Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Апрель 2022, 08:00

Балаларығыҙға китап уҡыйһығыҙмы?

Бөгөн - Халыҡ-ара балалар китабы көнө.  

Балаларығыҙға китап уҡыйһығыҙмы?Балаларығыҙға китап уҡыйһығыҙмы?
Балаларығыҙға китап уҡыйһығыҙмы?

Ул йыл һайын донъяға билдәле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсендың тыуған көнөндә билдәләнә. Байрам Халыҡ-ара балалар китабы советы тарафынан 1967 йылда барлыҡҡа килә. Был көндө китапханаларҙа, мәктәптәрҙә, китап магазиндарында әҙәки кисәләр, Балалар китабы аҙналығы, махсус акциялар һәм башҡа бик күп саралар үтә. Былар барыһы ла киләсәк быуынды белемгә, нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу өсөн эшләнә. Сөнки китапҡа һөйөү бала саҡта тәрбиәләнә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте магазинында  “Китаплы бала саҡ” акцияһы бара. Унда донъя күргән балалар әҙәбиәтен 10% ташлама менән һатып алырға мөмкин.

 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас