Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Март 2022, 07:05

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың март һаны сыҡты!

Ә һеҙ "Шоңҡар"ҙы уҡыйһығыҙмы? Оҡшаймы? 

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың март һаны сыҡты!Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың март һаны сыҡты!
Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың март һаны сыҡты!

Был юлы журналыбыҙҙың тышын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаеваның һүрәте  биҙәй.

Яҙыусы Риф Йөҙлөкбайҙың “Буйҙаҡ”  повесы  ваҡытында өйләнә алмай ҡалған Фән исемле егет хаҡында. Татарстандың төп әҙәби баҫмаһы “Казан утлары” журналы сыға башлауға 100 йыл тула. Ошо уңайҙан “Ҡәрҙәшлек кәштәһе” рубрикаһында  баҫмала эшләгән  әҙиптәрҙең хикәйәләре, шиғырҙары донъя күргән. Ейәнсуранан уҡытыусы Наил Юлдашбаев “Ярамай” тип әйтергә ярамай” тигән мәҡәләһендә бөгөнгө шарттарҙа ғаиләлә бала тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында яҙа.

Ҡыҫҡаһы, күптән һәр ғаиләнең яратып уҡыған журналы булараҡ билдәлек яулаған баҫмала был юлы ла маауығып уҡырҙай әҫәрҙәр, көн ҡаҙағындағы мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр баҫылған.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас