

Ул сағыу һәм аҡыллы сәйәсмән булған. Уның ҡултамғаһы БАССР-ҙы ойоштороу тураһындағы килешеү аҫтында тора. Муллайән Халиҡовтың Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаһында эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә республикабыҙҙың административ сиктәре киңәйә, ә баш ҡала Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерелә.
Ауыр ваҡыттар булыуға ҡарамаҫтан, Муллайән Халиҡов һәм уның фекерҙәштәре халыҡ хужалығы системаһын яңынан ҡороп, ул республикабыҙҙың башҡорт мәҙәниәтен, телен, рухи мираҫын һаҡлау өсөн күп көс һалған шәхес. Тап Муллайән Халиҡов заманында хәҙерге Башҡортостандың уңышлы үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ һалынған.
Әйткәндәй, Өфөлә уникаль кире ҡайтарылған исемдәр музейын булдырабыҙ. Унда тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә һәм лайыҡһыҙ рәүештә онотолған яҡташтарыбыҙ хаҡында һөйләргә тырышырбыҙ. Яңы музейҙағы айырым экспозицияны Муллайән Халиҡовҡа бағышлайбыҙ. Был — беҙҙең күренекле дәүләт эшмәкәренә ихтирам һәм ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереү, — тип белдерә үҙ сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хабиров.