Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Марта 2022, 08:40

Бөгөн - Халыҡ-ара поэзия көнө Гөлнур ҠЫУАТОВА

Хәйерле юл тием киткәнгә, Үкенес юҡ һис тә үткәнгә. Тормош дауам итә унһыҙ ҙа, Унһыҙ ҙа бит мөмкин йәшәргә.

Бөгөн - Халыҡ-ара поэзия көнө   Гөлнур ҠЫУАТОВАБөгөн - Халыҡ-ара поэзия көнө   Гөлнур ҠЫУАТОВА
Бөгөн - Халыҡ-ара поэзия көнө Гөлнур ҠЫУАТОВА

Үҙе серле, үҙе ябай,
Күңелдәре мең ҡатлы -
Шағирҙар ҙа, ғалимдар ҙа
Аңламай ҡатын затын.

Йондоҙ кеүек бик йыраҡта -
Булһа ла яҡын.
Уның янда затһыҙлана
Хатта саф алтын,

Бар донъяны йәмләп йәшәй,
Ер күрке - ҡатын.
Тик мөхәббәт баһалайҙыр
Уларҙың хаҡын.

***

Бик ҡыйыуһыҙ, сабыр ғына
Яһап бәләкәй аҙым,
Килеп етте бөгөн таңда
Көттөргән танһыҡ яҙым.
Күңелемдә ҡар һыуҙары
Күптән һуҙа йыр ғына.
Ә әрһеҙ ҡыш елдәр менән
Һаман миңә һырыға.
Етәр, һыуыҡ! Үҙһүҙләнмә,
Ҡалды ғүмерең бик аҙ.
Бөгөн таңда ер йөҙөнә
Килде һағындырған яҙ.

 

***

 

Иң еңеле - ғәйеплене эҙләү,
Үҙ хатаңды аңлау - сауаплы.
Һәр кем бирә кеше өсөн түгел,
Бары үҙе өсөн яуапты.
Абынғанды түпәләүе еңел,
Ярҙам ҡулын һуҙа һирәктәр.
Дуҫтар ҙа бит ҡай саҡ юҡҡа сыға,
Ауыр саҡта, ярҙам кәрәкһә.
Кеше гонаһтарын һөйләү еңел,
Тел сарларға оҫта барыһы.
Ауыр хәлгә ҡалһаң беленә ул
Дуҫлыҡ менән иман баһаһы.

Һине һөйөп сәскә атҡан инем,
Балға тулды минең булмышым.
Тик таңдарҙа ҡырау булып яттың,
Әллә шиңһен, тиеп тырыштың.

Һине ҡояш кеүек күреп күктә,
Йәйғор булып мендем яныңа.
Болот араһына инеп ҡастың
Яра һалып минең йәнемә.

Баҡсаларға ингәнеңде күреп,
Алма булып төштөм алдыңа.
Тәмләнең дә, ситкә быраҡтырҙың,
Башҡа емеш алдың ҡулыңа.

***

 

Йыуатырға кәрәкмәйҙер мине:
Керпектәге йәштәр кипте инде.
Был ғәҙәти тормош дауам итә -
Кемдер килә, ә кемдәрҙер китә.

Киткәндәрҙе көсләп тотҡом килмәй,
Һәр кем ерҙә тик бер генә йәшәй:
Үткәндәргә ишектәрҙе ябам,
Ҡояш өсөн күңелемде асам.

Эйе, хәтирәләр ҡайсаҡ күҙҙәрҙә
Сәбәп булыр инде йәштәргә.
Ә шулай ҙа йыуатмағыҙ мине,
Һис кәрәкмәй мине йәлләргә.

Хәйерле юл тейем киткәнгә,
Үкенес юҡ һис тә үткәнгә.
Тормош дауам итә унһыҙ ҙа,
Унһыҙ ҙа бит мөмкин йәшәргә.

Автор:
Читайте нас