

«Айыҡ ауыл-2021» республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Күгәрсен районының Сәлих һәм Йылайыр районының Сәләх ауылдары халҡы үҙ-ара ижади бәйге — әйтеш ойошторған. Был хаҡта журналист Айгөл Айытҡолова хәбәр итә.
Атап әйткәндә, Йылайыр районы Сәләх ауылында тыуып үҫкән шағир, журналист Мотал Зәкирйән улы Рәмов бәйгегә ҡеүәт өҫтәп, әйтеш башлап ебәргән. Сәлихтарға ярҙам итеүсе иһә — сығышы менән Моҡас ауылынан булған Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы Исмәғилева.
Сәләхтәр менән сәлихтәрҙең Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадының йыр поэзияһы формаһына ҡараған әйтеш жанрын тергеҙеүе оло иғтибарға лайыҡ. Әйтеште, ғәҙәттә, ике һүҙ оҫтаһы, аҡындар, сәсәндәр алып бара.Думбыра кеүек ҡыллы музыка ҡоралында уйнап, көйләп башҡарылған йырлы әңгәмә ул.
Башҡорттарҙа әйтеш ярышы байрамдарҙа, йыйындарҙа, милли —мәҙәни сараларҙа үтә. Башҡорт халыҡ эпостары һәм ҡобайырҙарында ла әйтеш төп урындарҙың береһен биләп тора. Мәҫәлән, "Аҡбуҙат"та — Нәркәс менән Һәүбән, "Иҙеүкәй менән Мораҙым"да — Һабрау йырау менән Туҡтамыш хан, "Тарғын менән Ҡужаҡ"та — Ҡужаҡ батыр менән Нуғай Тарғын. Шулай уҡ «Торахан менән Йәнәбәхан һәм Ерәнсә сәсән» әкиәтендә лә әйтеш күрһәтелә.
Билдәле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин яҙмалары буйынса, 1894 йылда Өфөлә Аҡмулла менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев әйтешә; 1917 йылда Ырымбурға башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич менән Төхвәт Ченәкәй араһында әйтештәр була.
Заман шағирҙары араһында Буранбай Исҡужин, Ғәбиҙулла Зарипов, Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай ижадында әйтеш жанры формаһында яҙылған әҫәрҙәр бар.
«Сәләх ауылына килгәндә, бындағы халыҡ аныҡ эштәре, заманса әйткәндә, ирекмәнлек хәрәкәтенең әүҙемлеге менән дан тота. Мәҫәлән, былтыр «Көндәлек ярҙам» тигән алым ярҙамында ике ғаиләне күҙәтеүгә алып, уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырҙылар. Уның һөҙөмтәһе булып, мәҫәлән, Сәләх ауылынан Илдус Солтанов исемле уҙаман яман ғәҙәттән арынған. Ул хәҙер «Айыҡ ауыл» конкурсының ойоштороу комитетының иң әүҙем ағзаларының береһе. Балыҡ ҡармаҡлау ярышында ла ихлас ҡатнашты. Көслө ихтыярлы икәнлеген раҫлаған ағай ауылда матур итеп, һәүетемсә донъя көтә. «Эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙең көн дә барып, хәлдәрен белешеп торҙоҡ. Аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, әңгәмәләр ҡорҙоҡ. Һөҙөмтәһе бар. Был эште дауам итәсәкбеҙ», — ти Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зөһрә Зәйнуллина.
Бынан тыш, ярҙамға мохтаж бер ҡатынды ла үҙ ҡанаты аҫтына алды сәләхтәр. Яңғыҙы алты бала менән донъя көткән ҡатынға көн һайын ярҙамға баралар, утыны бөтөп китһә, ауыл уҙамандары һорап, әйтеп тә тормай барып утын ярып, ҡарын көрәп, йорт-тирәһен рәтләштереп китә. Аҙыҡ-түлек яғынан да һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар. Балалары ла, үҙе лә йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай.
Шулай итеп, Сәләх ауылы халҡы ысын мәғәнәһендә берҙәмлеге, ярҙамсыллығы менән башҡаларға өлгө булырлыҡ төбәк», — тип яҙа Айгөл Айытҡолова.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.