Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Апрель 2022, 05:40

Азат БАДРАНОВ:" «Йөрәк һүҙе»ндә осрашабыҙ!

Бөгөн Өфөлә "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтәсәк. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә" сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбҫары Азат БАДРАНОВ:"Йөрәк һүҙе» республикала бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм ул бренд сараһына әүерелде. Миңә ул туған телгә һәм шиғриәткә һөйөү тәрбиәләүе менән оҡшай. Шиғыр бәйгеһе оҙаҡ йәшәр тип ышанам!" - тип яҙған. Әйткәндәй, һеҙ был сараға киләһегеҙме? Оҡшаймы? 

Азат БАДРАНОВ:" «Йөрәк һүҙе»ндә осрашабыҙ!Азат БАДРАНОВ:" «Йөрәк һүҙе»ндә осрашабыҙ!
Азат БАДРАНОВ:" «Йөрәк һүҙе»ндә осрашабыҙ!

“Әйтер һүҙем бар” тигән проект менән башлап ебәргәйне күренекле замандашыбыҙ, сәнғәт әһеле Наилә Сәфәрғолова шиғыр һөйләү буйынса телевизион тапшырыуҙы.

Бөгөн халыҡ араһында попу­лярлыҡ яулаған, тәрән ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан “Йөрәк һүҙе” баш­ҡорт шиғриәтен һөйөүселәр конкурсы республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ араһында ла иң яратып ҡаралған, көтөп алынған сараларҙың береһенә әйләнде.

“Йөрәк һүҙе” – ул башҡорт теленә, башҡорт халҡының бөгөн­гөһөнә мөнәсәбәт, тәрән һөйөү. “Йөрәк һүҙе” – ул тарихыңа тая­нып киләсәгеңде хәстәрләү, һүҙ сәнғәте аша гражданлыҡ пози­цияңды белдереү. “Йөрәк һүҙе” – милләтеңә тоғролоҡ, йөрәк­тәге ихтилалдарҙы заманса ысулдар менән халыҡҡа еткереү.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас