.
– Ниңә ул унда тора, атынан төшһөн, саҡыр бында үҙен.
Малай Дүйшөндө саҡырырға сығып китте. Минең менән эргәләш ултырған Алтынай Сөләймәновна ниңәлер урынынан ҡуҙғалып ҡуйҙы ла, келт итеп ниҙер иҫенә төшкәндәй, минән сәйер генә: “Ниндәй Дүйшөн хаҡында һөйләйҙәр ул?” – тип һорай һалды.
– Ә, теге, колхоз почтальоны, Алтынай Сөләймәновна, һеҙ ул Дүйшөн ҡартты беләһегеҙме?
Ул аңлайышһыҙ итеп баш һелкте, шунан, урынынан ҡуҙғалырға ғына теләгән сағында, тәҙрә эргәһенән кемдер һыбай үтеп китте. Кире әйләнеп кергән малай хужаға:
– Ағай, мин уға әйтеп ҡараным да, ул инмәне, китте. Хат өләшәһе бар, тип әйтә, – тине.
– Әйҙә, улайһа, өләшә бирһен, уны бер кем дә тотмай. Аҙаҡтан ҡарттар менән бергә ултырыр әле, – тине кемдер, ризаһыҙлыҡ төҫө сығарып.
– Һай, һай! Һеҙ белмәйһегеҙ шул беҙҙең Дүйшөндө! Ул бик ипле кеше. Эшен үтәмәйенсә, бер ҡайҙа ла аяҡ баҫмаҫ.
– Дөрөҫ, сәйер кеше ул. Был Украинала булды: ул һуғыштан һуң, госпиталдән сыҡҡас, шунда йәшәргә ҡалды. Ҡайтҡанына күп булһа биш йылдыр. Тыуған тупрағыма ҡайтып үләйем тинем, ти. Ғүмере буйы буйҙаҡ йәшәне инде…
– Ә шулай ҙа инергә кәрәк ине уға... Йә, ярай инде. – Хужа шул һүҙҙәрҙе әйтеп, ҡул һелтәне.
– Ағай-эне, әгәр хәтерегеҙҙә ҡалһа, беҙ бит Дүйшөн мәктәбендә уҡығайныҡ түгелме? – Ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе шул һүҙҙәр менән бокал күтәрҙе. – Ә үҙе, моғайын, алфавиттың бөтә хәрефтәрен дә белмәгәндер әле. – Һөйләүсе был ваҡытта күҙен йомоп, башын сайҡаны. Уның бөтә ҡиәфәте ғәжәп­ләнеүҙе лә, мыҫҡыл итеп көйөүҙе лә аңлата ине.
– Һуң, ысынлап та, шулай булды бит, – тине бер нисә тауыш бер юлы.
Күмәкләп көлөштөләр.
– Шулай булмай ни! Ул саҡта Дүйшөн нимәләр генә уйлап сығармай торғайны. Ә беҙ уны ысынлап та уҡытыусы тип һанай инек.
Тауыш бер аҙ баҫыла төшкәс, баяғы бокал күтәргән кеше дауам итте:
– Эйе, хәҙер беҙҙең күҙгә күренеп үҫкән кешеләребеҙ бар. Академик Алтынай бөтә илгә билдәле. Беҙҙең барыбыҙ ҙа тиерлек урта мәғлүмәткә эйә, ә байтаҡтарыбыҙ юғары белемле. Бөгөн беҙ ауылда яңы урта мәктәп асып ебәрҙек. Был үҙе генә лә тормоштоң нисек ныҡ үҙгәргәнлеге хаҡында һөйләй. Йә, әйҙәгеҙ, ауылдаштар, киләсәктә лә Күркүреү егеттәре, Күркүреү ҡыҙҙары үҙ замандарының алдынғы кешеләре булһындар өсөн эсәйек!
Бөтәһе лә тосты берҙәм күтәрҙе. Тик Алтынай Сөләймәновна ғына, ниңәлер бик ныҡ оялып, ҡыҙарҙы, бокалдағы эсемлекте исем өсөн бер-ике генә йотоп ултыртты. Ләкин байрамса, кәйефле кешеләр, һүҙгә мауығып, уның был кисерешенә иғтибар итмәнеләр.
Алтынай Сөләймәновна бер нисә мәртәбә сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Ҡунаҡтар урамға сыҡҡас, мин уның яңғыҙ бер яҡ ситкә, арыҡ янына баҫып, түң өҫтөндәге шаулы тирәктәргә текләп ҡарап торғанлығын абайланым. Ҡояш икһеҙ-сикһеҙ дала аръяғына барып байығайны. Уның һаман тоноҡлана барған нурҙары тирәк баштарын ҡуйы ҡыҙыл төҫкә мансығайны.
Мин Алтынай Сөләймәновнаның янына килдем.
– Хәҙер улар япраҡ ҡоялар. Их, һеҙ был тирәктәрҙе яҙ күрһәгеҙ ине, – тинем мин уға.
– Мин дә шул хаҡта уйлайым, – тине, көрһөнөп, Алтынай Сөләймәновна. Бер аҙ тынып торғас, үҙ алдына һөйләнгәндәй, өҫтәп ҡуйҙы: – Эйе, һәр тереклектең үҙ яҙы, үҙ көҙө була шул.
Уның ҡартая барған, бигерәк тә күҙҙәре тирә­һендәге бик күп ваҡ йыйырсыҡлы йөҙөндә бойо­ғоу күренде. Ул тирәктәргә нисектер ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ға ғына хас күҙ менән, моңһоу ҡараны. Әйтер­һең дә, шул саҡ минең алдымда академик Сөләймәнова түгел, ә шатлығы ла, ҡайғыһы ла асыҡтан-асыҡ булған бер ҡатлы ябай ҡырғыҙ ҡа­тыны баҫып тора ине. Был ҡатын, ғалимә, мо­ға­йын, үҙенең, беҙҙә йырланғанса, иң бейек тау ба­­шынан һөрәнләп тә, кире ҡайтарып булмай тор­­­ған йәшлеген хәтергә төшөргәндер. Тирәк­тәргә ҡарап, ул ниҙер әйтергә теләне, тик аҙаҡ, кире уйлап ахыры, ҡапыл ҡулындағы күҙлеген кейҙе.
– Мәскәү поезы бынан ун берҙә үтә, шикелле?
– Эйе, төнгө ун берҙә.
– Тимәк, миңә йыйынырға ваҡыт.
– Нисек инде улай ҡапыл. Алтынай Сөләймәновна? Һеҙ бит бында бер нисә көн булырға вәғәҙә иткәйнегеҙ. Халыҡ һеҙҙе ебәрмәҫ бит.
– Юҡ, минең кисектергеһеҙ эштәрем бар. Мин хәҙер үк китергә тейешмен.
Ауылдаштары ҡалай ғына күндерергә тырышмаһындар, нимә тип кенә үпкәлә­мәһендәр, барыбер Алтынай Сөләймәновна үҙ һүҙен ҡуйманы.
Ҡараңғы ла төшә башланы. Үпкәләгән ауылдаштары, икенсе юлы тотош бер аҙнаға, хатта унан да күберәккә килермен, тигән һүҙен алғас ҡына уны машинаһына ултырттылар. Мин Алтынай Сөләймәновнаны станцияға тиклем оҙата киттем.
Алтынай Сөләймәновна ниңә былай ҡапыл ҡабаланып сығып китте һуң? Етмәһә, бындай көндә уның ауылдаштарын үпкәләтеүе миңә нисектер урынһыҙ тойолдо. Юлда килгәндә бер нисә тапҡыр шул хаҡта һорарға тип уҡталдым, ләкин ҡыйманым. Тейешһеҙ һүҙ әйтеүҙән ҡурҡып түгел. Мин уның барыбер бер нәмә лә әйтмәйәсәген һиҙҙем. Ул бөтә юл буйына өндәшмәй, тәрән уйҙарға сумған хәлдә килде.
Шулай ҙа станцияла мин унан:
– Алтынай Сөләймәновна, һеҙ ниңәлер борсоу күренәһегеҙ. Бәлки, һеҙҙе үпкәләт­кән­дәр­ҙер? – тип һораным.
– Юҡ, ҡайҙа ул! Улай уйларға нисек батырсылыҡ итәһегеҙ! Мин кемгә үпкәләйем ти? Үҙемә үҙемме? Эйе, үҙемә үҙем үпкәләй ала инем...
Алтынай Сөләймәновна шулай китеп барҙы. Мин, ҡалаға ҡайтҡас, бер нисә көндән һуң унан көтмәгәндә генә хат алдым. Алтынай Сөләй­мәновна Мәскәүҙә үҙе уйлағандан күберәк ваҡытҡа туҡталасағы тураһында хәбәр иткән, артабан былай тип өҫтәгән:
“Мөһим, кисектергеһеҙ эштәрем күп булыуға ҡарамай, мин һеҙгә хат яҙмаҡсы булдым. Әгәр яҙғандарым һеҙгә ҡыҙыҡлы тойолһа, минең һөйләгәндәремдең бөтәһен дә яҡшыраҡ бел­һендәр өсөн, уны нисегерәк файҙаланыу хаҡында уйлап ҡарауығыҙҙы үтенәм. Минеңсә, был беҙҙең яҡташтарыбыҙ өсөн генә түгел, ә бөтә кешеләр, бигерәк тә йәштәр өсөн кәрәк. Күп уйлағандан һуң, мин ошо фекергә килдем. Был минең кешеләр алдындағы васыятым. Мин үҙемдең бурысымды үтәргә тейешмен. Был турала ни тиклем күберәк кешеләр белһә, мине намыҫым шул ҡәҙәр аҙыраҡ борсор. Мине уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырмын тип ҡурҡмағыҙ. Бер нәмәһен дә йәшермәгеҙ...”
Бер нисә көн буйы мин уның ошо хаты менән әҫәрләнеп йөрөнөм. Ахыр килеп, барыһын да Алтынай Сөләймәновнаның үҙ исеменән һөйләп биреүҙән дә яҡшырағын тапманым.

***
Был хәл 1924 йылда булды. Эйе, нәҡ шул йылда... Әле беҙҙең колхоз ултырған урында ул саҡта ярлы-ятаҡсылар бәләкәйерәк кенә бер ауыл булып йәшәйҙәр ине. Мин ун дүрт йәштәрҙә инем. Атайым мәрхүмгә ике туған тейеш кешеләрҙә торам. Әсәйем дә үлгән ине инде.
Көҙ көнө, байыраҡтар тауҙарға ҡышларға киткәс, күп тә үтмәй, беҙҙең ауылға һалдат шинеле кейгән бер ят егет килде. Уның шинеле хәтеремдә ҡалған, сөнки ул ниңәлер ҡара буҫтауҙан тегелгәйне. Ҡаҙна шинеле кейгән кешенең килеүе ҡайҙалыр юлдарҙан алыҫ, тауҙар яғында ултырған беҙҙең ауыл өсөн ҙур ваҡиға булды.
Тәүҙә, ул армияла командир булған, шуға күрә ауылда ла баш кеше була икән, тип һөйләнеләр. Һуңынан уның бер ниндәй ҙә командир булмағанлығы асыҡланды. Ул бынан күп йылдар элек, аслыҡ ваҡытында ауылдан тимер юлға китеп, хәбәрһеҙ юғалған Таштанбек тигән берәүҙең улы булып сыҡты. Баҡһаң, ул, Дүйшөн, бында мәктәп асып, балалар уҡытыу өсөн ебәрелгән икән.
Ул заманда “мәктәп”, “уҡыу” тигән һүҙҙәр яңы булғас, кешеләр уларҙың мәғәнәһенә төшөнөп тә етмәйҙәр ине әле. Ҡайһы берәүҙәр имеш-мимешкә лә ышана, ә ҡайһылары быларҙың бөтәһенә лә бисәләр хәбәре тип кенә ҡарай. Әгәр оҙаҡламай халыҡты сходҡа йыймағанда, бәлки, мәктәпте бөтөнләй оноторҙар ҙа ине. Ағайым: “Был ниндәй йыйын тағы, ваҡ-төйәктәре менән эште бүлә лә йөрөйҙәр”, – тип бик оҙаҡ һуҡранды. Ләкин, үҙен үҙе хөрмәт итер ир кешегә тейеш булғанса, барыбер атын эйәрләп менде лә йыйылышҡа китте. Уның артынан күрше балалары менән бергә мин дә эйәрҙем.
Беҙ йүгереүҙән әлһерәп сход була торған ҡалҡыуға килеп еткәндә, бер төркөм йәйәүле, шулай уҡ һыбай кешеләр алдында теге ҡара шинелле, ҡаҡса йөҙлө егет һөйләп тора ине. Беҙ уның һүҙҙәрен ишетә алмағас, алғараҡ үттек. Шул саҡ туҙып бөткән, алама тун кейгән бер ҡарт, яңы аңына килгәндәй, ҡапыл уның һүҙҙәрен бүлде.
– Ҡара әле, улым, – тине ул, ҡабаланып, тотлоға-тотлоға, – элек балаларҙы муллалар уҡыта торғайны. Ә беҙ һинең атайыңды беләбеҙ: ул да, беҙҙең кеүек, бер йолҡош ине. Хәйер өсөн булһа ла әйт әле, ҡасан һин мулла булырға өлгөрҙөң?
– Мин мулла түгел, аҡһаҡал, мин – комсомолец, – тип йылдам яуап бирҙе Дүйшөн. – Ә хәҙер балаларҙы муллалар түгел, мөғәллимдәр уҡытасаҡ. Мин уҡырға-яҙырға армияла өй­рәндем, уға тиклем дә аҙыраҡ уҡыным. Бына мин ниндәй мулла.
– Эйе, был яраған эш...
– Молодец! – тигән хуплау һүҙҙәре ишетелде.
– Бына шулай, комсомол мине һеҙҙең балаларығыҙҙы уҡытырға ебәрҙе. Ә бының өсөн беҙгә ниндәй ҙә булһа берәй торлаҡ кәрәк. Мин анауы түң башындағы ат һарайын мәктәп итергә уйлайым. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән. Нисек ҡарайһығыҙ быға, ауылдаштар?
Кешеләр, был килмешәк ҡайҙа тарта икән тигәндәй, аптырап ҡалдылар. Тырабизлығы өсөн бәхәссе ҡушаматы алған Сатымғол тынлыҡты боҙҙо. Ул күптән инде, эйәренең ҡашына терһәкләнеп, кешеләрҙең һүҙен һағайып тыңлай, үҙе йыш ҡына, теш араһынан сертләтә төкөрөп ҡуя ине.
– Туҡта әле һин, егет кеше, – тине Сатымғол, ҡыҫҡан күҙҙәрен уға төбәп. – Һин шуны әйт әле, нимәгә кәрәк ул беҙгә мәктәп?
– Нисек – нимәгә? – тине Дүйшөн, аптырай төшөп.
– Һуң, дөрөҫ әйтә бит! – тине аранан кемдер, хуплап. Күмәкләп ығы-зығы килә, шаулаша башланылар.
– Беҙ борон-борондан бирле ер эшкәртеп йәшәп киләбеҙ, беҙҙе кәтмән туйындыра. Балаларыбыҙ ҙа шулай йәшәрҙәр, нимәгә уларға уҡыу. Белем түрәләргә генә кәрәк, ә беҙ ябай халыҡ. Башыбыҙҙы ҡаңғыртып йөрөмә!
– Ысынлап та һеҙ балаларығыҙҙы уҡытыуға ҡаршы киләһегеҙме? – Тауыш бер аҙ баҫыла төшкәс, асыуы ҡабарған Дүйшөн, үҙен уратып алған кешеләргә үткер ҡараш ташлап, бына шулай тине.
– Әгәр ҡаршы булһаҡ, ни эшләтәһең, көсләп ҡушырға теләйһеңме? Ундай ваҡыт үтте инде. Беҙ хәҙер ирекле кешеләр, нисек теләһәк, шулай йәшәрбеҙ!
Дүйшөндөң йөҙөнә ҡан бәреп сыҡты. Асыуҙан ҡалтыраған ҡулдары менән шинель иҙеүен ысҡындырҙы ла гимнастерка кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ сығарып, уны тиҙ генә яҙып ебәрҙе, юғарыға күтәрҙе.
– Тимәк, һеҙ балаларҙы уҡытыу тураһында әйтелгән, совет власының мисәте баҫылған ошо ҡағыҙға ҡаршыһығыҙ? Ә һеҙгә ерҙе, һыуҙы, иректе кем алып бирҙе? Йә, кем совет власының закондарына ҡаршы, йә, кем? Яуап бирегеҙ!
Ул “яуап бирегеҙ” тигән һүҙҙәрҙе шундай көслө итеп, нәфрәт менән әйтте, хатта улар, пуля һымаҡ, көҙгө тынлыҡты боҙоп, ҡая таштарға бәрелгән атыу тауышы кеүек яңғыраны.
Кешеләр, баштарын эйеп, тын ҡалдылар.
– Беҙ – ярлылар, – тине Дүйшөн, тауышын баҫа төшөп. – Беҙҙе ғүмер буйы иҙеп, кәмһетеп килделәр. Ҡараңғылыҡта, тома наҙанлыҡта йәшәнек. Ә хәҙер совет власы беҙҙең күҙебеҙ асылһын, беҙҙең һәр беребеҙ уҡый-яҙа белһен тип тырыша. Ә бының өсөн балаларҙы уҡытырға кәрәк...
Дүйшөн, яуап көтөп, тын ҡалды. Шул саҡ теге алама тун кейгән, һин нисек мулла булып алдың әле, тип һораған кеше, килешеүен белдер­гәндәй, былай мығырланды:
– Ярай инде, теләһәң уҡыт. Беҙгә ни нәмә. Беҙ законға ҡаршы түгел.
– Ләкин мин һеҙҙән ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Беҙгә анауы түңдәге бай кәртәһен йүнәтеп алырға кәрәк. Йылға аша күпер һалырға кәрәк, утын да кәрәк...
– Туҡтәле, егет, бигерәк өтөк икәнһең! – тине үҙ һүҙле Сатымғол, Дүйшөндө бүлдереп. Ул теш араһынан төкөрҙө лә, нимәгәлер тоҫмаллап ынтылғандай, тағы күҙен ҡыҫа төштө.
– Бына һин: “Мәктәп асам!” – тип бөтә ауылға яр һалаһың. Ә үҙеңә ҡарап торабыҙ ҙа кейәм тиһәң, туның юҡ, менәм тиһәң, атың юҡ, һөрәм тиһәң, ус аяһындай ҙа ерең юҡ, ҡураң да, малың да юҡ. Нисек йәшәргә уйлайһың һуң, туғанҡай? Кеше малын урларға иҫәп тотмайһыңдыр бит инде... Беҙҙә ундай эйәһеҙ мал юҡ. Ә малы булған кешеләр – тауҙар араһында.
Дүйшөн ниндәйҙер ҡаты һүҙ әйтергә теләгәйне лә, тик үҙен тыйып ҡалды, ипле генә былай тине:
– Нисек булһа ла йәшәрмен... Жалованье аласаҡмын.
– Ә-ә, күптән шулай тиҙәр уны! – Сатымғол, үҙенән үҙе бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, еңеүсе кешеләй, эйәренә ҡайҡайып ултырҙы. – Хәҙер бөтәһе лә аңлашыла. Һин, егет, үҙ эшеңде үҙең башҡар, балаларҙы үҙ жалованьеңа уҡыт. Ҡаҙнаның аҡсаһы күп була ул. Ә беҙгә ҡамасаулама, Аллаға шөкөр, беҙҙең үҙ эшебеҙ ҙә муйындан…
Шулай тине лә Сатымғол атын бороп ҡайтып китте. Уның артынан башҡалар ҙа ҡуҙғалды. Ә Дүйшөн, ҡағыҙын тотҡан килеш, баҫып тороп ҡалды. Ул, бахыр, ни эшләргә лә белмәй ине.
Миңә Дүйшөн йәл булып китте. Мин уға күҙемде алмай текләп тик торғанмын. Ағайым эргәмдән үткәндә миңә:
– Эй һин, албаҫты, бында ни эшләйһең, нимәгә ауыҙыңды асып, ҡатып ҡалғанһың, бар ҡайт, йүгер! – тип ҡысҡырғас ҡына, мин балаларҙы ҡыуып етергә ашыҡтым. – Ҡара, ҡара, быларына тиклем сходҡа килгәндәр, – тип ҡысҡырҙы ағайым арттан.
Икенсе көнө беҙ, ҡыҙҙар, һыуға барғанда йылға буйында Дүйшөндө осраттыҡ. Ул йылғаны кисеп аръяҡҡа сығып бара ине. Ҡулына көрәк, кәтмән, балта, бер иҫке күнәк тотҡан.
Шул көндән башлап ҡара шинель кейгән Дүйшөн һәр иртә һайын һуҡмаҡ буйлап түң башына, ташландыҡ кәртәгә табан менеп бара торған булды. Ул ауылға кис булғас, һуң ғына төшә. Беҙ йыш ҡына уның, ҙур-ҙур итеп йөкмәп, ҡурай йәки һалам ташығанын күрә инек. Уны алыҫтан уҡ таныған кешеләр өҙәңгеләренә баҫып, маңлайҙарына ҡул ҡуйып ҡарайҙар ҙа, ғәжәпкә ҡалып, һүҙ башлайҙар:
– Атаҡ-атаҡ, әллә был теге мөғәллим Дүйшөнмө, бәйләм күтәреп бара түгелме?
– Эйе, ул үҙе.
– Эй, меҫкен. Күрәһең, мөғәллим эше лә еңел түгелдер.
– Еңелдер тип уйлағайныңмы әллә? Ҡара, күпме күтәреп килә, бай ялсыһынан кәм түгел.
– Ә һөйләгәнен тыңлаһаң, ҡайҙа ул!
– Ну, уныһы уның ҡағыҙы мисәтле булғанға ғына. Бөтә көсө шунда ла инде.
Бер ваҡыт шулай ауыл аръяғындағы тау итәгенән тиҙәк йыйып, берәр тоҡ итеп йөкмәп ҡайтып килгәндә мәктәпкә боролдоҡ. Уҡытыусы унда нимә ишләй икән, шуны ҡарағы килде. Был иҫке балсыҡ һарай элек байҙыҡы булған. Ҡыш бында йәш ҡолонло бейәләрҙе тотҡандар. Совет власы килгәс, бай ҡайҙалыр күсеп киткән, ә ат һарайы шул көйөнсә тороп ҡалған. Бында берәү ҙә килеп йөрөмәгән, шунлыҡтан уның тирә-яғын дегәнәк, сәнскәк үлән баҫҡан. Хәҙер тамырынан йолҡоп алынған был үләндәр бер яҡ ситкә өйөп һалынған, һарай алды тап-таҙа. Ямғырҙан ебеп, бүҫерелеп төшкән стеналар балсыҡ менән һыланған, ә кибеп, ярыҡтары киңәйгән, тик бер күгәнендә генә эләгеп торған ишек, төҙәтелеп, үҙ урынына ҡуйылған.
Беҙ аҙыраҡ ял итеп алыу өсөн тоҡтарыбыҙҙы ергә һалыуға, ишектән башы-аяғына тиклем балсыҡҡа буялған Дүйшөн килеп сыҡты. Беҙҙе күргәс, ул тәүҙә ғәжәпләнде, ә аҙаҡ битендәге тирен һөртөп, алсаҡ йылмайҙы.
– Ҡайҙан һеҙ, ҡыҙыҡайҙар!
Беҙ тоҡтарыбыҙ янына ултырғанбыҙ ҙа, оялышып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ. Дүйшөн беҙҙең оялып өндәшмәүебеҙҙе аңланы булһа кәрәк, уйнатып былай тине:
– Тоҡтарығыҙ үҙегеҙҙән дә ҙурыраҡтар, буғай. Бында боролоп, ҡыҙҙар, бик шәп иткәнһегеҙ әле. Һеҙ бит ошонда уҡырға тейешһегеҙ. Мәктәбегеҙ әҙер тип әйтергә лә ярай. Бына әле генә мейес һымаҡ бер нәмә һалып бөттөм. Хатта мөрйә лә сығарҙым. Күрәһегеҙме, ана ниндәй! Инде ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ әҙерләргә генә ҡалды. Быныһы өсөн әллә ни ҡайғыраһы юҡ, тирә-йүндә ҡурай күп бит әле. Иҙәнгә ҡалын итеп һалам йәйербеҙ ҙә уҡый башларбыҙ. Йә нисек, уҡырға теләйһегеҙме, мәктәпкә йөрөрһөгөҙмө?
Мин, әхирәттәрем араһында өлкәнерәк булғас, яуап бирергә булдым.
– Еңгәм ебәрһә, йөрөрмөн, – тинем мин.
– Ни эшләп ебәрмәһен, ти, әлбиттә, ебәрер. Ә һинең исемең нисек?
– Алтынай, – тинем мин, күлдәк итәгемдәге йыртыҡ үтә күренеп торған тубығымды усым менән ҡаплап.
– Алтынай – матур исем. – Ул бик яғымлы итеп йылмайҙы, хатта йөрәк йылынып киткәндәй булды.
– Кем ҡыҙы булаһың һуң?
Мин өндәшмәнем. Мин үҙемде йәлләгәнде яратмай торғайным.
– Етем ул, ағайҙарында тора, – тинеләр әхирәттәрем.
– Бына нәмә, Алтынай, – тине Дүйшөн һәм миңә ҡарап йәнә йылмайҙы. – Һин бүтән балаларҙы ла мәктәпкә алып килерһең. Яраймы? Һеҙ ҙә, ҡыҙҙар, килерһегеҙ.
– Ярар, ағай.
– Миңә мөғәллим ағай тип өндәшерһегеҙ. Ә мәктәпте инеп күрергә теләйһегеҙме? Тартынмағыҙ, керегеҙ әйҙә.
– Юҡ, кермәйбеҙ, беҙгә ҡайтырға ваҡыт, – тинек беҙ, оялышып.
– Улайһа, ярай, ҡайтығыҙ. Уҡырға килгәс, күрерһегеҙ. Эңер төшкәнсе, мин тағы бер тапҡыр ҡурай йыйып алып ҡайтайым әле.
Еп менән урағын алды ла Дүйшөн китеп тә барҙы. Беҙ ҙә урыныбыҙҙан тороп, тоҡтарҙы йөкмәп, ауылға табан атланыҡ. Шул саҡ ҡапыл башыма бер уй килде.
– Туҡтағыҙ әле, ҡыҙҙар, – тип ҡысҡырҙым мин әхирәттәремә. – Әйҙәгеҙ, тиҙәктәрҙе мәктәпкә бушатайыҡ, ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ күберәк булыр.
– Ә өйгә буш көйө ҡайтырбыҙмы? Ҡалай аҡыллыһың!
– Яңынан йыйып алып ҡайтырбыҙ.
– Юҡ инде, һуңларбыҙ, өйҙә әрләрҙәр. – Ҡыҙҙар, мине көтмәйенсә, өйгә ашыҡтылар.
Һаман да әле аңлай алмайым, ул көндә мине улай эшләргә нимә мәжбүр иткәндер. Әллә мин тыңламағандары өсөн әхирәттәремә үпкә­ләнемме, шуға күрә лә үҙ һүҙемдә торорға булдыммы; әллә минең ихтыярым, теләктәрем бәләкәйҙән үк гел тупаҫ кешеләрҙең уҫал ҡысҡырыуҙары аҫтына ҡалып, баҫылып кил­гәнгәме? Йөрәккә йылы бирерлек йылмайыуы, ышаныс күрһәтеүе, бер нисә йылы һүҙе өсөн был ят кешегә минең яҡшылыҡ эшләгем килде. Бик яҡшы аңлайым: минең ысын яҙмышым, үҙ шатлыҡтары, кисерештәре менән тулы ошо тормошом тап бына шул көндә, шул бер тоҡ тиҙәктән башланды, сөнки нәҡ шул көндә мин, һис бер ниндәй икеләнеүһеҙ, бер ниндәй ҙә язанан ҡурҡмайынса, үҙем теләгәнде эшләргә ҡарар иттем. Ҡарар ҙа иттем, һүҙемдә лә торҙом. Иптәштәрем мине ташлап киткәс, кире Дүйшөн мәктәбенә йүгереп килдем дә ишек төбөнә тоғомдо бушатып, яңынан тиҙәк йыйырға тау итәгенә табан ашыҡтым.
Ҡайҙа табан йүгергәнемде лә белмәйем, көсөм ташып бара кеүек, йөрәгем шундай шатлыҡ менән тибә, әйтерһең, мин бер батырлыҡ эшләгәнмен. Минең шулай шат, бәхетле булыуымды ҡояш та белә һымаҡ. Эйе, мин быға ышанам, минең ни өсөн еңел, иркен йүгергәнемде ҡояш белгәндер. Бәләкәй генә булһа ла, бер яҡшылыҡ эшләгәйнем бит мин.
Ҡояш ҡалҡыулыҡтар артына ауышты, ләкин ул байырға ашыҡманы, миңә туйғансы ҡарап ҡалырға теләгән һымаҡ тойолдо. Ул минең атлар юлымды биҙәп торҙо: кибеп бөткән көҙгө ер аяҡ аҫтымда ҡуйы ҡыҙыл, алһыу, аҡһыл шәфәҡ төҫөнә кереп йәйелеп ята. Ҡоро ҡылған һабаҡтары ике яғымдан ялҡын кеүек йымылдашып ҡалалар. Ҡояш нурҙары минең ҡырҡ ямаулы бишмәтемдең көмөш төймәләрендә ут булып яна. Ә мин һаман алға йүгерәм, уйымдан ергә, күккә, елгә өндәшәм: “Ҡарағыҙ миңә! Ҡарағыҙ, мин ниндәй ғорур! Мин уҡыясаҡмын, мин мәктәпкә барасаҡмын, үҙем менән башҡаларҙы ла алып барасаҡмын!..”
Белмәйем, шулай оҙаҡ йүгергәнмендерме, ләкин бер саҡ ҡапыл аңыма килдем: тиҙәк йыйырға кәрәк бит! Кәрәк тә ул, тик бына ғәжәп хәл: йәй буйына күпме мал йөрөгән, һәр ваҡыт аҙым һайын тиҙәк тулып ятҡан ерҙән хәҙер тиҙәк таба алмайым, әйтерһең, уны ер йотҡан. Ә бәлки, мин уға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәгәнмендер. Мин бер урындан икенсе урынға ашыҡтым, алыҫ киткән һайын, тиҙәк һирәк табылды. Шул саҡ, эңер төшкәнсе, тоғомдо тултыра алмаясаҡмын тип ҡурҡып, ҡабалана башланым. Көскә-көскә ярты тоҡ йыйҙым. Был ваҡытта киске шәфәҡ һүнеп, уйһыулыҡта ҡараңғылыҡ бик тиҙ ҡуйыра бара ине.
Быға тиклем бер ҡасан да яланда яңғыҙ һуңға ҡалғаным юҡ ине. Буш, тын, ятҡан тауҙарға төн үҙенең ҡара ҡанатын йәйҙе. Ҡурҡыуҙан ни эшләгәнемде лә белмәй, тоғомдо йөкмәп, ауылға ҡарай йүгерҙем. Ҡурҡыныс ине. Бәлки, ҡысҡырып илар ҙа инем, ләкин мине, нисек кенә ғәжәп булмаһын, бер фекер: әгәр уҡытыусы Дүйшөн ошондай хәлдә күрһә, нимә тиер ине тигән уй тыйҙы. Был миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне, үҙемде үҙем ҡабат, артҡа әйләнеп ҡарауҙан тыя алдым. Уҡытыусы мине ситтән күҙәтеп торған кеүек тойолдо.
Өйгә хәлем бөтөп, тирләп-бешеп ҡайтып индем. Йыш-йыш һулап, тупһа аша үттем. Усаҡ янында ултырған еңгәм асыулы ҡиәфәт менән урынынан торҙо. Ул бик уҫал, тупаҫ ҡатын ине.
– Ҡайҙа юҡ булып йөрөнөң? – тине ул, алдыма килеп. Бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнем, тоғомдо ҡулымдан тартып алды ла ситкә быраҡтырҙы.
– Оҙон көн буйы йыйған нәмәң шулмы?
Баҡһаң, иптәш ҡыҙҙарым уға ошаҡларға ла өлгөргәндәр икән.
– Ах, һин, ҡара бәрей! Енеңде ҡарап барҙыңмы мәктәпкә? Ни эшләп шунда, шул мәктәптә генә сәсрәп ҡалмағанһың? – Еңгәм ҡолағымдан бороп тотоп алды ла башымды төйә башланы. – Үләт ҡырғыры. Бүре балаһын бүрек­кә һалһаң да, урманға ҡасыр, ти. Кеше балалары өйгә алып ҡайта, ә ул өйҙән ташый. Мин һиңә күрһәтермен әле мәктәпте, икенсе яҡын бараһы булма, аяғыңды һындыра һуғырмын!
Мин өндәшмәнем, тауыш сығармаҫҡа тырыштым. Ә аҙаҡтан, усаҡтағы утты ҡарап яндырғанда, үҙебеҙҙең һоро бесәйебеҙҙең арҡаһынан һыйпай-һыйпай, эстән генә үкһеп-үкһеп иланым. Ә бесәй һәр ваҡыт, минең илағанымды белеп, алдыма һикереп менеп ултыра торғайны. Мин еңгәм туҡмаған өсөн түгел, ә уның мине бер нисек тә мәктәпкә ебәрмәйәсәген аңлап иланым...
Был хәлдән һуң ике көн үткәс, иртән ауылда эттәр өргән, кешеләр ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Баҡһаң, Дүйшөн өй һайын йөрөп, мәктәпкә балалар йыя икән. Ул саҡта урамдар юҡ ине, һоро балсыҡ өйҙәр теләһә ҡайҙа ултыра, һәр кем үҙенә оҡшаған ергә нигеҙ ҡора ине. Дүйшөн, шулай уҡ бер өйөр бала-саға шаулашып өйҙән өйгә киләләр.
Беҙҙең өй иң ситтә ине. Беҙ еңгәм менән ағас килелә тары төйәбеҙ, ә ағайым һарай эргәһендә соҡорға күмелгән бойҙайҙы асып маташа. Ул ашлыҡты баҙарға алып барырға йыйына. Ауыр төйгөстәр менән сиратлап төйһәк тә, мин белдермәй генә уҡытыусының яҡынлашып килеүенә күҙ һалырға ла өлгөрәм. Үҙем, ул беҙгә килеп етмәй китмәһә генә ярар ине, тип ҡурҡам. Еңгәмдең мәктәпкә ебәрмәҫен белһәм дә, мин Дүйшөндөң бында килеүен, исмаһам, минең ҡайҙа йәшәүемде күреүен булһа ла теләйем. Уҡытыусының беҙгә етмәйенсә боролоп китмәүен Хоҙайҙан үтенеп-үтенеп һораным мин.
– Сәләм бирҙек, апай! Алла ярҙам итһен үҙегеҙгә! Әгәр Алла ярҙам итмәһә, күмәкләп үҙебеҙ ярҙамлашырбыҙ. Ҡарағыҙ, беҙ ҡалай күмәк! – тип шаяртып өндәште буласаҡ уҡыусыларын эйәрткән Дүйшөн еңгәмә.
Еңгәм яуаплап ниҙер мығырлаған булды, ә соҡорҙағы ағайым хатта ҡалҡып та ҡараманы.
Был хәл Дүйшөндө аптырашта ҡалдырманы. Ул эшлекле төҫ менән ишек алды уртаһында ятҡан түмәргә ултырҙы ла кеҫәһенән ҡағыҙ, ҡәләм сығарҙы.
– Бөгөн беҙ уҡыу башлайбыҙ. Ҡыҙығыҙға нисә йәш?
Еңгәм бер нәмә тип тә өндәшмәне, ҡулындағы төйгөсөн асыулы рәүештә килегә шап иттереп ултыртып ҡуйҙы. Уның һөйләшергә теләмәүе күренеп тора ине. Мин, ни эшләргә лә белмәйенсә, эстән янам, нимә булыр икән, тип уйлайым. Дүйшөн миңә ҡараны ла йылмайып ҡуйҙы. Теге ваҡыттағыса, йөрәгемә йылы булып китте.
– Алтынай, һиңә нисә йәш? – тип һораны ул.
Мин яуап бирергә батырсылыҡ итмәнем.
– Һиңә нимәгә ул, һин ниндәй тикшереүсе тағы?! – тип асыулы рәүештә ҡысҡырҙы еңгәм. – Ҡайҙа уға уҡыу ҡайғыһы? Уның кеүек етемдәр түгел, ата-әсәлеләр ҙә уҡымайҙар әле. Үҙеңә, ана, бер өйөр йыйып алғанһың, шуларыңды әйҙәлә мәктәбеңә, ә бында аяҡ баҫаһы булма!
Дүйшөн урынынан ырғып торҙо.
– Һеҙ нимә һөйләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? Етем булғаны өсөн ул ғәйеплеме ни? Әллә етем балалар уҡымаҫҡа тейеш тигән закон бармы?
– Минең ундай законда эшем юҡ. Минең үҙ закондарым бар, һин миңә бойорма!
– Беҙҙә бөтәбеҙ өсөн дә бер закон. Әгәр был ҡыҙыҡай һеҙгә кәрәкмәһә, ул беҙгә кәрәк, совет власына кәрәк. Беҙгә ҡаршы тораһығыҙ икән, бойорорбоҙ ҙа!
– Һай, ҡайҙан килгән түрә был! – тине лә еңгәм, талашырға теләүен белдергәндәй, бөйөрөнә таянды. – Һинеңсә, уны кем йомошарға тейеш? Уны мин аҫрайыммы әллә һинме, елғыуар улы, хәйерсе!
Әгәр шул саҡ соҡорҙан биленә тиклем сисенгән ағайым күренмәһә, белмәйем, эш ни менән барып бөтөр ине. Ул, әгәр бисәһе өйҙә ир кеше, хужа барын онотоп, тейешһеҙ эшкә ҡыҫыла башлаһа, һис тә түҙеп тора алмай ине. Ул уны бының өсөн аяуһыҙ туҡмай торғайны. Ағайым был юлы ла бик ныҡ асыуланды, ахырыһы.
– Эй, бисә! – тип аҡырҙы ул, соҡорҙан сығып килешләй. – Ҡасандан бирле өйҙә баш булып киләһең, ҡасандан бирле бойора башланың әле? Әҙерәк һөйлән, күберәк эшлә. Ә һин, Таштанбек малайы, ал ҡыҙыҡайҙы, теләһәң – уҡыт, теләһәң – ҡурып аша. Әйҙә, үксәңде ялтырат.
– Һай-һай, ул мәктәпкә йөрөп ғүмер үткәрһен. Ә өйҙә эштәрҙе кем башҡара? Бөтәһен дә минме? – тип ҡыҙа башлағайны еңгәм, ағайым уға:
– Әйттем – бөттө! – тип екерҙе.
Донъя гел насарлыҡтан ғына тормай бит ул. Миңә беренсе тапҡыр мәктәпкә бына нисек барырға тура килде.
Шул көндән башлап Дүйшөн беҙҙе өй һайын йөрөп йыйып ала торғайны.
Тәүге тапҡыр мәктәпкә килгәс, уҡытыусы беҙҙе иҙәнгә түшәлгән һаламға ултыртты ла һәр ҡайһыбыҙға берәр дәфтәр, ҡәләм, таҡта киҫәге бирҙе.
– Яҙырға уңайлы булһын өсөн, таҡталарығыҙҙы алдығыҙға ҡуйығыҙ, – тип аңлатты ул.
Шунан стеналағы бер портретҡа күрһәтеп:
– Был – Ленин! – тине.
Ғүмергә хәтеремдә ҡалды был портрет. Һуңынан, ниңәлер, миңә ундай портретты күрергә тура килмәне. Мин уны “Дүйшөн портреты” тип йөрөтәм. Унда Ленин үҙенә бер аҙ мулыраҡ хәрби френч кейгән, ябыҡ, һаҡал-мыйығы етек. Яралы ҡулы яурынына аҫып бәйләнгән, артҡараҡ шыуҙырып кейгән кепкаһы аҫтынан шундай тыныс, иғтибарлы күҙҙәр ҡарай. Был йомшаҡ, йылы биреүсе ҡараш, гүйә, беҙгә: “Һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көткәнен белһәгеҙ икән, балалар!” – тигән төҫлө ине.
Ошо тын минуттарҙа ул, ысынлап та, минең киләсәгем хаҡында уйлаған кеүек тойолдо.
Ябай плакат ҡағыҙына баҫылған был портретты Дүйшөн күптән бирле һаҡлап йөрөткән булһа кәрәк, сөнки уның бөкләнгән урындары ҡырылып, ашалып бөткән, ситтәре таушалған. Бына ошо портреттан башҡа мәктәптең дүрт стенаһында бер ни ҙә юҡ ине.
– Мин һеҙҙе, балалар, уҡырға, һанарға өйрәтермен, хәрефтәрҙең, һандарҙың нисек яҙылыуын күрһәтермен, – тип һөйләне Дүйшөн. Һеҙҙе үҙем белгәндең бөтәһенә лә өйрәтермен.
Ысынлап та, ул беҙҙе үҙе белгәндең бөтәһенә лә өйрәтте. Был йәһәттән ул ғәжәп сабырлы, түҙемле булып сыҡты. Һәр уҡыусы янына эйелеп, ул ҡәләмде нисегерәк тоторға күрһәтә, ә унан һуң бик ҙур әүәҫлек менән таныш булмаған һүҙҙәрҙе аңлата торғайны.
Хәҙер шул турала уйлайым да хайран ҡалам: үҙе лә ижекләп саҡ уҡыған, аҙ-маҙ ғына белемле булған был егет ошондай ысын мәғәнәһендәге оло эшкә тотонорға нисек батырсылыҡ итте икән? Файҙаланырға уның бер ниндәй дәреслеге лә, хатта иң ябай әлифбаһы ла юҡ ине бит. Ата-бабалары хан заманынан бирле наҙанлыҡта көн күреп килгән кешеләрҙең балаларын уҡытыу еңел эш булған тиһеңме ни? Әлбиттә, Дүйшөн уҡытыу программаһы, методика тураһында бер ни ҙә белмәгәндер. Дөрөҫөрәге, ул уларҙың барлығы тураһында уйлап та ҡарамағандыр.
Дүйшөн беҙҙе оҫталығы еткән, булдыра алған ҡәҙәр, нисек кәрәклеген үҙе төшөнгәненсә ҙур ихласлыҡ менән уҡытты. Мин уның ысын йөрәктән, дәрт менән тотонған эше юҡҡа булманы, тип ныҡ ышанам.
Ул үҙе лә белмәҫтән ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Эйе, был – ысынлап та, ҡаһарманлыҡ ине, сөнки ул көндәрҙә беҙгә, үҙебеҙҙең ауылдан башҡа бер ҡайҙа ла булмаған ҡырғыҙ балаларына, ҡарлы тау түбәләре күренеп торған йоҙроҡ-йоҙроҡ хәтлем тишекле балсыҡ мәктәптә ҡапыл быға тиклем ишетмәгән-күрмәгән бөтөнләй яңы донъя асылды.
Ленин йәшәй торған Мәскәү ҡалаһының Әүлиә-атанан, хатта Ташкенттан да ҙурыраҡ икәнлеген, донъяла Талас үҙәне кеүек ҙур-ҙур диңгеҙҙәр барлығын, ул диңгеҙҙәрҙә ҙур-ҙур тауҙар тиклем хәтәр караптар йөҙөп йөрөгәнлеген беҙ тап шул саҡта ғына башлап белдек. Баҙарҙан алып ҡайтыла торған кәрәсиндең дә ер аҫтынан сығарылыуын ишетеп, аптыраныҡ. Әммә беҙ шул саҡта уҡ, халыҡ хәллерәк йәшәй башлағас, мәктәбебеҙҙең оло-оло тәҙрәле иркен йортта буласағына, унда уҡыусыларҙың парталарҙа ғына ултырасағына ныҡ ышана инек.
Саҡ хәреф танып, “әсәй”, “атай” тип тә яҙа белмәгән көйө, беҙ иң тәүҙә “Ленин” тип яҙырға өйрәндек. Беҙҙең сәйәси һүҙлегебеҙ “бай”, “ялсы”, “Советтар” кеүек һүҙҙәрҙән тора ине. Ә бер йылдан һуң Дүйшөн беҙгә “революция” һүҙен яҙырға өйрәтермен, тип вәғәҙә бирҙе.
Дүйшөндөң һөйләгәндәрен тыңлағанда, беҙ үҙебеҙҙе уның менән бергә фронттарҙа аҡтарға ҡаршы һуғышҡан кеүек тоя торғайныҡ. Ә Ленин хаҡында ул, әйтерһең, уны үҙ күҙҙәре менән күргәндәй, тулҡынландырғыс итеп һөйләй ине. Уның беҙгә һөйләгәндәренең күбеһе бөйөк юлбашсы тураһында халыҡ сығарған хикәйәттәр булғанлығын хәҙер мин аңлайым инде. Ләкин ул һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә беҙ, Дүйшөн уҡыусылары, аҡ һөт кеүек хаҡ һүҙҙәр күреп ҡабул итә инек.
Бер саҡ беҙ уны-быны уйлап тормайынса:
– Уҡытыусы ағай, ә һеҙҙең Ленин менән ҡул биреп күрешкәнегеҙ бармы? – тип һораныҡ.
Шул саҡ уҡытыусыбыҙ бик ныҡ үкенгән кеүек итеп башын сайҡаны:
– Юҡ, балалар, Ленинды бер ваҡытта ла күргәнем юҡ минең. – Ул ғәйепле кеше кеүек көрһөндө, үҙен беҙҙең алда уңайһыҙ тойҙо.
Һәр ай аҙағында Дүйшөн үҙ эше менән волосҡа бара торғайны. Ул унда йәйәү китә, ике-өс көн үткәс кенә әйләнеп ҡайта торғайны. Бындай көндәрҙә беҙ уны ныҡ ҡыҙғана инек. Бер туған ағайым булһа ла, мин уны, Дүйшөндөң ҡайтҡанын көткән кеүек шундай түҙемһеҙлек менән көтмәҫ инем. Еңгәм һиҙмәһен өсөн йәшенеп кенә әленән-әле өй алдына сығам да далалағы юлға оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торам, арҡаһына моҡсай аҫҡан уҡытыусы ҡасан күренер, уның йөрәкте йылыта торған йылмайыуын ҡасан күрермен, ҡасан уның белем биреүсе һүҙҙәрен ишетермен икән, тип уйлайым.
Дүйшөндөң уҡыусылары араһында мин иң өлкәне инем. Бәлки, шуғалыр ҙа мин бүтәндәрҙән яҡшыраҡ уҡығанмындыр. Хәйер, уның өсөн генә лә түгелдер. Уҡытыусының һәр һүҙе, ул күрһәткән һәр хәреф – бөтәһе лә миңә изге ине. Минең өсөн донъяла Дүйшөн өйрәткәндәрҙе белеүҙән дә мөһим нәмә булмағандыр. Ул биргән дәфтәрҙе мин бик һаҡлап тота инем, шуға ла хәрефтәрҙе ураҡ осо менән ергә, күмер менән сыуалға, сыбыҡ менән ҡарға, саңға яҙа торғайным. Минең өсөн донъя­ла Дүйшөндән дә белемле, унан да аҡыллы кеше юҡ ине.
Ҡыш етеп килгән мәл.
Тәүге ҡар төшкәнсе, беҙ мәктәпкә түң аҫтынан шаулап аҡҡан ташлы йылға аша ялан аяҡ кисеп йөрөнөк. Һуңынан йөрөп булмай башланы – һалҡын һыу үҙәккә үткәнсе өшөтә. Бәләкәйерәктәр бигерәк тә ыҙалана, хатта күҙҙәренә йәш килеп, илар хәлгә етә яҙалар ине. Шунан Дүйшөн уларҙы үҙе күтәреп сығара башланы. Ул балаларҙың береһен арҡаһына атландыра, икенсеһен ҡулына ала, шулай сиратлап һәммәһен дә һыу аша сығарып бөтөрә.
Хәҙер шуларҙы иҫләйем дә шулай уҡ булдымы икән ни барыһы ла тип ышанмай ҡуям. Ләкин ул саҡта, әллә наҙанлыҡтары арҡаһындамы, әллә аңлап етмәүҙәренәнме, кешеләр Дүйшөндән көлә торғайнылар. Тауҙарҙа ҡышлаған, бында тик тирмәнгә генә килә торған байҙар бигерәк тә мыҫҡыл итәләр ине. Төлкө малахай, һарыҡ тиреһенән тегелгән яҡшы тун кейгән, ҡырағай һимеҙ аттарға атланған шул байҙарҙың, нисә тапҡыр инде беҙҙе кисеү эргәһендә тап итеп, Дүйшөнгә күҙҙәрен аҡайтып, мыҫҡыллы ҡарап үткәндәре булды. Уларҙың берәйһе пырхылдап көлөп ебәрә лә күршеһен ҡоторта:
– Ҡарәле, ҡара, береһен арҡаһына йөкмәгән, икенсеһен ҡулына күтәргән!
Шул саҡ икенсеһе, бышҡырған атын ҡыуа төшөп, былай тип өҫтәй:
– Эх, шайтан алғыры, элегерәк белмәгәнмен, икенсе бисәлеккә бына кемде алырға кәрәк булған икән!
Улар беҙгә аттарының тояҡтарынан һыу, бысраҡ сәсрәтеп, көлөшә-көлөшә үтеп китә торғайнылар.
Шул саҡта, мин был әҙәпһеҙ, тупаҫ кешеләрҙе ҡыуып етеп, аттарының йүгәненән алып, уларҙың мыҫҡыллы йөҙҙәренә тура бәреп: “Беҙҙең уҡытыусыбыҙ тураһында улай тип әйтергә хаҡығыҙ юҡ! Туң, аңһыҙ кешеләр һеҙ!” – тип әйткем килә ине.
Ләкин минең, бер меҫкендең, тауышына кем ҡолаҡ һалыр ине һуң? Миңә тик ғәрләнеүҙән сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәремде түгергә генә ҡала. Ә Дүйшөн, әйтерһең, был мыҫҡыл­лауҙарҙы күрмәй, әйтерһең, хәтере ҡалырлыҡ бер һүҙ ҙә ишетмәгән. Ниндәйҙер берәй мәҙәк табып һөйләй ҙә бөтә донъяңды оноттороп көлдөрә торғайны.
Дүйшөн ни тиклем генә тырышмаһын, йылға аша берәй бәләкәй генә күпер һалыу өсөн дә ағас таба алманы. Шулай бер саҡ мәктәптән ҡайтҡанда, бәләкәйерәктәрҙе йылға аша сығар­ғас, аръяҡ ярҙа Дүйшөн менән икәүебеҙ генә ҡалдыҡ. Башҡаса кисеп йөрөмәҫ өсөн, таш менән кәҫтәрҙән өйөм баҫма яһамаҡсы булдыҡ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауыл халҡының бергә йыйылып, йылға аша күмәкләп бер нисә бүрәнәне күтәртеп һалыуҙары ғына кәрәк ине. Һә тигәнсе уҡыусыларға күпер ҙә әҙер булыр ине. Ләкин бөтә бәлә шунда ине: ул саҡта кеше­ләр, наҙан булыуҙары сәбәпле, уҡыуға әһәмиәт бир­мәнеләр, ә Дүйшөндө, һис юғында, ахмаҡҡа иҫәпләнеләр, балалар менән ни эшләргә белмәгәнлектән булашып йөрөй тип ҡаранылар. Йәнәһе, теләйһең икән – уҡыт, теләмәһәң – бөтәһен дә өйҙәренә тарат. Улар үҙҙәре һыбай йөрөгәс ни, баҫма-фәләнгә мохтаж түгелдәр ине. Шулай ҙа беҙҙең кешеләргә, бер кемдән дә бер ере менән дә кәм булмаған был йәш егет ни өсөн һуң, ауырлыҡтарҙан да, ҡыйынлыҡтарҙан да ҡурҡмай, көлөүҙәргә лә, мыҫҡыллауҙарға ла түҙеп, шулай ғәҙәттән тыш тырышлыҡ менән беҙҙең балаларыбыҙҙы уҡытып йөрөй икән, тип уйлап ҡарарға кәрәк ине, әлбиттә.
Беҙ йылға аша сығырлыҡ итеп таш баҫма һалған көндә ерҙе ҡар ҡаплаған ине инде. Һыу шундай һалҡын, хатта елек һөйәктәренә үтеп инә. Дүйшөн ялан аяҡ туҡтауһыҙ эшләне. Белмәйем, ул нисек түҙгәндер. Мин шул тиклем ҡыйынлыҡ менән саҡ баҫып йөрөйөм, әйтерһең, йылға төбөнә утлы күмер йәйелгән тиерһең. Бер саҡ йылға уртаһында ҡапыл бөтә тәнем ҡорошто ла ҡуйҙы. Мин ҡысҡыра ла, ҡуҙғала ла алмайым, һыуға йығыла башланым. Дүйшөн ҡулындағы ташын атып бәрҙе лә яныма ашығып килеп етте, мине күтәреп, йүгерә-атлай ярға алып сыҡты, шинеленә төрөп ултыртты. Ул йә минең өшөп буҙарған аяғымды ыуа, йә хәрәкәтһеҙ ҡалған ҡулымды үҙ усына алып, йәки ҡайнар тыны менән өрөп йылыта.
– Алтынай, һин ошонда ғына ултырып тор, йылын, – тине Дүйшөн яғымлы тауыш менән. – Ҡалғанын мин үҙем дә эшләп бөтөрөрмөн.
Аҙаҡ килеп, баҫма әҙер булды. Дүйшөн итеген кейә-кейә миңә ҡараны ла:
– Йә, нисек, йылындыңмы, аҡыллым. Шинелде күтәреберәк ябын, ана шулай! – тине. Аҙыраҡ тын торғас: – Алтынай, теге ваҡытта мәктәпкә тиҙәкте һин ҡалдырғайныңмы? – тип һораны.
– Эйе, – тинем мин.
Ул, “мин шулайҙыр тип уйлағайным да! тигәндәй, ирен остары менән беленер-беленмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы.
Хәҙергеләй хәтеремдә, шул мәлдә минең яңаҡтарым ут булып янды. Тимәк, уҡытыусы әллә ни әһәмиәте булмаған был хәлде белә, онотмаған икән. Мин үҙемде сикһеҙ бәхетле, тойҙом, түбәм күккә тейҙе. Дүйшөн дә минең шатлығымды аңланы булһа кәрәк.
– Саф шишмәм минең, – тине ул, миңә иркә ҡарап. – Отҡорлоҡ та етерлек үҙеңдә. Их, берәй ҙур ҡалаға уҡырға ебәрә алһам ине үҙеңде. Ниндәй кеше булып сығыр инең!
Дүйшөн ниндәйҙер бер эске ынтылыш менән кинәт ярға табан бер аҙым яһаны.
Ул, ҡулдарын артҡа ҡуйып, янып торған күҙҙәре менән алыҫ-алыҫтарға, тауҙар өҫтөнән йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап торҙо. Мин уны һаман да шул килеш күҙ алдына килтерәм.
Шул саҡта ул ниҙәр уйланы икән? Бәлки, ул, ысынлап та, хыялы аша мине ҙур ҡалаға уҡырға оҙатҡандыр. Ә мин был мәлдә, Дүйшөндөң шинеленә уранып ултырған килеш, былай тип уйланым: “Мөғәллим минең бер туған ағайым булһа ине! Уның муйынына һарылып, ҡыҫып ҡосаҡлап, күҙҙе ныҡ итеп йомоп, ҡолағына донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе бышылдайһы ине, Хоҙайым, уны минең ағайым итһәңсе”.
Моғайын, беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең уҡытыу­сыбыҙҙы кеселекле, изге ниәтле булғаны өсөн, беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында хыялланғаны өсөн яратҡанбыҙҙыр. Бала булһаҡ та, беҙ быны шул саҡта уҡ аңлағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Көн һайын шул хәтле алыҫҡа йөрөргә, елгә сәсәй-сәсәй, көрткә бата-бата текә ҡабаҡ башына күтәрелергә беҙҙе кем мәжбүр иткән тиһең? Беҙ мәктәпкә үҙебеҙ теләп йөрөнөк. Беҙҙе унда берәү ҙә көсләп ҡыуманы. Ауыҙҙан сыҡҡан тын биткә, ҡулға, кейемгә аҡ бәҫ булып ҡуныр был һалҡын һарайҙа өшөй-өшөй дәрес тыңларға беҙҙе берәү ҙә мәжбүр итмәне. Беҙ тик сиратлап ҡына мейес алдында йылынып ала инек. Был ваҡытта ҡалғандар, урындарынан ҡуҙғал­майынса, йотлоғоп Дүйшөндөң һөйләгәнен тыңлай торғайнылар.
Ошондай һыуыҡ көндәрҙең береһендә – хәҙергеләй хәтерләйем, ғинуар аҙаҡтары ине – Дүйшөн беҙҙе йөрөп йыйып бөттө лә, ғәҙәттәгесә, мәктәпкә алып китте. Ул өндәш­мәйенсә атлай, үҙе бик етди төҫтә, ҡаштарын бөркөт ҡанаттары кеүек йыйырған, ә йөҙө, әйтерһең, ныҡ ҡыҙҙырылған ҡара ҡоростан ҡойолған. Беҙ үҙебеҙҙең уҡытыусыбыҙҙы бер ваҡытта ла бындай хәлдә күргәнебеҙ юҡ ине. Уның ыңғайына беҙ ҙә шым булдыҡ, күңелебеҙ ниндәйҙер бер шом һиҙҙе.
Тәрән көрт аша үтергә тура килһә, Дүйшөн гел үҙе алдан юл яра, уның артынан мин төшәм, ә минең артымдан башҡалар эйәрә ине. Таң атҡансы ҡалын ҡар өйөлгән түң аҫтына еткәс, Дүйшөн был юлы ла алдан атланы. Ҡайһы саҡта кешенең эске хәлен, күңелендә ниндәй хистәр ҡайнауын артынан да бер ҡарау менән үк белергә була. Эйе, ул саҡта беҙҙең уҡытыу­сыбыҙҙы ҡайғы баҫҡанлығы күренеп тора ине. Ул, башын түбән эйгән килеш, аяғын көскә-көскә һөйрәп атлай. Күҙ алдымда ҡара һәм аҡ төҫтәрҙең ҡурҡыныс сиратлашыуы әле лә хәтеремдә. Беҙ эркелешеп түң өҫтөнә менеп етеп киләбеҙ. Шул саҡ ҡара шинель кейгән Дүйшөндөң эйелгән арҡаһы, ә юғарыраҡ, уның баш осонда, дөйә үркәстәре кеүек ҡар ҡыраздары күренә, ел ундағы ҡарҙарҙы туҙҙыра, осороп алып китә, ә тағы ла юғарыраҡ аҡһыл күк йөҙөндә яңғыҙ ҡара болот күренә.
Килгәс, Дүйшөн мейес тә яғып торманы.
– Баҫығыҙ, – тине ул.
Беҙ ул ҡушҡанды үтәнек.
– Баш кейемдәрегеҙҙе һалығыҙ.
Беҙ тыңлаусан ғына баш кейемдәребеҙҙе һалдыҡ, үҙе лә буденовкаһын ҡулына алды. Беҙ әле бының асылына төшөнмәйбеҙ. Шунан уҡытыусыбыҙ һыуыҡ тейеүҙән тоноҡланған тауышы менән өҙөк-өҙөк итеп былай тине:
– Ленин үлгән. Хәҙер ер йөҙөндәге бөтә кешеләр траурҙа торалар. Һеҙ ҙә тын ғына баҫып тороғоҙ. Бына бында, портретҡа ҡарағыҙ. Был көн иҫегеҙҙә ҡалһын.
Мәктәптә шундай тынлыҡ урынлашты, әйтерһең, ҡар өйөмөнә ҡапланып ҡалғанбыҙ. Тишектәр, ярыҡтар үтә ел өрөүе лә, ҡар бөртөктәренең һалам өҫтөнә шыптырлап төшөүе лә асыҡ ишетелә ине.
Шаулы ҡалалар, ер һелкетер заводтар тын ҡалған, юлдағы поездар туҡтаған, бөтә донъя траурға күмелгән был ҡайғылы сәғәттә беҙ ҙә, бер кемгә лә билдәле булмаған, мәктәп тип йөрөтөлгән һалҡын һарайҙа, тын да алмайынса, үҙ уҡытыусыбыҙ менән бергә ғорур рәүештә ҡарауылда торҙоҡ, Ленин менән хушлаштыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙ күңеленән үҙен уға иң яҡын итеп, уның тураһында бөтәһенән дә нығыраҡ ҡайғырыусы итеп иҫәпләне. Ә бер аҙ киңерәк хәрби френч кейгән, яралы ҡулы яурынына артып бәйләнгән һөйөклө Ленин стенанан элеккесә беҙгә ҡарай, һаман да үҙенең асыҡ, аңлайышлы ҡарашы менән: “Белһәгеҙ ине, балалар, һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көтә!” – тип әйткән кеүек. Шул тын минутта ул ысынлап та беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында уйлаған һымаҡ тойолдо.
Шунан һуң Дүйшөн еңе менән күҙен һөрттө лә:
– Мин бөгөн волосҡа китәм. Партияға инергә барам. Өс көндән әйләнеп ҡайтырмын, – тине.
Был өс көн миңә һәр ваҡыт үҙем кисерергә тура килгән бөтә ҡыш көндәренең иң аяуһыҙҙары булып тойола. Әйтерһең, тәбиғәттең ниндәйҙер ҡеүәтле көсө донъя ҡуйған бөйөк кешенең урынын буш ҡалдырмаҫҡа тырыша; ҡоторонған ел туҡтауһыҙ геүләй, ҡар бураны өйөрөлә, тыш һалҡын тимер кеүек зыңлай. Тәбиғәт һис тә тыныс­лана алмай, ул үкһеп-үкһеп илай һымаҡ.
Түбәндән генә осҡан болоттар араһынан саҡ-саҡ ҡарайып күренгән тауҙар түбәнендәге беҙҙең ауыл тынып ҡалды. Буран күмгән мөрйәләрҙән үргә нәҙек кенә төтөндәр күтәрелә, кешеләр өйҙәренән сығып йөрөмәйҙәр. Өҫтәүенә, ҡапыл бүреләр ҙә бөтөнләй йыртҡысланып, ҡан эскесләнеп киттеләр. Көпә-көндөҙ юл буйҙарында йөрөйҙәр, ә төндә ауыл тирәһендә темеҫкенәләр, таң атҡансы ас, ҡарлыҡҡан тауыш менән олойҙар.
Ни эшләптер мин уҡытыусыбыҙ өсөн ҡурҡам, ошондай һыуыҡта ул ни хәлдә генә икән, бер ҡат шинель менән генә бит, исмаһам, туны ла юҡ, тип уйлайым. Дүйшөн ҡайтырға тейеш көндә бөтөнләй ҡайғыға баттым, йөрәк ниндәйҙер шомлоҡ һиҙә. Мин йыш ҡына өйҙән сығьп, аҡ ҡар баҫҡан буш далаға ҡарайым, мөғәллим ҡайтып килмәйме икән, тием. Ләкин бер йән эйәһе лә күренмәй.
“Ҡайҙа һин, беҙҙең ҡәҙерле мөғәллимебеҙ? Үтенеп һорайым, һуңға ҡалма, тиҙерәк ҡайт. Беҙ һине ашҡынып көтәбеҙ, ишетәһеңме, мөғәллим! Беҙ һине көтәбеҙ!”
Ләкин дала эстән генә ҡысҡырып әйткән был һүҙҙәремә яуап бирмәй. Мин ниңәлер илай башланым.
Минең былай йөрөүем еңгәмә оҡшаманы, күрәһең.
– Ишек яғын ятҡырыу юҡ бөгөн! Йәле, ултыр үҙ урыныңа, тотон эшеңә. Балаларҙы өшөтөп бөттөң. Тағы урыныңдан ҡуҙғалып ҡына ҡара әле! – тип ул миңә бармаҡ янаны, башҡаса өйҙән сығарманы.
Кис булды. Мин шул рәүешле мөғәллимдең ҡайтыу-ҡайтмауын белә алманым. Шунлыҡтан тынысланып ултырыр урын тапманым. Йә мин үҙемде Дүйшөн, моғайын, ҡайтҡандыр, сөнки уның әйткән көнөнә ҡайтмай ҡалған ваҡыты юҡ бит, тип тынысландырам, йә ул миңә ауырып киткән дә шунлыҡтан бик яй, саҡ-саҡ атлап ҡайтып килә һымаҡ тойола. Ә тышта буран һаман көсәйә бара. Бындай төндә яланда аҙашыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Бер ҙә ҡул эшкә бармай, бәйләмем өҙөлә лә китә, өҙөлә лә китә, был еңгәмдең асыуын оторо ҡабарта.
– Бөгөн ни булған һуң һиңә? Ағас ҡул түгелһеңдер бит? – тип ул һаман ҡыҙа барҙы. Бер аҙҙан уның түҙемлеге сигенә етте. Сәсрәмәҫ бала булдың инде. Бар, исмаһам, Сайҡал әбейҙәргә тоҡтарын илтеп бир, – тине ул.
Мин шатлығымдан саҡ бейеп ебәрмәнем. Дүйшөн тап шул Сайҡал әбейҙәрҙә тора бит! Сайҡал әбей менән Ҡартанбай бабай – миңә әсәйем яғынан алыҫ булһа ла туған тейешле кешеләр. Элек мин уларға йыш ҡына бара, ә ҡайһы саҡта хатта йоҡлап та ҡайта торғайным. Еңгәм әллә шуны иҫләнеме, әллә Хоҙайҙың ҡушыуы шул булдымы, ул миңә тоҡто тотторҙо ла былай тип өҫтәне:
– Бөгөн теңкәмә тейеп бөттөң, нәҡ аслыҡ йылындағы талпан кеүекһең. Бар, юлыңда бул, әгәр ҡарттар рөхсәт итһә, ҡунып ҡайт. Күҙемдән юғал тиҙерәк.
Ишек алдына сыҡтым. Буран аяуһыҙ ҡотора, өйрөлтөп-өйрөлтөп килтереп биткә ҡар бәрә. Мин тоҡто ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып алдым да яңы ғына үткән ҙур тояҡлы ат эҙе буйлап ауылдың арғы яҡ осона ҡарай йүгерҙем. Ә башымда тик бер генә уй: “Мөғәллим ҡайттымы икән, ҡайттымы икән?”
Килдем. Ә ул күренмәй. Йыш-йыш тын алған хәлдә тупһала туҡтап ҡалыуымды күргәс, Сайҡал әбей ҡурҡып уҡ китте.
– Ни булды һиңә? Нимәгә улай йүгереп килдең, әллә берәй бәлә-ҡаза бармы?
– Юҡ, былай ғына. Бына, тоҡ килтерҙем. Бөгөн һеҙҙә ҡалырға яраймы?
– Ҡал, балаҡайым, ҡал. Уф, бисура ҡыҙыҡай, ҡотомдо алдың бит. Ни эшләптер көҙҙән бирле килгәнең дә юҡ. Ултыр ут янына, йылын.
– Ә һин, ҡарсыҡ, ҡаҙанға ит һал, ҡыҙыҡайҙың тамағын туйҙыр. Дүйшөн дә ҡайтып етер, – тип өндәште тәҙрә эргәһендә иҫке быйма ямап ултырған Ҡартанбай бабай.
– Ул күптән ҡайтып етергә тейеш ине инде. Йә, бирешмәҫ әле, ҡараңғы төшкәнсе килеп инер әле. Беҙҙең ат ҡайтыуға бик салт ул.
Һиҙҙермәй генә тәҙрәләрҙә ҡараңғылыҡ шәүләһе ҡапланы. Минең йөрәгем, әйтерһең дә, һаҡта тора, эт өрһә йәки кеше тауышы ишетелһә, ул көсөргәнешле тынып ҡала. Ә Дүйшөн һаман юҡ та юҡ. Әлдә шуныһы яҡшы, Сайҡал әбей, һүҙ менән әүрәтеп, ваҡыттың үткәнен һиҙҙертмәй.
Беҙ уны шулай сәғәттәр буйына көттөк. Төн урталары етеүгә, Ҡартанбай бабай арыны булһа кәрәк.
– Булмаһа, ҡарсыҡ, урын йәй әле. Ҡайтмаҫ ул бөгөн. Хәҙер һуң инде. Нәсәлниктәрҙең эше аҙмы ни, туҡтатҡандарҙыр, юғиһә, күптән өйҙә булыр ине инде.
Ҡарт ятырға йыйынды.
Миңә урынды мейес артына, мөйөшкә һалдылар. Ләкин мин һис тә йоҡлай алмайым. Ҡарт йүткерә лә йүткерә, әйләнә лә тулғана, киләбеҙ. Шул саҡ ҡара шинель кейгән Дүйшөндөң эйелгән арҡаһы, ә юғарыраҡ, уның баш осонда, дөйә үркәстәре кеүек ҡар ҡыраздары күренә, ел ундағы ҡарҙарҙы туҙҙыра, осороп алып китә, ә тағы ла юғарыраҡ аҡһыл күк йөҙөндә яңғыҙ ҡара болот күренә.
Килгәс, Дүйшөн мейес тә яғып торманы.
– Баҫығыҙ, – тине ул.
Беҙ ул ҡушҡанды үтәнек.
– Баш кейемдәрегеҙҙе һалығыҙ.
Беҙ тыңлаусан ғына баш кейемдәребеҙҙе һалдыҡ, үҙе лә буденовкаһын ҡулына алды. Беҙ әле бының асылына төшөнмәйбеҙ. Шунан уҡытыусыбыҙ һыуыҡ тейеүҙән тоноҡланған тауышы менән өҙөк-өҙөк итеп былай тине:
– Ленин үлгән. Хәҙер ер йөҙөндәге бөтә кешеләр траурҙа торалар. Һеҙ ҙә тын ғына баҫып тороғоҙ. Бына бында, портретҡа ҡарағыҙ. Был көн иҫегеҙҙә ҡалһын.
Мәктәптә шундай тынлыҡ урынлашты, әйтерһең, ҡар өйөмөнә ҡапланып ҡалғанбыҙ. Тишектәр, ярыҡтар үтә ел өрөүе лә, ҡар бөртөктәренең һалам өҫтөнә шыптырлап төшөүе лә асыҡ ишетелә ине.
Шаулы ҡалалар, ер һелкетер заводтар тын ҡалған, юлдағы поездар туҡтаған, бөтә донъя траурға күмелгән был ҡайғылы сәғәттә беҙ ҙә, бер кемгә лә билдәле булмаған, мәктәп тип йөрөтөлгән һалҡын һарайҙа, тын да алмайынса, үҙ уҡытыусыбыҙ менән бергә ғорур рәүештә ҡарауылда торҙоҡ, Ленин менән хушлаштыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙ күңеленән үҙен уға иң яҡын итеп, уның тураһында бөтәһенән дә нығыраҡ ҡайғырыусы итеп иҫәпләне. Ә бер аҙ киңерәк хәрби френч кейгән, яралы ҡулы яурынына артып бәйләнгән һөйөклө Ленин стенанан элеккесә беҙгә ҡарай, һаман да үҙенең асыҡ, аңлайышлы ҡарашы менән: “Белһәгеҙ ине, балалар, һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көтә!” – тип әйткән кеүек. Шул тын минутта ул ысынлап та беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында уйлаған һымаҡ тойолдо.
Шунан һуң Дүйшөн еңе менән күҙен һөрттө лә:
– Мин бөгөн волосҡа китәм. Партияға инергә барам. Өс көндән әйләнеп ҡайтырмын, – тине.
Был өс көн миңә һәр ваҡыт үҙем кисерергә тура килгән бөтә ҡыш көндәренең иң аяуһыҙҙары булып тойола. Әйтерһең, тәбиғәттең ниндәйҙер ҡеүәтле көсө донъя ҡуйған бөйөк кешенең урынын буш ҡалдырмаҫҡа тырыша; ҡоторонған ел туҡтауһыҙ геүләй, ҡар бураны өйөрөлә, тыш һалҡын тимер кеүек зыңлай. Тәбиғәт һис тә тыныс­лана алмай, ул үкһеп-үкһеп илай һымаҡ.
Түбәндән генә осҡан болоттар араһынан саҡ-саҡ ҡарайып күренгән тауҙар түбәнендәге беҙҙең ауыл тынып ҡалды. Буран күмгән мөрйәләрҙән үргә нәҙек кенә төтөндәр күтәрелә, кешеләр өйҙәренән сығып йөрөмәйҙәр. Өҫтәүенә, ҡапыл бүреләр ҙә бөтөнләй йыртҡысланып, ҡан эскесләнеп киттеләр. Көпә-көндөҙ юл буйҙарында йөрөйҙәр, ә төндә ауыл тирәһендә темеҫкенәләр, таң атҡансы ас, ҡарлыҡҡан тауыш менән олойҙар.
Ни эшләптер мин уҡытыусыбыҙ өсөн ҡурҡам, ошондай һыуыҡта ул ни хәлдә генә икән, бер ҡат шинель менән генә бит, исмаһам, туны ла юҡ, тип уйлайым. Дүйшөн ҡайтырға тейеш көндә бөтөнләй ҡайғыға баттым, йөрәк ниндәйҙер шомлоҡ һиҙә. Мин йыш ҡына өйҙән сығьп, аҡ ҡар баҫҡан буш далаға ҡарайым, мөғәллим ҡайтып килмәйме икән, тием. Ләкин бер йән эйәһе лә күренмәй.
“Ҡайҙа һин, беҙҙең ҡәҙерле мөғәллимебеҙ? Үтенеп һорайым, һуңға ҡалма, тиҙерәк ҡайт. Беҙ һине ашҡынып көтәбеҙ, ишетәһеңме, мөғәллим! Беҙ һине көтәбеҙ!”
Ләкин дала эстән генә ҡысҡырып әйткән был һүҙҙәремә яуап бирмәй. Мин ниңәлер илай башланым.
Минең былай йөрөүем еңгәмә оҡшаманы, күрәһең.
– Ишек яғын ятҡырыу юҡ бөгөн! Йәле, ултыр үҙ урыныңа, тотон эшеңә. Балаларҙы өшөтөп бөттөң. Тағы урыныңдан ҡуҙғалып ҡына ҡара әле! – тип ул миңә бармаҡ янаны, башҡаса өйҙән сығарманы.
Кис булды. Мин шул рәүешле мөғәллимдең ҡайтыу-ҡайтмауын белә алманым. Шунлыҡтан тынысланып ултырыр урын тапманым. Йә мин үҙемде Дүйшөн, моғайын, ҡайтҡандыр, сөнки уның әйткән көнөнә ҡайтмай ҡалған ваҡыты юҡ бит, тип тынысландырам, йә ул миңә ауырып киткән дә шунлыҡтан бик яй, саҡ-саҡ атлап ҡайтып килә һымаҡ тойола. Ә тышта буран һаман көсәйә бара. Бындай төндә яланда аҙашыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Бер ҙә ҡул эшкә бармай, бәйләмем өҙөлә лә китә, өҙөлә лә китә, был еңгәмдең асыуын оторо ҡабарта.
– Бөгөн ни булған һуң һиңә? Ағас ҡул түгелһеңдер бит? – тип ул һаман ҡыҙа барҙы. Бер аҙҙан уның түҙемлеге сигенә етте. Сәсрәмәҫ бала булдың инде. Бар, исмаһам, Сайҡал әбейҙәргә тоҡтарын илтеп бир, – тине ул.
Мин шатлығымдан саҡ бейеп ебәрмәнем. Дүйшөн тап шул Сайҡал әбейҙәрҙә тора бит! Сайҡал әбей менән Ҡартанбай бабай – миңә әсәйем яғынан алыҫ булһа ла туған тейешле кешеләр. Элек мин уларға йыш ҡына бара, ә ҡайһы саҡта хатта йоҡлап та ҡайта торғайным. Еңгәм әллә шуны иҫләнеме, әллә Хоҙайҙың ҡушыуы шул булдымы, ул миңә тоҡто тотторҙо ла былай тип өҫтәне:
– Бөгөн теңкәмә тейеп бөттөң, нәҡ аслыҡ йылындағы талпан кеүекһең. Бар, юлыңда бул, әгәр ҡарттар рөхсәт итһә, ҡунып ҡайт. Күҙемдән юғал тиҙерәк.
Ишек алдына сыҡтым. Буран аяуһыҙ ҡотора, өйрөлтөп-өйрөлтөп килтереп биткә ҡар бәрә. Мин тоҡто ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып алдым да яңы ғына үткән ҙур тояҡлы ат эҙе буйлап ауылдың арғы яҡ осона ҡарай йүгерҙем. Ә башымда тик бер генә уй: “Мөғәллим ҡайттымы икән, ҡайттымы икән?”
Килдем. Ә ул күренмәй. Йыш-йыш тын алған хәлдә тупһала туҡтап ҡалыуымды күргәс, Сайҡал әбей ҡурҡып уҡ китте.
– Ни булды һиңә? Нимәгә улай йүгереп килдең, әллә берәй бәлә-ҡаза бармы?
– Юҡ, былай ғына. Бына, тоҡ килтерҙем. Бөгөн һеҙҙә ҡалырға яраймы?
– Ҡал, балаҡайым, ҡал. Уф, бисура ҡыҙыҡай, ҡотомдо алдың бит. Ни эшләптер көҙҙән бирле килгәнең дә юҡ. Ултыр ут янына, йылын.
– Ә һин, ҡарсыҡ, ҡаҙанға ит һал, ҡыҙыҡайҙың тамағын туйҙыр. Дүйшөн дә ҡайтып етер, – тип өндәште тәҙрә эргәһендә иҫке быйма ямап ултырған Ҡартанбай бабай.
– Ул күптән ҡайтып етергә тейеш ине инде. Йә, бирешмәҫ әле, ҡараңғы төшкәнсе килеп инер әле. Беҙҙең ат ҡайтыуға бик салт ул.
Һиҙҙермәй генә тәҙрәләрҙә ҡараңғылыҡ шәүләһе ҡапланы. Минең йөрәгем, әйтерһең дә, һаҡта тора, эт өрһә йәки кеше тауышы ишетелһә, ул көсөргәнешле тынып ҡала. Ә Дүйшөн һаман юҡ та юҡ. Әлдә шуныһы яҡшы, Сайҡал әбей, һүҙ менән әүрәтеп, ваҡыттың үткәнен һиҙҙертмәй.
Беҙ уны шулай сәғәттәр буйына көттөк. Төн урталары етеүгә, Ҡартанбай бабай арыны булһа кәрәк.
– Булмаһа, ҡарсыҡ, урын йәй әле. Ҡайтмаҫ ул бөгөн. Хәҙер һуң инде. Нәсәлниктәрҙең эше аҙмы ни, туҡтатҡандарҙыр, юғиһә, күптән өйҙә булыр ине инде.
Ҡарт ятырға йыйынды.
Миңә урынды мейес артына, мөйөшкә һалдылар. Ләкин мин һис тә йоҡлай алмайым. Ҡарт йүткерә лә йүткерә, әйләнә лә тулғана, әллә ниндәй доғалар уҡый. Бер саҡ, тынысһыҙланып, әйтеп ҡуйҙы:
– Атым ни хәлдә генә икән? Бит бер ус бесәнде лә бушлай алып булмай, ә инде һолоно һатып ала алмаҫһың.
Ҡартанбай бабай оҙаҡламай йоҡлап китте. Ләкин шул саҡ тышта ел ҡотора башланы. Ул өй ҡыйығын да ҡуймай, тәҙрә ярыҡтарынан үтеп инә. Тышта һепертмә бурандың нисек ҡарҙы нигеҙгә килтереп бәргәне лә ишетелә.
Ҡарттың һүҙҙәре мине тынысландыра алманы. Миңә мөғәллим ҡайтып етер төҫлө тойолоп тик тора, мин фәҡәт уны ғына уйлайым, уны юлда, икһеҙ-сикһеҙ ҡар бушлығында итеп күҙ алдына килтерәм. Белмәйем, йоҡоға талыуыма күпме ваҡыт үткәндер, тик мин ҡапыл нимәгәлер уянып киттем. Төрлөсә бүре олоған тауыштар ишетелә. Төрлө яҡтан тауышланып, бүреләр бик тиҙ бер-береһенә яҡынлашалар кеүек ине. Уларҙың олоу тауыштары бөтәһе бергә ҡушылды ла, йә алыҫайып, йә тағы ла яҡынайып, ел менән бергә ялан буйлап осоп йөрөнө. Ҡайһы саҡта улар ҡайҙалыр бөтөнләй яҡында, ауыл янында ғына һымаҡ тойола.
– Буран теләйҙәр! – тип бышылданы әбей. Ҡарт өндәшмәне, тыңлап ята бирҙе лә урынынан ырғып килеп торҙо:
– Юҡ, әбей, юҡҡа ғына түгелдер был! Улар кемделер баҫтыралар. Кешене йә булмаһа атты ҡамайҙар. Ишетәһеңме? Хоҙайым, Дүйшөндө һаҡлай ғына күр инде. Ул бит бер ниҙән дә ҡурҡа белмәй, йәлдәт, – Ҡартанбай бабай, ҡараңғыла тунын эҙләп, ығы-зығы килә башланы. – Ут, ут тоҡандыр, әбей! Исмаһам, Хоҙай өсөн булһа ла йәһәтерәк ҡуҙғал!

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас