Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Март 2022, 15:28

Ғафуриҙар әсе телле яҙыусыны тәбрикләне

Осрашыу бөтәһенең күңеленә хуш килде.

Ғафуриҙар әсе телле яҙыусыны тәбрикләнеҒафуриҙар әсе телле яҙыусыны тәбрикләне
Ғафуриҙар әсе телле яҙыусыны тәбрикләне

Ғафури район мәҙәниәт һарайында күркәм сара - ошо көндәрҙә 55 йәшлек юбилейын билдәләгән яҙыусы-сатирик, журналист, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Венер Айҙар улы Исхаҡов менән осрашыу үтте. Байрамға район китапханасылары, Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары, уҡытыусылар йыйылды.  

Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән Венер Айҙар улы ғүмеренең 30 йылын республика матбуғатына бағышлаған. “Таяҡ”, “Шоколад ниңә асыуланды?”, “Өй эйәһе” китаптары авторы. Тиҙҙән дүртенсе китабы донъя күрәсәк. 

Район мәғәриф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин,  "Шоңҡар журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов яҙыусыны тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. "Табын" гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, фотохәбәрсе Наил Латыпов тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Йәнле осрашыуҙа уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас