Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Март 2022, 06:17

Еңмеш булһа ни...

Йәл, Рафиҡ вафат булған икән… Интернетта бик ултырып бармайҙар шул беҙҙең йәштәгеләр, һирәктәр генә ултыра, шулай ҙа иҫәндәрҙер күбеһе, тип өмөтләнәйек…”

Еңмеш булһа ни...Еңмеш булһа ни...
Еңмеш булһа ни...

Еңмеш булһа ни...  (хәтирә-хикәйә) Ринат ШӘЙБӘКОВ.

Һуңғы йылдарҙа Интернетты үҙ итеп алды Мират. Мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡышҡы оҙон кистәрҙә төрлө сайттарҙа үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәр таба. Тыуған яғы тарихын өйрәнеүҙе ялға сыҡҡас та ташламай, материалдар туплауҙы дауам итә. Популяр булған “Бәйләнештә”, “Класташтар” сайттарында ла теркәлеп, таныштарын эҙләштерә, хәбәрләшә, аралашырлыҡ, фекер алышырлыҡ төркөмдәр таба.
Бер саҡ шулай, үҙе хеҙмәт иткән частың номеры менән “Класташтар” сайтында эҙләнеп ултырғанда частың төркөмөнә юлыҡты. Фотолар, видеояҙмалар ҙа ҡуйылған икән унда. Иң башта төркөмдә әүҙем ултырған тәүге командиры, уның аша тағы ла бер нисә офицер менән хәбәрләшә алды, үҙ ротаһының шул осорҙағы хеҙмәттәштәрен дә тапты.
Командир взводы ярҙамсыһы Храмов уны шунда уҡ иҫенә төшөрҙө. Подполковник дәрәжәһенә тиклем үрләгән, хәҙер ул хаҡлы ялда, отставкала булыуына ҡарамаҫтан, хәтере шәплегенә аптырарһың. СССР-ҙы һағынып иҫкә ала, уның тарҡалыуына ныҡ ҡайғыра. Ике чечен һуғышында ла ҡатнашҡан икән. “СССР һаҡланһа, был ваҡиғалар ҙа булмаҫ ине, – ти. – Үҙгәртеп ҡороуҙар осоро бигерәк емергес булды часть өсөн. Һин хеҙмәт иткән саҡтар түгел хәҙер. Объекттың күп постарында ҡатын-ҡыҙҙар тора, элекке йәшеренлек тә алынды. Илебеҙҙәге берҙән-бер асыҡ һауалағы радиактив ҡалдыҡтар һаҡланған урынға әүерелде объект”.
Эх, ниндәй нәмәләр юҡҡа сыҡҡан тиң, ә! Заманында иң ныҡ һаҡлана торған ябыҡ ҡалаларҙың береһе ине. Ошо яңылыҡтар бошондорҙо Миратты. Ә бер көндө Храмовтың мин һинең нисек отпуск алғаныңды иҫкә төшөрҙөм әле, тигәне уны уйҙары менән ҡырҡ биш йылдан ашыу элек булып үткәндәргә алып китте.

Отпуск

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск бирҙеләр Миратҡа. Бөгөн иртән ҡайтырға сыҡты, күңел дә көрәйҙе... Старшинаны һемәйтте ул шулай ҙа. Әбейҙәр сыуағы еткәндә ҡышҡы форма менән ҡайт, имеш. Һы, ун көнлөк отпуск үтер ҙә китер, башта – бүрек, өҫтә шинель менән ҡайтып төшөүҙең ояты ни тора...
КПП-ны сыҡҡас, әҙерләп ҡуйған бауға эләктереп, тәҙрә аша казармалағы егеттәргә шинель менән бүреген сисеп бирҙе. Икенсе ҡаттан фуражкаһын ырғыттылар. Патрулгә эләкмәй генә имен-аман вокзалға килеп етте. Белеп ҡалһалар, кире борорҙар ине. Электричка менән аэропортҡа еткәнсе тотолмаһам ярар ине, тип тулҡынланыуҙан йөрәге сыға яҙҙы. Самолетҡа ултырғас ҡына тынысланды. Тиҙҙән – Өфө... Күрше өлкәлә генә хеҙмәт иткәс, оҙаҡ осорға түгел. Солтанғол класташы яҡынға, Ишембайға эләккән. Хәрби топографлыҡҡа өйрәнә, аҙаҡ икенсе ергә ебәрәсәктәр. Ағаһы: “Беҙҙең Сутай ни, аҙбар артында ғына хеҙмәт итә ул”, – тип һөйләй икән ауылда. Ә ул “аҙбар артынан” алыҫыраҡ шулай ҙа... Отпуск биреүҙәренә һаман аптырай Мират...
Әрме хеҙмәтенә Иҙелбашынан алынды ул. Ауылда уҡытыусы ишараты булып йөрөгән көнө. Уҡырға инә алмағас, үҙ ауылындағы мәктәп директоры: “Икенсе йылға тиклем уҡытырһың да йәйен инерһең, аптырама”, – тигәс ризалашты. Инйәрҙә урта мәктәпте тамамланы, унынсыға барғанда ғына ауылда туғыҙынсы синыф асылды. Ауыл малайҙары әллә китмәйекме икән, тип ярты көн Ҡыҙыляр башында ауылға ҡарап ятҡайнылар. Атай-әсәй сыбыҡлап булһа ла ҡыуасаҡ бит инде, тип теләр-теләмәҫ кенә туңҡаңланылар. Сутай ғына атайым барыбер әрләмәй ул, ауылда уҡыһам, шатланыр ғына, тип тороп ҡалды. Бер аҙна уҡығас та, бер көн ял биреп, синыф етәксеһе Леонтий Георгиевич малайҙарҙы ҡайтарып ебәрҙе, алып килделәр тегене. Барыһы ла яҡшы уҡыны, атай икмәген бушҡа серетмәнеләр. Мираттың хатта ҡылыҡһырламаһына уҡытыусы һөнәрен һайларына өмөтләнәбеҙ, тип тә яҙғайнылар.
Бер параллелдә – тарих, икенсеһендә физкультура дәрестәрен бирҙеләр, китапхана ла уның елкәһендә булды.
Эше оҡшай ҙа башлағайны былай. Көҙөн хәрби комиссияға саҡырҙылар. Мираттың ни тиҙерәк хеҙмәт итеп ҡайтҡыһы килә, йәнәһе, әрменән һуң уҡырға инеүе еңелерәк – конкурс юҡ. Тик ауыл уҡытыусыларын алмаҫҡа тигән закон бар икән, ҡәһәрең. Военкомға ебәреүҙәрен һорап, инәлеп тә ҡарағайны ла, ул: “Юҡ, ярамай, яҙға тиклем түҙ, ул саҡта һине диңгеҙ флотына ебәрәм”, – тигән була.
Уҡырға инеү тураһында уй әленән-әле башына ингеләп сыға, тик ҡайҙа барырға ныҡлап хәл иткәне юҡ. Авиация институтына ынтылып ҡарағайны ла үтә алманы, конкурс ҙур ине. Шулай төрлө уйҙар менән йөрөп ятҡанда атаһының тыуған ауылындағы директор булып эшләгән энеһенән хәбәр килде. Министрлыҡта эшләгән һабаҡташы: “Бер юллама бар, берәй йүнле генә баланы әҙерлек курсына ебәр”, – тигән. Атаһы ла риза булғас, Мират эштән сыға һалды ла Өфөгә мәғариф министрлығына һыпыртты. Юллама Ҡазанға булып сыҡты, архитекторҙар әҙерләй торған институтҡа. Ҡағыҙҙарын ҡаранылар ҙа юллама тотторҙолар. Ҡазанға осто... Өфөлә студент булып йөрөгән класташтары хәйерле юл теләп, оҙатып ҡалды.
Институтта документтарын тикшергәс, бер ханым: “Юк, сез безгә кирәкмисез!” – тине ирендәрен ослайтып. Ҡайһы ере оҡшамағандыр... Ҡала буйлап йөрөнө, Кремлде, Сөйөмбикә манараһын, Муса Йәлил һәйкәлен күрҙе, унан вокзалға барып, шул уҡ көндө поезд менән кире һыпыртты. Ауылға ҡайтыу оят, мейеһен ни эшләргә тигән уйҙар быраулай. Өфөгә килгәс, иптәштәр дәрестәренән бушағансы, тип ҡала урамдарын ҡыҙырып йөрөй ине, комсомол өлкә комитеты бинаһын күреп ҡалып, инде лә китте. Хәлен һөйләп бирҙе. Кабинетта ултырған бер башҡорт ағайы: ”Юҡҡа борсолма, ҡустым, һин ҡайт та киләһе имтихандарға әҙерлән!” – тине. Комсомол юлламаһы менән берәй төҙөлөшкә булһа ла ебәреүҙәрен үтенгәс, Иҙелбашына Медуновҡа, “Башҡорт БАМ”-ының комсомол штабы етәксеһенә ярҙамсы итеп оҙатырға ризалашты.
Белоретҡа килгәс, Медуновты табып, юлламаны күрһәтте. Штабта ыштан туҙҙырғансы тип, Мират мостопоезда монтажник булып китте. Эш оҡшаны, аҡсаһы ла һәйбәт. Юллама менән килгәс, “подъемный” ҙа түләйҙәр икән. Уныһы ҡулға төшкәс тә өйгә ебәрҙе.
Ҡыш көнө военкоматтан бер анкета тултыртҡайнылар, әллә нәмәләр һорап бөткәндәр, үҙе, туған-тыумасалар тураһында бик ентекле яуап бирергә кәрәк икән. “Был анкетағыҙҙы Мәскәүгә тикшертергә ебәрәбеҙ, дөрөҫ итеп яҙ”, – тигән була бер капитан. Эйе, кәрәк инем Мәскәү һынлы Мәскәүгә, тип ышанмаған булды Мират, тултырғас та был турала онотто. Яҙ етеүгә комиссияға саҡырҙылар. Теге диңгеҙ флотына ебәрәм тигән район военкомы юҡ шул. Уҡырға барам, тип район хәрби комиссариатынан иҫәптән төшкәйне. Бында килгәс, ҡалалағы һөнәрселек училищеһы ятағына урынлаштырҙылар, ҡала хәрби комиссариатында теркәнеләр. Медкомиссияла бөтә ка­бинеттарҙы үтеп бөткәс, һуңғы кабинетта ялан аяҡ еүеш сепрәккә баҫтырып, иҙәндән атларға ҡуштылар. Шунан бер аҡ халатлы ханым, иҙәндә ҡалған эҙгә ҡарап, военкомдың ҡолағына ниҙер шыбырланы. Тегеһе ҡулын ғына һелтәне, йәнәһе – бара! Май байрамынан һуң повестка тоттороп та ҡуйҙылар. Ауылға тиклем йөҙ илле саҡрымдан ашыу юл ята: Инйәргә – тар кәлейәле поезда, унан ҡырҡ саҡрым йәйәү тәпәйләргә кәрәк. Башта поезд менән Магнитҡа барып, эштән сыҡты. Ҡулына байтаҡ аҡса тотторҙолар. Рәхмәт төшкөрө прораб нарядҡа разрядты күтәреп яҙҙы, өҫтәүенә әрмегә алыныусыға ике аҙналыҡ пособие ла түләнә икән. Йыуасалар, атай-әсәһенә бүләктәр алып, вокзалға кире килде. Тик поезд көтһә, Инйәрҙекенә өлгөрмәйәсәк. Ни ҡылырға белмәй вокзал алдында тапанып торғанын күргән бер ағай ун биш һумға Белоретҡа тиклем алып барырға тәҡдим итте. Ҙур аҡса, шулай булһа ла, риза булды. Юл буйы һөйләшеп барҙылар, әрмегә алыуҙарын, ауылға ҡайтырға кәрәклеген аңлатты Мират. Инйәр поезы ҡасан киткәнен әйткәс, был машинаһын ҡыуа башланы. “Нурлы” станцияһына өлгөрмәнеләр, “Восьмой”ҙа Инйәр поезының ҡойроғон ғына күреп ҡалдылар. Шофер ҙа сәмләнеп китте, поезд артынан ҡыуа төштө. Ниһайәт, ”Йылға”ла поезға ултыртып, оҙатып ҡалды был.
Күп аҡса, йыуаса, бүләктәр менән ҡайтҡас, әсәһенең шатланыуы... Оҙатыуға күрше-күләнде саҡырҙылар. Иртәгәһенә Миратты тотош ауыл менән тиерлек оҙаттылар. Күрше Фәниә еңгә йола һаҡлап, бер күмәсте тешләтте лә: “Һинең ҡайтырыңды теләп ятһын, ҡәйнеш”, – тип ҡалғанын аласыҡ өрлөгөнә ҡыҫтырҙы.
Ауыл ерендә халыҡ һалдатҡа алынғандарҙы мылтыҡ атып, йырлап-бейеп оҙата. Армияға бармаған кешене ҡыҙҙар егеткә лә һанамай хатта. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән кистән үк хушлашҡайны, кеше белеп ҡуйыуынан ҡурҡты, быйыл ғына мәктәпте тамамлай...
Иртәгәһенә Белоретҡа барып төшһә, команданы иртән үк поезд менән ебәргән булғандар. Военкоматта дежур итеүсе: “Аэропортҡа бар, һин уларҙан алда барып етерһең әле”, – тип билетҡа ҡағыҙ яҙып бирҙе. Өфөлә апаларында йоҡо туйҙырып, иртән йыйылма пунктына китте. Ысынлап та, уның командаһын тейәгән автобус саҡ вокзалдан килеп тора икән. Мират та улар менән бергә барып баҫты, перекличка эшләйҙәр, оҙата килгән офицер уны бар тип тә белмәй. Баҡтиһәң, поезға һуңлағас, документтарын военкоматта ҡалдырғандар, ә дежур офицер ул турала белмәгән. Йөрөй торғас, эт ҡайышына әйләнеп бөтөп бара бит инде хәҙер. Ҡайтырға ла китергә ине, юҡ, еңмешлеге ҡуҙғалды, кире аэропортҡа барып, үҙ аҡсаһына билет алып, яңынан Белоретҡа осто. Военкомға инеп, икенсе повестка алды ла ҡайтты. Кеше күҙенә бик күренмәҫкә тырыша – кире ҡайтып килеү оят бит. Иртәгәһен китергә тигән кисте атаһы: “Еңмешлегең бар, улым, ҡайтарғастар, быйыл уҡырға инһәң дә булыр ине, ана, Нурғәли ағайыңдан өлгө алыр инең. Мин үҙем уҡып бөтә алманым инде, ауыр заманға тура киленде, институттың өсөнсө курсын тамамлаған саҡта ташланым... Ярай, бәлки, дөрөҫ тә эшләйһеңдер, армиянан аҡылға ултырып ҡайтырһың. Мин, ана, һигеҙ йылға яҡын йөрөп ҡайттым, һуғыштан һуң тағы биш йыл хеҙмәт итергә тура килде. Погранғәскәрҙәр командующийының грамо­та­һын күрҙең бит, һирәктәргә эләгә ундай награда. Һин дә шулай йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Еңмешлегеңде файҙаға ек!” – тине.
Таң атҡас, атаһының атына күрше малайҙы ултыртып, йә тағы ла кире ҡайтарып ҡуйырҙар, тип ҡурҡа-ҡурҡа бер кемгә лә әйтмәй генә ауылдан сығып китте... Йыйылма яланында: “Мират ағай, ҡайтҡас, фуражкаң минеке, йәме?” – тип оҙатып ҡалды күрше малайы...
“Сборный”ҙағы мажаралар ҙа етерлек булды, унда ла ауыҙ асып йөрөһәң, әйбереңдән, йә аҡсанан ҡолаҡ ҡағырыңды көт тә тор. Иҙелбашы малайҙары командаларға бүленгәнсе бергә булдылар, бирешмәнеләр. Ә һатып алыусылар ҡулына эләккәс, оҙаҡ көттөрмәйенсә көнсығышҡа алып та киттеләр. Н-скҡа еткәс, төньяҡҡа ҡарай тағы байтаҡ электричка менән барҙылар. Бер станцияла төшөрөп ҡалдырҙылар.
Бына ҙур тиҙлектә ике машина килеп тә туҡтаны, ултырырға команда ла булды. Һатып алыусылар – кабинала, Мираттар – кузовта. Шунан китте ыҙғыш, бер-береһенең кейемдәрен йыртҡылау. Кем башлағандыр инде, билдәһеҙ. Йәнәһе, барыбер һәйбәтерәктәрен "бабайҙар" килеү менән һайлап алып бөтәсәктәр. Мираттың костюмы яңы ине, атаһын тыңламай, фырт кейенеп алғайны. Шул еңмешлеге инде. Костюмды почта менән һалырмын тигән булғайны ла, юҡ, һаҡлай алманы. Тәүҙә бер еңен, аҙаҡ икенсеһен аҡтарып сығарҙылар. Шунан үҙе башҡаларҙың кейемен йолҡҡосларға тотоноп китте. Ҡыҫҡаһы, частҡа нисек барып еткәндәрен дә һиҙмәнеләр, әммә машинанан төшкәндә береһен дә танырлыҡ түгел ине: салбар балаҡтары бот төбөнә тиклем һүтелгән, күлдәктең яғалары ғына тороп ҡалған, еңдәр өҙөлгән, төймәләр юҡ. Мираттың пинжәге арҡа буйынан йыртылған, кеҫәләре йолҡонған, арттан икегә бүленгән, яға ғына һерәйеп тора. Часть ҡапҡаһынан ингәс тә, машинанан төшөрөп, теҙҙеләр. Ҡулына “Дежурный по части” тигән яҙыулы сепрәк таҡҡан офицер ҡайҙан килгәндәрен белеште. Өфөнән икәнен ишеткәс: “Не верю, оттуда нормальные к нам попадают!” – тине лә тиҙерәк мунсаға алып китергә ҡушты. Унда йыуынып форма кейгәс, бер-береһен танымай ҙа торҙолар.
Шулай башланды Мираттың хәрби хеҙмәте. Тәүге көндәрҙә сыҙап булмаҫлыҡ тойолһа ла, йәш һалдат курсын барыбер еңеп сыҡты. Үзбәкстандан килгән урыҫ малайын – ике метрлыҡ бер ҡолғаны – ике ҡулынан, ике аяғынан күтәреп йүгереүҙәрҙе оноторлоҡ түгел. “Газы!” командаһына противогаз кейеп, саҡ ҡына бара: “Атығыҙ, башҡаса бара алмайым!” – тип сисә лә хәлһеҙләнеп йығыла “үзбәк”. Әммә уны ишетеүсе юҡ, типкеләп йәнә противогазын кейҙерәләр ҙә күтәреп алып китәләр. Атырға ла өйрәнә алманы, ятырға ла тигән һымаҡ... Кис отбой булһа, икенсе ярустағы койкаһына һикерһә, ауҙара ла ҡуя. Кәүҙә оҙон булғас, стройҙа ла беренсе тора бит инде. Койкаһы ла отделение командирының өҫтөндә. Сержант уларҙың взводына уның өсөн күрмәгәнде күрһәтте генә. Барыбер бер нәмәгә лә эшкинмәне. Әле лә шунда сусҡа ҡарап йөрөй. Үҙе лә сусҡа һымаҡ һаҫыҡ, яҡын барырлыҡ түгел. Тәүҙәрәк ашханаға бөтәһе менән килә торғайны, аҙаҡ бөтәһенән һуң ғына ризыҡлана, бер юлы аш ҡалдыҡтарын да сусҡаларына алып китә. Нимә әйтәһең инде, аттың да алаһы ла, ҡолаһы ла була, ә был... Шулай ҙа ҡайтһа, әллә кем булып йөрөмәҫ тимә!
Хәрби ант биреп, ысын һалдат булып киттеләр. Хеҙмәт ауыр, тәүге көндәрҙә үк ҡайҙа килеп эләккәндәрен аңлаттылар, бушҡа алдан анкета тултыртмағандар икән.
Бер тәүлек – объектта ҡарауыл хеҙмәте, икенсе тәүлек часть территорияһында дәрестәр менән үтә. Төштән һуң бер сәғәт серем иткәс, ҡарауылға китергә лә күп ҡалмай... Ике йыл шулай үтәсәк икән. Хатҡа нимә яҙырға ярай, нимә ярамай икәнлеген өйрәтәләр. Бында “дедовщина” тигән нәмә бик юҡ, сөнки һәр кемдең ҡулында хәрби ҡорал. Әммә яҡташлыҡ тигән нәмә бар. Урта Азиянан килгәндәр күп, улар бергә булырға тырыша. Чечендар бер-береһе өсөн үлергә әҙер, шундай татыу, дуҫ халыҡ.
Шамил тигәне менән ҡара-ҡаршы поста тора башланы Мират. Хеҙмәткәрҙәрҙе индереп бөтһәләр, төшкө аш мәле еткәнсе, унан беренсе смена тамамланғансы, өс часовойҙан икәү генә тороп ҡалалар. Ҡай саҡта Шамил Миратты чеченса бейергә өйрәтә башлай, эй, ихлас та инде, тик өйрәнсеге генә тайыш табан шул... Оҙаҡламай ҡайтыу ваҡыты ла етә инде, тәки бейергә өйрәтә алманы. Мират ротаға башҡорттарҙан бер үҙе генә эләкте. Ҡарауылда йоп һанлы роталарҙы таҡ һанлылары алмаштыра. Белореттан Ширяевты ғына ҡай саҡ күреп ҡала, ул башҡа ротаға эләкте. Башҡортса һөйләшкән берәү юҡ, Ямалетдинов Бәләбәй ҡалаһыныҡы, татарса бик һөйләшеп бармай. Икенсе ротала бер-ике татар бар ҙа ул, тик улар менән иркенләп аралашып булмай, ҡарауылдан бер-береһен алмаштырғанда ғына бер-ике ауыҙ һөйләшеп өлгөрәләр. Аҡтаныштан булғаны: “Эй, башкорт жырларын сагындым. Һәр иртә башкорт радиосы тавышына уяна идем”, – ти торғайны баштараҡ.
Әрмән яҡташлығы көслө генә. Бер саҡ ике саҡырылыш өлкән Геворкян нарядта саҡта Миратты бәҙрәфкә саҡырып алды ла писуарҙы таҙартырға ҡуша. Бында тәүге ярты йыл – “сынок”, аҙаҡ – “молодой”, унан – “котел”, шунан ғына “старик”ҡа әйләнәһең бит. “Үҙең саҡ “молодой”лыктан сыҡҡан көйө мине баҫырға уйлайһыңмы әле”, – тип морон төбөнә ҡундырып та алды Мират. Теге танауын тотоп, замкомвзвода Саркисянға ошаҡларға йүгерҙе. Бәҙрәфтә разборка башланы: тегенән һорашалар, уныһының теле телгә йоҡмай, төкөрөгөн сәсеп-сәсеп тытылдай ғына. Шунан Саркисян: “Сынок, ти откуда, с юга?” – тип һораны. Үҙен баҫымһаҡҡа әйләндермәһендәр өсөн сержантҡа ла бик уҫал яуап бирҙе Хисамов. “Тогда живи, сынок, толко руки ни распускай больше!” – тип сығып китте. Геворкяндың тетмәһен тетә генә, һүгенгән һүҙҙәре аңлашылып тора, әле һаман да ҡолаҡта яңғырай.
Шәп сержант булды, Саркисян! Яҙын дембелгә оҙаттылар үҙен. Башҡаса әллә ни бәйләнеүсе булманы. “Быға тиклем башҡорттар күп булған икән, шәп егеттәр ине”, – тип гел маҡтап һөйләүҙәре йыш итешетелә. Рәхмәт инде яҡташтарым, һеҙҙең яҡшы данығыҙ миңә лә ярҙам итә. Яңғыҙ булһам да, бирешмәҫкә тырышып йөрөгән башым.
Тағы бер ваҡиға ла иҫенә төштө Мираттың. Присяга ҡабул иткәс, сержант мәктәбенә яҙылды. Унда барып еткәс, тағы комиссия үткәрәләр икән, тағы ла шул аяғына иғтибар иттеләр. Ябай һалдатҡа ярай, ә сержант булыуға ҡамасаулай икән был ”айыу табанлыҡ”. “Айыу табан” тиһә, теге көләмәс иҫенә төшә Мираттың: “Икәүҙән артыҡ теше булмаһа, армияға алмағандарын ишетеп, айыу алғы тештәрен ҡоя һуҡтырта ла комиссияға килә. Ҡайтҡас: “Алдылармы?” – тип һорайҙар икән. “Нет, у меня плошкоштопие..." – тип яуаплаған, ти.
Штаб начальнигы тағы бер нисә малайҙы ла кире алып ҡайтты, уларҙың да “плошкоштопие”мы икән ни?..
Бүтәнсә ундай-бындайға тыпырсынманы. Буласағы һин көтмәгәндә лә үҙенән-үҙе килеп тора икән алдыңа. Хеҙмәт итеүгә апаруҡ ҡына өйрәнә башлауға бер саҡ писарь ефрейтор Эсанов саҡырып алды ла үҙенең артынан эйәрергә ҡушты. Каптеркаға алып инде, өҫтәл артына ултыртты. Алдына ручка, ҡағыҙ һалды ла нимә әйткәнен яҙырға ҡушты. Эсанов – ҡаҙаҡ малайы, хеҙмәткә Ташкент пединститутын тамамлап килгән. Диктант яҙҙыра лаһа был! Яҙыуы матур тип маҡтана алмай, шулай ҙа Инйәрҙә рус теленән грамоталыҡ буйынса уҡытыусыһы Луиза Васильевна уны башҡаларға гел өлгө итеп ҡуя ине, сөнки һәр саҡ дүрттән кәмгә яҙмай торғайны, хаталары булһа, тик тыныш билдәләрендә генә була, уныһы ла һирәк. Бер бит самаһы яҙҙырғас, ефрейтор рота командирына инеп китте. Унан сыҡҡас: “Бөгөндән башлап писарлыҡҡа өйрәтә башлайым”, – ти. Тиҙ өйрәнде Мират был һөнәргә, аҙаҡҡа табан бөтә эште үҙенә генә ауҙарып ҡуя башланы Эсанов. Ул ҡушҡанды һә тигәнсе эшләй, хатта киләһе айға сәйәси-тәрбиәүи эш, тактик дәрестәр, пландарын да сыймаҡлап ҡуя, командир өҫтәлмәләр генә индерә. Дембелгә приказ сыҡҡас, рәсми рәүештә рота писары булып китте. Әммә шулай булһа ла, ҡарауылға үҙен дә яҙа.
Поста тороуы оҡшай, бигерәк тә сменаға китер алдынан ҡарауыл начальнигы: “Прика­зы­ваю вступить на охрану и оборону особо важного государственного объекта!” – тип приказ уҡығанда арҡа буйҙары зымбырлап китә хатта. Унан һуң объект ашханаһында тәмле ашаталар, хеҙмәткәрҙәр менән бергә йөрөйҙәр. Һалдат өсөн ашау беренсе урында ла инде. Частағы “Солдатская чайная”ға йыш барып булмай, өйҙән аҡса ебәреүҙәрен һорау ҙа оят. Ебәрәм тиһәләр ҙә, егерме саҡрымда ятҡан почта бүлек­сәһенә аҡса һалам, тип йәйәүләп бара алмайҙар ҙа инде. Юғиһә, бында аҙна һайын өй­ҙән посылка, аҡса алып ятҡандар ҙа бар... Аш­ханала бер талонға стакан тултырып ҡаймаҡ би­рәләр, менюла кәтлит, бөйөрөк, салаттар... Ҡара бойҙайҙы ғына мотлаҡ көн һайын ашаталар, баш тартһаң, файҙалы, ашарға кәрәк, тиҙәр.
Хеҙмәткәрҙәрҙе постан үткәреү оҡшай. Тәүҙә үк пропускной постҡа ҡуйҙылар Миратты, беренсе тапҡырҙан уҡ имтихан бирҙе. Теләһә кем булһын, постҡа яҡынайыуы менән пропус­кы­һының ҡайҙа ятҡанын белеп тораһың. Ул номерын әйтеп тә өлгөрмәй һин уны ячейканан тартып та сығараһың, тейешле ваҡыт тотоп торған булаһың да, унан честь биреп, үткәреп ебәрәһең. Пропускыһын йә йәшел, йә ҡыҙыл һыҙатлы яғын әйләндереп ҡуяһың – быныһы кеше объект эсендәме, сыҡҡанмы икәнен контролдә тотоу өсөн кәрәк. Сит кеше килеүен шунда уҡ белеп була. Уныһын оҙағыраҡ тикшерәһең, икеләнһәң, комендатураға хәбәр итәһең. Объект етәксеһе генералды ғына бөтә свитаһы менән честь биреп, үткәреп ебәрергә ҡушыла. Былар минең менән тиһә генә, әлбиттә. Бер саҡ хатта ике академикты үткәрҙе Мират, фамилиялары урта мәктәп китабындағы таныш фамилиялар булғас, аптырап китте хатта. Беренсе төркөм пропускылы, бик ҙур кеше икәндәре күренеп тора. Быларҙың артынан килгән бәләкәйерәк түрәнән кемдәр ул тип төпсөнгәс: “Академиктар”, – тине. Ярамаған һорау биргәнгә көлөмһөрәне, ахырыһы... Көн һайын тиерлек күргәс, үҙ итеп һорағандыр инде. Шул күп белергә тырышыу ҡасафаты. Уға бөтәһенән күберәк кәрәк шул, холҡо шулай насар – төпсөнөргә, төбөнә тоҙ ҡойорға тырыша. Байтаҡ булды инде ул постан үткән ундай әҙәмдәр. Хеҙмәт иткән ере шулай ил өсөн бик мөһим, бушҡа һаҡламайҙар бит инде. Теге ваҡыт Америка шпионы Паулюсты ла уларҙың часы тирәһендә бәреп төшөргәндәр бит. Йәл, ҡайтҡас, былар тураһында һөйләргә генә ярамай...
Спорт ярыштары, марш-бросоктар йыш була. Уларҙы бигерәк тә Мират онота алмай. Бер тапҡыр тревога менән уятып, бер ҡаланың эргәһенә төшкән дошман десантын юҡ итергә тигән бурыс ҡуйҙылар. Егерме саҡрым самаһы йүгергәс, привал булды, ял итеп, ашап алғандан һуң беҙ килеп еткәнсе ҡаланың милицияһы дошман десантын юҡ иткән, икенсе төркөм часть янына төшкәндәр тигән хәбәр килде. Беҙҙе кирегә йүгерттеләр. Килеп етер саҡта хәл тамам бөткәйне, шунда әллә ҡайҙан оркестр уйнауы ишетелә башланы. Барыһы ла нисектер шул хәрби марш көйөнә яйлашып, аҙымдарын рәтләй алдылар. Килеп еткәс тә, берәр көрөшкә ҡайнар сәй эсерә һалдылар. Ул башланғысты часть командиры исеменән "Федосеевские переходы" тип башҡа частарға ла таратҡандарын ишетте Мират. Рота писарҙары сиратлап штабта ла дежур итәләр, шунда ҡайһы бер хәбәрҙәр ҡолағына салынып ҡала.
Ә бына бер саҡ хатта ике көн рәттән аҙна һайын тиерлек үткәрелә торған марш-бросокта ҡатнашырға тура килде уға. Һаман шул үҙ-үҙенә ныҡ ышаныусанлыҡтан, еңмешлектән инде, үҙе ғәйепле. “Шәмбе көнгә үҙеңде нарядҡа яҙма, күп яҙышаһың”, – тип рота командиры уны подразделениела ҡалдырҙы. Эшкә күрһәтмәләр алды, рота ҡарауылға киткәс, киске ашҡа тиклем байтаҡ эшләп алды. Киске аштан һуң йоп роталар менән кино ҡарап киләйем дә төнөн яҙып бөтөрмөн әле, тигән уй башына төштө бит. Уйлаған эш – бөткән эш. Икенсе рота менән клубҡа инеп тә ултырҙы. Ауылда саҡта уҡ оҡшатмаған бер фильм күрһәтелеүен абайлағас, ротаға ҡайтып, эшемде теүәлләйем әле, тип сығыуға табан йүнәлгәйне генә: ”Товарищ солдат, стойте!” – тип дежур офицер уның яғына ыңғайланы. Туҡтаһа ни була инде, юҡ, тотто ла йүгерҙе. Аҡыллы уй уйлағансы иҫәр эшен бөтөргән – шул булалыр инде. Теге: ”Стой, стрелять буду!” – тип ҡысҡыра башланы. Инде юғалды тигәндә, ҡаршыға таныш майор килде лә сыҡты. Тотолдо... “Мин бит һине атып үлтерә ала инем”, – тип ярһый икенсе рота командиры капитан Ғилметдинов... Ярты төнгә тиклем КПП-ны йыуҙырҙы был, иртән плацтағы ҡыйшайған плакаттарҙы турайтып ҡаҙаҡлатты. Аҙаҡ үҙенең ротаһы менән марш-бросокка ебәрҙе, рота ҡарауылдан ҡайтҡас, ротныйға өҫтәп яза бирергә ҡушып китте. Был хәл тураһында юғарыға өндәшеп торманы. Бер төн йоҡламаған Миратҡа иртәнгә әҙер булырға тейешле ҡағыҙҙарҙы ла теүәлләп бөтөргә тура килде, тағы ла төнө буйы ултырҙы, ә иртән үҙ ротаһы менән йәнә марш-бросок үтте. Ярай, шуның менән үтте әле, уныһына шөкөр. Шулай булды уның отпускыға тиклемге иң ҙур мажараһы...
Тағы ла ҡыҙыҡ хәлдәр булғыланы, әлбиттә. Берәүһе ныҡ иҫтә ҡалған. Ҡайтҡас, атаһына ла һөйләп көлдөрөр әле. Аяҡ кейемдәрен өҙгөс ул, бәләкәйҙән шулай булды, шул тайыш табанлыҡ касафатылыр... Армияға килгәс, ярты йыл да үтмәне – итеге туҙҙы. Старшинанан һораған ине лә, тегеһе: “Ниндәй итек һиңә, уның бит срогы бар, уйди с моих глаз!” – тип туҙынып китте. Мират: “Ладно, домой письмо напишу, посылкой пришлют!” – тип сығып китеүен оҡшатманы. Артынан атылып килеп, кире индерҙе лә: “Ты что-о-о, Советскую Армию позорить вздумал, да? Где это видано, чтоб в армию родители сапоги присылали...” – тип өҫтөнә өр-яңы итек ырғытты. Писарь булып алғас, бик дуҫлашып китте улар, һалдаттарын буштан-бушҡа әбижәйт итмәй старшина, бая ла бит тотолһа, уға эләгә ине, ярай әле үтеп китте. Үҙенә тәғәйен генә берәй һауыт йүкә балы алыр әле килгәндә, ҡыҙым ауырый, тип һөйләнә ине...
Саңғы ярыштарын ярата, частҡа ла саңғыла әҙерлеккә иғтибар көслө генә икән. Бигерәк тә “Гонка патрулей” ярышы оҡшай. Һәр ротанан бер команда ҡатнаша. Ротанан замполит Карамов үҙе, ул Өфөнөкө, унан һуң Мират, Бәләбәйҙән – Ямалетдинов, тағы ла Себерҙән – ефрейтор Пахомов менән сержант Чебурековтар. Автоматтарға тағы бер ҡайыш тағыла ла артҡа һалдат муҡсаһы һымаҡ артмаҡлана. Саңғыла ярышыу ғына түгел бит әле ул, автоматтан атып, шарға ла тейҙерергә кәрәк. Былай әлегә беренсе урынды биргәндәре юҡ. “200 км на лыжах” тигән знак та алдылар быйыл. Ҡыш буйына шунса саҡрым саңғыла үткән, тимәк. Саңғыла мәктәптә саҡта уҡ арыу ғына шыуа ине Мират. Ҡышын Инйәрҙән аҙна һайын саңғы менән ҡайта ине. Саңғы бирһендәр өсөн барыһы ла Элла Владимировна секцияһына яҙыла ине.

Август айында часта кросс үткәрҙеләр. Замполит Карамов ҡатнашырға өгөтләп, ризалатты бит тәки. Биш саҡрымға йүгерәсәктәр. Мәктәптә саҡта герой-пионер тураһында хикәйә уҡығайны Мират. Ундағы пионер малай ҡулланған ысулды файҙаланып ҡарарға булды...
Ҡатнашыусылар күп, старт бирелгәс тә, бер ике әйләнеште төп масса менән килде. Шунан тиҙлекте шәбәйтеп, алдағы берәүгә тағылып алды. Аяҡҡа аяҡ артынан ҡалмай байтаҡ барҙы ла икенсенең артынан ҡулайлашты. Ысынлап та, йүгереүе еңелерәк икән улай. Иғтибар итеүселәр күренә башланы. Тағы ла уҙып китеп, өсөнсө-дүртенсенең артынан эйәреп килә. Шулай итеп килә торғас, алдан килеүселәр ҙә биш алты ғына ҡалып бара түгелме һуң? Замполит Карамовтың: “Мират, давай, вперед!” – тип ҡысҡырған тауышы ишетелә. Юҡ, тик ашығырға ярамай, иртәрәк бит әле. Теге тыңҡыш Краев та: “Он нюхает – силы берет!” – тип бөтә стадионды яңғырата. Уның артынан трибунала хахылдап көлгән тауыштар ишетелә.
Ҡырғыҙстандан Ысыҡкүл буйынан килгән, унан ярты йыл ғына күберәк хеҙмәт иткән был бәндә нимәлер еҫкәп, иҫерек кеүек бер нәмәгә иғтибар итмәй сәғәттәр буйы ултырғанын белә лә инде. Командир ҙа һиҙә, ахыры, шуға һуңғы ваҡытта уны посҡа "Дункин пуп"ҡа яҙырға ҡуша. Был ҡылығы уның шулай үс алыу ғәләмәтелер инде.
“Шул шаҡшы мине мыҫҡыл итәме!”– ене ҡуҙалды Мираттың. Ҡапыл уҡ һымаҡ алға ынтылды, иртәрәк икәнен һиҙҙе, шулай ҙа елдерә генә... Һаман шул уҡ ысулды ҡуллана, тик инде бер аҙ ғына бара ла берәүҙең артынан, уҙып китеп, икенсене ҡыуып етә, уның артынан тағы аҙыраҡ бара ла тағы уҙып китә... Шулай бөтәһен уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Мират. Инде алда ориентир ҙа юҡ, хәле лә бөтә башланы. “Айыу табандары” ла үлтереп һыҙлай башланы. Бына берәү кире уҙып китте, уның артынан тағылып бер аҙ бара алды әле ул, тик хәле бөткәндән бөтә бит, әй. Бына икенсеһе уҙҙы. Замполит Карамов: “Давай, Хисамов, давай, ноги повыше поднимай!” – тип эргәһенән йүгерә. Бына бер саҡ часть командиры Федосеевтың ҡалын тауышы ла ишетелә: “Давай, сынок, давай, не сдавайся!” “Батя”ның үҙ ауыҙынан сыҡты бит был һүҙҙәр, әйтерһең дә, атаһының тауышы: “Еңмеш бит һин, улым, бирешмә!” Нисек хәл ингәндер, үҙе лә белмәй, өсөнсө урынды барыбер тота алды. Финишҡа килеп тә етте, тәгәрәне лә...
Иң ғәжәбе кискеһен клубта булды. Кросста әүҙем ҡатнашҡандарға грамоталар тап­шыр­ҙылар. Иң тәүҙә уның фамилияһын ҡысҡырғас, аптырап ҡалды Мират. Сәхнәгә сығып баҫҡас, подполковник Федосеев: “Бөгөн беҙ һоҡланғыс тамаша ҡылдыҡ, еңеүгә ынтылыш өлгөһө күрҙек. Һин ысын Салауат Юлаев тоҡомо, афарин!” – тип уға грамота тапшырҙы һәм бүләккә ун көнлөк ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск вәғәҙә итте. Беренсе, икенсе урын алғандарға отпуск юҡ, ә уға бар, аптыраҡ... Бөтәһе лә ҡул саба, урынына кире атлағанда Краев та ихласлап ауыҙын йырып ултырыуын күрә...
Урынына кеше әҙерләгәнсе сентябрь аҙағы ла етте. Нисауа, ун-ун биш көнгә түҙерҙәр әле, мөһим пландарҙы әллә ҡасан әҙерләп ҡуйған, нарядты ни “сынок” элеккеләренән күсереп яҙа алыр әле, моғайын. Отпускынан һуң ныҡлап өйрәтергә тотонор, былай теремек кенә күренә. Алмаш тураһында уйларға ваҡыт та еткән икән дә, яҙын бит үҙенең “дембеле”...
Шуларҙың барыһын да уйынан яңынан үткәреп килә торғас, ойоған. Стюардессаның посадка иғлан итеүенә уянып китте. Бына таныш аэропорт. Иртән Өфө – Күмертау поезы менән Ҡарлыманға, унан "попутка" менән Архангелгә, унан ни ауылға алтмыш саҡрым ғына тороп ҡала. Иртәгә кискә барыбер ҡайтып етәсәк!
Еңмешләнеп йәйге формала ҡайтып төшөүе ни менән бөтөрө әлегә уйына ла инеп сыҡмай Мираттың. Уның алдында төрлө кәртәләр буласаҡ әле, тик уларҙы урап үтмәҫ, холҡо ундай түгел. Уңыштары ла булыр, һис шикһеҙ. Еңмеш булһа ни, еңмештең дә төрлөһө була...

Икенсе бүлек

Бер көн апрель аҙағында Храмов ебәргән хәбәр аптыратты Миратты. Командирҙарҙан береһе лә белмәне, тип уйлағайны бит ул теге ва­ҡи­ға­ны. Киреһенсә, ротала Хра­мов ҡына түгел, ә замполит та белгән бу­лып сыҡты. Ә ни эшләп ул ваҡиға ми­нең өсөн эҙһеҙ генә үтте, тип яҙғас, ул: ”Ә һин үҙең нисек уй­лай­­һың һуң?” тип яуапты һорау ме­нән ҡай­тар­ҙы. Бынан һуң Мират әллә ҡасан бу­лып үткән көндәрҙе кино­таҫ­мала­ғы һымаҡ күҙ алдынан үткәрҙе…

”Бабай”

Мират отпускынан килгәс, күп тә үтмәне, яңы саҡырылышты килтерҙеләр. Яйлап дембелдәр ҡайта башланы. Шулай итеп, Мираттар ярты йылдан саҡ ҡына артығыраҡ булған бабайлыҡ осорона күстеләр. Яуаплылыҡ бар шулай ҙа был рәсми булмаған “вазифа”ла. Әлегә әллә ни үҙгәреш тә юҡ тормошта.
Яңы саҡырылыш хәрби ант биреп, постарҙа стажировка үтеп, үҙ аллы тора алырлыҡ булғансы кеше етешмәй. Шуның өсөн дә роталар ҡарауыл хеҙмәтенән гарнизон хеҙмәтенә күсә, йәғни ҡарауыл хеҙмәтен бер туҡтауһыҙ башҡара. Ә Миратты йәш һалдат курсы үтеүсе ротаға писарь итеп ҡалдырҙылар. Дөрөҫөн әйткәндә, бер үҙе ҡалды ротанан, сержант Ивановты иҫәпләмәгәндә инде. Ул взвод командиры ярҙамсыһы булып йөрөй. Рәхәт тормош, бер кем борсомай, отбой-подъем юҡ. Был эш “молодой”ға тейеш ине лә, Мират гарнизон хеҙмәтенә тәғәйенләнгәйне. Тик писарлыҡҡа өйрәтергә алған “молодой” бик йылғыр булып сыҡты. Тыл начальнигына маҡтанған бит был: мин Урал Каспийға ҡойған ерҙә йәшәйем, ҡара икра килтерә алам, йәнәһе. Уныһы: “Һин дауай, посылка менән килтерт, ул саҡта күрербеҙ”, – тигән. Ысынлап та, посылка ебәргәндәр өйҙән, үҙенә лә айырым һалғандар, бер литрлы банканы тегеңә алып барып бирҙе. Уныһының күҙе аҡайған, бер аҙна ла үтмәне, отпускыға приказ алды был. Оҙаҡламай килергә лә тейеш инде. Үҙенә тигәнде Миратҡа ҡалдырҙы. Иптәштәре бер тапҡыр ғына тәмләп өлгөрҙө, улар гарнизон хеҙмәтенә киткәс, ҡалған икраны сержант Иванов менән каптеркала икмәккә оло ҡалаҡ менән һылап ашайҙар әле… Тәүҙә һаҫыҡ бер нәмә һымаҡ тойолһа ла, аҙаҡтан бик оҡшай төштө. Мират ни ауыл малайы, нимә икәнен белмәһә, көләмәстәге посылка алған әбей менән бабай һымаҡ ҡайнатма юлда килгәндә һаҫыған, тип ырғытыр ҙа ҡуйыр ине, әлбиттә.
Былар ҙа берәй командир килеп инмәһен, тип ишекте эстән бикләп кенә ултыралар, береһенең дә күҙҙәрен аҡайтҡыһы килмәй... “Үҙеңә айырым банка алып киләм, иптәш ефрейтор”, – тине инде. Күрербеҙ, уның нисек отпуск алғанын старшина ла, рота командиры ла беләләр. Теге саҡта отпускынан килгәс, старшинаға вәғәҙә иткән йүкә балын тотторғас, маҡтанған бит был. Рота командиры үҙенә эләкмәгәс, үпкәләгән була. Шунан иптәштәргә тигәнде уртаҡларға тура килде, шуға ла уларҙан артырмы икән, тип әйтә лә инде...
Отпуск тигәндән, теге саҡ әбейҙәр сыуағы, тип шинелен, бүреген кеймәй ырғытып киткәйне лә, отпускы тамамланып, кире Н-ск аэропортына төшһә, бында ҡыш булған – фуражка, китель менән частҡа тиклем ҡалтырарға тура килде. Шулай ҙа һағыныуы баҫылып ҡалды, һәйбәт булды.
Был саҡырылышта яҡташтары бар, уларҙы аҙаҡ үҙ ротаһында ҡалдырыуҙы хәстәрләргә кәрәк булыр. Учалы районынан икәүҙәр, бигерәк малай ғыналар инде, нисауа, тиҙ “мал” булалар бында, өйрәнерҙәр, үҙәре лә шулай булды... Тегеләрҙең ял ваҡыттарында эргәләренә барып, һөйләшеп ултыра Мират. Вәдүт тигәне алсаҡ ҡына, Рафиғы нисектер ҡырыҫыраҡ, башҡортса һораһаң да, тәүҙә русса яуаплап маташты, әрләгәс кенә ыҡҡа килде.
“Башҡорттарҙан бер үҙем булһам да, бирешмәнем, мәмәйләнһәң, баҫырға ғына торалар. Беҙҙең халыҡтың бында абруйы ҙур, һеҙ шул марканы тоторға тейеш. Һәр саҡ бирелгән команданы еренә еткереп үтәргә өйрәнегеҙ, күпме ваҡыт бирелгән – шул ваҡытҡа өлгөртөгөҙ. Үҙегеҙҙе күрһәтәм, тип үрәпсемәһәгеҙ, яҡшыраҡ. Мин тәү тапҡыр стрельбищеға барғас, атып бөткәс, автоматтарҙы таҙартырға команда булды. Эшемде тамамлай һалдым да сержантҡа ҡысҡырҙым – бөттөм, йәнәһе. Сержант Храмов ҡулъяулығы менән магазин ояһын һөртөп ҡараны, ә уныһы майлы булып сыҡты. Шунан миңә противогазды кейергә ҡушып, ҡыуалай башланы. Юрамал күләүектәргә йүнәлтә, сусҡа кеүек бысрандым. Отбойҙан һуң форманы йыуырға тура килде. Шулай, команданы еренә еткереп үтәргә өйрәнегеҙ. Унан үҙегеҙҙе лә күрерҙәр... Ауыл малайҙары бит һеҙ, эш рәтен беләһегеҙ, бер эштән дә сирҡанмағыҙ. Тәүге ярты йылда наряд ваҡытында старшина минең нисек иҙән йыуғанымды ҡарап торған икән, бер нисә көн үткәс, ротаны теҙеп ҡуйып, миңә иҙән йыуып күрһәтергә ҡушты. Мин ни тартынып торманым, сепрәкте биҙрәгә тығып, һығып күрһәтәм, швабраһыҙ ғына иҙәнде “шыялайым”, унан ҡоротам. Өй тулы ҡыҙҙар араһында яңғыҙым үҫкәс, был эштең рәтен беләм. Шулай, эштең ояты юҡ. Белмәһәгеҙ, өйрәнергә тырышығыҙ!” – тип йәштәргә бында үҙҙәрен нисегерәк тоторға кәңәштәрен бирҙе, башынан үткәндәрен дә һөйләп алды.
Вәдүте былай теремек күренә, күҙендә нуры бар. Рафиғына иғтибарҙы күберәк бүлергә тура килер. Вәдүтте каптеркаға индереп, йырлатып та ала, тауышы моңло ғына. Йыр тигәндә, отпускынан килешләй Өфөлә еҙнәһе менән көнө буйы башҡортса пластинка эҙләнеләр, таба алманылар (булмаһа, булмай икән баҙарҙарҙа бешкән бәрәңге, ти ундай саҡта Инйәр буйы халҡы). Ярар, ҡәйнеш, бандероль итеп һалырмын әле, тип тороп ҡалды. Һүҙендә торҙо, һалды. Алғас та, Ленкомнатаға йүгереп килеп ҡуяйым, тигәйне, рота командиры: “Мин һине башҡорт икән тиһәм, һин ни татар икәнһең дә”, – тигән була. Пластинканы алып ҡараһа, ысынлап та, татар йырсыһы Ғабдрахман (фамилияһын онотҡан инде) йырҙары икән. Өфө һынлы Өфөлә башҡортса пластинка тапмасы әле… “Туй йыры” тигән ҡаҙаҡса бер пластинка бар – шуны буш ваҡытта әйләндереп, йырына ҡушылып, бейергә төшөп китәләр. Рота командирының һүҙенән һуң тыңлап та торманы Мират теге пластинканы, ята шунда ленкомнатала...
Ярай, хәҙер яңғыҙы түгел, ни тиһәң дә “бабай” яҡташтары бар! Абруйы барын да күреп торалар, частың Дан аллеяһында фотоһы ла тора – “Агитатор отличного отделения, имеет 12 поощрений” тип яҙылған фотоһы аҫтына.
Ҡай саҡ учебный роталарҙы нисек “ҡыуалағандарын” ҡарап тора ла быларҙы етерлек ҡыуаламайҙар һымаҡ тойола. Бер ваҡыт уларға Иванов “Вольно!” командаһы биргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән “Отставить!” тип ҡысҡырҙы ла ебәрҙе. Иванов, дуҫ булһа ла, алдан һөйләшмәгәс, аптырап ҡалды. Мират икенсегә ҡабатлағас ҡына был да команданы теләр-теләмәҫ: ”Отставить!” тип ҡырғараҡ китте. Шунан ни, Мират күкрәктәрен кирә биреберәк “Смирно!” командаһын ҡабатлап, тегеләрҙе строевой менән “ҡыуалай” башларға ғына уйлағайны, тағы ла шул рота командиры килеп сыҡты. Гарнизондан ҡайтышлай казармаға инеп сығырға уйлаған булған. Иванов: “Ну эләкте, малай, һинең өсөн”, – ти. Ротный Миратҡа бер ни ҙә әйтмәне былай, шулай ҙа унан да, яҡташтарынан да әҙерәк оялыбыраҡ йөрөнө…
Йәш һалдат курсын бөтөп, Вәдүттәр ҙә хәрби ант биреп, һалдат булып киттеләр. Мират һөйләшеп, уларҙы үҙ ротаһына алып ҡала алды – уйлағанса килеп сыҡты. Ротаһы ла ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтты, ҡарауыл хеҙмәтен үтәй башланы. Володя менән Степа ҡайтыу менән взводта тәртипте үҙ ҡулдарына алды. Мираттың ваҡыты юҡ – писарлыҡ эшенән бушамай. Ярай әле бер нисә көндән Толик отпускынан килде. Каптеркала бабайҙар уның ҡайтыуын үҙҙәре генә бер аҙ байрам итте. Үҙенән башҡа уның призывына каптеркаға рөхсәт булманы. Кипкән балыҡ, башҡа Яйыҡ “бүләге”нән тыш, әлбиттә, ҡара ыуылдырыҡ та алғайны. Рота командирына айырым алырға башына еткән. Мираттарға тигән өлөшкә ҡул һоноусы булманы, былай...
Ныҡлап өйрәтә башланы Мират “молодой”ҙы (“сынок”лыҡтан үтте хәҙер, ул “дәрәжә” хәҙер Вәдүттәргә күсте). Яҙыуы нисауа ла, тик хаталыраҡ яҙа, шайтан малай! Атаң Иван, инәң Мәрүс булмағас, булмай инде ул, тип аҡлана торғайнылар ауылда русса насар, хаталы яҙған саҡта. Был урыҫ булһа ла, үҙ телендә яҙа белмәй. Ярай, нарядты күсереп яҙып өйрәнеп килә, ә бына айлыҡ дәрестәр планын төҙөүгә өйрәтеү ҡыйын буласаҡ. Икенсе кеше табыуы ла икеле...
Ҡарауылға даими йөрөй Мират. Бер ыңғай ғына бара уныһы ла. Ҡай саҡ ҡыҙыҡтары булып алғылай. Бер саҡ тревога төркөмөнә эләкте. Постан ҡайтыу менән ял итергә ятмайһың, бер смена ҡоралды тапшырмайынса, “тревожить” итәһең. Бына периметрҙағы бер постан таблола “тревога” сигналы янды. Сержант Мамалатыпов менән постҡа йүгерҙеләр. Периметр ҡапҡаһын асып сығыу менән автоматтан атыу яңғыраны. Мамалатыпов Миратты алға төшөрҙө. Мират боролошто үтеүгә часовой ҙа күренде, автоматын ергә тоҫҡап тора. Ерҙә берәү ҡапланып ята. “Инергә маташҡанда тоттом, иптәш сержант!” – тип доклад яһай “сынок”-часовой. Баҡтиһәң тегеһе иҫерек, кәләше унда сменала икән, туранан эргәһенә үтергә уйлаған. Хәрбиҙәргә теләһә ниндәй транспорт туҡтарға тейеш, быны барыһы ла аңлап торалар. Бер автобусты туҡтата һалып, комендатураға алып барҙылар. Сержант майорға: ”Шунса постың часовойы объектҡа үтеп инергә маташҡанда тотҡан”, – тип доклад яһай. Мират сержантҡа артынан ҡағылып, ишаралап ҡарай, тик тегеһе аңраланып тик тора. Комендант сержанттың тетмәһен тетте генә, сөнки иҫкәртеүле атыу тураһында ярты сәғәт тә үтмәҫ элек часть командиры белергә тейеш ине. Әрләнеүенә үҙе ғәйепле, Мират әйттерергә тырышып ҡараны ла бит... Үзбәк малайҙары араһында бик теремектәре бар, был нисек сержантлыҡҡа уҡып ҡайтҡандыр, аңралығы күберәк. Ҡарауылға ҡайтҡас: “Атыу тауышы ишетелгәс тә, сержант артта ҡалып мине алға сығарҙы”, – тип һөйләгән Ивановҡа. Уныһы ла: “Ә ниңә, дөрөҫ эшләгән! Командир алдан барып уға берәй нәмә булһа”, – тине лә ҡуйҙы. Әллә ысын, әллә шаяртты инде…
Теге “сынок” туҡта, атам, тип ҡысҡырып автоматын төҙәһә лә, туҡтар ине “мөхәббәте көслө” әҙәм. Бер-бер хәл барҙыр ул егеттә, тип Ивановҡа ла әйткәйне Мират, ысынлап та, уйы дөрөҫкә сыҡты. Бер көндө сираттағы ҡорал таҙартыу тамамланғас, тапшырырға команда булды. Теге “сынок” артта ҡалған булған. Шул саҡ атыу яңғыраны. Көслө тауыш йүгереп килһәләр, был аяғын тотоп, ҡысҡырып ята. Тиҙерәк санчастҡа алып барҙылар, унан – госпиталгә. “Самострел” яһағанын тиҙ таныттырғандар. Бала ғына көйөнсә дисциплинар батальонға эләгерме икән инде? Әлбиттә, ауырыумы-түгелме тикшерәсәктәр, поста торорға ныҡ ҡурҡҡандыр ул. Ҡурҡаҡлыҡ ауырыуға иҫәпләнәме – бына уныһы Миратҡа ҡараңғы. Шуныһы, һау тип тапһалар, хөкөм срогын тултырғас, мотлаҡ ҡалған хеҙмәт итеү срогы ла көтәсәк әле уны.
Дицбатҡа Мират хеҙмәт итә генә башлаған саҡта бер өлкән сержант эләкте. Ҡарауылда разводящий булып, часовойҙарҙы алмаштырырға йөрөгәндә ҡатын-ҡыҙҙар гардеробынан алтын сәғәт урлаған булған. Күрһәтмә суд булды. “Бабайға” ҡайтырға өс ай ҡалғайны… Ә хеҙмәт итергә теләмәүселәр бик һирәк осрай, сөнки бында ебәрелгәндәрҙе алдан өйрәнәләр, анкета тикшереүҙәре үткәрәләр. Военкоматтағы капитан ундағы һәр мәғлүмәт тикшерелә, Мәскәүгә ебәрәләр, тип аңлатҡайны, ысынлап та, шулайҙыр.
Мират менән, мосолман халҡынан типтер инде, бер чечен малайы Чолханов һөйләшә торғайны. Күп тә үтмәне, уны госпиталгә ебәрҙеләр. Унан ҡайтҡас та, хеҙмәткә ҡуй­манылар, ротала бер үҙе тороп ҡала ине. Ҡайһы саҡ эше күбәйеп киткән саҡта Мират та ҡара­уылға бармай ҡала. Шунда Мират унан ауырыуы ниндәй икәнен һораша. Ә ул ауырыуым юҡ, әммә армияла хеҙмәт итергә теләмәйем, барыбер ҡайтып китәм. Беҙҙе һуғыш башланғас, иле­беҙҙән һөргәндәр, мал вагонына тейәп, оҙат­ҡандар. Күптәр юлда үлгән, иҫән ҡалғандары Ҡаҙаҡстанда көн иткән. Сталин үлгәс кенә ҡайтырға рөхсәт иткәндәр. Мин тыуғас, сабый көйө үҙебеҙгә алып ҡайтҡандар… Беҙҙә һаман да тауҙарҙа абректар бар. Уларға халыҡ ашарға алып бара, кейендерә, – тип һөйләне.
Мират, ул был ваҡиғаны тәүләп ишетә, ысынлап та, шулай булдымы икән ни, тип аптырай. Ул турала тарих китаптарында бер нәмә лә юҡ таһа... Был ысын булһа ла, барыбер дөрөҫ эшләмәй егет, тип уйлай Мират. Өйҙә шундай тәрбиә алған, тимәк. Ҡалған чечен малайҙары бик яҡшы хеҙмәт итеп йөрөй бит. Ә Чолханов тағы госпиталгә китте, унан ҡайтарғандар. Был турала уның менән бергә саҡырылған чечен егетенән ишетте. Тимәк, ауырымайым тиһә лә, юҡҡа ғына булмаған.
Армияла хеҙмәт итеүҙе ғорурлыҡ һанай Мират. Нисек инде, башҡалар хеҙмәт иткәндә һин ҡасып ҡалырға тейеш? Мәктәптә уҡығанда класс етәксеһе элекке офицер ине, Инйәрҙә лә шулай булды. Директорҙары ла орденлы герой офицер ине. Мәктәпкә хәрбиҙәрҙе саҡырып, осрашыуҙар, шәп байрамдар үткәрәләр ине. Өйҙә лә атаһы янына фронтовиктар йыйыла, һуғыш тураһында һөйләшәләр, мәрәкәләшәләр. Мират уларҙы тыңлап үҫте, йә һалдат булырға, йә летчик, йә офицер булам, тип хыяллана тор­ғайны. Ә үҙ тиҫтерҙәре менән һуғыш уйнағанда шул ролгә йыш инә ине. Мират армияға барыуына бер ҙә үкенмәй. Күп нәмәгә өйрәтте был тормош, сыныҡтырҙы. Армия – яҡшы тормош мәктәбе икәненә ышанды ул. БДУ-ла уҡып йөрөгән класташы ул әйтемде, тик уны ситтән тороп үтеү яҡшыраҡ, тип бөтөрөп ҡуйһа ла...
Быйыл Бөйөк Еңеүгә утыҙ йыл була. Байрамға әҙерлекте бик иртә башланылар. Иң тәүҙә кемдең атаһы һуғышта ҡатнашҡан – шуларҙы асыҡланылар. Уларҙың өйөнә маҡтау ҡағыҙҙары тараттылар. Мираттың атаһы ла алған. Әсәһе хатында: ”Атайың ныҡ шатланды. Һеҙ тыуған илебеҙҙе фашистик Германия ҡоллоғонан азат иткәнһегеҙ. Ә хәҙер һеҙҙең улығыҙ Мират та Тыуған иленә тоғро хеҙмәт итә. Үҙегеҙгә лайыҡлы алмаш үҫтергәнегеҙгә ҙур рәхмәт, тигәндәр”, тип яҙҙы. Ярай инде. Тағы ла бер шатлыҡ көтә әле уларҙы. Юбилей алдынан лайыҡлыларҙы “За отличие в службе” билдәһе менән бүләкләйәсәктәр. Замполит Карамов әйтеүенсә, уға икенсе дәрәжәлеһе яҙылған. Миратҡа ни, бөтөнләй булмаһа ла инде. Отпускыла булды, Дан аллеяһында фотоһы тора. Инде ни, тиҙерәк ҡайтып китһә – шул... Улай тиһәң, был награданы юбилей айҡанлы бөтә часть буйынса “бер вагон да бер арба” таратасаҡтар һымаҡ тойола. Булһа, мишәйт итмәй инде, бигерәк тә өйҙәгеләр шатланасаҡ.
Приказ сыҡҡас та, Мираттар ҡайтыуға ныҡлап әҙерләнә башланы. “Бабай”ҙарға хәҙер “дембель” тип тә өндәшәләр. Альбомды эшләп бөтөр өсөн бәрхәт ҡағыҙ, елем, башҡаһын табырға кәрәк. Альбомды оҙатыусы рота малайҙары аша алдырҙылар. Хәрби йөктө тапшырғас, иркенләп Мәскәүҙә йөрөп ҡайттылар. Уларға көнләшә биреп тә ҡуя Мират, үәт, донъя күрәләр! Уларҙың ҡоралдары ла икенсерәк. Автоматтарын бөкләп, сумаҙанға һалып алып йөрөйҙәр. Тимер юл ғәскәрҙәре һалдатынан айырып булмай уларҙы. Альбомды замполит бер тапҡырға тикшереп сыҡты, үҙенең фотоһын алырға ҡушты, башҡаларын күрмәне – открытка менән өҫтөнән йәбештергәйне...
Гражданкала “клеш” салбарҙар модала, ҡайтҡас та кейерлек булһын тип, “парадка” салбарын ҡала ательеһында “клеш”латты Мират. Парадта итек кейәсәктәр, барыбер клешы күренмәйәсәк. Яҡташ склад начальнигынан офицер фуражкаһы барып алды. Күрше малайы көтә бит, отпускыға ҡайтҡанда ла бер нисә көн сисмәй кейеп йөрөнө. Йондоҙҙар, төрлө значоктар ҙа әҙерләп ҡуйҙы, сумаҙан төбөндә ята, уларын башҡа малайҙарға таратыр, иҫкерәк булһа ла, бер-нисә пилотка ла һалып алды, шат булырҙар. Ҡай берәүҙәр гражданский кейем менән ҡайтам, был форманы вагонға ултырғас та сисеп ташлайым, тигән була. Бер ҙә ялҡытманы әле, килешеп тә тора үҙенә. Махсус частар икәнен белдергән погон буласаҡ оҙаҡламай тигән имеш-мимеш йөрөй, был хәбәр дөрөҫ булһа ла, Мираттарға эләкмәне инде.
Ҡала парадына тиклем плацта байрам хөрмәтенә тантаналы бүләкләү булды. “Бер вагон да бер арба” уҡ булмаһа ла, наградалар байтаҡ ине. Ысынлап та, Миратҡа икенсе дәрәжәләге билдә таҡтылар. “Отличник”, “Классный специалист”, ГТО значоктары өҫтөнән урын алды ул награда, түш тула яҙҙы лаһа! “Саңғыла 200 км” тигән значокты Мират дембель альбомына йәбештереп ҡуйҙы, бигерәк ҙур яһағандар, әлүмин йәлләмәгәндәр. Эпоксид елеме менән өҫтөн матурлап ҡатырып, йәм индерҙеләр дембелдәр, тик түшкә береһе лә таҡмаҫҡа булды.

”Йәш әтәс”те аҡылға ултыртыу

Парад шәп үтте, уға тиклем плацта ныҡ “ҡыуҙылар”, кем “бабай”, кем “сынок” береһенә лә ташлама юҡ. Парад ҡала майҙанында булды. Иң беренсе Мираттар полкы үтте.
“Бабайҙар” инде ҡайтыу көнөн һанайҙар. Уларға алмаш призыв килә башланы, Мираттар ҙа гарнизон хеҙмәтенә күсте. Толикты отпускыға ебәргәс, Миратты рота командиры йәнә лә ротала ҡалдырҙы. Был юлы ла подразделение йәш һал­дат курсын үтеүсе яңы килгәндәр ротаһына би­релде. Командир каптеркала ситтән хужа булыуҙарын теләмәйҙер инде. Офицерҙарҙан замполит Карамов менән лейтенант Храмов бар. Инс­титут бөтөп килгәндәр бер йыл ғына хеҙмәт итә. Храмов хеҙмәттә тороп ҡалды, взвод командиры булып китте. Мират был юлы бер үҙе ротала, сержанттар ҙа яңы килгәндәр. Бик көйәҙҙәр, йәш әтәс һымаҡтар. Ныу, ҡыуалар бахырҙарҙы, йәндәрен генә алмайҙар. Мират был яңы кил­гән­дәргә бик иғтибар итмәй, яҡташтар ҙа юҡ был юлы… Шулай ҙа “бабай”лығын күрһәтеп алырға ту­ра килде уға. Храмов шул турала яҙған да инде...
Бер саҡ “отбой”ҙан һуң оҙаҡ йоҡлап китә алманы Мират. Рота буйынса дежур сержант эй, әтәсләнә, эй, әтәсләнә: бер ун-ун биш тапҡыр ғына тегеләрҙе “30 секундта отбой!”, “Подъем!” менән йонсотто. Аҙаҡтан иң артта ҡалыусы бахырҙы айырым этләй башланы. Мират тыңлап ята торғас, ойоп киткән. Уянып китһә, койканан һаман команда биреп ята. Мират “Отбой!” командаһын бирергә ҡушһа ла, уны ишетеүсе кеше булманы. Ахырҙа Мират икенсе ярустағы койкалар ситенә тотоноп күтәрелде лә ҡуш аяҡлап тегенең күкрәгенә типте. Сержант осоп барып төштө.
Әлбиттә, дөрөҫ эшләмәне Мират, командир абруйын төшөрҙө, бының өсөн юғарыға ошаҡлаһа, нимә менән барып бөтөрө билдәһеҙ ине, тик булған эш булған. Теге лә башынан һыйпамаҫтарын аңлағандыр, өндәшмәне. Ни­ңәлер Мираттың ене һөймәй ундай бәндәләрҙе... Бик күпте үткәргән, торғаны бер аяҡлы китап. Өләсәһе әйтмешләй: ”Кемдең кем икәнен белгең килһә, ҡулына ҡамсы бир ҙә, ҡеүәт бир!” Власть шулай күп кешенең асылын белергә ярҙам итә...
Был хәлдән һуң уҡыуҙағы йәш һалдаттар Миратты әллә кемдәй күреп, һәр саҡ честь биреп, ихтирам менән ҡарап ҡалдылар. Әммә үҙе ныҡ уйланды был ваҡиғанан һуң. Ни эшләп уға башҡаларға ҡарағанда күберәк кәрәк икән? Шуның һымаҡҡа иғтибар бирмәҫкә була ла инде, үҙҙәрен күпме “ҡыуҙылар”, ундай тәртип элек тә булған, аҙаҡ та шулай буласаҡ. Юҡ, барыбер ҙа “ҡыуыу” менән “ҡыуыу” араһында айырма ҙур, тип тағы үҙенә-үҙе ҡаршы төшә…
Теге “йәш әтәс”те аҡылға ултыртыу баш­ҡа­лар­ҙы ла уйландырҙы, ахыры. Араларынан береһе килеп: “Я вижу, ты, товарищ ефрейтор, после того случая что-то приуныл. Не переживай, все правильно сделал, так ему и надо, слишком “загибал пацан!” – тип әйтеп китте. Дуҫтар үҙҙәренең “бабайлыҡ” батырлыҡтары менән маҡтанып, хаттар яҙғылай, уларға ышанһаң, сәстәр үрә торорлоҡ. Юҡ, Мират коман­дир­ҙар­ҙың да, “бабай”ҙарҙың да ундай “загиб”тарына бөтөнләй ҡаршы. Киреһенсә, бабай бөтә яҡлап яңы килгәндәргә үрнәк булырға, уларға тиҙерәк “кәлейә”гә инеп китергә ярҙам итергә тейеш, тип уйлай. Уйлана торғас, теге сержантты каптеркаға саҡырып индерҙе лә: “Һин миңә асыу тотма, йәме! Миндә ғәйеп бар, ҡыҙып киткәнмен, холҡом шулай, ғәҙелһеҙлекте күрә алмайым. Һин әле йәш командир, аҡыл өйрәтә тимә, тик артабан ғәҙел командир булырға тырыш, шулай ғына һин һалдаттарың араһында абруй ҡаҙана алырһың. Командир ҡаты, әммә ғәҙел булырға тейеш. Мине лә бер әрмән мыҫҡылларға уйлағайны ла ҡаршы тора алдым, шуға ла башҡаларҙы йәберләтеүгә ҡаршымын. Юғиһә, оҙаҡламай һәр саҡ тулы магазинлы автомат менән ҡарауыл хеҙмәтен үтәй башлаясаҡ “сынок” уны үҙен йәберләүсегә йүнәлтеүе лә бар бит…” – тине. Аңлағандырмы-юҡмы, әммә ярашыу ниәте менән һуҙылған ҡулды ҡыҫты ла өндәшмәй генә сығып китте.
Миратҡа хәҙер яңғыҙына бында бер ҙә ҡыҙығы ҡалманы. Ярай әле теге “Ыуылдырыҡ Толик” отпускынан килеп төштө, ротныйҙан тиҙерәк гарнизонға күсереүен һораны. Тегеһенең күңеле көр, һис һүҙһеҙ ебәрҙе… Толик был юлы ла “бабайҙарға” күстәнәс алырға онотмаған. Мираттың килеүенә бигерәк тә Степа менән Володя шатланды, сөнки хеҙмәттең тәүге көндәренән бергәләр, әсеһен дә сөсөһөн дә бергә татынылар. Иптәштәре менән бергә Мират та күңелләнеп китте, теге ваҡиға ла онотолдо, ул турала дуҫтарына һөйләп торманы.
Хеҙмәттең һуңғы көндәрен иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышалар. Поста тороуҙан бушатмаһалар ҙа, тревога төркөмөнә ҡуймайҙар, ял етә. Теннис, шахмат, шашка уй­найҙар, ашханаға айырым ғына барып ашайҙар. Дәрәжәләрен белеп, аш “төрләндереп” кенә тамаҡланалар. Улар күптән “сынок”лыҡ дәүе­рендәге һымаҡ нимә булһа ла, ярай, тип һоғоноп бармайҙар. Ашнаҡсылар ҙа быларҙың теләген үтәргә тырыша. Берәүһе бигерәк һәйбәт инде: минең дә малайым йыл инде Алыҫ Көн­сығышта хеҙмәт итә, аслы-туҡлы йөрөмәһә ярай ине, тип теләй. Мират, был ваҡыт эсендә һалдат аш­ҡаҙаны ул аҙыҡҡа яраҡлаша, тип йыуата апайҙы.
Теннис өҫтәленең серегән тояҡтарын Степан менән алмаштырып ҡуйҙылар. Володя ҡала малайы, уларҙы гитара уйнап, мәҙәни яҡтан “хеҙмәтләндерә”, көләмәстәр күп белә. Тегене килтер, бынауҙы тотоп тор кеүек йомоштарҙы ла ихлас тыңлай. Ҡарауыл бинаһы алдындағы бәләкәй баҡсала бер нисә ағас ҡороған, шулар урынына сирен ағастары ултырттылар, рәшәткәләрен дә буянылар. Был эштәргә, әлбиттә, башҡаларҙы ҡыҫылдырманылар. Шулай итеп, “дембель” көнөн яҡынайтырға тырыштылар “бабайҙар”. Дүрт сәғәт поста торғандан һуң дүрт сәғәт ял иткәс, тағы ла пост көтә уларҙы. Шулай булһа ла, көндөҙҙәрен ятып йоҡлау ҙа ялҡыта... Ярай, посҡа стажировкаға учебканы бөткән “сынок”тарҙы килтерә башланылар. Яраҡһыҙҙарҙың яҙмышын шунда уҡ хәл итеп, периметр постарына тәғәйенләйҙәр. Унда ла эләгергә тырышмаған постар бар. Мәҫәлән, ҡыш көндәре аяуһыҙ елдәрҙә “Дункин пуп”та – периметрҙың иң бейек нөктәһендә тороуы үҙәккә үтә, унда тундан башҡа толоп та кейәләр. Уныһы һәр саҡ шунда “бәшмәк”тә эленеп тора. Бер ваҡыт сатлама һыуыҡта сержант Чебуреков менән постарҙы тикшерергә киттеләр. “Дункин пуп”ҡа яҡынлашҡас, “бәшмәк” аҫтында часовойҙың юҡ икәнен, толоп ҡына ҡарҙа ҡабарып ятҡанын күреп ҡалды. Чебуреков яйлап ҡына барып тегенең автоматын алды ла торорға команда бирҙе. Теге уянды ла эсен тотоп, тәгәрләй башланы. Сержант поста Миратты ҡалдырып, быны ҡарауылға алып китте. Симулянт икәнен тиҙ белгәндәр. Бик хәйләкәр үзбәк, русса килгәндә үк белә ине, тик командирҙар әйткәнен аңламамышҡа һалышҡанға оҡшай... Берәй эш ҡушһаң да, берәй нәмә тураһында һораһаң да: ”Каму?” – ти. Яйлап өйрәттеләр, русса һөйләшә башланы, тик тәүге ғәҙәтен ҡай саҡ иҫләтеп ала. Әле “молодой”лыҡтан сығып, “котел” булып китте. Тулы хоҡуҡлы “котел”ға Мираттар ҡайтып киткәс кенә эйә буласаҡ, шулай ҙа әле үк берәйһе берәй нимә һораһа: ”Каму валнует чужое горе?” – тип эре генә яуаплаған була. Үҙенә кәрәген тиҙ ота…
Таджик Туробовты барыһы ла оҡшата – алсаҡ, үҙе теремек, тик русса насар белеүе генә үткәреү посына ҡуйырға ҡамасаулай. Шәп йырлай, дутарҙа матур уйнай. Мираттар ул ҡоралды гарнизонға ла килтертте. Степан йыш ҡына: “Одна палка два струна, мин хазяин вся страна! Айда, спой что-нибудь!” – ти. Ҡарауыл бинаһынан сығарып, тышта беседкала йырлаталар. Йырсы артисың ары торһон. Күпселек мөхәббәт йырҙарын башҡара. Көйө башҡорттоҡо һымаҡ оҙон, хатта Степан менән Володя ла ихлас тыңлай. Вәдүт кенә юҡ – йырлатып кинәнер инеләр үҙен.
Сержант Ивановты өсәүләп оҙаттылар. Уның алмашы бар, ә бына поста торғандарға ғына өйрәнсектәре тиҙерәк һынауҙы үтеүен көтөргә тура килә. Поста торғандарҙың перимет­р­ҙа­ғылары ла ҡайтып бөтөп бара, ә Степан, Володя, Ми­ратҡа ғына ауырыраҡ. Часовой барыһын да ентекле белергә тейешле. Портрет менән тәж­рибәне учебкала уҡ үткәндәр, әммә практикаһыҙ булмай. Төрлө осраҡтарҙы тикшерәләр, ул саҡта часовой ни эшләргә тейеш һ.б. ваҡ-төйәк ҡатмарлыҡтарға өйрәтергә тырыша Мират өйрәнсеген. Инде имтиханды үтер һымаҡ егет. Бик тырыша, тик ҡаушауын еңеү өҫтөндә генә бер аҙ эшләргә кәрәк. Бер ике тапҡыр көндөҙгө сменала айырым ячейкала үҙ аллы торғоҙҙо, үҙе күрше һыҙыҡта тора, тегене лә күҙҙән ысҡындырмай.
Бына режим начальнигы яйлап ҡына килгәне күренде. Унан алда ят бер ҡатын килә. Тегеңә күренмәй икеһе лә. Әһә, бына имтихан да етте, тип Мират көсөргәнешле хәлдә ни булырын көтә башланы. “Сынок” бик оҙаҡ тикшергәс, айырым бидәләнгән урынға саҡырҙы. Ул арала подполковник үҙе күренде. ”Иптәш подполковник, фотолағы кеше түгел һымаҡ, асыҡлар өсөн тотҡарланым”, – тип рапорт бирҙе “сынок”. Еренә еткереп әйтә бел­де, күнекмәне күп үткәргәйне шул Мират. Ти­мәк, беренсе этапты үттек, ахыры, пропускылары кеҫәһендә йөрөгәндәр менән тикшереүҙе лә еңел генә үтә алды өйрәнсеге. Хәҙер ҡасан ҡай­та­рырҙарын көтәһе ҡалды. Эй, һағындырҙы ауылды.
Шулай, бер нисә смена үткәргәндән һуң, бер көн разводящий смена килеүгә бер сәғәтән ашыу ҡалһа ла, уны алмаштырырға килде: ”Иптәш часовой! Посты тапшырырға бойорам! Һеҙҙең поезд ике сәғәттән ҡуҙғала, тинеләр”. Бына һиңә мә! Мираттар берәй көн часта ҡунып, оҙатыу кисе ойошторорға хыялланып йөрөһә, ул сәғәт бына килеп тә еткән икән. Степанды, Володяны тағы башҡа бер нисә “дембел”де постан алып килгәндәр, машинаға тейәп алып та киткәндәр. Шарт-шорт ҡоралды тапшырҙылар ҙа парад формаһын кейеп бөтөүгә плацҡа теҙелделәр.
Часть командиры һәр һалдат менән ҡул биреп хушлашты, Миратҡа: “Ну давай, сынок! И на гражданке не подкачай!” – тип арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы. Часть байрағын үбеп, ҡалғандар менән хушлашып, машинаға ултырҙылар. Объект эргәһенән үткәндә “Дункин пуп”тағы часовой уларға честь биреп тороп ҡалды. Мираттар ҙа кузовта тура баҫып, честь биреп үттеләр.

…Храмовтың: ”Ә һин үҙең нисек уйлайһың һуң?” тигән һорауына Мират яуап тапҡан һымаҡ та бул­ғайны, шулай ҙа дөрөҫлөгөн һынау өсөн ”Әллә…” – тип кенә яуапланы.
Подполковник Храмов уға ошоларҙы яҙҙы: “Кесе сержант Дятлов теге ваҡиғанан һуң замполит Карамовҡа инде бит, мин дә унда инем. Үҙен командирлыҡтан төшөрөүҙе һораны, ниңә тип төпсөнгәс, һөйләп бирҙе. “…Ул дөрөҫ эшләне, мин насар командир, мине был вазифанан алығыҙ. Тик уны язаға тарт­тыр­мағыҙ”, – тип үтенде. – Замполит, бына бит, нимә эшләргә яра­ма­ғанын үҙең дә аңлағанһың. Һин әйткәс, Хи­самовты беҙ язаға тарттырырға тейешбеҙ, тик һин беҙгә быларҙы һөйләмәнең, беҙ ишетмәнек, тип иҫәпләйек. Үҙ хатаңды аңлағас, һинән һәйбәт командир сығасаҡ”, – тине. Ысынлап та, замполит хаҡлы булып сыҡты, “гражданка”ға взвод ко­ман­диры ярҙамсыһы булып ҡайтып китте. Бына шу­лай булды ул ваҡытта. Хәйер, үҙең өсөн дә эҙһеҙ үтмәгәндер был ваҡиға, тип уйлайым. Хәҙер нисек һуң? Элекке кеүек һаман да ғәҙеллек яҡ­лау­сымы, холҡоң үҙгәрмәнеме? “Клас­таш­тар”ҙа һинең “битеңә” инеп, һаман да шулай позитив, актив булып ҡалыуыңды, уңыштарыңды күреп ҡыуанам”.
“…Әйткәндәй, бөгөн полковник Карамов менән һөйләштем. Яңыраҡ табыштыҡ. Новосибирскиҙа йәшәй. Афғанда ла, Чечняла ла булды. Минең һымаҡ ул да отставкала. Үҙ бизнесы бар, сит илгә лә йөрөй. Телефон номерын ебәрәм. Һинең яҡташ бит, хәлен белеш, шат булыр. Беренсе ротала бергә хеҙмәт иткән ваҡыттарҙы иҫләнек. Генерал Федосеев бер нисә йыл элек вафат булған икән. Әйткәндәй, рота командиры Митрофаныч иҫән, тик ныҡ ҡартайған. Броженко менән үҙең дә аралашаһың, уның тураһында яҙып тормайым. Тағы беҙҙең взводтан өйләнеп, ҡалала тороп ҡалған фин Никконенды күреп ҡалам, теләһәң, телефоннын ебәрәм. Һин Вәдүткә әйт, бәйләнешкә сыҡһын. Шәп сержант, минең урынбаҫарым булды. Йәл, Рафиҡ вафат булған икән… Интернетта бик ултырып бармайҙар шул беҙҙең йәштәгеләр, һирәктәр генә ултыра, шулай ҙа иҫәндәрҙер күбеһе, тип өмөтләнәйек…”

“…Һеҙҙең саҡырылыш менән башланды бит минең командир булараҡ хәрби хеҙмәт юлым. Беренсе взводта сынығыу алдым. Шәп егеттәр инегеҙ… Бөгөн яҙыуымдың сәбәбе шул, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең көнө теүәл бер ай элек мартта булды, ә бөгөн уның махсус частары көнө, онотманыңмы? Миңә ошо көн яҡыныраҡ. Байрам менән, полкташ!”

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас