Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Март 2022, 05:00

"Казан утлары" — беҙҙә ҡунаҡта!

Туғандаш республиканың шатлыҡлы ваҡиғаһын уртаҡлашып, бөгөн ошо журналда эшләгән һәм ижад иткән ҡәләмдәштәребеҙҙең әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыларына тәҡдим итәбеҙ.

"Казан утлары"  — беҙҙә ҡунаҡта!"Казан утлары"  — беҙҙә ҡунаҡта!
"Казан утлары" — беҙҙә ҡунаҡта!

"Шоңҡар" республика йәштәр журналының март һанында "Ҡәрҙәшлек кәштәһе" рубрикаһында алты татар яҙыусыһының әҫәрҙәре баҫылды. Улар барыһы ла - күренекле татар яҙыусылары, бай тарихлы "Казан утлары" журналы хеҙмәткәрҙәре.
Татарстандың төп әҙәби баҫмаһы – “Казан утлары” журналы быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был абруйлы журнал Башҡортостан уҡыусыларына ла яҡшы таныш, республикабыҙҙың һәр мөйөшөндә уны яратып уҡыйҙар. Күп кенә башҡорт яҙыусылары тап ошо журнал аша татар донъяһына танылды. Совет осоронда йөҙәр меңле дана менән донъя күргән баҫма бөгөн дә Рәсәйҙә иң ҙур тиражлыһы булып иҫәпләнә.
“Казан утлары”нда элек-электән абруйлы яҙыусылар эшләгән. Туғандаш республиканың шатлыҡлы ваҡиғаһын уртаҡлашып, бөгөн ошо журналда эшләгән һәм ижад иткән ҡәләмдәштәребеҙҙең әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыларына тәҡдим итәбеҙ. Прозаиктар Рөстәм Ғәлиуллиндың (баш мөхәррир), Вәҡиф Нуриевтың, Ландыш Әбүдәрованың хикәйәләре, шағирҙар Рәфис Ҡорбандың, Алина Хәбибуллинаның, Фәнил Ғиләжевтың матур шиғри шәлкемдәре һәр кемдең күңеленә хуш килер.
Байрамығыҙ мөбәрәк булһын! Мәңге балҡыһын "Казан утлары”!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас