Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Март 2022, 16:13

НАСАРМЫ, ЯҠШЫМЫ?

— Бәлки, — тип тыныс ҡына яуап бирә фермер. Иртәгеһенә юғалған ат бер нисә ҡырағай атты эйәртеп ҡайтып инә.

НАСАРМЫ, ЯҠШЫМЫ?НАСАРМЫ, ЯҠШЫМЫ?
НАСАРМЫ, ЯҠШЫМЫ?

Фермер улына күк ат һатып ала. Күршеләре, уның ҡыуанысын уртаҡлашып:
— Беҙгә ундай бүләктәр эләкмәй ине.
Ҡайһылай яҡшы! — тиҙәр.
— Бәлки, — тип кенә яуап бирә фермер.
Бер нисә көндән ул ат ҡаса.
— Ҡайһылай насар хәл! — тиҙәр фермерға күршеләре.
— Бәлки, — тип тыныс ҡына яуап бирә фермер. Иртәгеһенә юғалған ат бер нисә ҡырағай атты эйәртеп ҡайтып инә.
— Бәхетең бар! — Күршеләре фермер өсөн ҡыуана.
Фермер "бәлки" һүҙен ҡабатлауҙан ары китмәй. Бер аҙҙан фермерҙың улы, ҡырағай атты өйрәтәм тип, аяғын һындырып ныҡ ҡына зәғифләнә.
— Бик ауыр хәл, — тип йыуатырға тырыша күршеләре. Әммә фермер бер ҙә борсолмай:
— Бәлки, — тип кенә ҡуя.
Шул уҡ аҙнала һуғыш башланып китә. Бөтә егеттәрҙе армияға алып китәләр. Фермерҙың аяғы имгәнгән улы ғына ҡала.
— Бәхетең бар, — тиҙәр күршеләре.
— Бәлки, — тип яуап бирә фермер...


БЫНА ШУЛАЙ ДОНЪЯ БИК ҠЫҘЫҠ ҠОРОЛҒАН. УНДА БЕР-БЕРЕҺЕНӘ БӘЙЛЕ ЛӘ, БӘЙҺЕҘ ҘӘ ӘЛЛӘ НИСӘ ХӘЛ-ВАҠИҒА БАРА. ҠАЙҺЫҺЫ – ЯҠШЫҒА, ҠАЙҺЫҺЫ – НАСАРҒА, ҠАЙҺЫҺЫ УҢЫШҠА АЛЫП КИЛЕҮЕН АЛДАН КҮҘАЛЛАП БУЛМАЙ. ҒҮМЕР ШУНЫҺЫ МЕНӘН ҠЫҘЫҠЛЫ ЛА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас