

БАШҠОРТОСТАН – БАШҠОРТ ИЛЕ
Башҡортостан – тыуған илем
Хоҙай биргән бүләк ул.
Йомарт, изге йәнтөйәгем
Күп милләтле дәүләт ул.
Башҡортостан – башҡорт иле
Халҡым теле – башҡорт теле.
Тоғро ҡалыр илем есеменә
Башҡорт тигән ғорур исеменә.
Халыҡ һанын алған саҡта
Башҡорт булһын күбебеҙ.
Беҙ, ғорурбыҙ, башҡорт теле
Донъя белгән телебеҙ.
Донъя башҡорттары өсөн
Булып торһон ҡоробоҙ.
Беҙ бит әле, башҡорттар, - тип
Йондоҙ булып янарбыҙ.
Ил таянған башҡорт булһаҡ
Ныҡлы булыр уйыбыҙ.
Уралтауҙа күкрәк киреп
Хужа булып торорбоҙ.
Урал иле – дан иле
Башҡорттоң тыуған ере.
Ҡурайҙың үҫкән иле
Ҡеүәтле башҡорт иле.
Рус һәм башҡорт берлеге
Халыҡтар берҙәмлеге.
Дуҫлыҡтың күркәмлеге
Башҡортостан гөл иле.
Дәүләт теле – башҡорт теле
Сәскә ата телебеҙ.
Берҙәмлектә, татыулыҡта
Тыныс булһын илебеҙ.
Йәнтөйәгем – кейек иле
Һуҙған көйөм – башҡорт көйө.
Ғорур яңғырай башҡорт теле
Һүнмәһен башҡорт иле.
Мәңге йәшәһен илем
Йәшәһен тыуған телем.
Уйнаһын мәңге ҡурай
Халҡымды данлай-данлай.
Фәниә Фәйзуллина.