

Ҡайтыр булһаң, тура үҙемә ҡайт!
Шылтыратма, яҙма, ярһыма.
Белмәй көтәм, шатлыҡтарым өркөр -
Сер булып кил әле яныма.
Юлдарыңда ажғырып ҡар яуһа,
Күндәм генә итеп урап үт.
Ҡомарланған туң боҙҙарын яйлап,
Тамсыларың менән турап һүт!
Һине көтә-көтә, көтөктәрҙәй,
Зар-интизар күңелдә наҙым.
Йылы нурҙарыңа һыуһағанмын -
Тура үҙемә ҡайтсы, ЯҘЫМ!
***
Һаумы, йәнем!.. Тағы килдем әле,
Уйҙарымда һиңә ашҡынып.
Һағынһаң да сабыр көтәһеңме,
Ярҙарынан сыҡмай ташҡының?
Тулҡындарың - талғын... Ялҡын ғына
Һуғылһа ла ҡая - таштарға.
Һиҙәм, әмәлең юҡ мине генә
Хәтереңдән юйып ташларға...
Һаумы, тиеп мине көткән кеүек ,
Ҡаршы ала асыҡ ишегең.
Ана шулай, уйҙарымда ғына,
Көн дә киләм һиңә, йәшлегем!..
***
...Аҙашырым белеп, сығып барам,
Күҙ асҡыһыҙ ап-аҡ буранда.
Фәҡәт бөгөн табырмындыр һымаҡ,
Эҙҙәреңде күрше урамда.
Көн дә киләм ошо тарафтарға,
Хәлдәр етмәҫ буранды ярып.
Йыраҡтағы йәшлек туғайымды,
Эҙләй-эҙләй, бөтһәм дә арып.
Яңылышып, мең ҡат абынһам да,
Онотманым һине, ҡәҙерлем.
Эҙҙәреңде әгәр таба алһам,
Аҙашырға хатта әҙермен...
***
Балаҡайым, һөйөү емешем!
Балам көлөүҙәре – эскерһеҙ моң,
Шишмә сыңы, ҡояш йылыһы.
Ҡурай тауышының ауаздары,
Йөрәк түрендәге йыл йыры.
Балам көлөүҙәре – иң ихлас йыр,
Тәбиғәттең наҙлы нотаһы.
Ысынбарлыҡ донъяһына илтә,
Ә унда һуң – йыһан ҡоттары!
Тын алышың – минең һулар һауам,
Ә көлөүең – йөрәк тибешем.
Йылмайыуың менән мин йәшәйем,
Балаҡайым, һөйөү емешем!
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.