

И-и-и, күрҙе инде башҡайҙар! Тормош тигәнең баштан ғына һыйпап тормай шул, ваҡыты менән артыңа ла тибеп ебәрә. Бына шулай йығылып ҡалаһың, йә бөтә көсөңде усыңа йыйып тороп баҫаһың да, тағы ла йәшәү өсөн көрәшә башлайһың. Мине лә төртөп йыға яҙҙы ул. Әммә ауыҙымда ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмәнем, эсемдәге йән яраһын берәүгә лә күрһәтмәнем. Бөтә теш-тырнағым менән тартышып, барыбер үҙ тигәнемә ирештем, һынманым-һығылманым.
Иремде тартып ала яҙҙылар. Уның ситкә йөрөүен һиҙенә башлағас, эшендәгеләрҙең һораштыра башланым. Береһе лә белмәй, һиҙмәй икән. Әммә ҡатын иренең гулять иткәнен белмәйме һуң! Һуңынан асыҡланым: эштәрендәге иҫәпсе менән йөрөй икән. Шуның ҡосағына инеп ҡайтыуын белһәм дә, өндәшмәнем, түҙҙем. Ирем алама кеше түгел, эсеп, ҡотороп та йөрөмәне. Теге ҡатын янынан бәхетле булып ҡайта ине лә, ятып йоҡлай ине.
Шулай күп йылдар буйына иремдең һул яҡта йөрөүенә түҙеп йәшәнем. Берваҡыт көндәшемдең юбилей үткәрәһен белдем. Иремде лә саҡырған. Бына шул көндө иремә тауыш ҡуптарҙым. "Бүтәндәр ирҙәре, ҡатындары менән бара икән, ниңә һин мине алып бармайһың", – тинем. Ирем аптырап китте. Һөйәркәһенең юбилейына нисек мине алып барһын инде ул?! Ә ул унда уның янында табын түрендә ултырырға йыйынған булғандыр. Тегенең ире юҡ бит! Ир ролен башҡарарырға уйлағандыр инде.
Нимә булһа ла булыр тип, мин барҙым ул бәйрамға. Ирем тәмәке тартырға сығып киткән арала теге ҡатын янына барып ултырҙым. Ул һиҙенкерәп ҡалып, китмәксе булды. Ҡулынан эләктереп алдым да: “Әйҙә, утыр, һөйләшәйек. Мин һиңә иремде бирмәйем, аңла шуны!"– тинем. Һүҙҙәр араһына һүгенеү һүҙҙәре лә ҡуштым. Шул ваҡытта ул ҡатындың йөҙө ҡап-ҡара булды. Байрам ҡайғыһы бөттө, ул бөтөнләй күңелһеҙләнеп ултырҙы.
Шулай ҙа бирмәнем иремде шул ҡатынға. Йөрөнөләр, йөрөнөләр ҙә, ташлаштылар. Уға өйләнә торған ир кәрәк булған, ә минеке беҙҙе ташламаны. Тауыш сығарһам, иремә ҡысҡырһам, илһам ул күптән сығып киткән булыр ине. Ә мин түҙҙем. Сабырлығым арҡаһында иремде тотып ҡаласағымды белдем. Хоҙай һеҙгә лә шундай сабырлыҡтар бирһен, ҡатындар!
https://article/birmim-min-si-a-iremne/
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=женщина%20в%20раздумье%20темноте&p=2&pos=115&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fezoterika.me%2Fwp-content%2Fauploads%2F560078%2Ffullsize.jpg