Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Февраль 2022, 15:22

Сабыр төбө - һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтыр

Донъяның рәхәтенән михнәте күп, бәхет-шатлыҡҡа ла, ҡайғы-хәсрәткә лә түҙә белеү, сабырлыҡ талап ителә.

Сабыр төбө - һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтырСабыр төбө - һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтыр
Сабыр төбө - һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтыр
Һөҙгәк һыйырҙы Хоҙай туҡал итер тигән мәҡәлдәрҙә был насар ғәҙәттең эҙемтәләре лә төҫмөрләнә.
Башҡортта ғорурлыҡ төшөнсәһе беҙҙең заманға хас алыпһатарлыҡ, эшләп тапмаған нәмә менән сауҙа итеүҙе үҙ эсенә һыйҙыра алмай, хәрәм мал табыу менән бер ҡатарға ҡуя. Тап ошо ҡанға һеңгән инаныс беҙҙе яңы иҡтисади шарттарҙа бик ауыр хәлгә ҡуйҙы.
* Сабыр төбө - һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтыр. Саҡ ҡына ауырлыҡ күреүгә лә сыҙамаусыларҙан, Себен теймәҫтән «сер» итер, туҡмаҡ теймәҫтән «туп» итер, йәғни, серелдәп, «туп» итеп һикереп төшөп яр һала, зарлана башлар, тип көлгәндәр. Күреүебеҙсә, һис тә һоҡланырлыҡ ғәҙәт түгел икән. Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма тип өгөтләй мәҡәл һәм, Өмөтһөҙ - шайтан тип өҫтәй.
Донъяның рәхәтенән михнәте күп, бәхет-шатлыҡҡа ла, ҡайғы-хәсрәткә лә түҙә белеү, сабырлыҡ талап ителә. Был донъяның рәхәте сабый саҡта тиелһә лә, тормош кешене кесе йәштән төрлөсә һынай, ул - бөткөһөҙ имтихан:
Бер әсеһен күрмәйсә бер сөсөһөн күрмәҫһең.
Рәхәт төбө - көйөнөс, михнәт төбө - һөйөнөс.
Дуҫтың дуҫлығы шундай саҡта асыла ла инде:
Кешенең кешелеген ҡыйынлыҡ килгәндә белерһең.
Кешегә асҡан ҡайғы - ярты ҡайғы.
Шатлыҡҡа ла сабыр итә белеү зарур:
Ҡайғы-шатлыҡ бер туған.
Аяҙ көндөң йәшененән ҡурҡ.
Шатлыҡ эсендә ҡайғы бар, ҡайғы эсендә шатлыҡ бар. Шатлыҡ күрһәң - шашма, ҡаза күрһәң, аҙашма.
Кешене нәфсе, көнсөллөк юлдан яҙҙырыр ғәмәлдәргә этәреүе ихтимал, шундай саҡтарҙа ла сабыр итә белеү хәйерле:
Кеше бәхете кешегә булмай.
Күпте теләгән - берҙән ҡоро ҡалған.
Теләк ҡоторта, оят тыя.
Төлкө тотам тип ҡуяндан ҡоро ҡалма.
Асыуланышҡанда ла сабырлыҡ күрһәтеп, ғәфү итмәҫлек һүҙҙәр әйтеүҙән тыйылырға кәрәк: Ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә боҙо китмәй.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас