

Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуындағы “Яран гөл” йырын бер нисә быуын яратып тыңлай. Йырҙың символик образын да һәр йортта осратырға мөмкин. Сағыу сәскәләре менән йыл әйләнәһенә хужаларын һөйөндөрә ул. Үҙе талымһыҙ ҙа. Бер ботаҡтан ғына тамыр йәйә, ике-өс көн һыуһыҙ торһа ла “үпкәләмәй”. Йәйен урамға сығарып ултыртҡанда ла, саф һауала шау сәскәһе менән һөйөндөрәсәк. Тик көҙөн ҡабаттан өйгә индерәм тиһәң, ул һулыясаҡ. Шуға ла, алдан уҡ бер ботағын алып ҡалып, бүлмәлә ҡалдырыу яҡшыраҡ.
Сит илдәрҙә лә уны үҫтерергә яраталар. Немецтар “ҡауҙы танауы” тиһә, инглиздәр торнаға оҡшата. Тыуған яғы Англия һанала. Баҡсасы Джордж Традескан тәүгеләрҙән булып уның бер нисә төрөн үҫтергән һәм яратып “фәрештә”, “күбәләк” тип атаған. Беҙҙең халыҡ араһында “бесәй гөлө” исеме менән таралған, флористар герань тип атайҙар.
Яран гөл һәр өйҙә үҫергә тейеш, тиҙәр. Сәбәптәре төрлөсә:
1. Хуш еҫле япраҡтары микропҡа, төрлө тын юлдары менән таралыусы ауырыуҙарға ҡаршы матдә бүлеп сығара.
2. Себен, серәкәй, көйә кеүек “саҡырылмаған ҡунаҡтар”ҙан аралай. Уларҙан һаҡланыу өсөн 1 л һыуға 10 тамсы герань япрағының һутын һығып һалырға һәм махсус һиптергес менән йорттоң һәр мөйөшөнә һибеп сығырға кәрәк. Йорт хайуандарына уның бер зыяны ла юҡ.
3. Яран гөл үҫкән өйҙә тауыш-талаш һирәк сыға. Бер япрағын өҙөп бер нисә минут тынлыҡта еҫкәп торғанда, арығанлыҡ, депрессия, стресс ҡул менән һыпырып алғандай була, тиҙәр.
4. Мөхәббәт гөлө тип тә йөрөтәләр. Матур, сәскәле һауыттарҙа ҡәҙерләп кенә үҫтергәндә үҙегеҙ ҙә икенсе яртығыҙ тарафынан шундай уҡ ҡәҙер-хөрмәт күрерһегеҙ.
5. Ҡара көстәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡланыу өсөн элек гүзәл заттар уның сәскәләре менән өҫ кейемдәрен биҙәгәндәр. Буласаҡ әсәйҙәрҙең эсен гөл менән имләп сыҡҡанда, тыуасаҡ сабый яҡты донъяға һау-сәләмәт килер, бәхетле тормошта йәшәр тигән ышаныу ҙа булған.
6. Тормошто яратҡан, йәшнәп йәшәүсе кешеләр торған йортта күкрәп сәскә атыусан. Әгәр ҙә, хужаһы берәй үлемесле ауырыу менән сирләй башлаһа, йә ҡапыл вафат булып ҡуйһа, был яңылыҡты яран гөл дә ауыр кисерә. Тик торғандан һулып ҡуйыуы бар. Бары тик сылт ҡыҙыл төҫтәгеһе генә ҡайғыға бирешмәй тороп ҡалырға мөмкин.
7. Эш урынында үҫтергәндә коллектив араһында татыулыҡты, берҙәмлекте һаҡлай.
8. Алһыу төҫлө кипкән сәскәһен янсыҡта йөрөткәндә, унда һәр ваҡыт аҡсаға ла урын булыр.
9. Балаһыҙ йонсоған ғаилә парҙарына аҡ төҫтә сәскә атыусы яран гөлдө йоҡо бүлмәһендә үҫтерергә кәрәк.
10. Ҡып-ҡыҙыл төҫтә сәскә атҡанын урамға ҡарап торған тәҙрә төптәренә ултыртырға ҡушалар. Яман күҙҙәрҙән, йәбер-хыянаттан һаҡлап тора икән.
Петр Беренсе лә дауаланған
Герань халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла. Уның составында гераниол, линалоол, нерол, цитронеллаль һәм лимонен кеүек актив берләшмәләр барлығы билдәле. Батша Петр Беренсе ҡул бармағының тырнағы оҙаҡ йүнәлмәй йонсотҡанда, яран гөл сәскәһенән әҙерләнгән мазь менән дауаланған. Әлеге ваҡытта ла был гөл халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла.
Тымау ваҡытында 2 – 3 тамсы герань япрағының һутын танауға тамыҙырға.
Тамаҡ ауыртҡанда, гөлдөң 5 – 6 япрағын 1 литр һыуға һалып, 5 минут талғын утта ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң, 3 – 4 сәғәт һайын тамаҡты сайҡатырға.
Ҡолаҡ һыҙлағанда, 1 япраҡты ипләп кенә ыуалап йомшартырға, һуңынан йомарлап бөкләгәндән һуң, ауыртҡан ҡолаҡҡа ярты сәғәт самаһы ваҡытҡа ҡуйып торорға.
Эс ауыртҡанда, бер япрағын ваҡлап турарға һәм 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 5 минут талғын утта тоторға. Әҙер төнәтмәгә үҙе хәтлем үк ҡайнар һыу ҡушып, яҡшылап болғатырға. Ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
Аналыҡтан ҡан туҡтамағанда, яран гөл япрағының 20 – 30 тамсы һутын ике сәғәт һайын эсергә.
Йоҡоһоҙлоҡтан герань гөлөн ике төрлө ҡулланырға мөмкин. Беренсеһе, 10 япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Әүен баҙарына китергә йыйынғансы ярты сәғәт алда өстән бер өлөшөн эсергә. Икенсеһе, киптерелгән яран гөл япраҡтарынан һәм сәскәләренән эшләнгән мендәр ҙә ҡаты итеп йоҡларға ярҙам итер.
Күҙ эренләгәндә, 10 япрағын йә сәскәһен бер балғалаҡ ҡорт балы менән яҡшылап бутарға. Иртәнгә тиклем ултыртып торорға. Икенсе көнөнә ауыртҡан урынға бер нисә тапҡыр һөртөргә.
Йәрәхәттәр тиҙерәк бөтәшһен өсөн, 3 тамсы герань майын кокос майына ҡушырға һәм боҙолған урынға һөртөп бәйләп ҡуйырға. Ул төрлө бактерияларҙы ла үлтерә.
Яран гөл косметологияла ла киң ҡулланыла. Бер нисә тамсы герань һутын лосьонға ҡушып көн дә ҡулланғанда, йыйырсыҡтар бөтә, тире йомшара.
Шулай ҙа герань менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү ҙә мотлаҡ һанала. Ҡан ныҡ ҡуйырғанда, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, ашҡаҙан язваһы менән яфаланғанда, ауырлы саҡта һәм өс йәшкә тиклемге балаларға, оло йәштәгеләргә ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Сулпан ВИЛДАНОВА.