Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Март 2022, 14:50

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА: “Күңелемдең мөлдөр тулған мәле..."

Ошо көндәрҙә Фәниә Рауил ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләне. Шағирәне тыуған көнө менән ҡотлап, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, яңы үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА: “Күңелемдең мөлдөр тулған мәле..."Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА: “Күңелемдең мөлдөр тулған мәле..."
Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА: “Күңелемдең мөлдөр тулған мәле..."

Фәниә Рауил ҡыҙы Ғәбиҙуллина (ҡыҙ фамилияһы Сәйетгәрәева) 1957 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ы (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Наҙытамаҡ ауылында тыуған[1]. Күрше Әсәндә урта мәктәпте тамамлағас, Ҡазан дәүләт университетының тарих—филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә юғары һөнәри белем ала. 1979 йылда уҡыуын тамамлап, йүнәтмә буйынса Ҡазан ҡалаһының 10-сы мәктәп-интернатында үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай: тәрбиәсе һәм пионервожатый була, бер үк ваҡытта татар теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып бара.

1980 йылда Өфөгә күсенә һәм приборҙар эшләү заводының 58-се урта һөнәри техник училищеһында комсомол комитеты секретары вазифаһын башҡара. Йәштәр ойошмаһына етәкселек итеүҙәге ҡаҙаныштары һәм тәрбиә эшендәге уңыштары өсөн ВЛКСМ-дың завод, Октябрь район һәм Башҡортостан өлкә комитеттарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

1985—2013 йылдарҙа Фәниә Ғәбиҙуллина «Ҡыҙыл таң» республика ижтимағи-сәйәси гәзитендә эшләй: башта корректор, артабан хәбәрсе була һәм һуңынан редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 1999 йылдан ул Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.

Матбуғата эшләгән осорҙа көнүҙәк темаларға яҙылған яҡшы мәҡәләре менән республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеп сыға[2], «Ҡыҙыл таң» гәзитенең лауреаты итеп таныла, Башҡортостандың Мәғариф, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, театрҙар коллективтарынан Рәхмәт хаттары ала.

2008 йылда Фәниә Ғәбиҙуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].

 

* * *
Ер-һыуҙарҙы ташлап китеүҙәре
Ай ауыр шул, дуѕтар, кемгә лә.
Ҡояш, ана, алтын күпер итеп,
Һуңғы нурын һуҙған күлдәргә.

Әллә Айҙың Зөһрә ҡыҙы өсөн
Күпер ҡойған алтын нурҙарҙан?
Әллә Айҙың үҙе юҡта ғына
Зөһрә ҡыҙҙы булған урларға...

* * *
Урман итәгендә аҡлан,
Тирә-яҡ тик аҡтан, аҡтан.
Зарыҡтырып яуған ҡарҙар
Юрған булып ерҙе япҡан.

Ә аҡландың тап ситендә
Йылы йәйҙе хәтерләтеп,
Парлы күбә ҡалҡып тора,
Килеп алғандарын көтөп.

Береһе уның кәләш булыр, —
Аҡтан ғына күлдәккәйе.
Икенсеһе — кейәү егет,
Ҡырын һалған түбәтәйен.

Аҡ ҡырға йәшел йәм өҫтәп,
Еләк еѕтәре таратып,
Тиҙҙән ҡуҙғалыр пар кәбән
Ауыл яғына ҡаратып.

* * *
Күңел әйҙәй әллә ҡайҙарға,
Менәйемме бейек тауҙарға.
Яҡынайып йондоҙ-айҙарға,
Сисәр инем иң-иң серемде...
Бәлки, улар аңлар күңелде,
Күтәралмам йөрәк йөгөмдө...

Яҙҙар еткән һайын

Гөрләүектәр йырын тыңлар өсөн
Ҡайтам әле, ҡайтам ауылға.
Ҡалаларҙа ҡары күп булһа ла,
Көйһөҙ генә ирей, тын ғына.

Ауылымда һауаһы ла бүтән,
Елдәренән килә тал еѕе,
Ҡыр ҡаҙының илһамлы моңдарын
Бынан башҡа ҡайҙа тыңлайһың?..

Ауылдарҙа сыйырсыҡ буранын
Көтөп ала һәр кем ҡыуанып,
Ә ҡалала уның ни икәнен
Аңламай, ахыры, был халыҡ.

Ҡаҙҙар тиҙҙән бәпкәгә ултырыр...
(Ниңә киттем икән ҡалаға?!)
Рәхәтләнеп әсәй менән хәҙер
Һалам түшәр инем ояға.

Ҡайтам әле ауылыма тиеп,
Был йәнемде ниҙер ҡамсылай?!
Инде мине нисәнсе яҙ унда
Йоҙаҡ элгән ишек ҡаршылай.

* * *
Тыуған яҡтарыма ҡайтһам,
Елдәренә битем ҡуям, —
Таң елендә әсәйемдең
Ҡулдарының йылыһын тоям.

* * *
— Ҡалаларҙа ниндәй хәбәрҙәр бар, —
Әсәй һорай ҡайтҡас ауылға.
— Гәзиттәрҙә инде яңылыҡ, — тим, —
Унда хәбәр дөрөѕ яҙыла.

— Гел матурлап ҡына яҙаһығыҙ,
Ышаныуы ҡыйын шул, балам...
Һауаларҙа йөр(ө)тә хыял һине,
Ергә төшөргә лә бик таман.

Рәнйетәбеҙ

Кесерткәндә һәм әремдә — күпме дауа...
Тик уларҙы кеше күберәк урап уҙа.
Ни барыһы бер минутлыҡ хуш еѕ өсөн
Муйыл-сирень сәскәһенә ҡулын һуҙа.

Рәнйеп ҡала ботарланған ағас, ҡыуаҡ.
Ә кесерткән, киреһенсә, үткән бергә:
“Мине өҙ, тип ялына һымаҡ,
дауалармын”.
Әрһеҙ әрем үҙе тула үпкәләргә.

Ләкин кеше урап уҙа, гөлгә ҡыҙа...
Уйлап тормай ҡылығының алдын-артын.
Яратмаған — әрһеҙ әрем кеүек уға,
Тик аңламай рәнйетеүен яратҡанын.

Халыҡ әйткән: яратҡанын ала үлем...
Шул һүҙ менән ярабыҙҙы дауалайбыҙ.
Үҙ ҡулыбыҙ менән шулай йәрәхәтләп,
Яҡындарҙы юғалтҡанды аңламайбыҙ.

Болоттар яҙмышы

Көнө лә нәҡ күңелемә оҡшаш —
Баш осонда ҡара болот тотош...
Уй ҡанатын ғына ҡаҡһын яңылыш,
Диңгеҙ булып ағыр һымаҡ һағыш.

Күңел бойоҡлоғон һиҙгән кеүек,
Ямғыры ла тора һаман һибеп.
Ямғыр булып яуыр йәштәремде
Шул тамсылар араһына йәшерәйемме?

Елбәҙәк ел генә һаҡһыҙ тейһен,
Селпәрәмә килер кеүек хисем.
Күңелемдең мөлдөр тулған мәле,
Болоттарҙы һин, ел, болғатма әле!

Тулған күңел ауыр инде, ауыр...
Килгән болот яумай китмәҫ — яуыр,
Дауам итер юлы, ағышы.
Болоттарҙың шундай яҙмышы.
Тик эйәртмәѕ минең һағышты.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас