

Мин һәр ваҡыт мөхәббәткә мохтаж булып йәшәнем. Һәр саҡ мине яратыуҙарын, матур һүҙҙәр әйтеүҙәрен теләнем. Әммә... Әммә беҙҙең башҡорт ғаиләләрендә яратыуҙы һүҙ менән әйтеү, иркәләү ҡабул ителмәгән. Һәр хәлдә элекке, беҙҙең бала саҡтағы, йәғни 70-се йылдарҙағы ғаиләләрҙә шулай ине.
Беҙҙең өйҙә 7 бала үҫеп, атай-әсәйебеҙ, ғүмер буйы беҙҙең менән бергә йәшәгән ҡәртәсәйебеҙ (атайҙың әсәһе) бөтөнөбөҙгә лә тик исемебеҙ менән генә өндәште. Ә минең, кескенә ҡыҙыҡайҙың, шул ҡәҙәр йылы һүҙ ишеткем килә. “Ҡыҙым”, “балам”, “бәпәйем” тигән һүҙҙәрҙе ишетер өсөн әллә ниҙәр бирер инем! Дуҫ ҡыҙыма барһам, уның әсәһе уға гел генә ошо һүҙҙәр менән өндәшә. “Нимәгә фәлән-фәлән апай ҡыҙына шулай тип әйтә ул, ә һеҙ бер ҙә улай тимәйһегеҙ?”- тип йонсотам әсәйемде. “Уй Аллам, ул апайың килештерә инде ул, балаһына юхалап, сүселдәп. Эш-йомошон тыңлаһын тип инәлә инде”, - тигән кеүегерәк яуап ишетәм... Ләкин баяғы йылы ғына, матур ғына, наҙлы ғына һүҙҙәрҙең миңә лә төбәп әйтелеүен ишетке килә.
Арҡабыҙҙан тупылдатып һөйгәндәрен дә хәтерләмәйем. Булмағандыр. Ауылда башланғыс ҡына мәктәп ине, 3-сө кластан һуң балалар йә күрше ауылға, йә Баймаҡтағы интернат-мәктәпкә уҡырға китәләр. Беҙ ҙә шулай 10 йәштән генә өйҙән айырылдыҡ. Уй, һағынып ыҙаланыуҙарым! Йәшеренеп кенә, юрған аҫтында илап-илап йоҡлап китә инем. Үҙәгем өҙөлөп һағынып ҡайтып төшһәм дә, берәү ҙә ҡосаҡлап ҡаршыламай, “Һаумы”, - тип күрешергә ҡул ғына һуҙалар. Бер шулай ҡайтҡанымда күрше Зифа апай (урыны ожмахта булһын!) менән әсәйем өйҙән сығып киләләр ине. Берәй йомошҡа ингән булғандыр инде. “Уй, Өпөрә апай (ҡустым Зөлфирә апай тип әйтә белмәй, бәләкәй саҡта Өпөрә апай, тип йөрөткән. Шул ҡушаматым оҙаҡ ҡына өйҙә, күршеләр араһында йөрөнө) ҡайтып та еткән!” – тип был мине көтмәгәндә ҡосаҡлап алмаһынмы! Эсемә һыймай тулышҡан һағыныуҙарым, юҡһыныуҙарым ташып барған булғандыр инде, мин дә Зифа апайҙы һыға ҡосаҡланым. Оҙаҡ ҡына ҡосаҡлашып торҙоҡ, ул мине арҡамдан һөйҙө. Йомшаҡ итеп түгел, ҡаты итеп тупылдатып һөйҙө. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәп, пилорамала ағас ярыуҙа ирҙәр эшен эшләп донъя көткән апайҙың ҡулы ҡаты булмай нисек булһын! Үҙенең ҡыҙы юҡ, ике ул үҫтергәнгә мине ҡосаҡлап һөйҙөмө икән, әллә былай ғына тура килдеме – белмәйем. Шул хәтлем рәхәт булды уның ҡосаҡлауы! Әсәйемә тилмереп ҡараным: бәлки, хәҙер инде ул да ҡосағына алыр, ул да һағынғандыр бит инде, минең нисек итеп яратылыуға мохтаж икәнемде күреп торалыр ҙа баһа?! Юҡ шул, уң ҡулын ғына биреп күреште лә, “Әйҙә, ин өйгә, һыуыҡ тейҙерәһең бит!” – тине...
Йылдар үткәс, мин әсәйемдән йыш ҡына шул турала һораштым: “Нишләп беҙҙе иркәләтмәнегеҙ ул?” “Иркәләп боҙорбоҙ тип ҡурҡтыҡ. Һеҙ йоҡлағанда ғына арҡағыҙҙан ҡаға инек”...
Заманы шулай булды: атайҙар бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем эштә. Уларҙы йүнләп күрмәйбеҙ ҙә, улар балаларҙы тәрбиәләү эшендә ҡатнашмай ҙа. Берәй эш боҙһаң ғына “Атайыңа әйтәм”, - тип ҡурҡытҡан була әсәйҙәр. Ҡурҡтыҡмы икән? Юҡтыр, сөнки атай беҙҙе ғүмерҙә лә әрләмәне лә, бармаҡ осо менән дә сиртмәне. Ә әсәйҙән эләгә ине эш боҙһаҡ!
Атай кеше балаларын яраталыр тигән уй ҙа килмәне башыма. Ул мал таба, аҡса эшләй. Ә яратыу ул... Балалар ғына әсәй-атайҙарын яраталыр тип уйлай инем. Үҙемде яратыуҙарын тоймағанғамы икән?
Бер саҡ 10 йәшлек кенә ҡустым өлкән ағайымдың “Восход” мотоциклын алып сығып киткән. Кататься итергә. Ул яҡты, был яҡты ҡараштырҙыҡ, бер ҡайҙа ла юҡ. Шунда атайым: “Барығыҙ, эҙләгеҙ! Тапмайынса ҡайтып күҙемә күренмәгеҙ! Әгәр балаға бер-бер хәл булһа, минән изгелек көтмәгеҙ! “ – тине ҡаты итеп. Атайым шулайтып тәүгә тауыш күтәрҙе һәм мине шаҡ ҡатырҙы: ыста, әллә атайым Хәбир ҡустымды шулай яратамы икән, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә өйҙән ҡыуып сығарырмы икән шуның өсөн?! Байтаҡ ҡына ваҡыттан һуң матайҙы этеп, лыс тир булып ҡайтып инде Хәбир. Матайы һүнгән дә, тоҡандыра алмаған икән. Уға берәү ҙә бер һүҙ ҙә әйтмәне, атайҙың ҡаты иҫкәртеүе һағайтҡандыр, моғайын...
Әсәйемә үпкә һаҡламайым, эйе, ҡатыраҡ та, ҡорораҡ та, уҫалыраҡ та булғандыр. Ете балаға баш булып ҡара әле! Етмәһә, һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ тиҫкәрелеге, ныҡышлығы, ҡара тырышлығы бар... Уның ҡарауы, хәҙер әсәйем ҡосаҡлап ҡаршы ала, ҡосаҡлап, тупылдатып һөйөп оҙата. Ҡана ла һуң бәләкәй саҡта шулай булһа! Ярар, үткәндәргә – салауат итәйек тә, әсәйҙәребеҙгә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйек! Әсәйле булыу кемгә тәтей әле!
Үткәндә “Бәхетле булғым килде” тигән посымда яҙғайным инде, мине бала саҡта “ялҡау” тип әрләгәндәрен. Тағы ла “Һинән ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ!” тигәндәре үҙәгемде өҙә ине. “Алла бойорһа тыуыр ҙа, торор ҙа! - тиер инем эстән генә. - Һәм уларҙы мин ныҡ яратырмын!” Аллаға шөкөр, биш балаға ғүмер бирергә насип итте. Уларҙы ғына түгел, бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең дә бала-сағаһын ғәләмәт яратам! Һәр юлда тап булған балаға һүҙ ҡушмай үтмәйем. Йәйгеһен Тоҙлокүлгә (Соль- Илецк) барғанда, һыу инеп йөрөгәндә эй балалар менән булышам: “Ана акула килә ята, ҡас!”- тип алдатам. Күбеһе ҡурҡа, шаптырлап йөҙөп китә. Ата-әсәләре минең шаяртҡанды белеп, асыуланмайҙар, уларға ҡыҙыҡ. Бер малай ҡурҡмай ҙа, китмәй ҙә. Әллә нисә ҡабатланым: “Быстрее убегай, вон акула плывет!” тип. “А я не знаю, что такое акула” тигәс кенә һыныбыҙ ҡатҡансы көлдөк. Үҙемдекеләр тыя, ҡуй инде әсәй, булышма, тип. Шул хәтлем бәләкәй сабый бала һөйгөм килә, еҫкәп-еҫкәп, табандарынан үбеп-үбеп. Әлегә ейән-ейәнсәр бирмәй әле Аллаһы Тәғәлә. Киләсәктә булыр тип ышанам инде!
Ә балаларымды иҫем китеп яратам! “Улым, ҡыҙым, балам, бәпесем, матурым” тип кенә торам. Өлкәненә 28, бәләкәсенә 14 йәш булһа ла, һәр береһен әле лә үбәм. Йоҡонан үбеп уятам, мәктәпкә, юлға үбеп оҙатам, үбеп ҡаршылайым. Улар ҙа минең кеүек яратылыуға мохтаж булып, сит кешенән йылылыҡ, наҙ эҙләп, әсә ҡосағынан мәхрүм булып йөрөмәһен тип теләйем. Матурмы-йәмһеҙме, тыңлаулымы-тыңлауһыҙмы, отличникмы-насар ғына өлгәшәме, ниндәй генә булһалар ҙа яратам! Булғандары өсөн генә яратам! Имен-һау булһындар, тәүфиҡлы, бәхетле, оҙон ғүмерле, сәләмәт тәнле һәм рухлы, камил аҡыллы булһындар!
Һорауығыҙҙы һиҙеп торам: “Бөтәһе лә шулай яҡшымы? Әрләмәйһеңме, ҡул күтәрмәйһеңме?” тиһегеҙҙер. Ышанмай, көлөмһөрәп ҡуяһығыҙҙыр, алдап яҙа тиһегеҙҙер. Дөрөҫ! Бөтәһе лә улай ал да гөл булһа, беҙ гонаһлы донъяла түгел, ожмахта йөрөр инек! Әрләйем! Ҡалайтаһың, уҫаллыҡ бар инде, бар! Бәләкәй саҡтарында эләктереп тә ебәрә инем, хәҙер үҫеп бөттөләр инде, үҙемдән аша ҡарап торалар, ҡул тейҙереп булмай! Бигерәк тә ике ҙур ҡыҙыма – Илнара менән Илзирәгә (Эйе, эйе, шул йырсы һәм скрипач Илзирә Ҡудашева инде!) йыш ҡына эләкте. Үҙҙәре лә әйтеп ҡуя: “Әсәй, һин малайҙарыңа “Хәҙер туҡмалаһығыҙ!” тейһең дә, туҡмамайһың, ә беҙгә сыбыҡ эләгә ине”, - тип. Ысынлап та уларға йышыраҡ эләкте шул, үҙҙәре тыңлауһыҙ булғас! Әллә үҙем дә йәшерәк саҡта түҙемһеҙ, ҡыҙыуыраҡ булдыммы икән?! Бәлки, шулайҙыр ҙа.
Нисек кенә булмаһын, яратыу, иркәләү, наҙлау баланы БОҘМАЙ тип уйлайым. Шуға күрә йәш әсәйҙәргә әйткем килә: сабыйығыҙҙы яратығыҙ, матур һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ, ҡосаҡлағыҙ. Кәрәк саҡта ҡаты ла булыу кәрәк, әлбиттә, улар нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнен белеп үҫергә тейеш. Ләкин ата-әсә һөйөүен бер нәмә лә алмаштыра алмай. Мохтаж итмәгеҙ балағыҙҙы һөйөүегеҙҙән! Тилмертмәгеҙ бала йөрәген йылы ҡараштан. Йәнен иҙгән һағыштарын һыпырып ташлар өсөн бер ҡосаҡлау ҙа етә! Йән йылыһы бер ҡасан да бөтмәй, йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ берүк. Кеше ғүмере генә мәңгелек түгел, ғүмер сәғәтенең ҡасан туҡтарын тик Аллаһы Тәғәлә генә белә. Һуң булмаҫ элек яратып-яратылып ҡалайыҡ! Бала ҡайғылары бирмәһен Хоҙай беребеҙгә лә!
Әйҙәгеҙ, бөгөн бөтәгеҙ ҙә балаларығыҙға, тормош юлдаштарығыҙға “Яратам!” – тип әйтеп ҡарағыҙ! Донъяғыҙҙың, ҡараңғы төнөгөҙҙөң нисек яҡтырып, балҡып китеүен күрерһегеҙ! Һөйләштекме?!
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.