Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Март 2022, 16:50

СИХЫРСЫЛЫҠ

Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр был көстөң ҡайҙан килеүен, үҙҙәренең өҫтөнә ниндәй оло яуаплылыҡ алыуҙарын беләме икән? Уларға ышанған кешеләр тормоштарын, балаларының бәхетен ниндәй көстәргә тапшырғанын аңлаһаларсы...

СИХЫРСЫЛЫҠСИХЫРСЫЛЫҠ
СИХЫРСЫЛЫҠ
СИХЫРСЫЛЫҠ йәки нисек ҡара көстәрҙән һаҡланырға?
 
 
Совет заманында динһеҙ йәшәп, халыҡта иман, әҙәп-әхләҡ, оялсанлыҡ, ололарға ҡарата ихтирам, ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһенә ҡараштар ҡаҡшаны, тип әйтергә була. Эскеселек, фәхишәлек, суицид, ата-әсәләре тере булған “етем” балалар, ҡарттар йортондағы ташландыҡ инәй-бабайҙар һәм башҡа һанап бөткөһөҙ йәмғиәт ауырыуҙары күп бөгөн. Һәм шуларҙың иң ҡурҡыныстарының береһе – ул сихырсылыҡ.
 
Эйе, халыҡ араһында бөгөнгө көндә киләсәк тормошто юрау, ир-егетте йә ҡатын-ҡыҙҙы сихыр аша үҙеңә ҡаратыу кеүек ғәҙәт тарала башланы. Хатта ауыл әбейҙәре лә был яңы “һөнәргә” өйрәнеп алды. Улар йәш ҡыҙҙарға яҡшы кейәү вәғәҙә итә, ауырыусыларға – тиҙ арала терелеү, түлһеҙҙәргә – бала. Эскелектән арындырыу, юғалған малды эҙләп табыу, дошманды юлдан алып ташлау, көнләшеп йөрөгән күршене ауырыуға һабыштырыу тәҡдим итәләр.
 
Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр был көстөң ҡайҙан килеүен, үҙҙәренең өҫтөнә ниндәй оло яуаплылыҡ алыуҙарын беләме икән? Уларға ышанған кешеләр тормоштарын, балаларының бәхетен ниндәй көстәргә тапшырғанын аңлаһаларсы...
 
Шәриғәт буйынса, сихыр – ул йәшерен сәбәбе булған, ғәҙәти тәбиғәткә тура килмәгән нәмә, сихыр – яңылышлыҡты дөрөҫ тип алдап күрһәтеү (Үәхид Ғабдүссәләм Әл-Бәлиҙең “Яуыз сихырсыларҙы ҡырыусы үткер ҡылыс” китабынан). Асыҡлабыраҡ әйткәндә, сихыр – сихырсы менән шайтандарҙың килешеүе: сихыр гонаһлы ғәмәл, Аллаһ диненә ярамаған эш ҡыла һәм бының өсөн шайтандарҙан ярҙам һорай. Улар, уға ҡайһы бер осраҡтарҙа булышлыҡ күрһәтә. Һәм сихырсы гонаһҡа ни тиклем тәрәнерәк батһа, ен-шайтандар шул тиклем нығыраҡ “ярҙам итә”.
 
Ҡайһы бер сихырсылар үҙҙәрен мосолман тиҙәр. Әммә улар – Аллаһтан башҡа кемгәлер ышанып, Ҡөрьән китабын тәһәрәтһеҙ йәки киреһенсә уҡып, төрлө ендәргә ҡорбан салып, ябай халыҡты алдап йөрөгән кешеләр. Атап үтелгән ғәмәлдәр уларҙың ни тиклем бысраҡлыҡҡа, хәрәмгә батҡандарын, Аллаһ диненән йыраҡ булыуҙарын асыҡ күрһәтә. Уларҙы ҙур бәхетһеҙлек көтә – был донъяла ла, әхирәттә лә. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: “Ә Мине иҫкә алыуҙан баш тартҡан кешенең, ысынлап та, тормошо ҡыҫыңҡылыҡта булыр...” (“Таһә” сүрәһе, 20:124). Ысынлап та, сихырсылар йоҡлай алмай ыҙалай, төндәрен ҡурҡып уяна, уларҙың яуыз эштәренән бөтөн туғандары, балалары яфалана.
 
Ҡөрьән-Сөннәттә сихырҙың барлығына дәлилдәр күп. Бының өсөн “Таң” (“Фәләҡ”) сүрәһен өлгө итеп килтереү ҙә етә: “Әйт: “Таң Раббыһына һыйынам, Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең яуызлығынан, һәм ҡараңғылыҡтың ҡаплаған ваҡыттағы яуызлығынан, һәм төйөндәргә өрөүселәрҙең (сихырсы) яуызлығынан, һәм көнләшеүсенең көнләшкән ваҡыттағы яуызлығынан!” – тип доға әйтергә ҡушҡан Аллаһы Тәғәлә (Ҡөрьән, 113:1-5). Шулай уҡ, Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) былай тигән: “Әгәр кеше сихырсыны йә күрәҙәсене осратып, уларҙың һүҙенә ышанһа, шуның менән ул Мөхәммәткә төшөрөлгәнде (йәғни ислам динен) инҡар иткән булыр” (Әбү Дауыт, Әхмәд, Әл-Хәким йыйынтыҡтарынан, сәхих хәҙис).
 
Шулай итеп, бер Аллаһҡа ышанған мосолман халҡы сихырҙың ярамаған эш, хәрәм икәнен аңларға тейеш. Был ғәмәл беҙҙе Аллаһ диненән, Уның рәхмәтенән сығара. Был осраҡта, кем уға ярҙам итә алыр, уны бәхетһеҙлектән ҡотҡарыр, үлем ғазабынан, ҡәбер язаларынан, Ҡиәмәт көнө, Сират күпере, Йәһәннәм ғазаптарынан аралар?!
 
Ислам – бөтә һорауҙарға ла яуап бирә торған тулы дин. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) – Уның кешеләргә һәм ендәргә ебәргән ҡоло һәм рәсүле. Аллаһ Тәғәлә бөтә нәмә хаҡында белә. Әгәр Ул берәүгә, һынап ҡарар өсөн, сихыр буйынса ғилем биргән икән, икенселәргә шул сихырҙы дауалау ысулын да еткергән. Раббыбыҙ Ҡөрьәндә: “Беҙ Ҡөрьәндә иманлылар өсөн шифа һәм рәхимлек булған нәмәләр иңдерәбеҙ”, – ти (“Төндә күсереү” сүрәһе, 17:82).
 
Билдәле, Ҡөрьән сүрәләре йән ауырыуҙарынан да, тән ауырыуҙарынан да дауа. Ислам динендә йәшәгән, һәр ваҡыт тәһәрәттә йөрөгән, хәрәмдән тыйылған һәм хәләл генә ашаған мосолмандарға сихыр, ендәр бик ауыр ҡағыла. Һәр төрлө зәхмәттән, күҙ тейеүҙән дауалау менән шөғөлләнгән Үәхид Ғабдүссәләм Әл-Бәли исемле ғалим үҙенең “Яуыз сихырсыларҙы ҡырыусы үткер ҡылыс” тигән китабында шундай ваҡиға тасуирлай. Берәүҙе Ҡөрьән уҡып дауалаған мәлдә, ул кеше йоҡлап китә, һәм сихыр менән индерелгән ене телгә килә: “Бынан сыҡмайым, сыҡһам да үҙеңә инәм”, – ти. “Ярай, ин”, – ти уға ғалим. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ен илай башлай. “Ниңә илайһың? ” – тип һорағанға ул былай яуаплай: “Һиңә инеп булмай, сөнки бөгөн иртәнсәк йөҙ тапҡыр “Лә иләһә иллә-Ллаһ, үәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү, үә һүә ғәлә күлли шәййиң ҡадир” – тип әйткәнһең”. Бер аҙҙан ен ислам динен ҡабул итеп, был кешенән сығып китә.
 
Ысынлап та, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғаләйһиссәләмдең сәхих хәҙисенә ярашлы, кем дә кем көн һайын йөҙ тапҡыр: “Лә иләһә иллә-Ллаһ, үәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү, үә һүә ғәлә күлли шәййиң ҡадир” (“Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Ул берәү, Уның иптәштәре юҡ, хакимлыҡ – Уныҡы, һәм бөтә маҡтауҙар – Уға, Ул һәр нәмәне эшләй ала”), – ти, шул кешегә көн һайын ун ҡол азат иткән кеүек сауап яҙылыр, унан башҡа тағы йөҙ яҡшы эш өҫтәлеп, йөҙ гонаһы юйылыр, һәм ул был көндө ҡараңғы төшкәнсе шайтандан һаҡланған булыр. Бер кем дә был кешегә ҡарағанда күберәк яҡшы ғәмәл башҡара алмаҫ, әгәр ҙә ошо һүҙҙәрҙе унан күберәк ҡабатламаһа ғына.
 
Әлхәмдүлилләһ, Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) аша Исламды тулыһынса еткергән. Был диндә һәр төрлө ғилем бар. Ә дин тотоусылар төрлө бысраҡлыҡтан, сихырҙан, насарлыҡтан йыраҡ булыр һәм шул рәүешле фани донъяла ла, мәңгелектә лә бәхеткә ирешер. Һеҙ ҙә, хөрмәтле уҡыусылар, Аллаһҡа ғына ышанып, Аллаһтан ғына ҡурҡып, бер ниндәй ҙә ендәрҙән, сихырсыларҙан ҡурҡмағыҙ – Аллаһ һеҙҙе Үҙе һаҡлар, иншаллаһ.
 
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай тигән: “Сафланған кеше генә уңышҡа ирешер, Раббыһының исемен иҫкә алыусы һәм намаҙ уҡыусы” (“Бөйөк” сүрәһе, 87:14-15). Ике көнөгөҙ бер төрлө үтмәһен – һәр саҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышығыҙ. Динегеҙҙе өйрәнегеҙ – унда һәр нәмәгә яуап бар.
 
Йә Аллаһ, беҙҙе тура юлдан яҙҙырмаһаң ине, беҙгә дөрөҫ һәм файҙалы ғилемдәр бирһәңсе, төрлө хәрәм эштәрҙән, насарлыҡтан, шайтандың үәсүәсәләренән, сихырҙан, күҙ тейеүҙән һаҡлап торһаң ине! Амин.
 
Илшат ҒАТИӘТУЛЛИН.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас